Таҙ батыр


Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер ҡарт менән ҡарсыҡ. Бик татыу ғүмер иткәндәр, ти, улар. Тырышып эшләп йорт, кәртә-ҡура ҡорғандар, аҙ-маҙ мал-тыуар булдырғандар. Ҡарт та, ҡарсыҡ та кешегә яҡшылыҡ итергә генә тырышҡан, үҙҙәре, лә бер кемдән дә зарар күрмәй, тыныс ҡына йәшәргә теләгәндәр. Улар үлеү белмәй, гел генә һау-сәләмәт йәшәү хаҡында хыялланғандар. Ауырып киткән саҡтарында бер-береһен ҡарап, үҙ белдектәренсә дауалап, тиҙерәк аяҡҡа баҫтырырға тырышҡандар.

Был әбей менән бабайҙың өс улы булған. Оло улы — Алтынбай, уртансыһы — Көмөшбай,. кесеһе — Аҡылбай. Әммә Аҡылбайға атаһы менән әсәһенән башҡа үҙ исеме менән өндәшеүсе булмаған, уны таҙ тип кенә йөрөткәндәр.

Берҙән-бер көндө әбей бик ҡаты ауырып киткән. Бабай уны ни саҡлы ғына дауалап ҡарамаһын, һауыҡтыра алмаған. Әбей үлеп тә ҡуйған. Ҡарт та, етем ҡалған улдары ла бик ҡайғырышҡан. Әммә күҙ йәше ҡойоу менән үлгән кешене терелтеп буламы һуң. Бабай, ҡарсығын терелтер өсөн берәй әмәлен тапмаҡсы булып, улдарын саҡырып алған. Өлкән улы Алтынбай менән уртансы улы Көмөшбайға ҡарап:

— Уландарым! Һеҙ икегеҙ ҙә аҡыллы, ҡайҙа барһағыҙ ҙа хур булмаҫһығыҙ. Хәҙер үк үлгән кешене терелтә торған тереһыу эҙләргә сығып китегеҙ, донъяның бөтә дүрт яғын да байҡағыҙ, кәрәк икән, ер ситенә барып етегеҙ, әммә эҙләгән нәмәгеҙҙе тапмай ҡайтмағыҙ! — тигән.

Атаһының был бойороғон тыңлап торған таҙ: «Мин дә барам», — ти башлағас, ағалары уға:

— Һин имгәкте эйәртеп йөрөп булмаҫ инде. Мейес башына мен дә борсаҡ сүплә, таҙыңды тырна ла беҙҙе һағынып йырла. Тик шуны ҡара, ныҡ кипкән борсаҡ ашап, тешеңде ҡырма! — тип көлөшкәндәр. Атаһы ла таҙға бармаҫҡа ҡушҡан. Ундай ауыр эште булдыра алмаҫһың, тигән.

Алтынбай менән Көмөшбай икеһе лә, бына тигән ат атланып, ҡулдарына уҡ-һаҙаҡ, ҡылыс алып, юлға сығып та киткәндәр.

Таҙ әсәһенең үлеүенә барыһынан да нығыраҡ ҡайғырған, ни өсөн тиһәң, бахырҙы ағалары кәмһеткән, мыҫҡыллаған саҡтарҙа, уны әсәһе генә яҡлай, иркәләй торған булған. Шуға таҙ бик инәлеп һорағас, атаһы:

— Күңелең булһын, бар әйҙә, иллә-мәгәр бик алыҫ китмә, әйләнеп ҡайта алмай йөрөүең бар, сит ерҙәрҙә эт-ҡош тырнағына эләгеүең дә бар, — тигән.

Таҙға атаһы ябағыһын да ҡоя алмаған бер күк дүнән биргән, ҡалдыҡ-боҫтоҡ кейем кейҙергән, иҫке-моҫҡо ҡорал тотторған. Ағалары артынса таҙ шулай юлға сыҡҡан. Әммә ағайҙарының ниндәй юлдан, ҡайһы яҡҡа киткәнен белмәй аптырап ҡалған. Көтмәгәндә таҙ менгән күк дүнән телгә килеп:

— Егет, теҙгенде бушат, ҡайҙа барырға мин үҙем беләм, — тигән.

Таҙ теҙгенде бушатҡан. Күк дүнән иге-сиге күренмәҫ далаға ҡарап елгән.

Таҙ Алтынбай менән Көмөшбайҙан өс тәүлек һуңлап сыҡҡан булһа ла, күк дүнән уны тиҙ арала ағайҙары янына илтеп еткергән. Алтынбай менән Көмөшбай, арттарынан баҫтырып килгән ҡустыларын күргәс: «Ҡара, ҡара, беҙҙең таҙ килә, йығылып үлерһең, биллаһи», — тип быуындары ҡатып көлөшкәндәр.

Таҙға ағайҙары кире ҡайтырға ҡушҡандар, әммә таҙ быға риза булмаған. Шунан һуң Алтынбай менән Көмөшбай, икеһе ике яҡтан төшөп алып, таҙҙы ҡамсы менән ярырға тотонмаһындармы! Таҙ барыбер ат башын кире бормаған, һаман ағайҙары артынан бара биргән..

Бара торғас, алда өсөһө өс яҡҡа айырылып киткән өс Юл күренгән. Юл сатына еткәс, Алтынбай:

— Алдыбыҙҙа өс юл ята. Беҙ хәҙер бына ошо юлдар менән өсөбөҙ өс яҡҡа китәйек, — тигән.

Көмөшбай быны хуп күргән булған, таҙ иһә ҡаршы төшөп:

— Юҡ, айырылмайыҡ, ағайҙар, берлектә генә тереклек. Айырылғанды айыу ашар, бүленгәнде бүре ашар, тигәндәр. Ҡайһы яҡҡа ҡараһаң да, үләне көйгән сикһеҙ ялан. Күпме ваҡыттан бирле аттарыбыҙҙы эсерергә һыу тапмайбыҙ, үҙебеҙҙең дә өйҙән алып сыҡҡан аҙыҡ-түлек бөттө. Йәнлеге лә, ҡошо ла осрамай, исмаһам. Айырылһаҡ, асҡа үлербеҙ, аттарыбыҙ ҙа хәлдән тайыр. Ә бергә булһаҡ, берәй әмәлен табырбыҙ, — тигән.

Ағайҙары быны тыңлап торған да:

— Хәйләкәр! Таҙ! Ғүмерҙә һинең һунарҙа йөрөгәнең, ҡош аулағаның юҡ. һин шулай беҙҙең елкәлә йәшәмәксе булаһыңмы ни? Үҙ көнөңдө үҙең күр, ана бара юлың! — тигәндәр.

Таҙға һул яҡҡа киткән юлға төшөп алырға ҡушҡандар, Көмөшбай урта юлдан, ә Алтынбай уң юлдан киткән. Таҙ күҙҙән юғалғас та, Алтынбай менән Көмөшбай ҡабат бергә ҡушылған. «Таҙҙың башы олаҡты, ябаға дүнәне әллә ҡайҙа китә алмаҫ, атайым янына ҡайтып китер», — тип көлөшә-көлөшә алға киткәндәр.

Ағайҙарынан айырылғас, таҙ үҙенең берҙән-бер тоғро юлдашы булған күк дүнәне менән алға бара биргән. Ашамағанғаэсмәгәнгә байтаҡ көн үткән. Атып алырҙай йәнлек тә, ҡош та тап булмаған, һыу ҙа табалмаған. Шулай ыҙаланып барғанда, ҡайҙандыр таҙ алдына тояғы ялпаҡ бер буҙ тарпан килеп сыҡҡан. Был ҡыр атып күреп, таҙ тәүҙә бик ҡыуанған. Ашарға ит булды, тип уғын йәйәһенә һала, ә бысағын ҡапшай башлаған. Шул саҡ таҙҙың башына ҡапыл шундай уй килгән: «Ярай, мин был тарпанды атырмын атыуын, бер-ике тапҡыр туйғансы ашармын да. Ә ҡалған итте ҡайҙа итергә? Тороп ҡалыр, әрәм булыр. Кем белә, ул тарпандың быуаҙ булыуы ла бар. Ул ваҡытта бер юлы ике йән эйәһе харап булыр. Мин ағайҙарымдан айырылған кеүек, был тарпан да, бәлки, үҙ өйөрөнән айырылғандыр, шунлыҡтан минең яныма килгәндер. Был хайуанды харап итмәйем. Шунда миңә тигән берәй ҡош-фәлән осрар әле», — тип уғын кире урынына һалып ҡуйған.

Аҡрынлап булһа ла, таҙ һаман алға табан барған. Күк дүнәне лә ҡарышмай атлай биргән, тик уның ҡолаҡтары инде шәмдәй текә баҫып тормаған, башы ла түбән эйелгән. Бахыр аттың морононан эҫе тын бөркөп торған, аҫҡы ирене һалынып төшкән, тештәре саңланып бөткән.

Бына шулай ғазапланып барғанда, баяғы тояғы ялпаҡ буҙ тарпан йәнә таҙ алдына килеп сыҡҡан. Таҙ: «Моғайын, был ат мине асҡа үлеүҙән ҡотҡарыу өсөн йөрөйҙөр, юғиһә бер үк хайуан ике тапҡыр күренмәҫ ине», — тип уйлаған. Был юлы тояғы ялпаҡ буҙ тарпанды атып алмаҡсы булған. Әммә уның башына тағы ла баяғы уй килгән: «Бер-ике тапҡыр туйынам тип, ошондай хайуанды харап итеү егетлек түгел, минән ҡалған итте кем ашар?»

Таҙ тарпанды тағы аяған, үҙе юлын дауам итергә булған. Бара торғас, ул шул саҡлы йонсоған, хатта аттан төшһә, ҡабат менеп ултырырлыҡ та хәле ҡалмаған. Башын аҫҡа эйгән күк дүнән дә аяҡтарын күтәреп атлай алмай башлаған. Бына ошо мәлдә теге тояғы ялпаҡ буҙ тарпан өсөнсө тапҡыр килеп сыҡҡан. Таҙ был юлы ла уғын тарпанға тоҫҡаған, шулай уҡ был юлы ла атыу уйынан дүнгән. Уғын һаҙағына кире һалып, артабан китмәк булған. Әммә аҡтыҡ сиккә етеп хәлдән тайған күк дүнән урынынан ҡуҙғалып китә алмаған. Бына шул саҡ ҡаршыла баҫып торған тояғы ялпаҡ буҙ тарпан ҡапыл аҡ һаҡаллы ҡартҡа әүерелгән дә, таҙға ҡарап:

— Егет, мин һинең оҙаҡ юлдан килеп арығаныңды, аслыҡтан йонсоуыңды ла яҡшы беләм, — тигән. — һине өс тапҡыр һынап ҡараным: өс тапҡыр тояғы ялпаҡ буҙ тарпан булын юлыңа ҡаршы сыҡтым; яныңа килгән хайуанды атып ҡолатыу ауыр эш түгел ине, иллә-мәгәр һин атманың, сыҙамлыҡ, сабырлыҡ күрһәттең, — тигән. — һин яҡшылыҡҡа ҡаршы яҡшылыҡ күрергә хаҡлыһың. Әйт, ниндәй мохтажың бар? — тигән.

— Эй бабай, үҙең дә күреп тораһың, үҙемә лә, атыма ла туйғансы ашап-эсергә кәрәк, беренсе мохтажым шул, — тигән таҙ.

Аҡ һаҡаллы, алтын аҡыллы ҡарт, таҙ янына килеп, атының һыртынан Һыйпаған икән, күк дүнән йәнә теҙгенен тотоп тыя алмаҫлыҡ толпарға өйләнгән. Шул ерҙә ҡарт таҙға: «Арттан эйәр», — тигән, үҙе ҡабат буҙ тарпанға әүерелеп, атҡан уҡтай далаға осҡан. Таҙҙың күк дүнәне лә унан ҡалышмаған. Бара торғас, бейек ҡойма менән уратып алынған бер йорт күренгән. Буҙ тарпан шул йортҡа барып ингән, ә ҡапҡанан үткәс тә, тағы аҡ һаҡаллы ҡартҡа әүерелеп, таҙға:

— Рәхим ит, егет, ҡәҙерле ҡунағым булырһың, ял итерһең, — тигән. Таҙҙы өйгә алып ингән, күк дүнәнде ат һарайына кертеп ҡуйған. Егетте лә, атын да бик Һәйбәтләп һыйлаған. Шунан һуң ҡарт:

— Йә, егет, хәҙер бөтәһен дә һөйләп бир. Юлыңдың башы ҡайҙан ине, ниндәй йомош менән был яҡҡа килеп сыҡтың? Был тирәгә ят кешеләр килеп етә алмай, еткәндәре кире әйләнеп ҡайта алмай. Шуныһын да белеп тор, — тигән.

Таҙ үҙе хаҡында түкмәй-сәсмәй, энәһенән ебенәсә һөйләп биргән. Әсәһенең үлеүен, шуны яңынан терелтеү өсөн тереһыу эҙләп йөрөүен әйткән.

Ҡарт бер аҙ уйланып торғандай һуң:

— Егет, һинең күк дүнәнең ябай ат түгел, толпар затынан ул, тик ҡанаттары ғына етлекмәгән. Иллә-мәгәр бының өсөн ҡайғырма, минең өйҙән сығыуға уның. ҡанаттары ла үҫеп өлгөрөр. Был толпар үҙ теләгеңә ирешергә ярҙам итер. Бөтә эште ул әйткәнсә эшлә, — тигән.

Ошо һүҙҙәренән һуң ҡарт таҙҙы ат һарайына алып барған. Шунда ул ҡуйынынан алған ҡауырһын менән дүнәндең һыртынан һыйпаған икән, хайуан ҡапыл осорға ынтылып торған толпарға әйләнгән. Толпар яңғыратып кешнәп ебәргән, ярһый, торған урынында үрәпсей башлаған. Шунан һуң ҡарт, толпарҙың башынан һыйпап, уға әллә нәмә шыбырҙағас, толпар тынысланған. Иң һуңында ҡарт таҙға ҡырҡ ҡоласлы тимер сынйыр, бер ус бесән менән бер киҫәк ит тотторған да:

— Егет, быларҙың береһен дә юғалтма. Ни өсөн кәрәклеген, ваҡыты килеп еткәс, толпарың әйтер, — тигән.

Таҙ, аҡ һаҡаллы, алтын аҡыллы ҡартҡа мең рәхмәт әйтеп, ул биргән нәмәләрҙе алып, юлын дауам иткән. Аты, телгә килеп, таҙға күҙен йоморға ҡушҡан. Таҙ күҙен йомоуға ҡолан төбөндә выжлап ел иҫкәнде генә һиҙгән. Бер аҙҙан, тирә-яҡ һил булғас, күҙен асып ебәрһә, алтын менән саф быяланан һалынған, баҡсаһында төрлө аҫыл ҡоштар һайрап торған бер һарай алдына килеп тешәүен күргән. Әммә был һарайға һис инерлек түгел икән: ул бик бейек таш ҡойма менән уратып алынған, а ҡапҡаһы бөтөнләй юҡ, ти. Шул ваҡыт толпар, телгә килеп, аптырап торған таҙҙан:

— Ҡулындағы ҡамсың менән уң яҡ ҡабырғама һуҡ, һул ҡабырғамдан ҡан сәсрәп сығырлыҡ булһын, — тигән.

Таҙ ул ҡушҡанса эшләгән. Толпар, ун ике ҡолас бейеклектәге таш ҡойманы күҙ асып йомғансы һикереп үтеп, һарай ишеге алдына барып та төшкән. Әммә ишек алдында һарайҙы һаҡлай торған ғәләмәт ҙур мөгөҙлө бер үгеҙ менән уҫал эттәр тора икән. Был ишектән бер кем дә үтмәле түгел. Инергә теләгән кешене үгеҙ һөҙөп үлтерә, үгеҙҙән ҡотолғандарҙы уҫал эттәр өҙгәләп ташлай икән. Быларҙы күреп таҙ ни эшләргә белмәй торғанда, толпар йәнә телгә килеп:

— Мине һарай эргәһендәге баҡсаға илт, унда йөҙ йыллаған бер алма ағасы булыр. Шуға мине ҡырҡ ҡоласлы сынйыр менән бәйләп ҡуй. Ҡулыңа баяғы аҡ һаҡаллы бабай биргән ит киҫәге менән бер ус бесәнде ал. Бесәнен үгеҙгә бирерһең, итен эттәргә ташларһың, шунан үҙең һарайға инерһең. Ингәс, ни эшләргә кәрәклеген үҙең күрерһең. Тереһыу ошо һарайҙа һаҡлана, — тигән.

Егет, толпар ҡушҡанса, һарай ишегенә ҡарап юнәлгән. Һаҡтағы үгеҙ, мөгөҙҙәрен сайҡап, үкерә башлаған. Ул үкергәндә, ер тетрәп торған, баҡсалағы ҡоштар һайрауҙан туҡтаған. Оҙон ботло, ҙур томшоҡло яман эттәр тештәрен ыржайтып таҙға ташланған. Егет бер ҙә ҡаушамай ғына үгеҙгә бер ус бесәнде ташлаған, эттәргә ит киҫәген ырғытҡан. Үгеҙ — бесән, эттәр ит менән алданған арала, таҙ һарайға инеп тә киткән.

Һарай иҫәпһеҙ күп бүлмәле икән. Һәр бүлмә үҙенә бер төрлө итеп эшләнгән. Тәүге бүлмәнең иҙәненә йәшел келәм түшәлгән, стеналарына йәшел хәтфә эленгән. Икенсе бүлмә башҡа төҫтәге келәмдәр менән йыһазландырылған. Өсөнсөһө иҙәненән алып түшәменә тиклем көҙгөнән генә торған. Егет, тәүге ике бүлмәне үтеп, көҙгөнән генә торған бүлмәгә ингәс, ҡайҙа барырға белмәй аптырап ҡалған. Ҡайһы яҡҡа ғына ҡарамаһын, унда тик үҙен генә күргән. Аптырап торғанда әмәле табылған. Ҡаршыла аҙ ғына асылып торған ишек ярығынан күрше бүлмәнең яҡтылығы төшөп тора икән. Таҙ ипләп кенә шул бүлмәгә барып ингән.

Инһә, ни күҙе менән күрһен: шундай иркен бүлмә, иҙәне лә, стеналары ла, түшәме лә күҙҙең яуын алып торған аҫыл быяланан эшләнгән. Бүлмәнең тап уртаһында топ-тоноҡ күл бар, ти, ә күлдә алтын балыҡтар уйнап йөрөй, ти. Күл тирәһендә әллә ниндәй ағастар, матур-матур гөлдәр үҫеп ултыра; ҡыҙарып бешеп, өҙөлөп төшөргә торған емештәр араһында былбылдар, башҡа төрлө аҫыл ҡоштар һайрай, ти. Ана шул һайрар ҡоштарҙың ҡайһы берҙәре таҙҙың иңбашына килеп ҡуналар икән.

Таҙ аяҡ осона баҫып күл янына барған, һыуын татып ҡараған, һыу бик татлы булған. Ул һыуҙы татып ҡарағанда, бөтә ҡоштар һайрауҙан, алтын балыҡтар уйнауҙан туҡтаған. Күл тирәһендәге ағастар емешле ботаҡтары менән егеттең алдына эйелгән. Шунан таҙ күлдең аръяғына юнәлгән. Унда киң япраҡлы бейек ағастар үҫеп ултыра икән. Ана шул ғәләмәт бейек ағас күләгәһе аҫтында алтын аяҡлы бер ысын карауат тора, ти. Карауатта, аҡ атлас тышлы мамыҡ мендәрҙәргә күмелеп, йәш кенә бер ҡыҙ йоҡлап ята икән, ти. Тел менән һөйләп тә, ҡауырһын менән яҙып та килештерерлек түгел был ҡыҙҙың һылыулығын. Көндөҙ ҡояш көнләшер, төнөн ай оялыр булған, ти, үҙенән. Бына ҡайһылай сибәр ҡыҙ булған ул. Әллә ниндәй матур ҡоштар, ҡыҙҙың баш өҫтөнә килеп, ҡанаттарын елпеп еләҫләндереп торғандар. Ә ҡыҙ һарайға сит кеше ингәнен дә һиҙмәй, ғәмһеҙ йоҡлаған да йоҡлаған. (Уның әле йоҡлай торған сағы булған. ) Баяғы аҡ һаҡаллы ҡарт таҙҙы ҡыҙҙың йоҡлаған сағына самалап ебәргән инде. Юғиһә ҡыҙ уяу ваҡытта һарайға инеү бөтөнләй мөмкин түгел, ти.

Үлгәнде терелтә, ҡартты йәшәртә торған тереһыуҙың хужаһы ошо ҡыҙ икән. Ул үҙе ҡартайыуҙың нимә икәнен дә белмәгән, гел генә йәш көйө торған. Һәр аҙнаның дүрт көнөн ел арбаһына ултырып, донъя гиҙеп йөрөгән. Шул арбаһы менән ул күҙ асып йомғансы бер ерҙән икенсе ергә, бер илдән икенсе илгә осҡан. Шулай ул үҙенә тиң егет эҙләгән, — һис таба алмаған. Дүрт көн ил гиҙгәс, өс көн ял итә торған булған. Беҙҙең таҙ был һылыу янына барып ингәндә, уға уянырға ете тапҡыр ғына тын алырлыҡ ваҡыт ҡалған икән.

Бына ошондай үтә һылыу ҡыҙҙы күреп, таҙ ни эшләргә лә белмәй ҡатып ҡалған. Шул арала ҡоштар нығыраҡ һайраша, сырылдаша башлаған, ел иҫмәһә лә, ағас япраҡтары шыбырҙашҡан. Тап шул ваҡытта ҡыҙ аҡрын ғына күҙ керпектәрен асҡан, ашыҡмай ғына башын ҡалҡыта башлаған, ти. Ул ҡуҙғалғас, бүлмә тағы ла яҡтыраҡ булып киткән, һарай эсендәге күл өҫтөндә нурҙар уйнаған.

Карауатҡа яҡын ғына баҫып торған егетте күреп, ҡыҙ ҡапыл һиҫкәнеп киткән, өҫтөнән шыуып төшкән ебәкте ике ҡулы менән тотоп, күкрәген ҡаплаған. Бер ни тиклем ваҡыт ҡыҙ ҙа, егет тә бер-береһенә өндәшмәй, аптырашып ҡарап торғандар. Көтмәгәндә үҙ бүлмәһендә ят кешене күреүгә хайран ҡалған ҡыҙ бер аҙҙан һуң ғына егеткә һорау биргән:

— Егет, һин кем, ҡайҙан килдең, минең һарайыма нисек индең? — тигән.

— Мин Аҡылбай, атайым менән әсәнемдән бүтән кеше таҙ тип йөрөтә. Бик алыҫ илдән килдем.

— Һиңә бында нимә кәрәк?

Бындай һылыу ҡыҙҙы күргәс, таҙ тәүҙә үҙенең нимә артынан килгәнен дә онотҡан. Ахырҙа:

— Эй, һылыу ҡыҙ! Һинең кеүек иҫ киткес һылыуҙы өнөмдә түгел, төшөмдә лә күргәнем юҡ ине. Кем ҡыҙы булаһың һуң? — тип һораған.

Төрлө илдәрҙә йөрөп тә, иҫәпһеҙ күп кеше күреп тә һылыу ҡыҙға быға тиклем бер егет менән дә икәүҙән-икәү генә ҡалып һөйләшергә тура килмәгән икән. Ул янында торған егеткә йәнә текләберәк ҡарап: «Был көнгә тиклем мине бик күп егеттәр эҙләп-эҙләп тә таба алмағайны, һарайыма инергә теләүселәр күп булһа ла, береһенең дә инә алғаны юҡ ине. Был егет мине килеп тапҡан, һарайыма үтә алған. Моғайын, ул бик аҡыллылыр, бик батырҙыр, мин эҙләгән егет ошолор», — тип уйлаған. Таҙҙың күҙҙәренә ҡаран йылмайған. Ҡыҙ йылмайғанда сәселгән күҙ нурҙары егеттең күҙҙәрен сағылдырған, йөрәген елкендергән. Ҡыҙ өндәшмәйенсә генә ҡулдарын егеткә һуҙған. Был ваҡыт бөтә ҡоштар һайрашыуҙан туҡтаған, пырылдашып осоп, күлдең аръяғына күскән, шунда улар ағастар, гөлдәр, сәскәләр араһына йәшеренгәндәр. Бөтә һарай тып-тын булып ҡалған.

Егеттең һарай эсендә күпме ваҡыт булыуын бер кем дә белмәгән. Был хаҡта егет менән ҡыҙ үҙҙәре лә әйтә алмаҫ ине. Әммә алма ағасына сынйыр менән бәйләп ҡалдырған толпар күптән инде егетте ашҡынып көткән.

Таҙ батыр һарайҙа уҙғарған ваҡытын төшөммө был, өнөммө тип уйланып торғанда, ҡапыл ат кешнәгән тауыш ишеткән. Шул ваҡыт был һарайға ни йомош менән килеүе иҫенә төшөп, бошона башлаған. «Инде ни эшләргә? Һарайҙан сығып китһәм, һылыу ҡыҙҙан айырылам, ошондай бәхеттән, ожмахтағы кеүек рәхәт тормоштан мәхрүм булам; һарайҙа ҡалып, тереһыуҙы алып ҡайтмаһам, үлгән әсәйем яңынан терелмәйәсәк», — тип уйланған.

Таҙҙың бойоҡҡанын күреп, ҡыҙы:

— Егет, йөҙөңә ниндәйҙер борсолоу ғәләмәте сыҡты. Ни хәсрәтең бар? — тип һораған.

Таҙ әсәһенең үлеүен, уны яңынан терелтәһе килеүен, шуның өсөн тереһыу эҙләргә сығып китеүен бәйнә-бәйнә һөйләп биргән, һылыу ҡыҙ, таҙҙың һөйләгәнен тыңлағас, егетте тағы ла нығыраҡ ярата башлаған, ни өсөн тиһәң, быға тиклем бушҡа күл булып ятҡан был тереһыуҙы килеп табыусы ла, әжәлгә дарыу итеп алып китеүсе лә булмаған. Шунда ҡыҙ:

— Эй, батырым, бәғерем! Мин һинән башҡа тора алмайым, һарайҙан китә ҡалһаң, шиңгән гөл кеүек һарғайырмын. Элек үҙемә тиң егет эҙләп байтаҡ ғүмерем уҙҙы, инде теләгемә ирештем тигәндә генә, мине ташлап китәһең, ҡайғы-хәсрәт утына һалаһың. Китмә минең янымдан, китмә, батырым, минең һарайымдан, бергә-бергә ғүмер итербеҙ; һарайыма, ана шул күлгә һин хужа булырһың, — тип ялынған. Быны тыңлап, таҙ:

— Юҡ, йәнем, һылыуым, ҡала алмайым, — атайыма биргән һүҙемдән дүнә алмайым. Үлгән әсәйемде терелтмәй тороп, һинең менән бергә була алмайым. Мин, үҙ илемә ҡайтып, әсәйемде терелтермен дә ҡабат һинең яныңа килермен. Бына шунан һуң ғүмер буйы бергә булырбыҙ, — тигән дә һарайҙан сыға башлаған.

Аҫыл һарайҙың аҫыл ҡыҙы:

— Мин һине көтөрмөн. Тик үҙеңде һаҡлай күр. Юлға сыҡҡансы тамағыңды туйҙыр, — тип, таҙ алдына биҙәкле сеүәтәгә һалып ҡаймаҡ, күпереп бешкән сүрәк килтереп ҡуйған, бер туҫтаҡ шәрбәтле һыу ҙа биргән. Таҙ сүрәкте ҡаймаҡлап ашап, һыуын эсә башлаһа, хайран ҡалған: күпме ашамаһын, эсмәһен, сүрәк тә, һыу ҙа һис кәмемәгән. Ҡаймағы ғына бөткән.

Ашап-эсеп туйғас, таҙ юлға сығырға булған. Ҡыҙ уға, быныһы үҙеңә, тип бер сүрәк менән бер бәләкәй шешә шәрбәтле һыу биргән, быныһы әсәйеңде терелтер өсөн тип, бер шешә тереһыу тотторған.

Таҙ толпарын сынйырынан ысҡындырып атланған да, аты әйткәнсә, өс тапҡыр уның һул ҡабырғаһына һуғып, уң яҡ ҡабырғаһынан ҡан сәсрәткән. Шунан егет күҙен йомған. Таҙ батырҙың битенә әсе ел бәрелеп, ҡолаҡ төбөндә выжылдаған. Күҙен асҡанда инде ул үҙен баяғы аҡ һаҡаллы, алтын аҡыллы ҡарттың йортонда күргән. Ҡарт унан бөтәһен дә ентекләп һорашҡан. Таҙ бәйнә-бәйнә һөйләп биргән.

Шунан ҡарт:

— Егет, һин бик күп ҡыйыу батырҙар ирешә алмаған бәхеткә ирешкәнһең, былай булғас, һин, ысынлап та, мин эҙләгән ҡыйыу егет икәнһең. Был батырлығың өсөн мин һиңә йортомдағы ҡырҡ таш келәттең утыҙ туғыҙын асып күрһәтәм. Шул келәттәрҙән йәнең теләгән нәмәне үҙең һайлап алырһың, — тигән.

Ҡарт бер-бер артлы утыҙ туғыҙ келәтте асып күрһәткән. Ул келәттәр алтын, көмөш, гәүһәр, яҡут, тағы әллә ниндәй аҫыл таштар, төрлө-төрлө ҡиммәтле йыһаздар менән тулған икән. Әммә таҙ батыр бер нәмәне лә алмаған. Уның ҡырҡынсы келәттә нимә барлығын белгеһе килгән. Ә ҡарт ҡырҡынсы келәтте асырға риза булмаған. Егет бик ялынғас, ҡарт ҡырҡынсыһын да асырға риза булған, тик ошондай бер шарт ҡуйған:

— Мин ҡырҡынсы келәтте асам, ә һин миңә бер нисә тамсы тереһыуыңды бир, уның миндә лә булыуы хәйерле, — тигән.

Таҙ батыр:

— Бабай, һин кемде терелтергә итәһең һуң? — тип һораған.

— Уныһын белмәһәң дә ярар һиңә, — тигән ҡарт.

Таҙ батыр ҡарышып тормаған, шешәләге тереһыуҙың бер нисә тамсыһын аҡ һаҡаллы ҡартҡа биргән. Шунан һуң ҡырҡынсы келәтте лә асҡандар. Быныһын күреп, таҙ батыр ни әйтергә лә белмәй аптырап ҡалған: унда аяҡ-ҡулдары бығауланған хәлдә Алтынбай менән Көмөшбай бикләнеп ултырмаһынмы!

Ә был хәл шулай килеп сыҡҡан. Алтынбай менән Көмөшбайға, таҙ һымаҡ, юлда бик яфа сигергә, асығырға тура килгән. Уларға ла шул уҡ тояғы ялпаҡ буҙ тарпан осраған. Алтынбай менән Көмөшбай был хайуанды күреү менән атып йыҡҡандар. Тик янына бара башлағас, йығылған тарпан ҡапыл юҡ булған. Ике туған, аптырашып ҡалып, артабан юл тотҡан. Бер аҙ барғас, тағы ла яңғыҙ тарпан тап булған. Алтынбай менән Көмөшбай был юлы ла уны атып йыҡҡандар, әммә янына бара башлағас, теге йәнә юғалған. Аптыраған ике юлсы алға ҡарай киткән. Шул уҡ тарпан өсөнсө тапҡыр килеп сыҡҡан. Был юлы хайуанды икәүһе бергә атып ҡолатҡандар. Тик бысаҡлайым тигәндә генә, буҙ тарпан һикереп торған да аҡ һаҡаллы ҡартҡа әүерелгән. Бәһлеүән ҡарт Алтынбай менән Көмөшбайҙы, аяҡҡулдарын бығаулап, үҙенең бына ошо ҡырҡынсы келәтенә килтереп япҡан.

Таҙ батыр ағайҙарын күреп бик ҡыҙғанған, ҡарттан уларҙы иреккә сығарыуын һораған. Әммә ҡарт тәүҙә быға риза булмаған. Ә таҙ батыр һаман ялынған, һаман инәлгән:

— Миңә бүтән бер нәмә лә кәрәкмәй, тик ағайҙарымды ғына ҡотҡар, беҙ өсәү бергә бер үк тереһыу эҙләп сыҡҡайныҡ, уны мин таптым инде. Хәҙер өсөбөҙ ҙә бергә ҡайтайыҡ, әсәйебеҙҙе терелтәйек, атайыбыҙҙы ҡыуандырайыҡ, — тигән.

Был һүҙҙәрҙе ишетеүгә, Алтынбай менән Көмөшбай таҙҙың аяҡ аҫтына йығылғандар.

— Ҡотҡар инде, ҡустым, беҙҙе, зинһар, ҡотҡар бынан! Күрһәткән яҡшылығыңды ғүмергә онотмабыҙ, был хәлде бөтә халыҡҡа һөйләрбеҙ. Атайыбыҙ үҙеңә рәхмәт уҡыр. Ҡотҡара алһаң, һинең ҡолоң булып йәшәргә лә риза булыр инек, — тип ялынғандар.

Таҙ бик үтенеп һорағас, аҡ һаҡаллы ҡарт, теге икәүҙең аяҡҡулдарынан бығауҙарын алып, иреккә сығарған. Шунан таҙҙың үҙенә генә:

— Шулай ҙа был ағайҙарыңдан һаҡ бул! — тигән.

Өс туған апа шулай үҙ илдәренә, аталары янына, ҡайтып киткән. Тыуған тупраҡҡа тиҙерәк аяҡ баҫырға ашыҡҡандар. Бигерәк тә таҙ батыр ашыҡҡан. Үҙенең шәп толпары менән ул йәһәтерәк тә ҡайтып етер ине лә бит, ағайҙарын ташлап киткеһе килмәгән. Алтынбай менән Көмөшбайҙың аты арый башлаһа, ул да туҡтаған. Ябағыһын да ҡоя алмаған күк дүнәндең шул ҡәҙәр йылдам атҡа әйләнеүен күреп, Алтынбай менән Көмөшбай бик көнләшкән. «Таҙҙың аты арыу белмәй, беҙҙең аттар уға эйәрә лә алмайҙар. Таҙ теҙгенен бушатмаһа, дүнәне осорға ғына тора. Бара-бара, таҙ беҙҙе ташлап китер ҙә, йортҡа алданыраҡ ҡайтып, тереһыу менән әсәйебеҙҙе терелтер, ә беҙ күҙле бүкән кеүек тороп ҡалырбыҙ», — тип уйлашҡандар, ҡайһылай итеп булһа ла таҙҙың дүнәненә берәй этлек ҡылырға булғандар.

Ҡайтыр юлдың яртыһын үткәс, бер заман, ҡояш байып, ҡараңғы төшә башлағас, егеттәр ҡунырға туҡтаған. Аттарын үлән утларға ебәреп, йоҡларға ятҡандар. Алтынбай менән Көмөшбай, ятҡас та, хырылдап йоҡлап киткән. Таҙ батыр, айға, йондоҙҙарға ҡарап, һарайҙа ҡалған һылыу ҡыҙын уйлап ятҡан, тик таңға табан ғына татлы йоҡоға сумған. Алтынбай менән Көмөшбай, таң атҡанда тороп, таҙ дүнәненең дүрт тояғына дүрт сәй ҡаҡҡандар, үҙҙәре йәнә ятып йоҡлағандар.

Таҙ йоҡоһонан торған. Ҡуҙғалырға ваҡыт тип, Алтынбай менән Көмөшбайҙы уятҡан. Ике ағай аттарын эйәрләп китеп тә барған. Ә таҙҙың күк дүнәне аяҡтан яҙған. Таҙ батыр, атым сирләгән, инде ни эшләйем, тип аптырап ҡалған. Шунан аяҡтары аҡһаған дүнәнен етәкләп ағайҙары артынан йәйәүләп барған. Көн үҙәге еткәс, ағайҙары туҡтап:

— Таҙ, дүнәнеңдең рәте китте, беҙҙең аттарға эйәрә алмай. Йәйәүлегә һыбайлы юлдаш түгел. Тереһыуҙы беҙгә бир ҙә, беҙ, эш уҙмаҫ борон, тиҙерәк ҡайтып әсәйебеҙҙе терелтәйек; һин, дүнәнең аяҡҡа баҫҡас, ҡайтырһың әле, — тигәндәр. Таҙ быға риза булмаған:

— Нисек булһа ла бергә ҡайтайыҡ, әсәйебеҙҙе бергәләп терелтербеҙ, йәйәүләп булһа ла һеҙҙән ҡалышмаҫҡа тырышырмын, — тигән.

Таҙ бахыр ана шулай, дүнәнен етәкләп, ағайҙарын күрәкүрә генә арттан барған. Йәнә кис булған, өс туған, аттарын үлән утлатырға ебәреп, йоҡларға ятҡандар. Көн буйы йәйәү килгән таҙ батыр, ятҡас та, ҡаты йоҡоға киткән. Алтынбай менән Көмөшбай, ул йоҡлаған арала, кәңәш ҡорғандар. Кәңәштәре шул: таҙҙы үлтермәк булғандар. Тереһыуҙы таҙ үҙ ҡулында алып ҡайтһа, беҙ буш ҡул менән тороп ҡалырбыҙ. Ул, һыуҙы үҙем генә таптым, тип, аҡ һаҡаллы ҡарттың зинданында ятҡаныбыҙҙы ла кешеләргә һөйләр. Хурлығыңдан ер тишегенә инерҙәй булырһың ул саҡ, тип уйлағандар.

Ағайҙарынан яуызлыҡ көтмәгән таҙ ғәмһеҙ йоҡлап ята биргән. Шул арала Алтынбай менән Көмөшбай ҡустыларын теҙген менән быуып үлтергәндәр ҙә кеҫәһендәге һыулы шешәне алып ҡайтып киткәндәр.

Бахыр күк дүнән, үлтереп ташланған хужаһы тирәһендә әйләнгеләп йөрөгән-йөрөгән дә, имгәнгән аяҡтарын көс-хәлгә һөйрәп, аҡ һаҡаллы, алтын аҡыллы ҡарт йортона боролоп киткән. Ҡарт, атты күргәс тә, таҙға ни булғанын төшөнөп алған, шунан ул үҙенең батырҙарын саҡырып:

— Минең алыҫтан килгән дуҫым таҙ батырҙы юлда ике ағаһы харап иткән. Шул ике яуызды баҫтыра китегеҙ, үҙҙәрен бында тереләй тотоп килтерегеҙ. Таҙҙың мәйетен һаҡлыҡ менән генә алып ҡайтығыҙ, — тип бойорған.

Атлы батырҙар сабышып тегеләрҙе баҫтыра киткәндәр. Байтаҡ көн үткәс, бөтәһе лә арып-талып кире ҡайтҡандар. Ағаларын да ҡыуып етә алмағандар, таҙ батырҙы ла таба алмағандар.

Аҡ һаҡаллы, алтын аҡыллы ҡарт: «Егетте үлтергәс, күмеп киткәндәрҙер, ер өҫтөндә ятһа, табылыр ине», — тигән уйға килгән.

Шунан һуң бик һиҙгер бер бүрене саҡырып килтереп, таҙ батырҙы үле булһа, үле көйө, тере булһа, тере көйө табып килтерергә ҡушҡан. Бына ошо алыҫтан еҫ тойор бүре өҫтән-мөҫтән генә күмелгән таҙ батырҙы табып алып, һыртына һалып, ҡартҡа килтереп биргән.

Аҡ һаҡаллы, алтын аҡыллы бабай теге ваҡыт таҙҙан алып ҡалған тереһыуҙы мәйеттең ауыҙына ҡойған. Күп тә үтмәгән, таҙ батыр ятҡан еренән тороп:

— Ай-һай, оҙаҡ йоҡлағанмын, ахыры, — тигән. Шунда ҡарт:

— Йоҡламай ни, йоҡлағанһың, атаң башы! Үҙеңде ағайҙарың үлтереп ергә күмеп киткәндер. Ярай әле, бахыр толпарың минең йортҡа килде. Шунан һуң һине, бүренән таптырып, үҙең. биреп ҡалдырған һыуҙы эсереп терелттем, — тигән.

— Ә толпарым ҡайҙа, ул сирләгәйне бит, хәҙер ни хәлдә?

— Юҡ, егет, толпарың сирләмәгән, уның дүрт тояғына дүрт сәй ҡаҡҡандар, уларҙы һурып алдым, дауаланым, атың хәҙер аяҡҡа баҫты инде.

Шунан һуң аҡ һаҡаллы, алтын аҡыллы бабай таҙ батырға бер ҡош ҡауырһыны биргән.

— Был һиңә кәрәк булыр, — тигән ул. — Аптыраған-йөҙәгән сағыңда, теләгеңде әйтеп ошо ҡауырһын менән ергә бер һыйпаһаң, үҙеңә нимә кәрәк булһа, шул алдыңа килер. Бик яҡшы һаҡла һин уны, — тигән.

Алыҫ ерҙән үҙ иленә ҡайтҡанда, таҙ батыр ашау-эсеүгә аптырамаған. Ашағыһы килһә, баяғы бер ҙә кәмемәй, торған сүрәкте ашаған, һыуһаһа — бөтмәй торған шәрбәтле һыуын эскән. (Ярай әле, ағайҙары кеҫәһендәге тереһыуҙы ғына алғандар, ә ҡуйынында һаҡланған был нәмәләрҙең барлығын белмәгәндәр. ) Йоҡларға кәрәк икән, толпарын далаға утларға ебәргән дә, ҡауырһыны менән ерҙе һыйпаған — йомшаҡ түшәк йәйеп, мамыҡ мендәрҙәр һалып ял итергә урын әҙерләгән.

Алтынбай менән Көмөшбай, таҙ батырҙы үлтергәс, бик ашығып үҙ йорттарына ҡайтҡандар ҙа аталарына шапырыпашапырына:

— Беҙ, бик күп яфалар күреп, үлгән кешене терелта торған һыуҙы таптыҡ, хәҙер әсәйебеҙҙе терелтәбеҙ, — тигәндәр.

— Һай, улдарым, һеҙ егет арыҫландары икәнһегеҙ! Ә Аҡылбай ҡайҙа, әллә уға берәй хәл булдымы? — тип һораған аталары. Улдары:

— Ул өйҙән сығып бер аҙ барғас та, беҙҙән тороп ҡалды, уның ябаға дүнәне беҙҙең аттар артынан эйәрә аламы һуң? Беҙ уны әллә ҡасан кире өйгә ҡайтҡандыр тип уйлағайныҡ, — тигән булғандар.

Атаһы, хәсрәтләнеп:

— Һай, бахыр, бахыр, йөрөмә тинем мин уға, барыбер эш сығара алмаҫһың, ағайҙарыңа имгәк кенә булырһың, тинем, һүҙемде тыңламаны, үҙ башына үҙе етте, балаҡайым, — тип көрһөнгән.

Улдары алып ҡайтҡан тереһыуҙы аталары ҡарсығының ауыҙына ҡойған. Был һыуҙың бер нисә тамсыһы ла ҡарсыҡты терелтергә етер ине. Әммә ҡарт уны-быны уйлап тормаған, бөткәнсе ҡойған. Тереһыуҙы эсеп аҙмы-күпме торғас, әбей күҙен асҡан, ә бер аҙҙан һуң тороп та ултырған.

— Ай-һай, бик оҙаҡ йоҡлағанмын икән, ниңә уятманығыҙ, — тигән.

Ҡарсыҡҡа эштең ниҙә икәнен һөйләп биргәндәр. Ул, хайран ҡалып, улдарына рәхмәт уҡыған.

— Эшегеҙ уң булһын, улдарым, ғүмер буйы һеҙгә хәйерфатиха уҡырмын, — тигән. Кесе улының ғәйеп булыуына әсәһе бик ҡайғырған. Мине терелтәм тип, үҙе харап булған, балаҡайым, тип илаған.

Алтынбай менән Көмөшбайҙың, әжәл дарыуы табып ҡайтып, үлгән әсәләрен терелтеү хәбәре шунда уҡ бөтә илгә таралып өлгөргән. Был хәбәр батшаға ла барып еткән. Батша күрше илдәргә ҡаршы һуғыш асырға, ерҙәрен баҫып алырға әҙерләнгән икән. Үткән яуҙарҙа күп ғәскәре ҡырылып, күрше батшаларҙы еңә алмаһа ла, яңынан һуғыш башлау уйынан кире ҡайтмаған икән. Үлгән кешене терелтә торған һыу табылыуын ишеткәс тә, батша: «Әһә, хәҙер көс миндә, минең ғәскәрҙәрем ҡырыла торор, ҡырылған береһен тереһыу менән терелтә торормон», — тип уйлаған. Батша шунда уҡ Алтынбай менән Көмөшбайҙы үҙенә саҡыртып алған.

— Илемдә һеҙҙең кеүек батыр егеттәр булыуына бик шатмын, — тигән ул. — Терелткес һыуҙы табыуы еңел булмағандыр, әммә һеҙ уны ҡулығыҙға төшөрмәйенсә туҡтап ҡалмағанһығыҙ. Егеттәрҙең аҫылы икәнһегеҙ. Шуның өсөн мин һеҙҙең икегеҙгә лә янарал дәрәжәһе бирәм, һеҙҙең ҡарамағығыҙҙа һалдаттар ҙа булыр. Тик һеҙҙең алға шундай бер шарт ҡуям: үлекте терелтә торған һыуҙың шишмәһе ҡайҙа икәнен бер кемгә лә әйтмәҫкә, әйтһәгеҙ-нитһәгеҙ, башығыҙҙы киҫермен! Хәҙергә өйөгөҙгә ҡайтығыҙ, ҡаҙнамдан аҡса алығыҙ, кәйеф-сафа ҡылығыҙ, ваҡыты еткәс, үҙем саҡыртырмын.

Алтынбай менән Көмөшбай ҡаҙнанан күпме кәрәк шул тиклем аҡса алып, янарал кейемдәрен кейенеп, маһайышып өйгә ҡайтып киткәндәр. Ҡайтыу менән кәләш алырға булғандар. Иң матур ике ҡыҙҙы һайлап алып, туй көнөн тәғәйенләгәндәр. Ат еткән ергә ат саптырып, хат еткән ергә хат ебәреп, тирә-яҡтан ҡунаҡтар саҡырғандар, ҡурайсылар, йырсылар, бейеүселәр, сәсәндәр килтерткәндәр.

Билдәләнгән көн килеп еткән. Туй ҡыҙып барған сағында ғына таҙ батыр ҡайтып төшкән. Шул саҡлы күп халыҡты күреп, бында ниндәй байрам икән, тип аптырап ҡалған. Аптырап торған арала, йөрөп ятҡан әсәһен күреп:

— Әсәкәйем, терелгәнһең икән, —. тип уға шатланған. Шатлығынан ни эшләргә белмәгән. Әсәһе лә:

— Балаҡайым, бәпескәйем! Һине күрер көнөм дә бар икән, — тип илап ебәргән.

Улы:

— Әсәй, бында ниндәй байрам? Ниңә был тиклем күп ҡунаҡтар йыйылды? — тип һораған.

Әсәһе:

— Ағайҙарың, үлене терелтә торған һыу алып ҡайтып, миңә йән бирҙеләр. Ағайҙарыңдың даны бөтә илгә таралды. Батша уларҙы янарал итте. Алтынбай менән Көмөшбай икеһе лә кәләш алды, бына шуларҙың туйына ҡунаҡтар йыйылды. Бик ваҡытлы ҡайттың, улым, ағайҙарыңдың шул хәтле дәрәжәгә ирешеүҙәре, бөтә илгә дандары таралыуы беҙҙең бөтәбеҙ өсөн бик ҙур шатлыҡ бит. Ағайҙарың шундай абруйлы кешеләр булғас, инде һине лә таҙ тип мыҫҡылламаҫтар, — тигән.

Таҙ батыр, ни ҡәҙәр сабыр кеше булһа ла, ағайҙарының шул хәтле яуыз, ялғансы булыуҙарына түҙә алмаған. Бер халыҡҡа, бер йырсыларға ҡарап:

— Туҡтағыҙ! Ниндәй яуыз кешеләрҙе маҡтағанығыҙҙы беләһегеҙме? — тип ҡысҡырған.

Йыйылған халыҡ тәүҙә ни булды икән тип аптырашып, ҡатып ҡалған. Таҙ ары һөйләп алып киткән:

— Үлгән кешене терелтә торған һыуҙы мин таптым уны. Яман эш ҡылғандары өсөн, аяҡ-ҡулдары бығауланып, зинданға ташланған ағайҙарымды мин ҡотҡарҙым. Миңә рәхмәт әйтеү урынына атымдың тояҡтарына сәй ҡағып, мине сикһеҙ далала йәйәү ҡалдырмаҡсы булдылар. Ул ғына ла түгел, йоҡлап ятҡан сағымда мине быуып үлтереп, кеҫәмдән тереһыуҙы алып, ҡайтып киткәндәр...

Шунда Алтынбай ҡаушап ҡалыуын һиҙҙермәҫкә тырышып, үҙен эре генә тотоп, һүҙ башлаған

— Хөрмәтле ҡунаҡтар! Беҙҙең ҡустыбыҙ, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, аҡылға самалыраҡ. Ул элек-электән үк ауыҙына ни тура килһә, шуны һөйләй торған бер бәндә, уның әйткән һүҙенә бер ҙә иҫегеҙ китмәһен, йырлай, бейей бирегеҙ, — тигән. Шунан һуң ағаһының һүҙен Көмөшбай ялғап алып киткән:

— Хәйләкәр таҙ беҙҙең туйҙың йәмен ебәрергә маташа, ул бик көнсөл, бына әле лә шул көнләшеүенән беҙҙең йөҙгә ҡара яҡмаҡсы була. Әйткән һүҙгенәһенә кем ышанһын һуң! Мине ике ағайым быуып үлтерҙе, ти, ә үҙе бына һеҙҙең арала ултыра, — тигән.

Алтынбай менән Көмөшбай шунда уҡ, бер ялағай сәсәнде яллап, таҙҙан көлөп таҡмаҡ әйттергәндәр. Үҙҙәре лә таҡмаҡлап бейергә төшөп киткәндәр:

 

Беҙҙең иҙән тап-таҡыр,

Таҙҙың башы яп-ялтыр.

Таҙҙың бүрке ҡамаһыҙ,

Алйотлоғо самаһыҙ.

 

Алтынбай менән Көмөшбай бейеүҙән туҡтағас, таҙ батыр уларға:

— Серәкәйҙәр, һәр төрлө хәшәрәттәр кешеләрҙең ҡанын әсәләр ҙә ҡасалар, һеҙ шундай хәшәрәттәрҙән дә яманыраҡ. Һеҙ кеше үлтереп, халыҡты алдап, туй яһайһығыҙ! — тигән.

Әммә таҙ кем дә, янаралдар кем! Туй ни ҡыҙа ғына биргән, ә таҙҙы зинданға тотоп япҡандар.

Теге сәсән иһә, Алтынбай менән Көмөшбай алдында йәнә ярамһаҡланып, таҙҙан көлөп таҡмаҡлай биргән:

 

Йылға һыуы татырлы,

Таҙҙың башы ҡутырлы.

Ағайҙарын хурланы ла

Таҙ зинданға ултырҙы.

 

Ете көн, ете төн тигәндә Алтынбай менән Көмөшбай, таҙ астан үлгәндер инде, тип зинданды барып ҡараһалар, таҙ батырға бер ни ҙә булмаған, һау-сәләмәт көйө ултыра, ти. Был хәлде күргәс, йәнә зинданды бикләп ҡуйғандар. Тағы ла ете тәүлек үткән. Таҙ астан үлгәндер инде, тип зинданды ҡабат асып ҡараһалар, уға йәнә бер ни ҙә булмаған, ти. Ай ярым буйына ашамай-эсмәй зинданда ултырып та үлмәгәс, таҙ батырға икенсе төрлө яза уйлап сығарғандар. Ҙур майҙан уртаһына таш төрбә һалдырғандар. Төрбә уртаһында кеше һыйырлыҡ ҡына урын ҡалдырып, таҙҙы шунда томалағандар.

Йылдар үткән, таҙ батырҙы онотҡандар. Тик майҙандан үткән. Кешеләр генә ҡайһы саҡта уны иҫкә алыр булған.

Берҙән-бер ваҡыт Алтынбай менән Көмөшбай ғәскәрҙәрен йыйып, майҙанда ҙур парад үткәрергә булған. Әммә парад яһау өсөн майҙандағы таш төрбә уңайһыҙлаған. Шунлыҡтан, таш ҡәберҙе һүтеп, майҙанды тигеҙләргә әмер биргәндәр. Әмер бик тиҙ еренә еткерелгән. Төрбәнең таштарын аҡтарып һүткән саҡта ғәскәр кешеләре ни күҙҙәре менән күрһендәр: таҙ йомшаҡ мендәр өҫтөндә иҫән-һау көлөп тик ултыра, ти. Был ни хәл, тиһәң, таҙ батыр ете йыл буйына ҡуйынындағы һис кәмемәҫ сүрәген ашап, бер ҡасан да бөтмәҫ шәрбәтле һыуын эсеп йәшәгән икән. Аҫтына ҡаты булмаһын өсөн, әлеге серле ҡауырһын менән һыйпап, йомшаҡ урын яһаған, ти.

Таҙҙың һаман иҫән-һау булыуын ишеткәс, ағайҙары, ни эшләргә белмәй аптырап, бөтөнләй ҡаушап ҡалғандар. Оҙаҡ кәңәш иткәндән һуң, иң ышаныслы ике һалдатты саҡыртып алғандар ҙа таҙҙы бик алыҫҡа, тау-таш араһына алып барып, дүрт һанын дүрт ергә күмергә бойороҡ биргәндәр. Әммә һалдаттар таҙҙы үлтермәгәндәр, бөтмәҫ сүрәге менән бөтмәҫ һыуын алғандар ҙа, үҙен ҡайҙа теләй, шунда ебәргәндәр.

Бер ниһеҙ ҡалған таҙ батыр, үлемдән ҡотолғас, байтаҡ ваҡыт тау-таш араһын ҡыҙырып йөрөгән, тереһыу хужаһы булған һылыу янына китергә лә уйлаған, — аты ла, ашарына ла булмағас, был уйынан дүнгән. Ахырҙа күрше илгә сығып киткән. Унда бер батшаға йылҡы көтөүсеһе булып ялланған. Көтөүҙәге ҡартайыуҙан хәлһеҙләнгән бөтә аттарҙы йәшәрткән: теге тылсымлы ҡауырһыны менән аттың һырттарынан һыйпанымы, хайуаның шунда уҡ таҙарып, көрәйеп киткән. Аптырашта ҡалған һарай хеҙмәтселәре был хәлде батшаға еткергәндәр. Батша таҙҙы үҙенә мал ҡараусы итеп алған, уның менән һунарға ла йөрөр булған. Берҙән-бер ваҡыт, һунарҙа йөрөгәндә, батша менән таҙ бик матур бер күл буйына барып сыҡҡандар. Күлдән ике аҡҡош, һауаға күтәрелеп, бейеккә осоп киткән. Батша, таҙҙың мәргәнлеген һынап ҡарамаҡсы булып:

— Ошо аҡҡоштарҙың берәйһен атып төшөрә алаһыңмы? — тигән.

Таҙ батшаға:

— Атып төшөрә алам, әммә мин аҡҡошҡа атмаҫ инем, ни өсөн тиһәң, береһен атһаң, икенсеһе етем ҡалыр, ғүмер буйы яңғыҙы зарығып йәшәр, — тигән. — Минең мәргәнлегемде бик һынайһың килә икән, бойор: ҡайһы аҡҡоштоң ҡайһы ҡанатынан ниндәй ҡауырһынын атып төшөрәйем? — тигән.

Был ваҡытта инде аҡҡоштар, бик алыҫайып, бәләкәй ген» булып күренгән, шунда батша:

— Алдан барғанының уң ҡанатындағы урта ҡауырһынына ат, — тигән.

Таҙ батыр, атын да туҡтатып тормаҫтан, еҙ башаҡлы уғын тоҫҡап атып та ебәргән. Бер аҙ ваҡыт уҙғас, батша алдына бер ҡауырһын килеп төшкән. Батша, таҙҙың мәргәнлегенә иҫе китеп, нимә тип әйтергә лә белмәй торған. Ҡауырһынды алып кеҫәһенә һалған.

Һунар йөрөп ҡайтып килгәндә, былар өҫтөнә яман бер юлбарыҫ килеп сыҡҡан. Аттар үрле-ҡырлы һикерешә башлағандар. Ҡурҡыуынан батша атынан ҡолап төшкән. Ул арала булмай, юлбарыҫ батшаға ташланған. Юлбарыҫ батшаның боғаҙына йәбеште тигәндә генә, таҙ батыр, йәһәт кенә ҡынынан ҡылысын һурып алып, бер сабыуҙа йыртҡыстың башын ӨҘӨП төшөргән. Батша иһә иҫһеҙ булып ята биргән. Шул арала таҙ батыр, юлбарыҫтың тиреһен тунап алып, батшаның йәрәхәтенә япҡан.

Батша иҫенә килгән:

— Егет, һин мине үлемдән ҡотҡарҙың, мин быны бер ваҡытта ла онотмам, ни теләһәң, шуны эшләрмен, — тигән.

Был бәләнән ҡотолғас, һунарсылар тиҙерәк өйгә ҡайтырға ашыҡҡандар. Әммә быларҙың башына тағы бер бәлә төшкән: батшаның аты бөтөнләй хәлһеҙләнгән, аяҡтарын да һөйрәп атлай алмай башлаған. Шунда таҙ батыр:

— Батшам, беҙ аттарҙы алмашайыҡ, ҡана, арыған атыңды миңә бир, — тигән.

Аттар алмашылған. Таҙ батыр тылсымлы ҡауырһыны менән батша атының һыртынан һыйпаған икән, арыған хайуан шунда уҡ ауыҙлығын тешләп ҡайтыр яҡҡа сапҡан. Батша быға бик ғәжәпләнгән. «Был ысынлап та бик хикмәтле егет икән дәбаһа», — тип таң ҡалған.

Һунарҙан ҡайтҡандың икенсе көнөндә батша, үҙенең бөтә вәзирҙәрен йыйып, һунарҙа күргәндәрен, таҙ батырҙың иҫ киткес мәргәнлеген, батырлығын бәйнә-бәйнә һөйләп биргән. Аҡҡош ҡанатынан атып төшөрөлгән ҡауырһынды ла, юлбарыҫ тиреһен дә күрһәткән. Аҙаҡтан:

— Янымда ошо егет булмаһа, мине юлбарыҫ өҙгәләп ташлар ҙа, мин бөгөн был тәхеттә ултырмаған булыр инем. Бөгөндән алып был егетте баш вәзирем итеп тәғәйенләйем, үҙенә кесе ҡыҙымды ла бирәм, — тигән.

Таҙ батырҙы вәзир булыу ҙа, батша ҡыҙын алыу ҙа ҡыҙыҡһындырмаған. Ул тереһыу һаҡланған һарайҙағы һылыуҙы һағынған, тик уны ғына уйлап йөрөгән.

Һигеҙ йыл элек, таҙ батыр тереһыуҙы алып һарайҙан сығып киткәндән һуң, унан гөманлы булып ҡалған һылыу ҡыҙ быны көнө-төнө зарығып көтөр булған. Егет киткәндән һуң, туғыҙ ай үткәс, ул бер бик матур ҡыҙ бала тапҡан. Әсәһе уға Гәүһәр тип исем ҡушҡан. Бала, үҫә төшкәс:

— Әсәй, минең атайым ҡайҙа, ниңә бер ҙә өйгә ҡайтмай? — тип һораша башлаған. Әсәһе уға:

— Ул алыҫ юлға китте, оҙаҡламай ҡайтыр, — тип йыуатҡан. Ҡыҙына ҡарап, әсәһе лә бик бошонған, ул үҙе лә таҙҙы бик һағынған, уны көтә-көтә көтөк булған. Шунан һуң ул бына ошондай хат яҙырға булған:

«Бынан һигеҙ йыл элек минең һарайыма бер егет килеп, үлгән кешене терелтә торған тереһыу алып киткәйне. Ошо хатты алғас та, шул егет һис кисекмәй минең һарайыма килеп етһен. Килгән егеткә яҡшылыҡтан башҡа бер ни ҙә буялмаясаҡ. Ул егет минең һарайыма килеүҙән баш тарта икән, уның ил-йортона донъя үртәй торған ут яуҙырасаҡмын».

Хатты һарайҙағы ҡоштарҙың береһе ауыҙына ҡаптырып ебәргән. Ҡош алыҫҡа осоп киткән. Бына ул Алтынбай менән Көмөшбай йәшәгән һарайҙың тәҙрәһенән үтә инеп, хатты өҫтәл тирәләй ултырған кешеләр алдына ташлаған, ә үҙе тәҙрә төбөндәге гөлгә барып ҡунған. Хатты тәүҙә Алтынбай, уның артынан Көмөшбай уҡыған. Шунан хатты кеҫәгә һалып ҡуйғандар. Мәжлестәге янаралдар:

— Хатта ни яҙылған, ниңә бик ҡаушап киттегеҙ, әллә берәй батша беҙгә ҡаршы һуғыш башлаймы? — тип төпсөнгән.

Алтынбай менән Көмөшбай хатты уҡып күрһәтмәй булдыра алмаған. Бик оҙаҡ баш ватҡандан һуң: «Йә Алтынбайға, йә Көмөшбайға хәҙер үк юлға сығырға», — тигән ҡарарға килгәндәр. Шул ваҡыт Алтынбай:

— Көмөшбай ҡустым, һин йәшерәк кеше, һин бар! — тигән.

— Һин олораҡ та, тәжрибәлерәк тә, һин бар! — тигән. Бүтән янаралдар ҙа, Алтынбай барһа, яҡшыраҡ булыр, тигәндәр.

Ни эшләһен, Алтынбай, бер ҙә теләмәһә лә, юлға сыҡҡан, әммә үҙе ҡайҙа барырға ла белмәгән. Шул ваҡыт хат килтергән ҡош, килеп сығып, Алтынбайҙың алдынан ғына осоп бара башлаған. Алтынбай, тәүҙә быға иғтибар итмәһә лә, һуңыраҡ уның юл күрһәтеп барыусы ҡош булыуын төшөнгән. Уның артынан ҡалмай барған да барған. Бик оҙаҡ бара торғас, саҡырылған еренә барып еткән.

һарайға килеп кергән. Алтынбайҙы тәүҙә бәләкәс Гәүһәр күргән дә, шатланып:

— Әсәй, әсәкәйем! Атайым ҡайтты, атайым! — тип ҡысҡырған.

Ишек төбөндә, шәм һымаҡ, һынын ҡатыра биреп, баҫып торған янаралға күҙ югертеп:

— Юҡ, ҡыҙым, был һинең атайың түгел, — тигән. Шунан һуң янаралдан:

— Һин кем булаһың, ниндәй йомош менән бында килдең?— тип һораған.

— Мин ебәргән хатың буйынса килдем, — тип яуап биргән Алтынбай.

— Туғандарың бармы?

— Бар.

— Нисәү?

— Икәү.

— Ә ниңә минән тереһыу алып киткән туғаның килмәне?

— Ул бик ҡаты ауырый, шуның өсөн мине ебәрҙе.

һарай хужаһы эске бүлмәгә инеп бер бәләкәй генә шешәгә һалған тереһыу алып сыҡҡан да:

— Ауырыу туғанығыҙға ошо дарыуҙы эсерегеҙ, ул шунда уҡ терелер. Үҙе һис кисекмәҫтән минең яныма килеп етһен! Әгәр мин ҡушҡанды эшләмәһәгеҙ, был яҡты донъя йөҙөндә йөрөрмөн тип уйламағыҙ! — тигән. Ҡаушап төшкән Алтынбай:

— Бөтәһе лә һин тигәнсә булыр, — тигән булған. Ә үҙе ни эшләргә белмәй ҡайтып киткән. Ҡайтҡас: «Ниңә миңә баш ватырға әле? Был бәләне Көмөшбай өҫтөнә ауҙарырға кәрәк. Тереһыу һарайына уны ла ебәреп була бит, ул теләһә ҡайһылай яуап бирһен әйҙә», — тигән уйға килгән. Туғанына:

— Көмөшбай ҡустым, тереһыу һарайының хужаһы һине саҡырҙы, бөгөн үк юлға сыҡ! — тигән.

Көмөшбай, бер ҙә барғыһы килмәһә лә, ҡарышһам, ҡурҡаҡ . тип күҙемде асырмаҫтар тип, шул көндө үк юлға сыҡҡан. Серле һарайға барып еткәс, быны ла тәүҙә Гәүһәр күргән. Был юлы ла ул, атайым ҡайтты тип, әсәһен саҡырып сығарған.

Әсәһе:

— Юҡ, ҡыҙым, был да атайың түгел, — тигән. Шунан ул Көмөшбайға ҡарап:

— Тереһыуҙы алып киткән егет ниңә үҙе килмәне, мин уны саҡырғайным бит? — тигән.

— Ул әллә ҡасан үлде инде, — тигән Көмөшбай иҫкәрмәҫтән.

Шунда тереһыу хужаһы бик ҡаты асыуланып:

— Яҡты донъяла йәшәйем тиһәгеҙ, бында үлгән туғанығыҙҙың һөйәктәрен йыйып алып килтерегеҙ, — тигән.

Көмөшбай, башын эйеп, тәрән уйға сумып, ҡайтып киткән.

Ҡайтҡас та, һарай хужаһының фарманы хаҡында Алтынбайға әйткән. Ике туған таҙҙы, дүрткә тураҡлап, дүрт ҡәбергә күмергә бойорған һалдаттарҙы саҡыртып:

— Хәҙер үк таҙҙың һөйәктәрен ҡаҙып алып бында килтерегеҙ, -- тип әмер биргәндәр, һалдаттар:

— Ниндәй генә яза бирһәгеҙ ҙә, иркегеҙҙә, әммә беҙ таҙҙы үлтермәнек, ул иҫән-һау булырға тейеш, — тигәндәр.

Был хәбәрҙе ишеткәс, Алтынбай менән Көмөшбай бөтөнләй ҡойолоп төшкән. Ни эшләргә лә белмәй йөрөгәндәр. Аҙаҡ килеп: «Таҙҙы тотоп килтергән кешегә үҙе саҡлы алтын бирәбеҙ», — тип бөтә тирә-яҡҡа хәбәр һалғандар. Эҙләүселәр сығарып ебәргәндәр. Был хәбәр таҙ баш вәзир булып йөрөгән батшалыҡҡа ла барып еткән. Батша, таҙҙы ағаларына тотоп биреп, уның үҙе саҡлы алтын алырға бик ҡыҙыҡҡан. Әммә бушҡа сыға, ни өсөн тиһәң, хәбәр килеп еткән көндө генә таҙ, батша һарайын ташлап, үҙенең һөйгән йәрен эҙләп сығып киткән икән. Таҙ тереһыу һарайына килеп инеүгә, бәләкәй Гәүһәр уға:

— һин дә минең атайым түгелме? — тип һораған.

Таҙ ни әйтергә лә белмәй торғанда, баланың әсәһе килеп сыға:

— Быныһы тап һинең атайың була, ҡыҙым, — тиң таҙҙың ҡосағына ташланған. Бала ле: «Атайым!» — тип ҡысҡырып, таҙ батырҙың муйынына һарылған. Улар шатлыҡтарынан бер талай өндәшмәй торғандар. Таҙ батыр, кәләшен дә, балаһын да ҡыҫып ҡосаҡлап, өнөммө был, төшөммө, тип уйлаған. Тынысланғас, ҡатыны таҙҙы бынан һигеҙ йыл элек ҡауышҡан баҡсалы ҙур бүлмәгә алып ингән. Иренән бөтәһен дә һорашҡан. Таҙ батыр үҙ башынан кисергәндәрҙе түкмәй-сәсмәй бәйнә-бәйнә һөйләп биргән.

Быларҙың ҡауышыуына өс көн тигәндә, һарайға Алтынбай менән Көмөшбай килеп ингән. Улар, тереһыу хужаһы булған һылыу ҡатын алдында баш эйеп:

— Таҙҙы үле көйө лә, тере көйө лә таба алманыҡ. Бөтә ғәйеп беҙҙең икебеҙҙә. Ниндәй яза бирһәң дә, беҙ ризабыҙ. Беҙ бында ғәҙел яза алырға килдек, — тигәндәр.

Һарай хужаһы был һүҙҙәрҙе тыңлаған да:

— Ә мин һеҙҙе язаға хөкөм итмәйем, һеҙгә язаны минең ирем бирер, — тип ҡаршы бүлмәнән былар янына таҙҙы сығарған. Ағайҙары ғүмер буйы үҙҙәре яфалаған ҡустыларын күреп, ҡурҡыуҙан һушһыҙ булып йығылғандар, ти. Уларҙы иҫкә килтереү өсөн күлдән тереһыу ала торған буш шешәне еҫкәтергә кәрәк булған, ти.

Шунан таҙ:

— Мин һеҙҙе бында хөкөм итмәйем, хөкөм үҙебеҙҙең илдә булыр, — тигән.

Шул саҡ һарай ишеге алдына, теге ғәләмәт ҙур мөгөҙлө үгеҙ эргәһенә, ел арба килеп туҡтаған. Ел арбаның бер көймәһенә ҡатыны, балаһы менән бергә таҙ үҙе ултырып, икенсе көймәһенә Алтынбай менән Көмөшбайҙы ултыртып, ер өҫтөндә саң туҙҙыра-туҙҙыра елеп тә киткәндәр. Таҙ батыр ҡайтыуға, атаһы инде күптән үлгән булған, әжәл ҡағылмаҫ әсәһе генә йөрөп ятҡан.

Бөтә халыҡты майҙанға йыйғандар. Таҙ батыр, халыҡ алдына сығып:

— Мин Аҡылбай, һеҙҙеңсә әйткәндә, таҙ булам. Бынау һылыу — минең ҡатыным, тереһыу батшаһының ҡыҙы, бына был бала — беҙҙең ҡыҙыбыҙ Гәүһәр. Ә бынау ике шаҡшы — минең ағайҙарым Алтынбай менән Көмөшбай. Хәҙер һеҙгә һүҙҙе яҡшылар түгел, ана шул шаҡшылар әйтер. Йә, әйтегеҙ, халыҡҡа ниндәй һүҙегеҙ бар, — тигән.

Бына шунан һуң Алтынбай менән Көмөшбай таҙ батырға ҡылған яуызлыҡтарын, йыртҡыслыҡтарын бәйнә-бәйнә һөйләп биргән. Беҙ быны таҙҙың аҡыллылығынан, батырлығынан көнләшеп атайыбыҙ, әсәйебеҙ алдында, халыҡ ҡаршыһында яҡшы атлы булып күренергә тырышып эшләнек, тигәндәр. Үҙ ғәйебебеҙҙе үҙебеҙ таныйбыҙ, теләһә ниндәй язаға ла әҙербеҙ, тигәндәр. Шунан таҙ:

— Быларға ниндәй яза бирергә? — тигән. Халыҡ:

— Теҙген менән быуып үлтерергә!

— Тереләй таш төрбә эсенә ултыртырға!

— Дүрт һанын дүрткә өҙөп күмергә!

— Аҡылбай үҙе ниндәй хөкөм сығарһа, шуға риза булырға! — тип ҡысҡырғандар.

Аҡылбай шундай хөкөм сығарған:

— Йәмәғәт, — тигән ул, — Алтынбай менән Көмөшбай, мине бер нисек тә үлтерә алмайынса, үҙҙәренең көсһөҙлөктәрен күрһәттеләр. Ә инде хәҙер мин уларҙы үлтерә торған булһам, ул ваҡытта мин үҙемдең көсһөҙлөгөмдө күрһәтер инем. Был ике яуыз бәндә минең өсөн ҡурҡыныс түгел. Хәҙер инде һеҙҙең өсөн дә уларҙың ҡурҡынысы юҡ. Шулай булғас, беҙ уларҙы үлтермәйек. Әммә бөгөндән башлап икеһен дә үҙебеҙҙең аранан ҡыуайыҡ, — тигән.

Халыҡ был хөкөмгә риза булған.

Алтынбай менән Көмөшбай тәүҙә: «Үлемдән ҡотолдоҡ бит», — тип бик ҡыуанһалар ҙа, бөтә халыҡтан айырылып икеһе генә тороп ҡалғас, нимә эшләргә белмәй аптырағандар. Ғәскәрһеҙ тороп ҡалған янаралдар далаға китеп юғалғандар.

Шул ваҡыт майҙан уртаһына ел арба килеп туҡтаған. Таҙ батыр үлеү белмәҫ әсәһе менән хушлашып, халыҡ менән иҫәнләшеп, бер яғына һылыу ҡатынын, икенсе яғына һылыу ҡыҙын ултыртып киткән. Ҡайҙа киткәне билдәле түгел. Шуныһы ғына мәғлүм: таҙ аҡылы ҡайҙа бик кәрәк булһа, ул тап шул ергә елгән булырға тейеш.

 

 

Поделись с друзьями: