Етем ҡыҙ менән мулла


Йәшәгән, ти, әбей менән бабай. Уларҙың бик һылыу, бик уңған ҡыҙҙары булған. Ҡыҙ үҫеп буйға еткәс, әбей менән бабай бер-бер артлы үлеп киткәндәр. Меҫкен ҡыҙ етем тороп ҡалған. Үлер алдынан атаһы күрше генә йәшәгән муллаға ҡыҙын ҡарап торорға, кеше итергә васыят әйтеп ҡалдырған.

Был ҡарт мулла ҡыҙҙы гел күҙәтеп, ҡарап йөрөй башлаған. Ҡыҙҙың матурлығына һоҡланған. Тора-бара бөтөнләйгә ҡыҙға күҙе төшә, уны һәр аҙымы һайын эҙәрлекләп йөрөй башлай. Ҡыҙ быны һиҙә, бик ҡурҡа, бошона. Ахырҙа күрше әбейҙән кәңәш һорай. Әбей быға былайтып кәңәш бирә:

— Оло урманға бар. Унда бәләкәй генә бер һуҡмаҡ күрерһең. Шул һуҡмаҡ буйлап туғыҙ көн барғас, бер өй күрерһең. Шул өйгә ин, үҙ өйөңдә йәшәгән кеүек йәшә. Унда алты ҡаҙаҡ булыр. Улар һунарға йөрөйҙәр, һин уларҙың донъяһын көт. Мулла һине эҙләп таба алмаҫ, — ти. Ҡыҙ китә. Ҡаҙаҡтар һунарҙа саҡ була. Ул быларҙың бөтә эшен бөтөрә. Бына бер заман ат тояҡтары тауышы ишетелә: алты ҡаҙаҡ алты яҡтан һунарҙан ҡайтып килә. Ҡыҙ ҡурҡып китә лә йәшеренә. Ҡаҙаҡтар ингәс', аптырап, ишек төбөндә туҡтап ҡалалар. Бөто өй эсе гөлт итеп тора, бөтә нәмә йыйыштырылған, йыуылған, өйҙә бер кем дә күренмәй. Былар кәңәшләшәләр ҙә былай тиҙәр:

— Кем бар өйҙә? Сыҡ, йәшенмә. Оло кеше булһаң, әбейебеҙ тиербеҙ, йәш булһаң, һеңлебеҙ тиербеҙ. Рәнйетмәбеҙ, бер тигеҙ яратырбыҙ, — тиҙәр. Ҡыҙ сыға. Шулай итеп, улар матур ғына йәшәй башлайҙар.

Бер ваҡыт ҡыҙ мунса яғып йөрөгәндә, ауылдан теге әбей килә. Уны, бик күп аҡса түләп, мулла ебәргән икән. Алты ҡаҙаҡтан һуң ҡыҙ мунса инә. Инеп бөткәс, әбей алып килгән, мулла сихырлап ебәргән күлдәкте кейһә, шунда уҡ иҫһеҙ булып йығыла. Ҡаҙаҡтар быны көтәләр-көтәләр ҙә, ҡыҙ һаман ҡайтмағас, иң өлкәне барып ҡарарға була. Ҡыҙ үлгән тип уйлап, күтәреп алып ҡайта. Былар бик ҡайғыралар, илайҙар. Ҡыҙҙы бер ағас башына бәйләп китәләр. «Бейек ергә ҡуяйыҡ, бөтә кеше күреп һоҡланһын», — тиҙәр.

Бер ваҡыт ошо илдең батшаһы һунар итеп йөрөгәндә, ҡыҙҙы күреп ҡала. Был, нисектер, һиҙенепме, ҡыҙҙың тәнен күрергә-теләпме, ялсыларына ҡыҙҙың күлдәген сисергә ҡуша. Күлдәктә сисеүҙәре була, ҡыҙ шунда уҡ терелә лә ҡуя. Шунан өйгә инә һалып, үҙенең иҫке күлдәген кейеп сыға. Батша ҡыҙҙы үҙенә икенсе ҡатын итеп ала. Былар батша менән бик һәйбәт итеп йәшәй башлайҙар.

Оҙаҡламай батша бер йыллыҡ сәйәхәткә сыга, ҡыҙ буйға уҙып ҡала. Батша: «Мин ҡайтыуға улым тыуыр»,— тип һөйөнә. Ни өсөн тигәндә, инде нисәмә йыл бергә йәшәһәләр ҙә, оло ҡатыны бер бала ла тапмаған икән.

Йәш ҡатын ысынлап та ул таба, үҙе иҫһеҙ булып ауырып китә. Кендексе әбей, батшаның оло ҡатыны ҡушыуы буйынса, малайҙы бер балыҡсының мурҙаһына илтеп тыға ла бының ҡуйынына яңы тыуған көсөк алып килеп һала. Батша ҡайтҡас:

— Ҡатының көсөк тапты, — тиҙәр. Батша ғәрләнә, бик ныҡ асыулана. Сихырсыһына ҡатынды сихырларға ҡуша. Сихырсы ҡарсыҡ ҡатынды эткә өйләндерә. Ә теге малайҙы балыҡсы ҡарт мурҙаһынан табып ала ла әбейенә алып ҡайта.

— Ҡарт көнөбөҙҙә алла ул бирҙе, — тип бик һөйөнәләр былар. Малай бик теремек була, бик тиҙ үҫеп, егет булып етә. Ҡыҙ йәрәшә, һунарға йөрөй башлай.

Бер ваҡыт ул һунарҙа батшаға осрай. Батша быны оҡшата, бик ярата. Егет быға тотҡан төлкөһөн бүләк итә. Былар дуҫлашалар. Батша ҡатыны, һиҙеп ҡалып, сихырсыға был егетте юҡ итергә ҡуша. Сихырсы батшаға әйтә:

— Фәлән ерҙә донъя уйыны бар. Шунда үҙеңдең иң яратҡан батырыңды ебәр, дәүләтең артыр, — ти. Батша был эште егеткә ҡуша. Юлға сығыр алдынан егет йәрәшкән ҡыҙы менән хушлаша. Ҡыҙ бик аҡыллы, бик зирәк була. Егеткә былай ти:

— Донъя уйынын шым ғына алырға кәрәк, һаҡсылар уянып ҡуймаһындар. Ул бер өйҙә бикле булыр. Ишеген майлап ас, тауышы сыҡмаһын. Тупһала ятҡан кәзәгә һоло бир, баҡырмаһын, — ти. Егет шулай эшләй, күп тә үтмәй, батшаға донъя уйынын алып ҡайтып бирә. Батша бик шатлана, ә сихырсы ҡайғыра.

Аҙмы-күпме ваҡыт уҙғас, егет менән ҡыҙ өйләнешәләр. Туйға батшаны ла саҡыралар. Батша, бер көн ҡунаҡ булып, егет менән ҡыҙҙы үҙҙәренә саҡырып ҡайтып китә. Былар батшаға ҡунаҡҡа барырға йыйыналар. Шул ваҡыт ҡыҙ егеткә былай ти:

— Ишек төбөндә бер эт ята. Башҡалар кеүек һин уға төкөрмә, сыбыртҡыңды ла һелтәмә, ҡарап ҡына уҙ, — ти. Егет шулай итә. Батша асыулана:

— Ниңә беҙҙең тәртипкә буйһонмайһың? — ти. Егет:

— Ул минең инәйем бит, — ти ҙә бөтә хәлде нисек булған шулай һөйләп бирә. Батша сихырсыға эттең сихырын алырға ҡуша. Был яңынан йәп-йәш, һылыу ҡатынға әйләнә. Батша оло ҡатыны менән сихырсыны юҡ итергә ҡуша. Ә былар: егет, ҡыҙ, ҡарт, уның әбейе, батша менән йәш ҡатыны алтаулап һәйбәт итеп йәшәй башлайҙар.

 

Поделись с друзьями: