Осар кейеҙ


Бер егет һунарға сығып киткән, ти. Бәй, ҡараһа, яланда ике бала һуғышып йөрөй, ти. Балалар янына барған да:

— Ни эшләп һуғышаһығыҙ? — тип һораған.

— Бына атайымдан ҡалған бер осар кейеҙ, бер таяҡ бар, бер итек бар, шулар өсөн һуғышабыҙ. Өсәү булғас, бүлешеп булмай.

— Аңа ниңә һуғышаһығыҙ, ҡана, үҙем уртаҡлап бирәйем,— тип әйтте, ти.

Тегеләр шайтан балаһы булған инде. Егет мылтығын яһай башлаған:

— Бына мин ҡырҡ бөртөк дарыны һалып атам, шуларҙы табып килтерегеҙ. Ҡайһығыҙ күберәк тапһа, әйберҙәрегеҙҙең икеһе шуға булыр, — тигән.

Егет атып та ебәргән, шайтан балалары, эҙләргә тип, югере-шеп сығып та киткәндәр. Егет осар кейеҙгә ултырған да осҡан, ти. Шунан бара торғас, бер шәһәргә барып еткән. Бер тирмәнсегә кергән, шунда йәшәй башлаған. Тирмәнсенең Гризата исемле ҡыҙы булған. Гризата менән танышып алған. Аталары, быны һиҙеп ҡалып, ҡыҙҙарын тау тишегенә бикләп ҡуйғандар. Егет эҙләй башлаған. Тирмәнсенең ҡатынынан:

— Инәй, мылтыҡ бир әле, йәнлеккә сығып киләйем, — тип һораған.

— Ана теләгәнеңде һайлап ал! — тигән тегенеһе.

Егет мылтыҡтарҙы ҡарағанда, Гризата тип яҙылған мылтыҡ күреп ҡалған. Шул мылтыҡты алған да киткән һунарға. Әллә ни оҙаҡ та йөрөмәгән, бер ҡуян, бер ҡор атып алған да, ҡайтып та килгән, ти.

— Бына мин алып ҡайттым, инәй, бешер!

— Юҡ, быны Гризатаға илтергә кәрәк,—тип әйткән дә ҡуйған, ти, тегенеһе.

— Улай булғас, мин дә барам, — ти, егет.

— Ҡуй, һин унда бара алмаҫһың.

Егет бик ныҡышҡас, киткәндәр былар. Бер ҙур диңгеҙ ҡырына килеп еткәндәр. Диңгеҙгә алып барып, егет шайтандарҙан алған теге кәкере таяҡты һалған икән, шунда күпер хасил булған.

— Бәй, бәй, бында күпер булмай торғайны лабаһа! — тин аптырай, ти, әбей.

Сыҡҡандар былар күперҙән, мәмерйәгә барып еткәндәр. Күстәнәсте Гризатаға биргән дә ҡайтырға сыҡҡац әбей. Килһә, күпер ҙә юҡ, егет тә юҡ.

— Бәй-бәй, күпер ҡайҙа? Егет ҡайҙа?

Егет күренмәй бит инде: әлеге итеген кейгән дә алған. Шулай әбейҙән ҡасып, Гризата янына ингән дә, үҙе менән китергә саҡыра икән.

— Юҡ, ауылға ҡайтмайым, атайымдар орошор, — тип, ҡыҙыҡай баш тарта, ти.

— Минең осар кейеҙем бар, шуға ултырабыҙ ҙа китәбеҙ.

Егет шулай тигәс, Гризата ла күнгән. Шунан былар икәүләп кейеҙгә ултырып алғандар ҙа, егеттең ауылына осоп ҡайтҡандар ҙа киткәндәр, ти. Әле булһа шунда донъя көтөп торалар, ти.

 

Поделись с друзьями: