Һунарсы егет


banner 13

Борон-борон заманда тауҙар аръяғында Хәлим тигән батшаның бер ҡыҙы тыуа, ти. Был ҡыҙ, ете-һигеҙ йәштәргә еткәс, атаһы үҙе хаким булған батшалыҡтан тағы ла утыҙ туғыҙ ҡыҙ эҙләп алды, ти.

Был ҡыҙҙар, бөтәһе лә бер төрлө кейенеп, бер таш һарайҙа үҫәләр. Улар шул һарайҙа бергәләп уҡығандар, шул һарайҙа бергәләп йырға, төрлө һөнәргә өйрәнгәндәр. Бер-береһенә бик оҡшаған булғандар, ти, ҡыҙҙар.

Ун алты-ун һигеҙ йәштәргә еткәс, ҡыҙ атаһынан ҡаланы күрергә рөхсәт һораған. Батша рөхсәт иткән. Ҡыҙҙар самакат менән таш һарайҙан сығып киткәндәр. Бер-береһен ҡыуа-ҡыуа баралар икән. Вәзирҙәрҙән:

— Ҡайһыһы батша ҡыҙы?— тип һораһалар, береһе лә айырып күрһәтә алмай, ти. Батша ҡыҙы үҙен тегеләрҙән бер генә лә өҫтөн ҡуймаған. Хатта иптәш ҡыҙҙары уның батша ҡыҙы икәнен дә онотҡандар. Шулай итеп, йома көн һайын ҡыҙҙар ҡала күреп йөрөр булып киткәндәр.

Берҙән-бер көндө ҡыҙҙар диңгеҙ ярына барып ҡайтмаҡ булғандар. Батша рөхсәт биргән. Ҡыҙҙар самакаттарына ултырып киттеләр, ти. Барып етһәләр, ни күҙҙәре менән күрһендәр, шундай биҙәлгән ҙур пароход килә, ти. Унан йыр, музыка, төрлө көйҙәр ишетелә, ти.

Пароход ярға яҡынлағас, ҡыҙҙар уның эсен ҡарап сыҡмаҡ булғандар. Ишек төбөндә бик матур кейенгән һылыу егет — әфисәр тора, ти.

— Юҡ, һеҙҙе индермәйбеҙ, беҙҙә бер вәзирҙең туйы бара,— ти әфисәр.

— Нисек индермәйһегеҙ, бында бит батша ҡыҙы бар, — ти ҡыҙҙарҙың береһе.

— Улай булғас, батша ҡыҙына рөхсәт бар, күреп сыҡһын,— ти әфисәр. Батша ҡыҙының кереүе булды, пароход боролоп та китте, ти. Ҡыҙ, пароходтағы матурлыҡҡа ғашиҡ булып, пароходтың китеүен һиҙмәй ҙә ҡалды, ти. Ҡыҙҙы оло диңгеҙҙәр аръяғына алып киттеләр, ти.

Пароход ҡуҙғала башлағас, ҡыҙҙар батшаға хәбәр иттеләр, ти. Батша шунда уҡ ҡыуғын ебәрә. Тик теге пароход урынында төтөнө генә тороп ҡалған, ти. Батша бөтә ғәскәренә ҡыҙын эҙләтергә ҡушты, ти.

Был дейеү-пәрейҙәрҙең пароходы булған. Улар ҡыҙҙы алыҫ диңгеҙ аръяғына алып киткәндәр.

Шул диңгеҙ аръяғында ҡара урманда бер һунарсы йәшәгән, һунарсының бер улы, бер ҡыҙы булған. Үҙе үлгәндә ул улына бер ҡулъяулыҡ, уҡ-йәйәһен ҡалдырған. Егет менән ҡыҙ урманда көн итәләр икән. Егет һунарға йөрөй, ә һеңлеһе ашарға әҙерләй, ти. Ағаһы һунарға киткәс, был ҡыҙ көн дә диңгеҙ буйына килә икән. Диңгеҙҙең икенсе яғындағы бер егет көн дә ҡыҙ менән ҡысҡырып һөйләшә, ти. Ҡыҙ атаһы ҡалдырған мөғжизәле яулыҡты болғаған икән, диңгеҙ аша күпер һалынған, ти. Теге егет пәрей малайы булған. Ҡыҙ менән егет бер-береһен бик яратып ҡушылалар. Шулай ҙа егет һунарсыға күренмәй йәшәй. Ҡыҙ менән егет, һупарсыны үлтереп, икеһе генә йәшәргә уйлайҙар. Егет һунарсыны ағыуларға итә. һунарсы быны һиҙеп ала ла тегеләрҙең икеһен дә сабып ташлай. Үҙе, ер-һыу күрергә тип, сығып китә.

Егет, бик күп ер үткәс, йоҡларға тип, тау башына менә. Төндә әллә ниндәй тауыштар ишетеп, күҙен асып ҡарай икән. Шунда йыраҡта ут күрә. Ул ут тас йәшен кеүек — бер һүнә, бер яна, ти. һунарсы шул яҡҡа юл тота. Барып етһә — бер өй, тәҙрәһе бәләкәй генә, ти. Ул ишекте тибеп аса ла эскә керә. Керһә, ни күҙе менән күрһен, бик сибәр, еткән ҡыҙ ултыра.

— һин, егет, ниңә килдең, бар тиҙ бул, кит бынан. Хәҙер һине лә, мине лә дейеү үлтерәсәк, — ти икән ҡыҙ.

— Юҡ инде, һылыу ҡыҙ, мин һинһеҙ китмәйем, әйҙә бергә, — ти егет.

Дейеү менән ҡанлы алыштан һуң, ҡыҙ менән егет ҡыҙҙың тыуған яҡтарына ҡайтып китәләр. Ҡыҙ атаһының исеме яҙылған балдаҡты егеткә бүләк итеп бирә. Был балдаҡ гәүһәр таштан була, төн булһа, ут сығара икән.

Бер ни тиклем юл үткәс, былар бер пароход күрәләр. Пароход ошо ҡыҙҙы әҙләп йөрөй икән. Батшаның ҡыҙын танып, вәзир быларҙы пароходҡа ала. Егеттең батша ҡыҙын ҡотҡарғанын белгәс, вәзир уны үлтермәксе була. Үлтерә алмағас, һунарсыны бер тау тишегенә бикләп китә.

Бер нисә көн үткәс, һунарсы егет тау тишеген ҡаҙып сыға. Теге яулығын болғап ебәрһә, ҡыҙҙың йәшәгән ҡалаһына барып төшә. Ҡала ситендә бер өйгә фатиргә инә. Әбейҙән:

— Ҡалала ниндәй яңылыҡтар бар? — тип һорай. Әбей:

— Батша ҡыҙын кейәүгә бирә, тик ҡыҙы ниңәлер үҙен ҡотҡарған вәзиргә сығырға теләмәй, — ти.

һунарсы егет, ҡалаға сығып, иғландар уҡып йөрөй икән. Шунда:

— Кем дә кем балдаҡ аша уҡ сығара, шул кешегә батша ҡыҙын бирә, — тип яҙылған яҙыуҙы күрә. Батша ҡыҙына кейәү һайлау ниәтенә мәжлес йыя. Мәжлескә бөтә батшалыҡтан да мәргән атыусылар йыйылалар, һәр береһе балдаҡ аша атып ҡарай икән. һәр уҡты батша менән ҡыҙы тикшереп ҡарап торалар, ти. Балдаҡты атҡан һайын яңы урынға күсерәләр, ти.

һунарсы егет ҡыҙ биргән балдаҡты уғына кейҙереп атып ебәрҙе, ти. Уҡ теге балдаҡты ла кейҙереп алып китте лә батша алдыпа барып төштө, ти. Ҡояшта гәүһәр таштар ут булып ялтырап баралар икән, ти. Ҡыҙ ҡысҡырып ебәрҙе, ти.

— Атай, ана һинең йөҙөгөң. Мин уны үҙемде ҡотҡарған егеткә биргәйнем. Уны һинең вәзирең таш өнгә бикләп киткәйне. Ул хәҙер иҫән. Бәйгелә мәргән, яуҙа батыр, ололарға инсафлы, йәштәргә йор һүҙле. Бир мине шул батырға, — тине, ти.

Батша, батыр һунарсыны ҡосаҡлап, үҙенең ризалығып әйтте, ти. Ошо уҡ мәжлесте туйға өйләндереп, үҙе ҡартайғанлыҡтан, батшалыҡ вазифаһын да кейәүенә тапшырыуын әйтте, ти.

— Хәҙер, кейәү, үҙеңде йәберләгән теге хаинде нисек язалаһаң да үҙ ҡулыңда, — тине, ти. Батыр һунарсы батшаға:

—- Халҡым енәйәтсегә, алдаҡсы менән бурға ниндәй яза бирһә, шул булыр. Ғәфү итһә, мин уға ла риза. Халҡым хөкөм итһен оло хыянатсыны, — тине ти.

Халыҡ бер тауыштан:

— Хаинде дар ағасына аҫырға, — тип ҡарар иткән.

Шул көндән башлап был илдә ғәҙеллек, дөрөҫлөк хөкөм һөрә, ти. Илдең халҡы ла бик шат, бик бай йәшәй, ти.

 

Поделись с друзьями:

 

 

    Альби Флора предлагает горшки керамические для цветов недорого . Оригинальные горшки.