Алтын алма


Борон бер батша йәшәгән. Уның өс улы булған. Был батшаның баҡсаһынан көн һайын алтын алмалары юғала икән. Бер көндө батша уландарын саҡырып алған да:

— Ҡараҡты белергә кәрәк, сиратлап ҡарауылға йөрөгөҙ, — тигән. Беренсе төп оло улы киткән, белә алмай ҡайтҡан. Икенсе тондө уртансы улы ла бер нәмә лә белә алмаған. Әсәнсә төндө кесе улы киткән. Быныһы тән буйына керпек тә ҡаҡмаған, ыҙан буйында һағалап ултырған. Таң алдынан бер алтын ҡош, осоп килен, бер алманы тибеп алып киткән. Малай ҡайтҡан да:

— Атай, мин белдем: алтын алманы бер алтын ҡош урлай; икән. Мин шул ҡошто эҙләп китәм, — тигән.

Атаһы ҡаршы килмәгән. Малай, атын менеп, сығып киткән. Бара торғас, ул бер юл айырсаһына барып сыҡҡан. Унда: «Уңға киткән кеше үҙе үлә, һулға киткәндең аты үлә», — тип яҙып ҡуйылған була.

Малай һулға тартҡан. Бара торғас, аты шып туҡтаған. Шул арала бер бүре килеп сыҡҡан да:

— Бағаналағы яҙыуҙы күрҙеңме? — тигән.

— Күрҙем: «Уңға киткән кеше үҙе үлә, һулға киткәндең аты үлә», тип яҙылған, — тигән егет.

— Шулай булғас, төш атыңдан, — тигән бүре. Егеттең төшөүе булған, бүре атты ашап та ҡуйған. Егет йәйәүләп киткән. Бик күп ер барғас, бының алдына баяғы бүре килеп сыҡҡан.

— Ҡайҙа бараһың?

— Алтын алманы алтын ҡош урлағас. Шуны эҙләп китеп, барам.

— Әйҙә, мин алып барам.

Егет бүрегә атланып ала. Китәләр. Бер батшалыҡҡа барып етәләр. Бүре батша улына:

— Ҡойма аша төш тә алтын һарайға ин. Унда алтын ҡош ситлектә ултырыр. Ситлеккә теймә, алтын ҡошто ал да кире сыҡ, — тигән.

Егет һарайға ингән, алтын ҡошто күргән. Алтын ҡоштоң ситлеге лә алтындан булған. Ҡыҙығып, егеттең ситлеккә ынтылыуы булған, ҡыңғырау шалтыраған, һаҡсылар уянып егетте тотоп алғандар ҙа батшаға алып барғандар. Батша уға:

— Алтынҡойроҡ-Көмөшьял атты табып алып килһәң, ҡошто ла, ситлекте лә биреп ҡайтарам, алып килмәһәң, башыңды ҡырҡам, — тигән.

Алтынҡойроҡ-Көмөшьял икенсе бер батшалыҡта икән. Егет шунда киткән. Бара бирһә, әлеге бүре килеп сыҡҡан. Егет бүрегә барыһын да һөйләп биргән.

— Ҡайғырма, — тигән бүре, — әйҙә киттек. Батша һарайына барып еткәндәр. Бүре;

— Нуҡтаһын һалдырып, атты алып сыҡ та, менеп сап, — тигән. Егет ингән. Аттың нуҡтаһы шул тиклем матур, йымылдап, күҙҙең яуын алып тора, ти. Ҡыҙығып, егет атты нуҡтаһы менән алып сығып барған саҡта, ҡыңғырау шалтырап китеп, һаҡсылар егетте тотоп алғандар, батшаға алып киткәндәр. Батша уға:

— Бер батшалыҡта һылыу ҡыҙ бар, шуны алып килһәң, Алтынҡойроҡ-Көмошьялды алтын нуҡтаһы менән бирәм, алып килмәһәң, башыңды киҫәм, — тигән.

Егет, һылыу ҡыҙҙы эҙләп, юлға сыҡҡан. Эй бара, эй бара. Китеп ултырһа, алдына әлеге бүре килеп сыға ла, үҙенә атландырып, егетте алып китә. Күп тә үтмәй, былар барып та етәләр.

— Һин тороп тор, ҡыҙҙы мин барып урлайым, йә тағы ла эште боҙорһоң, — тип, бүре китеп барған. Батша ҡыҙы баҡсала йөрөй икән. Бүре бик һылыу бер атҡа өйләнгән дә ҡыҙ тирәләй уйнаҡлап йөрөй башлаған. Ҡыҙ:

— Бынау атты менеп йөрөгөм килә, — ти икән. Ҡыҙҙың атҡа менеп ултырыуы булған, ат, ҡабат бүрегә әйләнеп, ҡыҙҙы алып та ҡасҡан. Ҡыҙ.менән егет бер-береһенә күҙ һирпеп кенә алғандар икән, яратышҡандар ҙа ҡуйғандар. Хәҙер ни эшләргә? Егеттең ҡыҙҙы батшаға бирәһе килмәй. Ҡыҙ менән егет ҡайғырыша башлағандар. Туҡта әле, бүре ни әйтер, тип, егет бүре менән һөйләшергә булған.

— Ҡайғырма, барып еткәс, күҙ күрер, — тигән бүре. Батшаға килеп еткәс, бүре ҡыҙҙың кейемдәрен кейеп алған.

Бүрене батшаға биреп, Алтынҡойроҡ-Көмөгдьялды алып, егет менән ҡыҙ юлын дауам иткән. Алтын ҡот батшалығына етер саҡта, быларҙы бүре ҡыуып еткән дә:

— Мин ат һынына инәйем дә, һин мине батшаға алып барып бир. Шунан һинең атың да, ҡатының да, алтын ҡошоң да булыр, — тигән. Егет бүре әйткәнсә эшләгән, батшаға атты биреп, алтын ҡошто ситлеге менән бергә алып ҡайтып киткән. Юл буйында бүре ҡыуып еткән:

— Хуш бул, атыңдың хаҡын ҡайтарҙым, — тип, бүре үҙ юлына киткән.

Килә торғас, егет менән ҡыҙ бер аҡланға ял итергә туҡтағандар. Арып-талып килгән кешеләр ни йоҡлап киткәндәр. Шул ваҡыт егеттең ағалары ҡустыларын эҙләргә сыҡҡан ерҙәренән ҡайтып бара икән. Кинйәне-күреп, көнсөлөктәре килеп киткән. Ҡустыларының үңәсен ҡылыс менән өҙә сабалар ҙа, ҡыҙҙы, атты, ҡошто алып, ҡайтып китәләр.

Бер-ике көн үткәс, бүре, мәйет еҫе тойоп, егет янына килеп сыға. Шунда уҡ бер ҡарғаны тотоп алып:

— Тиҙ генә тере һыу менән үле һыу алып кил, — ти. Ҡарға ике көршәк менән һыу алырға китә. Ул ике көндән һуң әйләнеп ҡайта. Бүре егеттең үңәсен тәуҙә үле һыу менән йыуа, шунан тере һыу ҡойоп, башын үңәсенә йәбештерә. Егет:

— Уф, ҡалай оҙаҡ йоҡлағанмын, — тип килеп тора. Бүре уға булған хәлде һөйләп бирә лә өйҙәренә тиклем алып барып ҡуя.

Егет ҡайтып инһә, атаһы ҡартайып, бәлтерәп бөткән, ти. Ишектән килеп инеү менән ҡыҙ егетте таный. Кинйә улы атаһына башынан үткәндәрҙе энәһенән ебенәсә һөйләп бирә. Ағалары ғәфү үтенеп, ҡустыларының аяғына йығылалар.

Егет ҡыҙҙы кәләш итеп ала, хәҙер ҙә гөж килеп йәшәп яталар, ти.

 

Поделись с друзьями: