Убырлы мулла


Борон заманда булған, ти, бер бабай менән әбей. Уларҙың булған, ти, ете ҡыҙы.

Берҙән-бер ваҡыт улар йәшәгән ауылға бәлә килгән. Көн дә ауылдың бер ҡыҙы улә башлаған. Күпме генә уйлап ҡараһалар ҙа, был эштең сәбәбен берәү ҙә асыҡлай алмаған. Кистән бер ниндәй ауырыуһыҙ, һау ҡыҙ иртән тороуға үлгән була, ти. Был бәлә ауылдың бер осонан икенсе осона тиклем бер генә ҡыҙ кешене лә тере ҡалдырмаған. Сират әбей менән бабайҙың -өйөнә килеп еткән, ти.

Тап ошо көндөң кисенә әбей менән бабайға бер һалдат килеп фатир һорап төшкән, ти. Ьалдат егерме биш йыл хеҙмәт яткәндән һуң өйөнә ҡайтып бара икән. Бабай һалдатты өйөнә индергән, хәл-әхүәлдәр тураһында һөйләшә башлағандар, һалдаттың:

— Һеҙҙең яҡтарҙа тыныслыҡмы? — тигән һорауына бабай үҙенең моңдарын һөйләп биргән.

— Беҙҙә көн дә бер ҡыҙ үлеп тора. һаҡлап та ҡарайҙар, тик таңға табан йоҡо баҫып йоҡлайҙар ҙа китәләр. Бәләнең сәбәбен асыҡлаған әҙәм юҡ. Шул ғына мәғлүм: иртән тороуға бер ҡыҙ донъянан киткән була. Был бәлә бөгөн беҙҙә буласаҡ. Сират беҙгә етте. Ни эшләмәк кәрәк, белмәйем. Ете ҡыҙҙың дүртеһе икенсе ауылда кейәүҙә тора, ә үҙемдә өсәүһе ҡалған, барыһы ла өйҙәләр. Мулла икенсе ауылға ебәреп торорға ҡушмай: «Килер бәлә унда ла килер, үлемдән ҡасып ҡотолоп булмай», — ти.

Бабайҙың һүҙен тыңлап торған да һалдат:

— Бабай, ҡыҙыңды һаҡларға миңә рөхсәт ит, бәлки, алып ҡалып булыр, — тигән.

Барыһы ла риза булғандар. Бүтәндәр йоҡларға ятҡан, һалдат, ҡулына ҡылысын алып, шинелен ябынып ишек артына инеп ултырған.

Төн урталарында һалдаттың бик йоҡоһо килә башлаған. Был эште һиҙеп, һалдат тәмәке төргән дә уты менән үҙенең тәненә төрткән. Шул ваҡыт өйгә оҙон һаҡаллы, оҙон ҡара еләнле, башына аҡ сәллә ураған, ҡулына һырлы таяҡ тотҡан бер кеше килеп инә лә бер ҡыҙҙың янына барып табанын яларға керешә. Был хәлде күргән һалдат, һикереп тороп, карттың муйынын өҙә сапмаҡ булып ҡылысын һелтәй. Ҡарт ҡысҡырып ебәрә лә шунда уҡ юҡ була. Тауышҡа барыһы ла уянһа, табанын ялаған ҡыҙ ғына үлгән. Иҙәнгә ҡараһалар, иҙән ҡай менән тулған, ти.

Таң атыу менән бабай был хәлде бөтә ауылға хәбәр итә. һалдат ҡан әҙенән ҡартты эҙләй башлай. Ҡан юлы йылға эсенә төшә лә эҙен юғалта, һалдат, ҡартты таба алмайынса, кире фатиренә ҡайта. Өйҙәгеләр ҡыҙҙы күмергә әҙерләнә, тик йыназа уҡытырға саҡырылған мулла һаман да килмәгән. Был хәлде күреп, һалдат мулланың ниндәй кеше икәнлеген һораша башлай. Хужа бабай:

— Беҙҙең мулла кәүҙәгә оҙон кеше, һаҡалы ла оҙон, башына аҡ сәллә урап, өҫтөнә ҡара елән кейеп, ҡулына һары таяҡ тотоп йөрөй, — тип яуап биргән.

һалдат төндә тап шундай кешене сапҡанын әйткән. Быға бөтә ауыл халҡы ышанмаған, һалдат үҙенең һүҙен дөрөҫләр өсөн, мулланың өйөнә барһалар, мулла өйҙә юҡ, ти. Ҡатыны килгән кешеләргә:

— Ул кисә кистән сығып киткәйне, әле ҡайтмаған. Ул өйҙә лә бик һирәк була. Көндөҙ ауылда була, тән уртаһында саҡ ҡайтып килә торғайны ла, бөгөн әллә ни эшләп килмәне, — тип яуап ҡайтарған.

Ҡатындың һүҙҙәрен ишетеп, халыҡ уйға ҡалған: «Мулла ни эшләп төн уртаһында ғына өйөнә ҡайта икән? Төн уртаһына тиклем ҡайҙа була икән?» — тип уйлана башлаған.

Һалдат халыҡты мулланың һарай, урам тирәһен ҡараштырырға өндәгән. Мулланы эҙләй башлайҙар. Мал ояһының бүрәнәһендә ҡан эҙен күрәләр, һалдат бесән араһын ҡараштыра башлай ҙа халыҡты үҙенең янына саҡыра. Килһәләр, ни күҙҙәре менән күрһендәр: мулла бесән араһында үлеп ята. Ҡылыс мулланың муйынының яртыһына тиклем батҡан була. Был хәлде күреп, халыҡ аптырап ҡала: халыҡ мулланың енәйәт эшея быға тиклем белмәгән дә, был эште көтмәгән дә. Халыҡ, мулланың үле кәүҙәһен ауылдағы зыяратҡа ҡуйҙырмайынса, урманға алып барып шунда ҡалдырырға ҡарар сығара.

Үлгән ҡыҙҙы хөрмәтләп зыяратҡа күмәләр.

Бынан һуң халыҡ иркенләп тын алып ҡала, ауылға икенсе мулла һайлап ҡуялар, ә һалдатҡа ҙур рәхмәттәр уҡыйҙар.

Бабай менән әбейҙең бер ҡыҙы үлһә лә, ике ҡыҙы бәләнән ҡотолоп ҡала.

һалдат ҡайтырға йыйына башлай. Бабай менән әбей һалдатҡа:

— Һин беҙгә бик ҙур изгелек эшләнең, бының өсөн беҙ бик шатбыҙ, беҙҙән теләгәнемде һора, хәленсә бирербеҙ, — тигәндәр.

Шул ваҡыт һалдаттың алдына бабайҙың ҡыҙҙары килеп баҫалар ҙа уны ҡайтармаҫҡа үтенә башлайҙар. Кинйә ҡыҙҙы күреү менән һалдат ура ғашиҡ була, ҡайтмаҫҡа һүҙ бирә. Бабай һалдатҡа:

— Был ҡыҙ һинең бәхетең өсөн тыуған, улым, һин булмаһаң, бөгөн уның сираты ине бит. Мин риза. Бергәләп тиң йәшәгеҙ, матур йәшәгеҙ, — ти.

Иртәгеһенә уларҙың туйҙары була. Был туйҙа мин дә булдым, ҡунаҡ күрҙем, ҡымыҙ эстем. Улар һаман да матур итеп донъя көтәләр, ти.

 

Поделись с друзьями: