Тере мәйет


Борон-борон заманда булған, ти, бер бай. Ғүмере буйы, сит илдәрҙән тауарҙар алып ҡайтып, сауҙа итеп йәшәгән. Бына уға әкренләп ҡартлыҡ килеп еткән. Күҙе һуҡырайған. Күҙе һуҡырайғас, бөтә сауҙа эше улына тороп ҡалған.

Бер көндө йәш сауҙагәр, тауарҙарын тейәп, күрше ауылға баҙарға китә. Ауылды сыҡҡас, ҡәберлек янынан үтеп барғанда, ниндәйҙер ҡысҡырған тауыш ишетә. Ул күп уйлап тормай, ҡәберлеккә инеп китә. Инһә, ни күҙе менән күрһен, ике кеше бер мәйетте ҡаҙып алғандар ҙа туҡмап яталар, ти. Егет уларҙан:

— Ниңә туҡмайһығыҙ уны? — тип һораған. Тегеләр:

— Ул беҙҙән егерме биш һум аҡса алғайны, шуны түләмәйенсә үлеп китте, — тиҙәр. Егет быларға егерме биш һум аҡса бирә. Мәйетте туҡмауҙан туҡтайҙар. Үҙ юлдарына китәләр.

Егет тә үҙ юлы менән китә. Баҙарға барып ингәс, ғәжәп хәл була: күп тә үтмәй, халыҡ был егеттең тауарҙарын һатып алып та бөтә. Егет бик күп аҡса йыя. Өйгә ҡайтҡас, егеттең атаһы ла шатлана, уның үҙ ғүмере буйы сауҙа итеп, бер ҡасан да был тиклем тиҙ һата алғаны булмаған, ти.

Сауҙагәрҙең атаһы килтергән тауарҙары бөтә. Хәҙер ул үҙе тауар алыу өсөн сит илгә китергә тейеш була. Шул саҡ һуҡыр атаһы улына:

— Сәйәхәткә китеү өсөн иптәш алып ҡайт, — ти.

Егет баҙарға бара. Бер кослө генә егетте осрата ла уға бөтәһен дә һөйләп бирә. Егет барырға риза булғас, сауҙагәр атаһына алып ҡайта. Атаһы бер йомортҡа бешерергә ҡуша. Йомортҡа бешкәс, уны һуҡыр көйө еп менән уртаға бүлә лә үлсәгескә һалырға ҡуша. Үлсәгестең бер яғы баҫып төшә. Атаһы:

— Тигеҙме? — тип һорай. Егет:

— Тигеҙ түгел, — ти. Шунан һуң ҡарт:

— Һеҙ, улым, бер-берегеҙгә хыянат итерһегеҙ, һеҙгә икегеҙгә барырға ярамай. Улым, бар, булмаһа икенсе кеше эҙләп ҡара, — ти.

Егет теләр-теләмәҫ кенә сығып китә. Баҙар ситендә бойоғоп ҡына баҫып торған бер егет янына килә. Бойоҡ егет үҙе төҫкә матур ғына була. Сауҙагәр был егетте үҙенә юлдаш булырға саҡыра. Егет риза була. Икеһе өйгә ҡайталар. Атаһы тағы ла йомортҡа бешертә. Уны еп менән урталайға бүлә. Үлсәп ҡарайҙар. Был юлы.шул тиклем тигеҙ бүленгән була, үлсәгестең ике яғы ла тип-тигеҙ, ти. Шунан атаһы:

— Бына был егет һиңә ысын юлдаш буласаҡ. Уның менән юлға сыҡһаң да ярай. Бер-берегеҙгә хыянат итмәҫһегеҙ, — ти.

Егеттәр юлға йыйына башлайҙар. Йыйынып бөткәс, атаһы уларҙы саҡырып ала ла юлда нимәләр осраясағын әйтеп бирә:

— Бер аҙна барғас, һеҙгә бер шишмә осрар. Ат ашатыу өсөн үләне бик уңған, ял итеү өсөн бик уңайлы ер булыр, һеҙ унда туҡтамағыҙ. Тағы ла бер аҙ ер барғас, бер күл буйына барып сығырһығыҙ. Быныһы ла үләне уңған, кеше аяғы баҫмаған, уңайлы бер урын булыр. Ләкин туҡтамағыҙ. Тағы ла бер аҙ киткәс, бер диңгеҙ буйына барып сығырһығыҙ. Бында үлән бигерәк тә яҡшы булыр. Ҡарағыҙ уны, бында ла туҡтай күрмәгеҙ. Әгәр ошо урындарҙа туҡтаһағыҙ, һәләк булырһығыҙ. Юлда бер-берегеҙгә хыянат итмәгеҙ, — ти.

Егеттәр юлға сығалар. Бер аҙна барғас, бер шишмә янына барып сығалар. Кис була. Үләне шундай уңған, ти, етмәһә, бында кеше лә аяҡ баҫмаған, ти. Хеҙмәтсе егет:

— Бына ошонда туҡтарға кәрәк. Бындай яйлы урынды осратып .булмаҫ, — ти икән. Сауҙагәр, бер аҙ ҡарап торғас, атаһының әйткән һүҙҙәрен иҫкә төшөрә:

— Был бит атай әйткән урып, бында туҡтамайыҡ, — ти.

— Атайың юҡты һөйләгәндер әле, бер нәмә лә булмаҫ, әйҙә туҡтайыҡ, — ти хеҙмәтсе. Сауҙагәрҙе шунда ҡунырға күндерә. Йоҡларға ятҡанда, хеҙмәтсе егет ҡарауылда ҡала. Теге йоҡлап китә.

Бер ваҡыт шншмә яғынан бер әбей килә. Ҡулында әйбере лә бар, ти. Ул, хеҙмәтсе егет янына килеп, уға ҡулындағы әй-берҙе һуҙа:

— Эй, балаҡайҙарым, асыҡҡанһығыҙҙыр. Үҙегеҙҙе бик тәмле ҡатыҡ менән һыйлайым әле. Юлығыҙ уңып, имен генә йөрөп ҡайтығыҙ, — ти. Хеҙмәтсе егет рәхмәт әйтеп ҡатыҡты ала. Ҡарсыҡ китеү менән ҡатыҡты шишмәгә түгә. Түгеү менән шишмәнең бер тамсы һыуы ла ҡалмай, ҡороп бөтә. Егет әкрен генә теге ҡарсыҡтың артынан китә. Бер аҙ барғас, ҡая эсендә бәләкәй генә ут күренә. Егет, шунда барып, ишек төбөндә туҡтай. Әҙерәк торғас, теге ҡарсыҡтың тауышы ишетелә. Ул иң бәләкәй улына: «Бар, улым, тегеләр ҡатыҡты ашап үлгәндәрҙер инде. Әйберҙәрен йыйыштырып килтер», — ти. Бәләкәй улы ишектән сыҡҡас та, хеҙмәтсе егет ^ылыс менән башын өҙөп үлтерә.

Ҡарсыҡ икенсе улын ебәрә. Егет икенсе улын да үлтерә. Ҡарсыҡ өсөнсө улын ебәрә. Өсөнсө улын да егет үлтергәс, ҡарсыҡ түҙмәй, үҙе китергә була. Ҡарсыҡ ишектән сығыу менән, егет уның да башын өҙә саба.

Бөтәһен дә үлтереп бөткәс, егет өйҙөң эсенә инә. Бер ишекте асып ҡараһа, бүлмә эсе туп-тулы баҡыр аҡса, ти. Йәнәшә-һендәге икенсе ишекте асып ҡараһа, бүлмә эсе туп-тулы көмөш аҡса, ти. Өсөнсө ишекте асып ҡараһа, бүлмә туп-тулы алтын аҡса, ти. Уның йәнәшәһендәгө тағы бер ишекте асып ҡараһа, бүлмәлә бик һылыу бер ҡыҙ ултыра, ти. Ҡыҙ, егет инеү менән:

— Эй, бәхетһеҙ егет, һин нисек бында килеп эләктең? Минең өс ағайым бар. Улар хәҙер һине юҡ итерҙәр. Бар тиҙерәк сыҡ, — ти. Егет эштең нисек булғанлығын барын да аңлатып бирә. Ҡыҙ:

— Улай булғас, мин һинең менән китәм, һин минеке, мин һинеке, — ти. Егет:

— Минең хәҙергә ваҡытым юҡ. Мин һине өс йыл, өс ай, өс көндән килеп алырмын, һин бөтә байлығыңды тейәп, шул ваҡытҡа юлға сығып торорһоң, — ти. Ҡыҙ риза була.

Хеҙмәтсе егет әйләнеп ҡайтҡанда, сауҙагәр йоҡоһонан әлө уянмаған була. Хеҙмәтсе сәй ҡайната ла егетте уята. Егет торғас:

— Берәй хәл булманымы? — тип һорай.

— Бер нәмә лә булманы, — ти хеҙмәтсе.

Сәй эсеп алғас, юлға сығалар. Көнө буйы барғас, былар бер күл янына барып етәләр. Егет, атаһының һүҙҙәрен иҫенә төшөрөп, бында туҡтамаҫҡа була. Хеҙмәтсе был юлы ла егетте ҡунып китергә өндәй. Өгөтләй торғас, егет риза була, әммә:

— Был юлы инде мин ҡарауыллайым, ә һин йоҡла, — ти. Хеҙмәтсе егет риза булмай. Ҡарауылға был юлы ла үҙе ҡала. Сауҙагәр йоҡлағас, хеҙмәтсенең ҡолағына ниндәйҙер бер илаған тауыш ишетелә. Егет шунда китә. Бара, күл буйында бик матур бер ҡыҙ илап ултыра. Егет:

— Ниңә илайһың? — тип һорай.

— Бына шул кул төбөндә ун ике башлы бер дейеү йәшәй. Ул батшаға көн дә бер кешене ашарға биреп торорға ҡушты. Әгәр ул баш тартһа, бөтә батшалығын ҡырып бөтәсәк. Мин шул батшаның ҡыҙы инем. Бөгөн сират миңә етте, тиҙерәк кит, юғиһә һине лә ашар, — ти. Егет ҡыҙға ҡасып торорға ҡуша, ә үҙе дейеү менән алышырға китә.

Бер заман күл өҫтөнә бер-бер артлы ун ике баш килеп сыға. Егет сыҡҡанын бер киҫеп ырғыта, һуңынан кәүҙәһен тураҡлап, әрҙәнә итеп өйөп ҡуя. Ҡыҙ килеп сыға ла егетте ҡосаҡлап илай. Егет:

— Хәҙер һин атайың янына ҡайт. Ҡайтҡанда, бер генерал осрар, һин уға булған хәлде һөйләп бирерһең, — ти. Ҡыҙ шатланып өйөнә ҡайтып китә.

Ҡыҙ ҡайтып киткәс, егет бер ҡаяны күтәрә лә дейеү баштарын шуның аҫтына ырғыта.

Ҡыҙ ҡайтып килгәндә, ысынлап та уға бер генерал осрай. Ҡыҙ уға булған хәлде һөйләп бирә. Генерал ҡыҙға иҫкәртеп ҡуя:

— Әгәр ҙә атайыңа дейеүҙе мин үлтерҙе тип әйтмәһәң, мин һине үлтерәсәкмен, — ти. Ҡыҙ атаһына, теләмәһә лә, шулай әйтергә мәжбүр була.

Батша шул тиклем шатлана, шунда уҡ ҡыҙын генералға кейәүгә бирергә була. Туйға батшалыҡтағы бөтә кешеләрҙе лә саҡырырға ҡуша. Ҡыҙ, һарайҙың сарҙағына менһә, йыраҡта, аттар янында, бер егетте күреп ҡала. Атаһынан уны ла туйға килтереүҙәрен һорай. Батша ул егетте лә туйға килтерергә ат ебәрә. Был теге хеҙмәтсе егет була. Ул иптәшенә йоҡо дарыуы еҫкәтә лә үҙе туйға китә. Ҡыҙ, уны күреү менән сарҙаҡтан төшөп, егетте атаһы янына алып бара, үҙен ҡотҡарған кеше ошо егет булыуын әйтә. Ә генерал:

— Мин ҡотҡарҙым, — ти. Тикшереү өсөн халыҡ дейеүле күл янына китә. Шунан генерал:

— Бына шунда әрҙәнә итеп өйҙөм инде, — ти. Халыҡ:

— Ә баштары ҡайҙа? — тип һорай. Генерал аптырап ҡала. Егет шул саҡта ҡая аҫтынан ун ике дейеү башын килтереп сығара. Генералды алдағаны өсөн ат Ҡойроғона тағып йөрөтәләр. Халыҡ, һарайға ҡайтып, туй яһай.

Егет батшаға ҡыҙын өс йыл үткәс килеп аласағын, шул ваҡытҡа юлға сығарып ҡуйырға ҡуша ла аттар янына китә. Ул, килгәндә инде икенсе таң атып килгән була. Сәй ҡайната ла\ егетте уята. Егет:

— Ул-был булманымы? — тип һорай.

— Бер нәмә лә булманы, атайың яңылышҡан икән, — ти хеҙмәтсе.

Иртә менән тағы ла юлдарын дауам итәләр. Тағы ла бер ай барғас, диңгеҙ янына килеп сығалар. Көн бөтөнләй кисләгән була. Был урын бигерәк тә матур, ти. Хеҙмәтсе:

— Бына, ҡунырға ниндәй яйлы урын. Әйҙә, шунда ҡунайыҡ, — ти. Сауҙагәр, атаһының һүҙҙәрен иҫенә төшөрөп:

— Юҡ, исмаһам, атайымдың бер һүҙен тотайыҡ, — ти. Ләкин хеҙмәтсе егетте иркенә ҡуймай. Өгөтләп, күндерә.

— Тик был юлы ҡарауылда мин торам. Атай: «Бер-берегеҙгә хыянат итмәгеҙ», — тине бит. һин ике ҡарауылда торҙоң, ә мин торғаным юҡ әле, — ти.

Егеттең йоҡларға яҡын да килмәйәсәген белеп, хеҙмәтсе йоҡларға тип, арба аҫтына инеп киткән кеше була. Егет бер аҙ ултыра ла, сәй ҡайнатырға һыу алырға тип, диңгеҙгә төшә. Яр буйына килһә, ни күҙе менән күрһен, яр ситендәге таш өҫтөндә бер ҡыҙ ултыра. Егет шунда уҡ уға ғашиҡ була. Ләкин ҡыҙ оҙаҡ тормай, һыуға һикерә. Егет:

— Үлһәм үлермен, мин унһыҙ йәшәй алмайым,— тип, уның артынан һыуға һикерәм тигәндә генә, артынан берәү тотоп ала. Был теге хеҙмәтсе була. Ул егетте йоҡламайынса күҙәтеп ултырған икән.

— Туҡта, һин былай төшһәң, үлерһең, — тип, икеһе ике өйрәккә әүереләләр ҙә һыу төбөнә төшөп китәләр. Ҡыҙ бер ҡапҡанан инеп китә, егеттәр ҙә уның артынан ҡалмайҙар, ти. Бара биргәс, улар бер ауылға килеп сығалар. Бәләкәй генә бер балсыҡ өй янына килеп туҡтайҙар. Өй эсендә бер ҡарсыҡ илай.

— Эй, балаларым, исмаһам, икеһенең береһе ер өҫтөнән әйләнеп ҡайтманы. Инде күҙҙәрем дә күрмәй башланы. Үлгәнсе, исмаһам, балаларымдың тауыштарын ишетһәм дә риза булыр инем, — ти.

Шул ваҡытта был ике егет уның улдары булып ҡайтырға кәңәшләшәләр ҙә өйгә инәләр.

— Әсәй, беҙ әйләнеп ҡайттыҡ, — тиҙәр. Ҡарсыҡ, шатланып, тағы ла илап ебәрә. Шулай итеп, былар өсәү йәшәй башлайҙар.

Егет алтын сәсле ҡыҙҙы уйлап һарғая башлай. Бер көндө хеҙмәтсе егет ҡарсыҡҡа:

— Әсәй, ағайымды өйләндерергә кәрәк ине, — ти. Ҡарсыҡ шатланып риза була. Теге алтын сәсле ҡыҙҙы әйткәс, ҡарсыҡ ҡаршы төшә. Уландары бик көсләшкәс, яусы булып барырға риза була.

Ҡарсыҡ батша һарайы янына барһа, батша ҡыҙы сарҙаҡта баҫып тора, ти. Ҡыҙ ҡарсыҡты йыраҡтан күреп ҡала ла:

— Әбей, миңә яусы булып киләһеңме. Мин улдарыңа бер шарт ҡуям. Әгәр шуны үтәһәләр, барырмын. Улар берәй ергә ҡасһын, әгәр мин таба алмаһам, уларға кейәүгә сығам, — ти.

Ҡарсыҡ ҡайтып эштең ниҙә икәнен һөйләп бирә. Был ике егет, бер аҙ уйланып торғас, ете ҡат ер аҫтына йәшенәләр. Ҡарсыҡ тағы ла һарайға китә. Ҡыҙ сарҙаҡтан уҡ ҡысҡырып, әбейҙе ҡаршылай.

— Әбей, килеп йөрөмә, улдарың ете ҡат ер аҫтында, — ти. Ҡарсыҡ ҡайғырып ҡайтып китә. Икенсе ҡат егеттәр ете ҡат

күк артына ҡасалар. Был юлы ла батша ҡыҙы ҡарсыҡты ярты юлдан бороп ҡайтара. Егеттәр ҡарсыҡтың яңынан барыуын һорайҙар. Был юлы бик матур шәл мепән күлдәк кейеп барырға ҡушалар. Ҡарсыҡ кейенеп китә. Урам буйлап барғанда, бөтә ауыл халҡы ҡарсыҡтың күлдәгенә һоҡланып ҡарап ҡала. Батша ҡыҙы ла ҡарсыҡтың янына сарҙаҡтан югереп төшә, уны һарайға алып инә. Ҡарсыҡтың кейеменән күҙен дә алмай икән.

— Мин кейеп кенә торайым әле, — тип, күлдәкте һорап ала. Кейеп кенә бөткәс, теге ике егет, ҡыҙҙың ике яҡ ҡулбашынан һикерә лә төшә. Ҡыҙ, шунда ғына үҙенең отолғанын аңлап, сауҙагәр егеткә кейәүгә сығырға була. Бик ҙур туй яһап, шул һарайҙа йәшәй башлайҙар, ти.

Өс йыл йәшәгәс, егеттең бик ҡайтаһы килә башлай. Был турала ҡатынына әйткәс, уныһы риза була. Бик күп байлыҡ тейәп, өсәүләп ҡайтып китәләр. Бер аҙҙан теге күл янына килеп етәләр. Хеҙмәтсе егет сауҙагәргә көтөп торорға ҡуша, ә үҙе күл буйына китә. Барһа, нәҡ шул һөйләшкән ваҡытҡа, әйберҙәрен тейәп, теге ҡыҙ көтөп кенә тора икән. Бөтә байлығы менән был ҡыҙҙы ла үҙҙәре менән алып, юлдарын дауам итәләр. Бына теге шишмә янына килеп етәләр. Хеҙмәтсе егет шишмә янына китә. Барһа, теге ҡыҙ, бөтә байлығын тейәп, көтөп тора,- ти. Былар был ҡыҙҙы ла алып, байығып ҡайтып китәләр.

Ҡайтҡас, сауҙагәр хеҙмәтсе Менән байлыҡты бүлешеп алырға була. Шул саҡ хеҙмәтсе егет:

— Өс йылдан артыҡ икәү бергә йөрөнөк, ләкин бер генә ваҡытта ла икәү һәйбәтләп һөйләшен ултыра алманыҡ. Әйҙә, бер рәхәтләнеп һөйләшеп йөрөйөк әле, — ти. Егет риза була. Икеһе әкрен генә һөйләшеп, ялан буйлап китеп баралар, ти. Хеҙмәтсе егет: — Хәтерләйһеңме, ҡәберлектә һин бер мәйетте аҡса биреп туҡмауҙан ҡотҡарғайның. Ошо мәйет мин инде. Мин ике йыл, ике ай, ике аҙнаға ғына һорап сыҡҡайным. Хәҙер минең ваҡыт бөттө, ун минут ҡына ҡалды. Был булған байлыҡтар үҙеңә ҡалыр, ә хәҙер миңә үлергә ваҡыт етте. Сауҙагәр егет уны хөрмәтләп күмә, үҙе өс ҡыҙ менән тороп ҡала. Улар хәҙер ҙә бик татыу, бергә-бергә йәшәп яталар, ти.

 

Поделись с друзьями: