Батша улы


Борон-борон заманда бер илдә бер батша йәшәгән. Уның өс ҡыҙы, бер таҙ улы булған. Шул уҡ ваҡытта икенсе бер батшалыҡта ҡыҙ батша йәшәгән. Батша үҙенең улына ҡыҙ батшаны алып бирмәк булған. Тик ул был теләген үтәй алмай үлеп киткән.

Батша үлгәс, уның өс ҡыҙы ла кейәүгә киткән. Таҙ үҙенең апайҙарын кем алып киткәнен дә белмәй тороп ҡалған. Таҙ, атаһы үлгәс тә, ҡыҙ батшаны үҙенә кәләш итеп алыу тураһындағы уйынан кире ҡайтмаған. Ҡарсыға түшле, ҡуян ҡолаҡлы, ялбыр яллы, оҙон ҡойроҡло, сәғәтенә һикһән саҡрым юл ала торған атын менеп, ҡыҙ батша янына киткән. Бик оҙаҡ барғандан һуң йыраҡта бер ҡала күренгән. Ҡалаға еткәс, ҡала ситендәге бер ҙур ғына йорт янына килеп туҡтаған. Өйҙөң тәҙрәһен асып, бер ҡыҙ ҡарап ултыра икән. Таҙ уның янына килеп:

— Эй, һылыу ҡыҙ, миңә эсергә һыу бир әле, — тигәп. Ҡыҙ һыу алып биргән, егеттең кем булыуы, ҡайҙа барыуы

тураһында һорашҡан. Таҙ үҙенең батша улы булыуын әйткән, атаһы үлгәс, апаларының кейәүгә сығыуҙары, үҙенең ҡыҙ батша янына китеп барыуы тураһында һөйләгән. Шунда был ҡыҙҙың үҙенең оло апаһы икәнлеген белгән. Апай менән ҡусты ҡосаҡлашып, илап алғандар. Ҡыҙ таҙҙы өйөнә алып кергән, атын келәткә бикләгән, ашатҡан-эсергән. Таҙ еҙнәһенең ҡайҙа эшләүен, эштән ҡасан ҡайтыуын һорашҡан. Апаһы кейәүенең ҡояш сыҡҡас эшкә китеүен, ҡояш батһа, эштән ҡайтыуын әйткән.

Ҡояш байыған. Еҙнәһе эштән ҡайтыр ваҡыт еткәс, таҙҙы апаһы йәшереп ҡуйған. Оло апаһының кейәүе эштән ҡайтҡан да:

— Уф, уф, әҙәм еҫе сыға, ҡайҙа ул? Сығар, ашайым! — тигән.

Шул ерҙә ҡатыны:

— Әгәр ҙә ул әҙәм минең ҡустым булһа, ни эшләтер инең?— тип һораған.

— Мин һинең ҡустыңды ашамаҫ инем, ҡунаҡ итер инем, — тигән кейәүе. Апаһы таҙҙы йәшергән урынынан сығарған. Таҙҙы бик ныҡ һыйлағандар. Иртә менән таҙ юлға сығырға булғас, апаһы уға ашъяулыҡ биргән дә:

— Әгәр ашарыңа бөтһә, шуны алдыңа йәй, бөтә нәмә алдың-да булыр, — тигән.

Таҙ апаһы менән еҙнәһенә ҡурай биргән.

— Көн һайын иртә менән шул ҡурайҙы өрөп ҡарағыҙ, әгәр ҙә мин тере булһам, һөт тамыр, үлгән булһам, ҡан тамыр,— тигән дә таҙ, апаһы, еҙнәһе менән һаубуллашып, атына менеп, юлға сығып киткән.

Ай киткән, йыл киткән, бара торғас, бер ҡалаға барып еткән. Барып еткәс тә, ҡала ситендәге бер ҙур йорт янына туҡтап, тәҙрәнән ҡарап ултырған бер ҡыҙҙан һыу һорап эскән. Был ҡыҙға ла үҙенең башынан үткәндәрен, ҡыҙ батша янына китеп барыуҙарын һөйләгән. Был ҡыҙ таҙҙың уртансы апаһы булып сыҡҡан. Апаһы таҙҙың атын келәткә бикләп ҡуйған, үҙен бик ныҡ ҡунаҡ иткән. Ул еҙнәһенең ай менән эш итеүен: ай тыуһа, эшкә китеүен, ай байығас, эштән ҡайтыуын белгән. Ай байыған. Уртансы апаһы кейәүенең эштән ҡайтыр ваҡыты еткәс, таҙҙы йәшереп ҡуйған. Кейәүе эштән ҡайтҡан да:

— Уф, уф, әҙәм еҫе сыға. Ҡайҙа ул? Сығар, хәҙер ашайым! — тигән. Уртансы апаһы:

— Әгәр ҙә минең ҡустым килгән булһа, ни эшләр инең? — тип һораған. Кейәүе ҡунаҡ итерен белдергәс, таҙҙы йәшергән урынынан сығарған. Таҙҙы ҡунаҡ иткәндәр. Иртә менән таҙ юлға сығырға йыйына башлағас, апаһы таҙға көҙгө биргән дә:

— Бына һиңә көҙгө. Яныңа һалып ҡуйһаң, бөтә ер көҙгө кеүек ялтырап торор, яҡты булыр, — тигән. Таҙ:

— Әгәр ҙә мин үлгән булһам, мин ултырған ерҙән степаға ҡан яуыр, тере булһам, шул көйөнсә торор. Көн һайын ҡарап тороғоҙ, — тигән дә, һаубуллашып, юлға сығып киткән.

Ай киткән, йыл киткән, бик оҙаҡ барғандан һуң, бер ҡалаға барып еткән, ҡала ситендәге бер йорт янына туҡтап, тәҙрәнән ҡарап ултырған бер ҡыҙҙан һыу һорап алып эскән, һөйләшә, һораша торғас, таҙ ҡыҙҙың үҙенең кесе апаһы икәнеп белгән. Улар бер-береһен тапҡанға ҡыуанып, илашып, өйгә кергәндәр. Апаһы ҡустыһын ашатҡан, эсергән, кейәүепең ел менән эш итеүен: ел сыҡһа, эшкә китеүен, ел баҫылһа, эштән ҡайтыуын әйткән.

Бына бер ваҡыт ел баҫылды, ти. Апаһы таҙҙы йәшереп ҡуйған. Теге ҡайтып төшкәс:

— Уф, уф, әҙәм еҫе сыға. Ҡайҙа ул? Килтер, хәҙер ашайым! — тигән.

— Әгәр ул әҙәм минең ҡустым булып сыҡһа, ни эшләтер инең? — тип һораған иренән.

— Ҡунаҡ итер инем, — тигәс, апаһы таҙҙы күрһәткән. Ҡунаҡты бик һәйбәт итеп һыйлағандар. Иртәгеһен иртә менән таҙ юлға йыйынған, шул саҡ кесе апаһы уға бер гөл биргән дә:

— Бына ошо гөлдө ҡуйһаң, музыка тауышы сығыр, — тигән. Таҙ:

— Көн һайын кис менән йондоҙҙо сығып иҫәпләгеҙ. Әгәр зәмин тере булһам, йондоҙҙар һаны йоп булыр, үлгән булһам, таҡ булыр. Шунан мине эҙләп сығырһығыҙ, — тип әйткән дә, хушлашып, юлға сыҡҡан.

Барған, барған, бик оҙаҡ ваҡыт барғандан һуң, ҡыҙ батша батшалығына барып еткән. Ҡаланың ситендәге бер өйгә кергән. Өйҙә ҡйрт менән ҡарсыҡ ҡына торған. Уларға таҙ был ҡалаға ни өсөн килеүе тураһында һөйләп биргән дә ҡартты ҡыҙ батшаға яусы итеп ебәргән. Ҡарт, ҡыҙ'батша янына барып, бөтә булған хәл-әхүәлде һөйләгән. Ҡыҙ батша, таҙҙың үҙенә килергә ҡушып, ҡартты ҡайтарып ебәргән.

Икенсе көн иртә менән таҙ, үҙенең атып менеп, ҡыҙ батшаға киткән. Барып еткән. Ҡыҙ батша таҙҙы бик мыҫҡыл итеп ҡаршы алған. Таҙҙан көлгән-көлгән дә, атын бер келәткә бикләтеп, үҙен төрмәгә яптырған. Таҙ төрмәгә барып керһә, күҙгә бер нәмә лә күренмәй, бик ҡараңғы, ти. Унда-бында ыңғырау тауышы ишетелә, ти. Кеҫәһенән көҙгөнө алып һалған икән, төрмә эсе яп-яҡты булып киткән, бөтә ер көҙгө кеүек ялтырап тора, ти. Таҙ бик күп кешенең төрмәлә асҡа үлгәнен, күбеһенең хәлһеҙ, үлергә ятыуын күргән. Ул көҙгө янына гөлдө ҡуйған. Төрлө музыка уйнай башлаған. Музыка тауышына бөтә үлгән кешеләр терелеп, тороп ултырғандар. Таҙ ашъяулыҡты йәйеп ебәргән, ашамлыҡ тауҙай өйөлөп киткән. Бөтәһе лә бергә ултырып, ашай-эсә, һөйләшә башлағандар. Төрмәләге бөтә халыҡ, таҙ кеүек әйләнергә килеп, ҡыҙ батша тарафынан төрмәгә ябылып ҡуйылған кейәү егеттәр икән.

Төрмә эсендәге тауышҡа төрмә ҡарауылсылары аптырағандар ҙа төрмәне асып ҡарағандар. Ҡараһалар, төрмә эсе яп-яҡты ялтырап тора, кешеләр бөтәһе лә тере, ашап-эсеп, уйнап-көлөп ултыралар, музыка уйнап тора. Был ни хәл? Ҡарауылсылар бик ныҡ ғәжәпләнгәндәр ҙә ҡыҙ батшаға югереп барып әйткәндәр. Ҡыҙ батша таҙҙы үҙенең янына килтерергә ҡушҡан. Таҙ бармаған.

— Ҡыҙ батша үҙе килһен, мин халыҡтан айырылмайым, — тигән.

Ҡыҙ батша үҙе килгән. Төрмәләге был күренеште күреп хайран ҡалған, таҙҙы үҙенең янына алып китергә булған. Ләкин таҙ, риза булмайынса, ҡыҙ батшаға бер шарт ҡуйған.

— Әгәр ҙә төрмәләге булған бөтә халыҡты иреккә сығарһаң, мин һинең яныңа барам, — тигән. Ни эшләмәк кәрәк, ҡыҙ батша, ауырһынып булһа ла, бөтә халыҡты иреккә сығарған.

Таҙ ҡыҙ батшаға киткән. Барғас та өҫтәлгә көҙгөнө ҡуйған икән, шунда уҡ бүлмә ялтырап киткән. Гөлдө ултыртҡас, музыка уйнай башлаған. Ашъяулыҡты йәйгән икән, йәнеңә ниндәй аҙыҡ кәрәк, бөтәһе ле бар, ти.

Таҙ, ҡыҙ батшаға әйләнеп, уның менән тора башлаған. Бер көн таҙ йорт тирәһендә йөрөгәндә ҡыҙ батшаның ун ике келәте барлығын, был келәттәрҙең барыһы ла йоҙаҡ менән бикле булыуын күреп ҡалған. Ул келәттәр эсендә нимә булыуын белергә тырышҡан. Өйгә кереп, ҡыҙ батшанан ун ике келәттең дә асҡысын алған. Ҡыҙ батша таҙға ун бер келәтте генә асып ҡарарға ҡушҡан, ун икенсе келәтте асырға рөхсәт итмәгән.

— Әгәр ҙә ул келәтте асһаң, һин дә, мин дә һәләк булырбыҙ, асма, — тигән. Таҙ, ун икенсе келәтте асмаҫҡа һүҙ биреп, асҡыстарҙы алып сығып киткән. Ул ун бер келәтте асып ҡараған, был келәттәрҙең һәр береһе алтын-көмөш менән тулған икән. Таҙҙың ун икенсе келәтте лә асып ҡарағыһы килгән, уның эсендә нимә бар икәнен белергә тырышҡан.

— Теләһә ни булһын, асайым әле,— тигән дә келәтте асҡан. Асһа, унда бер дейеү пәрейе ситлектә көйгә ултыра икән. Ишек асылып, алдындағы таҙҙы күргәс, дейеү пәрейе бик ныҡ итеп көрһөнгән, таҙҙан һыу һорап ялына башлаған. Таҙ өс мәртәбә һыу алып килеп эсергән икән, дейеү пәрейе сылбырҙы өҙөп, туп-тура өйгә кереп киткән. Өйҙән ҡыҙ батшаны алып сыҡҡан да урманға сапҡан. Таҙ өйгә керһә, кәләш юҡ. Ни эш-ләмәк кәрәк, таҙ уҡ-һаҙағын алып, һунарға киткән. Юлда бер асҡа үлергә ятҡан этте осрата, уны йәлләп, ашатып, үҙе менән бергә алып киткән. Бер аҙ барғас, бер өйрәк осрата, уны ла үҙе менән бергә алып киткән. Бер аҙҙан һуң урман эсендә бер күл күренгән, таҙ шунда туҡтап, ҡармаҡ һалып, хәл йыймаҡ булған, ҡармаҡ һалһа, бер ғәжәп матур балыҡ эләккән. Балыҡ кеше кеүек телгә килгән дә:

— һин ебәр мине! Мин һиңә ҡасан да бер ваҡыт кәрәк булырмын, — тигән.

Таҙ балыҡты ебәргән дә өйөнә кире ҡайтҡан. Ҡайтһа, кәләш һаман да юҡ. Бер-ике көн үткәс, таҙ кәләшен дейеү пәрейе ҡулынан алыу өсөн, юлға сыҡҡан. Бер аҙҙан һуң дейеүҙең йортона барып еткән. Дейеү өйҙә булмаған. Шунан файҙаланып, таҙ кәләшеп алып ҡаса. Үҙ өйҙәренә килеп етер саҡта ғына арттарынан килеп етеп, дейеү ҡыҙ батшаны тартып алған да таҙға:

— Икенсе мәртәбә бараһы булма, яҡшы булмаҫ, — тигән. Дейеүҙең был һүҙенә ҡарамай, таҙ тағы ла кәләше артынан

киткән. Барһа, дейеү өйҙә юҡ. Ул кәләшен ала ла ҡаса. Өйҙәренә килеп етер саҡта ғына дейеү ҡыуып етә. Ҡыуып етеп, таҙҙы үлтерә лә ҡыҙ батшаны алып китә.

Таҙҙың апалары менән еҙнәләре, таҙ әйткәнсә, ҡурайҙы өрөп ҡаранылар — һәр ваҡыт ҡан тамды, ти; йондоҙ һанаһалар — һәр ваҡыт таҡ сыҡты, ти; таҙҙың ултырған еренән генә стенаға ҡан яуҙы, ти. Улар, аптырашып, бергә йыйылып, кеше терелтә торған һыу менән йыуғандар икән, таҙ терелгән дә ҡуйған. Апаларын күргәс, ул:

— О-о-о! Бик оҙаҡ йоҡлап киткәнмен дә, — тигән. Уға ҡаршы апалары:

— Эйе, эйе, бик оҙаҡ йоҡланың. Әгәр ҙә беҙ килмәгән булһаҡ, мәңге йоҡлар инең. Беҙ килеп кенә һине йоҡоңдан уяттыҡ. һин нисек бындай хәлгә ҡалдың? — тигәндәр. Таҙ үҙенең башынан үткәндәрен һөйләп биргән. Шунан һуң апалары таҙға ҡыҙҙы дейеүҙән нисек итеп алыу юлын өйрәткәндәр:

— Урманда, юл сатында бер ҙур, кәкере үҫкән имән булыр. Шул имән башында бер һандыҡ булыр, шуны алып ватырһың. Уның эсенән бер ҡуян сығып сабыр, этеңде ебәреп тоттор. Эт тотҡас, ҡуян өйрәк булып һауаға осор, уның артынан өйрә-геңде осор. Ул ҡыуып етһә, өйрәк йомортҡаға әйләнеп һыуға төшөр. Бына шул һыу эсенән йомортҡаны алып, һытып, уның эсендәге энәне һындырғас ҡына, дейеү пәрейе үлер. Уның йәне шул энә эсендә, — тигәндәр. Үҙҙәре ҡайтып киткәндәр.

Таҙ апалары өйрәткәнсә эшләгән. Этен, өйрәген алған да юл сатындағы кәкере имәнде эҙләп тапҡан. Имән башына менеп, һандыҡты алып төшкән, һандыҡты ергә һуғып ватһа, уның эсенән бер ҡуян сығып ҡасҡан. Эт ҡуян артынан сапҡан. Инде тоттом тигәндә генә, ҡуян, өйрәк булып, һауаға осҡан. Уның артынан егеттең өйрәге күтәрелгән. Барып етеп, инде тоттом тигәндә, өйрәк йомортҡа булып, һыуға төшкән. Таҙ, йомортҡаны нисек алырға тип, ҡайғырып, яр буйына килһә, уға әлеге алтын балыҡ йөҙөп килгән. Таҙ үҙенең ҡайғыһын әйтеп биргәс, алтын балыҡ һыу төбөнә йөҙөп киткән дә бөтә балыҡтарға йомортҡаны эҙләргә ҡушҡан. Йомортҡа табылғас, алтын балыҡ уны таҙға килтереп биргән. Таҙ йомортҡаны һытҡан, уның эсендәге энәне алып һындырған да дейеү йортона киткән. Барһа, дейеү өйҙә икән. Таҙҙы күргәс тә, дейеү:

— Инде мин ҡартайҙым... — тигән дә үлгән дә ҡуйған.

Таҙ ҡыҙ батшаны алып ҡайтҡан. Бөтә туғандарын туйға саҡырғандар. Ҡыҙ батша менән таҙ телһеҙҙәрҙе телле, күҙһеҙҙәрҙе күҙле иткәндәр, халыҡ араһында ҙур ихтирам ҡаҙанып, әле лә бергә йәшәйҙәр, ти.

 

Поделись с друзьями: