Бәдегөльямал менән Сәйфелмөлөк


Борон-борон заманда бер батша булған. Уның бик күп бүлмәләре бар икән. Үҙе ҡырға киткәндә, батша асҡыстарын кесө улына бирә икән, ә бер бүлмәнекен бирмәй торған булған. Малай үҫеп егет була. Берҙән-бер көндө атаһы сығып китер алдынан бойоғоп ҡына атаһына ҡарай.

— Ник бойоҡһоң, улым? — ти атаһы.

— Бөтә бүлмәләреңдең асҡысын бирәһең, ә берәүһе һәр саҡ йоҙаҡлы, Шуныһын бирмәйһең, — ти егет.

Атаһы асҡыс сығарып бирә:

— Мә, тик ул бүлмәгә кермә, — ти.

Атаһы киткәс, Сәйфелмөлөк, бүлмәгә инеп, ундағы оло һандыҡты аса. Асһа, йылмайып ҡына һүрәттән бер ҡыҙ ҡарай. Сәйфелмөлөк уға шунда уҡ ғашиҡ була. Атаһы ҡайтҡас, быны һиҙә:

— Ах, улым, бүлмәгә кергәнһең бит, — ти. Сәйфелмөлөк атауынан яҙа, йоҡоларын йоҡламай, бөткәндән-бөтә бара.

— Атай, был һүрәтте миңә бир, мин уны эҙләйем, — ти. Батша уға ун ике һалдат, Сәғит исемле бер серҙәш биреп,

юлға сығара.

Баралар, баралар, диңгеҙгә етәләр. Унда карап эшләтеп, диңгеҙгә төшәләр. Йөҙә торғас, аҙашып, ниндәйҙер утрауға барып сығалар. Бик асыҡҡан булалар. Шунда бер фил балаһы осрай. Уны тотоп алып, утта өтөп ашап, ял итергә яталар. Ҡайһы берҙәре ашамай, Сәйфелмөлөк тә бер ҡабым да ҡабып ҡарамай.

Ял иткәндә фил килеп сыға, тегеләрҙең ауыҙың еҫкәп ҡарай. Кем ашаған, шуны тапап үлтереп китә. Иртән ҡараһалар, һигеҙ һалдат үле ята. Былар алты кеше ҡасалар. Утрауҙа аҙашып йөрөй торғас, былар әллә ниндәй эт башлы, һыйыр аяҡлы кешеләр япына барып сығалар. Тегеләр, быларҙы уратып алып, батшаларына алып киләләр. Батшалары быларҙы бер йортҡа ябып ҡуйырға ҡуша.

Сәйфөлмөлөккә атаһы, Сөләймән пәйғәмбәрҙең йөҙөгөн биреп: «Һаҡла, файҙаһы тейер», — тип әйтеп ебәргән була.

Бер ваҡыт быларҙы һыйлай башлайҙар.

— Ашама, һаҡлан, — ти Сәйфелмөлөк иптәшенә.

Өс ай ваҡыт үтә. Бер көндө быларҙың маңлайҙарына сиртеп ҡарай башлайҙар, һимеҙерәктәрен тотоп ашайҙар. Шул ваҡыт батшаның бор ҡыҙы Сәйфелмөлөккә ғашиҡ була.

— Һин мине ал, ҡотҡарам, — ти. «Үлгәнсе, алайым, яйы табылыр әле», — тип уйлай ҙа Сәйфелмөлөк:

— Иптәшемде лә ҡотҡарһаң, алам, — ти.

Ҡыҙ икеһен дә ҡотҡарып, үҙе Сәйфелмөлөккә ҡатынлыҡҡа сыға. Сәйфелмөлөк илауҙан бушамай, күңеленән теге һүрәттәге ҡыҙҙы һағына. Сәғиттең дә ҡайҙа икәнен белмәй.

Бер йыл үтә. Бер саҡ ҡалаға сығалар. Сыҡһалар, халыҡ өй-көмләшеп кемдәндер көлә. Сәйфелмөлөк ипләберәк ҡараһа, Сәғитте туҡмап, унан көлөп булашалар икән. Сәйфелмөлөк батшаға әйтеп, Сәғитте ҡотҡара. Шул саҡ ул бер аҡыллы әбей барлығын ишетә. Уға кәңәшкә барып, бөтә серен һөйләй.

— Хәҙер көҙ, китергә була, — ти әбей, — кистәрен улар боҙ ҡырына байрамға йыйылалар, унда ҡырҡ дүмһә бар. Дүмһә-ләрҙе һыуға тәгәрәтеп бөтөрөгөҙ ҙә үҙегеҙ боҙҙан-боҙға һикереп ҡасығыҙ, — ти әбей.

Сәйфелмөлөк байрам көнө етеүен көтә, көнө еткәс, кисен бөтә дүмһәләрҙе һыуға төшөрөп, боҙҙан-боҙға һикереп, ҡаса. Уны ҡыуып киләләр ҙә, дүмһәләр булмағас, боҙға төшөргә ҡурҡып, ярҙа ҡарап ҡалалар.

Сәйфелмөлөк, бара торғас, бер утрауға килеп сыға. Был утрау бер дейеү тарафынан сәскә менән ырымланып ҡуйылған булған. Кем дә кем сәскәгә тейә, шунда уҡ үлә икән. Сәйфелмөлөк һаҡлана, бер нәмәгә лә теймәй, баҡсала йөрөй торғас, бер йорт күрә. Инһә, унда зиннәтле карауатта ап-аҡҡа төрөнгән берәү ята. Егет уны асып ебәрә. Мәликә исемле матур ҡыҙ, ти, был. Егет ҡыҙҙы уятып ҡарай, уята алмай. Егеттең күҙе баш осондағы дүрт ҡырлы зиннәтле таҡтаға төшә. Ул таҡтаны ала. Алһа, ҡыҙ килеп тора.

— Эй, егет, һин ниндәй заттан?

— Әҙәм затынан.

— Мин дә.

Улар һөйләшәләр. Сәйфелмөлөк үҙенең ни эҙләүен әйтә.

— Мин ул ҡыҙҙы беләм, — ти Мәликә.

Шул ваҡыт дейеү килә. Егет йәшенә, ә ҡыҙ урынына ята. Дейеү, ҡыҙҙы уятып, бер-ике көн өйҙә тора ла тағы сығып китә.

— Һораш әле, дейеүеңдең йәне ҡайҙа икән? — тп егет ҡыҙға.

Дейеү икенсе тапҡыр ҡайта. Ҡыҙ, иркәлән кенә:

— Әҙәм йәне үҙендә, ә дейеү йәне ҡайҙа була ул? — тип һорай.

— Ә-ә, һинең мине үлтергең киләме?

— Юҡсы! Дейеү һынлы дейеүҙе нисек үлтермәк кәрәк!

— Минең йәнем — диңгеҙ төбөндәге дүрт күгәрсенле ситлек. Сөләймән йөҙөгөн йөрөткән кеше генә мине үлтерә ала, — ти ҙә дейеү тағы сығып китә.

Сәйфелмөлөк, ҡыҙҙы алып, һыу буйына бара ла йөҙөктө диңгеҙгә ташлай:

— Дейеүҙең йәнен сығар, — ти.

Йөҙөк ситлекте алып сыға. Егеттең күгәрсенде үлтереүе була, дейеү килеп етеп йығылып та китә. Ҡыҙ менән егет һалға ултырып йөҙөп китәләр.

Бер ваҡыт һыу эйәһе килеп сыға. Был саҡта Сәйфелмөлөк башын Мәликә тубығына һалып йоҡлап ятҡан була. Уянып китә лә балта менән тегенең башын саба ла өҙә.

— Эй, Мәликә, һәләк була яҙҙыҡ бит, ниңә алдан уятманың?-- ти.

һалда йөҙөп килә торғас, улар Мәликәнең атаһына килеп етәләр.

«Кем дә кем минең Мәликәне таба, шуға ҡыҙымды бирәм»,— тип хәбәр таратҡан була ҡыҙҙың атаһы.

Беренсе кеше осрап, ҡыҙҙан:

— Кем булаһың? — тип һорай.

— Мәликә, — тигәс, теге кеше ҡыҙҙы етәкләп ала ла батша һарайына югерә. Атаһы ҡыҙын иҫән-һау күреп бик шатлана.

— Туй яһайбыҙ, туй! — ти.

— Атай, бында эш башҡаса, сабыр ит, — ти Мәликә. Шунан бөтә хәлде теүәл итеп һөйләп бирә.

Бер ваҡыт Бәдегөльямал тигән бик һылыу ен ҡыҙы, Мәликәнең табылғанын ишетеп, уны күрергә килә. Шунда ен ҡыҙы Сәйфелмөлөктө күрә, Мәликә серҙе аса.

— Ул егет һине эҙләп килгән, бар һин уға, — ти.

— Ул әҙәм затынан бит, нисек барайым?

Көн үтә, ай үтә. Тора-бара Бәдегөльямал үҙе лә егеткә ғашиҡ була.

Бер мәлде дейеүҙәр, дейеү батшаһын үлтергән кешене эҙләп, ендәр араһына килеп сығалар. Аңғармаҫтан ғына Сәйфелмөлөктө эләктереп осороп алып китәләр ҙә, һандыҡҡа һалып, һыу аҫтына төшөрәләр.

Мәликә лә, ендәр ҙә егетте эҙләй башлайҙар. Сәйфелмөлөктө күреп ҡалған бер ен:

— Уны дейеүҙәр алып китте, — тип әйтеп һала.

— Ни эшләргә?

— Әйҙәгеҙ, һуғыш асабыҙ.

Китә һуғыш. Алыша, көс һынаша торғас, ендәр дейеүҙең бер башын сабып өҙәләр ҙә уның үҙенә:

— Егетте бирмәһәң, энә менән тунайбыҙ, — тиҙәр.

— Ҡотҡарығыҙ, табып бирәм, — ти дейеү.

Ул һандыҡты алып сыға. Сәйфелмөлөк бик ябыҡҡан була, уны алып ҡайтып тәрбиәләйҙәр. Һуңынан Бәдегөльямал менән икеһенә шаулатып туй үткәрәләр.

Күп тә үтмәй, иптәшен юллап, Сәғит тә килеп етә. Уға Мәликәне бирәләр.

Бер аҙ торғас, Сәйфелмөлөк өйгә ҡайтыу тураһында һөйләй башлай.

— Мин унда ерһенмәм бит, — ти Бәдегөльямал.

— Юҡ, ерһенерһең, — ти Сәйфелмөлөк. Алдан хәбәр итеп, улар ҡайтып төшәләр.

Егеттең атаһы улының ҡайтыуына ла, килененә лә бөгөн дә шатланып бөтә алмай, ти, әле.

 

Поделись с друзьями:

 

 

    На базе Озерное проводится охота на кабана цены на взрослого самца . Профессиональные егеря.