Бәхет күле


Борон заманда булған, ти, бер бабай менән бер әбей. Өс улдары булған. Өлкәне — Өлгөрбай, уртансыһы — Ҡыңғырбай, кесеһе — Йылғырбай. Ярлы булһалар ҙа, хәлдә барынса, матур ғына, тыныс ҡына донъя көткән былар. Бер көндө аталары:

— Хәҙер инде һеҙ егет булып үҫтегеҙ. Үҙ көнөгөҙҙө үҙегеҙ күрергә, үҙ бәхетегеҙҙе үҙегеҙгә самалап ҡарарға ваҡыт, — тигән.

Шунан бабайҙың өс улы, ес атҡа атланып, бәхет эҙләп сығып китте, ти.

Өлгөрбай һул яҡҡа киткән. Эй киткән, эй киткән, боролоп ҡараһа, баҫрау буйы ер киткән. Бара торғас, бер ас бүрегә тап була был. Хәлһеҙләнгән ас бүре:

— Мин бик оҙаҡ ауырып яттым, үҙем дә, балаларым да ас. Ярҙам күрһәтер инең, егет, — тигән.

Өлгөрбай:

— Һиндә минең эшем юҡ. Үҙ балаңды үҙең туйҙыра алмағас, бүре булыуың ҡороһон! — тигән дә үҙ юлына киткән дә барған.

Ҡыңғырбай уң яҡҡа киткән икән, уға айыу тап була. Айыу, ярҙам һорап, ауыҙын ғына асҡан икән, Ҡыңғырбай сәләм дә бирмәй сабып киткән.

Йылғырбай тураға китте, ти. Уға ас төлкө осрай. Йылғырбай төлкөнөң хәлен күреп торғанға, ни әйтерен дә көтмәҫтән, уҡ-һаҙаҡтарыи ала ла баш өҫтөндә осоп йөрөгән бер бөркөткә тоҫҡап атып ебәрә. Бөркөт лап итеп ергә килеп тә төшә. Йылғырбай бөркөт янына барһа, теге телгә килеп:

— Батыр егет, оҙон ғүмер үлә алмай ҡаңғырып йөрөй инем, атып төшөрөп яҡшы иттең. Хәҙер инде мин тыныс үләм. Минең бер бөркөт ҡауырыйымды йолҡоп ал да күҙең ҡараһындай һаҡла. Кәрәк саҡта шуны һауаға күтәреп, үҙеңә кәрәк нәмәне һора, — тигәп.

Йылғырбай бөркөттө төлкөгә биргән дә, бер бөртөк ҡауырыйын алып, артабан киткән. Бара ла бара икән Йылғырбай.

Өлгөрбай ҙа үҙ юлын дауам итә икән. Бара торғас, уға бер һуҡыр ҡарт осраған. Өлгөрбайҙан:

— Улым, алда, яҡында өс юл булыр. Мине урта юлға төшөрөп ебәрһәңсе. Шунан мин үҙем артабан китер инем, — тип үтенгән. Өлгөрбай:

— Бабай, минең юлым бик оҙон, ваҡытым юҡ. Үҙ яйыңды үҙең ҡара инде, — тигән. Үҙе шунда уҡ, алға елергә уйлап, атына һуғып алған. Ә аты бер аҙым алға китә лә, ун аҙым артҡа сигенә икән. Өлгөрбай аптыраған. Атына асыуланған. Ахырҙа:

— Бабай, был ни хәл? — тип һорай икән. Бабай уға:

— Һин, улым, ярҙамға мохтаж түгелһең дә. Әйҙә, үҙ яйыңа юлыңды дауам итә бир, — тип киткән дә барған, ти.

Был ваҡыг Ҡыңғырбай ҙа, михнәт сигеп йөрөй торғас, бер ҡара урманға барып инә. Шунда ул бер әбейгә тап була. Әбей:

— Улым менән киленем ошо урманға ташлап китте. Харап булам бит инде, — тип илай. Ҡыңғырбай:

— Әбей, минең юлым бик оҙон, ваҡытым юҡ, үҙ яйыңды үҙең ҡара инде, — тигән дә, туҡтамаҫтан, юлын дауам иттерергә булған. Атына бер һуҡҡан икән, ат шунда ун аҙым ер аҫтына төшә лә сыға, сыға ла төшә икән. Аптырап бөткән Ҡыңғырбай:

— Әбей, һин мине тылсымлы көсөң менән рәнйетмә, мине алға ебәр,— тигән. Егет бик ипәлгәс, әбей үҙенең тылсымлы көсөн кире алған. Егет, бәхет эҙлән, ары киткән.

Йылғырбай ҙа шулай үҙ юлын дауам итә икән. Юлда матур уйҙар уйлап ҡына барғанда, ҡара урманда бер тауыш ишетә. Шул тауышҡа ҡарай бара. Барһа, бер тирәк төбөндә бер ир бала ултыра, бала тирәләй ун ике башлы дейеү әйләнә, ти. Йылғырбай, барлыҡ көсөн йыйып, булат ҡылысын һелтәй-һел-тәй дейеү менән алыша башлай. Дейеү ут сәсеп ебәрә — Йылғырбайға ауыр булып китә. Көсө кәмегәндән-кәмей бара бының. Ошо ваҡытта теге бөркөттөң ҡауырыйы иҫенә төшә. Ҡуйынынан ҡауырыйҙы ала ла, юғары ҡарап: «Миңә көс бирһәңсе!»— тип ҡысҡыра. Шул мәлдә үк көсө артҡанын тоя. Оҙаҡламай ғәләмәт көслө булып китә. Шунан ул, дейеүҙең ун ике башын тураҡлап өйә лә, баланы ҡотҡарып, үҙе меиәп алып китә.

Шулай итеп, өс туған арып-талып, михнәт күреп бәхет әҙләйҙәр. Юлда улар, төрлө хәлдәргә осрап, ауырлыҡтар кисереп, һаман алға баралар, ти.

Бына Өлгөрбай бер өйгә тап була. Өйҙә бер әбей ултыра. Үҙе хәлһеҙ, ҡаҡса, ашарына ла юҡ, ти. Өлгөрбай:

— Әбей, мин бәхет эҙләп йөрөйөм, асыҡҡанмын, ашатыр-эсерер инең, — тигән. Үҙе йоҡоға ла киткән. Йоҡлағанда ул бер төш күргән. Имеш, энеһе Йылғырбай бик бәхетле, кешегә ярҙамсыл, шәфҡәтле. Шуға уны яраталар. Уянһа, өҫтәлгә барынса аҙыҡ-түлек ҡуйылған, хатта юлға ла төйөнсөк әҙерләнгән. Өлгөрбай ашай-эсә лә, әбейгә рәхмәт әйтеп тә тормай, үҙ юлына китә.

Ҡыңғырбай ҙа шулай ҡара урманда бер өй осрата. Унда ла аслы-туҡлы бер әбей йәшәй икән. Ҡыңғырбай ҙа шунда, ағаһы шикелле хәл йыйып, төш күреп, тамағын туйҙырып, юлын дауам итә.

Йылғырбай, теге бала менән бара торғас, шулай уҡ бер йортҡа тап була. Инһә, тештәре төшөп бөткән, үҙе бәлтерәп төшкән бер ҡаҡса әбей ултыра. Ингәс, Йылғырбай һаулыҡ һораша ла:

— Әбей, бына ошо балаға тамаҡ ялғар берәй нәмәң булмаҫмы? — ти.

Әбей:

— Юҡ шул, балам, үҙем дә ас ултырам. Ике-өс көн борон Өлгөрбай менән Ҡыңғырбай атлы ике юлаусы булған аҙығымды ашап бөтөрөп киттеләр, — ти.

Шунан Йылғырбай, иҫенә төшөп, тышҡа сыҡҡан да, күккә ҡарап: «Аҙыҡ-түлек булһа ине!» — тип ҡысҡырған. Шулай тип әйтеүе булған, әбейҙең өйө эсендә ни теләһәң, шул алға килгән.

Әбей, рәхмәттәр әйтеп, ашатып-эсереп, егеткә төрлө-төрлө юллыҡ аҙыҡтар биреп, оҙатып ҡалды, ти. Шунан Йылғырбай теге баланы ата-әсәһенә илтеп бирҙе, ти. Берҙән-бер балалары икән. Шатлыҡтарының иге-сиге булманы, Йылғырбайға ниндәй генә бүләк бирһәләр ҙә аҙ булыр төҫлө булды, ти. Шунан баланың атаһы:

— Бына беҙҙең янда гына көмөш һыулы бер күл йәйрәп ятыр. Зәмзәм һыулы бәхет күле ул. Уны ун ике башлы дейеү, кешегә бер тамсы һыуып да бирмәй, өс йөҙ ҙә туҡһан туғыҙ йыл буйы һаҡлаған. Урманга еләккә барған балалар араһынан минең улымды ана шул дейеү урлаған. Ә һин, батыр егет, шул дейеүҙең башына еткәнһең. Бына һиңә бер шешә. Бәхетле булайым тиһәң, бына шуға тултырып шул күлдән бәхет һыуы ал. Беҙҙе шатландырған өсөн мин һиңә шунан да ҙур бүләк бир» алмайым, — тнгән.

Йылғырбай шешәне алған да шул күлгә киткән.

Эй китте, эй китте, энә буйы ер китте, ти. Бара торғас, йәйрәп ятҡап бәхет күленә барып етте, ти, был. Атынан төшөүгә Йылғырбайҙың ике ағаһы ла килеп туҡтаны, ти. Өс туған осраша. Баштан үткәндәр тураһында һөйләшәләр.

Өлкән ағаһы Өлгөрбай:

— Мин ул бәхет тигән нәмәне осрата алманым. Гел генә бәхетһеҙлек: ас бүреме, аслы-туҡлы әҙәм балаһымы — осрап ҡына торҙо, — ти.

Уртансы ағаһы Ҡыңғырбай:

— Донъя фәҡирҙәр, теләнселәр менән тулы икән. Күпме йөрөнөм, бәхет тигәнде күрмәнем, — ти.

Иң аҙаҡтан Йылғырбай:

— Кешеләргә шәфҡәт ҡулы һуҙмағанһығыҙ, йонсоп йөрөгән януарҙарға ярҙам итмәгәнһегеҙ. Бәхет осрап торған, һеҙ унан ҡасҡанһығыҙ. Мин, ағайҙар, үҙ бәхетемә ирештем. Бынау күл — бәхет күле ул. Кем дә кем уның һыуын эсә, шул бәхетле була икән. Мин шул күлдән бер шешә бәхет һыуы алам да атайым менән әсәйем янына ҡайтам, — ти.

Өлгөрбай менән Ҡыңғырбай бәхет күлен күреп, иҫе-аҡылда-ры китә. Шунан улар:

— Бәхет һыуының үҙенә килеп, бер шешә тултырып ҡына ҡаламмы һуң! Тәүҙә, уртаһына инеп, туйғансы эсәм, шунан сума-сума йөҙәм. Аҙаҡтан инде бәхет һыуын бер турһыҡ тултырып алып ҡайтам, — тип, күлгә һикереп төшәләр. Күбенгәнсе һыуын әсәләр, хәлдәп тайғансы йөҙәләр, тәрәнерәк ерен һайлап, сумып-сумып алалар. Тағы бер сумып алайыҡ, тип сумалар ҙа, хәлдәре бөтөп, һушһыҙланғаплыҡтан, ҡабат ҡалҡып сыҡмайҙар. Шунда батып үләләр.

Көтөп, көтөп тә ағалары сыҡмағас, Йылғырбай ни эшләһен, бер шешә тултырып бәхет һыуын ала ла, үҙен гепә түгел, ата-әсәһен бәхетле итергә ашығып, тыуған еренә ҡайтып китә.

 

Поделись с друзьями: