Төш юраусылар


Бер ҡарт, ялан буйлап китеп барғанда, бер кеше башына тап була. Алып ҡараһа, маңлайында бер яҙыу бар, тн. Унда: «Был баш арҡаһында бер кеше тыуасаҡ, ҡырҡ бер кеше үләсәк», — тип яҙылған була. Ниндәй яуыз баш был, ысынлап та кешеләргә зарары теймәһен, юҡ итәйем, — тип, ҡарт башты өйөнә алып ҡайтҡан. Башты яндырып, көлөн йыйып, уны бер сепрәккә төрөп, һандығының төбөнә һалып ҡуйған, ти.

Был ҡарттың Гөлфәрәх исемле ҡыҙы булған. Ул көн һайын, атаһы өйҙә юҡ саҡта, һандығын аҡтарып сыға икән. Бер көндө ғәҙәте буйынса һандыҡты аҡтара башлаһа, иң төптә ятҡан бер төргәкте килтереп сығара. Бының эсендә нимә бар икән тип, төргәкте асьщ ҡарай. Нимә икәнен белә алмағас, Гөлфәрәх көлдө тәмләп ҡарай ҙа кире һандыҡ төбөнә һалып ҡуя.

Айҙар үтә. Бер заман атаһы Гөлфәрәхтең ауырға ҡалғанын күрә. Аптырап:

— Ҡыҙым, мин һине кейәүгә биргәнем юҡ бит әле, ни эшләп улай? — тип һорай. Гөлфәрәх һандыҡ төбөндәге көлдө тәмләп ҡарағанын һөйләп бирә, тик шунан ғына шикләнгәнен әйтә. Гөлфәрәхтең улы тыуа. Ул ун йәшендә шундай оҫта төш юраусы була, хатта кешепең ниндәй төш күргәнен дә әйтеп бирә. Ә шул ил батшаһының ҡырҡ төш юраусыһы була. Улар бөтәһе лә батша һарайында йәшәйҙәр икән.

Бер ваҡыт бер әбей төш күрә. Имеш, уның өйөнөң дүрт мөйөшөндә дүрт йылан ята, үҙҙәре уҫал итеп тороп ыҫылдайҙар икән. Иртәгеһен әбей бер ҡаҙ бешереп ала ла, батшаның төш юраусыларына ҡарай юл ала. Малай уның ниндәй төш күргәнен, үҙе әйтмәҫтән, белә. Әбейҙең ҡаршыһына сыға ла:

— Әбей, һин төшөңдә дүрт мөйөштәге дүрт йыланды күрҙең, был яманға түгел, яҡшыға. Өйөңдөң дүрт мөйөшөнә алтын күмелгән. Әйҙә ҡаҙып ҡарайыҡ. Яртыһы һиңә, яртыһы миңә булыр, — ти.

Әбей малайға ышанмай, үҙ юлы менән китә. Малай, әбейҙең ышанмауын күргәс, тиҙ генә ҡағыҙ яҙа ла әбейгә һиҙҙермәйенсә генә уны бешкән ҡаҙының эсенә һала. Әбей барып, ҡырҡ төш юраусынан төшөн юрата. Улар яман юрайҙар, әбейгә өйөн ташлап китергә кәңәш бирәләр. Әбей сығып киткәс, ҡаҙҙы ашай башлайҙар. Ашаған саҡта ҡаҙ эсенән ҡағыҙ тартып сығаралар. Унда: «һеҙ әбейҙең төшөн насарға юранығыҙ, ә өйҙөң дүрт мөйөшөндә алтын күмелгән», — тип яҙылған була. Төш юраусылар тикшереп ҡарарға булалар. Әбейҙең өйөн емереп, мөйөшөн ҡаҙып ҡараһалар, алтын табып алалар. Шунан һуң, малайҙан ҡотолмаҡ булып: «һине батша саҡырта» — тип, алдап саҡыртып алалар ҙа, ҡырҡ алтынға бер кеше яллап, малайҙы үлтерергә ҡушалар. Теге кеше малайҙы тотоп алып, үлтерергә йыйынһа, малай көлөп ебәрә.

— Ниңә көләһең? — тип һорай теге кеше.

— Һин мине бөгөн ҡырҡ алтынға үлтерәһең, иртәгә йөҙ алтындан буш ҡалырһың, — ти малай.

Теге кеше уйлап тора-тора ла малайҙы үлтермәйсә бикләп ҡуя. Шул кистә батша төш күрә. Имеш, ул йылға уртаһындағы күперҙә тора. Шул ваҡытта уны, ҡырҡ бер йылан өҙгәләп йоторға әҙерләнгәндә, бер күгәрсен ҡотҡарып алып ҡала. Батшаның уяныуы була, төшөн онота ла ҡуя. Шунан ул төш юраусыларын саҡыртып ала ла шарт ҡуя:

— Әгәр өс көн эсендә, минең күргән төшөмдө белеп, уны юрамаһағыҙ, үҙегеҙҙе үлтерәм, — ти.

Төш юраусылар батшаның ниндәй төш күргәнен белә алмағас, иҫтәренә теге малай төшә. «Бәлки, үлтермәгәндер әле», — тип, теге яллаған кешеләренә баралар. Был кеше төш юраусыларға малайҙы йөҙ алтынға һатып ебәрә. Төш юраусылар малайҙы батшаға алып баралар. Малай батшаның ниндәй төш күргәнен һөйләп бирә.

— Батшам, төшөңдә күргән ҡырҡ бер йыландың ҡырҡы һинең ҡырҡ төш юраусың, береһе — вәзирең. Улар, һине үлтереп, батшалыҡты үҙҙәренә алырға йыйыналар, һине ҡотҡарған бер күгәрсен — мин, — тип юрай малай.

Батша шунда уҡ үҙенең ҡырҡ төш юраусыһын да, вәзирен дә язалап үлтертә, улар урынына малайҙы ҡуя.

Шулай итеп, кеше башына яҙылған һүҙҙәр раҫҡа сыға. Шул баш арҡаһында бер төш юраусы малай тыуа, ҡырҡ бер кеше — ҡырҡ төш юраусы менән бер вәзир үлә.

 

Поделись с друзьями: