Байғош


Борон заманда Абдрахман тигән бер ҡарт йәшәгән. Уның Абдулла исемле улы булған. Ҡарт сауҙа менән шөғөлләнгән. Балаһы йәш булғас, бер аҙға сауҙа итмәй туҡтап торған. Ул ҙурайғас, ҡарт:

— Балам, бер иптәш алып, сауҙаға йөрөргә кәрәк. Баҙарға бар, үҙеңә иптәш ялла, шунан сауҙаға китерһең, — тигән.

Абдулла баҙарға киткән. Барғанда, бер кешенең юлда ятҡанын күрә. Яҡын барып ҡараһа, бик матур бер егет үлеп ята, ти. Үлектең кеҫәләрен ҡарай, унда бер алтын бәке бар икән.

Егет баҙарға барып етә лә:

— Кешеләр, әйҙәгеҙ, бер егет үлеп ята. Шуны яҡшылап күмәйек, хаҡын үҙем түләрмен, — ти.

Кәфенлек һатып алып, кешеләр йыйып, Абдулла теге үлек янына килә. Яҡшылап ҡәбер ҡаҙытып, хәйерен өләшен күмдерә. Күмдергәс, тура өйөнә ҡайта. Ни өсөн тиһәң, аҡсаһын байтаҡ түгеп ташлаған була.

— Иптәш таптыңмы, балам? — ти атаһы.

— Юҡ, атай, тура килмәне, — ти егет.

— Ярар, улай булғас, фәлән баҙарға бар, — ти ҙә, тауар тейәтеп, атаһы улын икенсе яҡҡа ебәрә.

— Ни тапһаң да иптәшең менән уртаҡ булыр, — ти атаһы. — Фәлән ергә атығыҙҙы туҡтатып ял итерһегеҙ. Атығыҙ ял итһә, китегеҙ, итмәһә юҡ, — ти.— Фәлән ергә барып еткәс, бер Ташаяҡ булыр. Уның янында ҡунмағыҙ, — ти.

Егет киткән. Бара торғас, быға бер кеше осраған.

— Ҡайҙа бараһың? — тип һораған ул егеттән.

— Сауҙаға бергә йөрөргә иптәш эҙләп китеп барам. Минең иптәшем булаһыңмы?

— Күпме бирәһең?

— Табышымдың яртыһын. Исемең кем һинең? — тигән Абдулла.

— Байғош, — тигән теге кеше.

Икеһе ике атҡа атланып китәләр былар. Шунан бер аҙ ваҡыт үткәс, аттарын ял иттерергә туҡталалар.

— Ташаяҡ алдында ял итмәйек. Атайым ҡушманы, — ти Абдулла.

— Юҡ, Ташаяҡҡа яҡын барайыҡ, — ти Байғош.

— Ярар, улай булғас, Ташаяҡты уҙып китеп ҡунырбыҙ,— ти егет. Ташаяҡҡа етәләр. Байғош:

— Ошонда туҡталайыҡ,— ти. Абдулла бик ҡурҡа. Теге егет:

— Ҡурҡма, — ти.

— Был минең уйымды ла белә, инде ни эшләргә? — тип уйлай Абдулла. — Атайым бында ҡунмаҫҡа ҡушты, — ти.

— Ҡунайыҡ, — ти һаман Байғош. Ул атын туғара ла тышап ебәрә. Ит бешерергә тип, ут яғып

ебәрәләр. Байғош әйтә:

— Ьин йоҡла, Абдулла, тамаҡҡа ла мпн әҙерләрмен, аттарҙы ла ҡарармын, — ти.

Уйланып ята торғас, Абдулла йоҡлап китә. Шул ара ер аҫтынан бер убыр әбей килеп сығып, быларҙың аттарына бер ус әсе дарыу һалып китә. Байғош аттарҙы икепсе урынға күсереп ҡуя ла шым ғына әбей артынан эйәрә. Әбей ер аҫтына төшә лә бер өйҙөң ишеген асып инә. Әбейҙең бер улы бар икән. Әбей улына:

— Мин тегепдә кешеләр үлтерҙем, аттарына ағыу һалдым. Әйҙә, сығып әйберҙәрен алайыҡ, — ти.

Байғош тыңлап тора. Әбейҙең соланында бик һәйбәт бер суҡмар элеүле тора икән. Байғош тегеләрҙең сығыуына шул суҡмарҙы әҙерләп тотоп тора икән. Тегеләр ишектән килеп сығыу менән Байғош тәүҙә улды, унан һуң әбейҙе һуғып үлтерә лә, усаҡ янына килеп, яңынан аш бешерә башлай. Аш бешкәс, Абдулланы уята. Аш ашайҙар ҙа, таң беленгәс, тағы ла юлға сығалар. Нисә көндәр үткәндер инде, былар бара торған ерҙәренә барып етәләр. Тауарҙарын бик ҡыйбат хаҡ менән һатып, арзан менән алалар.

Шул ваҡыт былар «батша ҡыҙы кейәү һайлай» тигән хәбәр ишетәләр. Абдулла:

— Әйҙә, беҙ ҙә барайыҡ, — ти Байғошҡа. Халыҡ йыйылған ергә баралар. Ҡапҡа ауыҙына ғына ултыралар. Бына бер саҡ батша ҡыҙы ғәскәр менән килә. Ҡыҙ Абдулланы күрә лә уға ғашиҡ була. Ҡыҙ майҙанды ес ҡат урап сыға ла кейәү итеп Абдулланы һайлай. Батша:

— Ни һәнәре бар һуң Абдулланың? Ҡыҙҙың балдағын тапһын! — ти.

Ҡыҙ һиҙҙермәй генә атаһының һаҡалына балдаҡ йәшерә. Байғош, Абдулла һүрәтенә кереп, балдаҡты әҙләй башлай. Иң элек халыҡты ҡарап бөткән була. Балдаҡ табылмай. Килеп батшаны тентеһә, балдаҡ уның һаҡалынан килеп сыға. Хәҙер балдаҡты егет йәшерергә, ҡыҙ эҙләргә тейеш була. Ҡыҙ ер аҫтына төшөп китә, ер өҫтөнә килеп сыға, балдаҡ табылмай. Бик оҙаҡ эҙләй ҡыҙ. Балдағы батшаның ҡашына саң булып ҡына ултырған була. Эҙләй торғас, балдаҡты таба.

Ҡыҙ тағы балдаҡты йәшерә. Егет тағы эҙләй, бер күккә менә, бер ергә төшә. Балдаҡ батшаның маңлайында тир булып торған икән. Егет балдаҡты табып ала ла йәшерә. Балдаҡ батшаның уң аяғының олтораҡ аҫтында, ти. Ҡыҙ эҙләй, эҙләй торғас, балдаҡ бер генә бөртөк тупраҡ булып килеп сыға.

Балдаҡты тағы ҡыҙ йәшерә. Балдағы егеттең кейемендә ҡуңыҙ булып йөрөй икән. Егет был юлы ла таба. Ул тағы йәшерә. Балдаҡ батша ҡолағына себен булып ҡунған, ти. Ҡыҙ бик оҙаҡ эҙләгәндән һуң ғына таба алған, ти, балдаҡты.

Туй яһап, мәжлес ҡоралар. Ҡыҙҙы алып, Абдулла менән Байғош юлға сығалар. Баяғы Ташаяҡ янына килеп етәләр. Шунда туҡтайҙар ҙа Байғош Абдулланы әлеге убыр әбейҙең өйөнә алып төшә. Унда ике батша ҡыҙын табып алалар. Был ҡыҙҙарҙы әбей улына тип урлаған була. Әбейҙең алтындарын, ҡыҙҙарҙы алып, былар ер өҫтөнә сығалар. Ат туҡтаған ергә килеп еткәс, Байғош:

— Йә, Абдулла, ҡыҙҙарҙың ҡайһыһын алаһың? — ти.

— Тәүге батша ҡыҙын алам, — ти Абдулла.

— Юҡ, — ти Байгош, — бына инебеҙгә икәү, ә тәүгеһен уртаға киҫеп бүлешәбеҙ, — ти.

Абдулла аптырай, ҡыҙҙы бик йәлләй.

— Уны уртаға сапҡансы, миңә генә булһын, ә тегеләре пке-һе лә һиңә булыр, — ти Абдулла.

— Табыш уртаҡ булыр тип һөйләштек бит, — ти Байғош.

— Йөк атындағы нке ҡыҙҙы ла ал, быныһы миңә булһын,— тип инәлә Абдулла. Байғош риза булмай. Ҡыҙҙы баҫтырып ҡуя ла, ҡылысын алып, уртаға киҫәйем тигәндә, ҡыҙ ҡоҫоп ебәрә. Икенсе ынтылһа, ҡыҙ тағы ҡоҫа, өсөнсө ынтылғанда ҡыҙ эсендәге бөтә ямап нәмәләрен, йыландарын ҡоҫоп бөтөрә.

— Мә инде, Абдулла, өс ҡыҙ ҙа һиңә, — ти Байғош. Мин уны алырға уйламаным, таҙартып бирәйем тип кенә уйланым,— ти икән был. — Яратмаһаң, теге ике ҡыҙҙы күрше егеттәренә өләшеп бирерһең, — ти.

Байғош бер нәмә лә алырға теләмәй.

— Үҙеңә тейгән өлөштө үҙең ал, — ти. Шул ерҙә Байғош:

— Һин мине бер ваҡыт бик яҡшылап, хәйерҙәр биреп, күмдеңме? Ана шул егет мин инем, — ти. — Әле мин һиңә үҙеңдең тәрбиәңде ҡайтарҙым ғына. Байлыҡ, рәхәтлек менән ғүмер ит, — ти ҙә Байғош Абдулланы ҡайтарып ебәрә.

Егет өйөнә ҡайтып етә. Атаһы байлыҡтың күплегенә аптырап:

— Бер үҙең таптыңмы? — ти.

— Юҡ, атай, — ти Абдулла, — анау бер ваҡыт, теге егетте күмеп ҡайтҡас: «Хәйерле булһын»,— тип әйткәйнең бит. Шул егет ярҙам итте. Ташаяҡ янындағы яуыздарҙы ла үлтерҙек, — ти.

Ике ҡыҙҙы ике күрше егеткә биреп, үҙе баяғы батша ҡыҙын алып, Абдулла, яман байығып, донъя көтөп тора, ти. Әкиәтем ары, үҙем бире.

 

Поделись с друзьями:

 

 

    Установка камер, установка видеонаблюдения цены , системы пожарной безопасности