Инә арыҫлан


Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер батша. Батша яҡшылығы менән халыҡта дан алған. Тик уның яуыз инәһе генә халыҡты ҡан илатыр булган. Батшаның бер ҡыҙға күҙе төшкән. Туй үткәргәндәр. Яуыз ҡәйнә киленен бер ҙә генә күрә алмаған. Нисек кенә булһа ла улын айыртырға тырышҡан. Килене, етмәһә, йөклө икән.

Берҙән-бер көндө батша оҙон юлға сыға. Батшаның ҡайты-уыпа ҡатыны ике игеҙ улан таба. Инәһе улының ҡайтыуына ағыу әҙерләп, бүлмәһенә индереп ҡуя. Улы ҡайтҡас та, инәһе былай ти:

— Һинең йөклө бисәң вәзиреңдән ике ул тапты, ҡайтыуыңа бына ағыу әҙерләне.

Батша, инәһенә ышанып, ҡатынына ике балаһын күтәртеп, ҡара урманға алып барып ташларға ҡуша. Һалдаттар ҡатынды йәлләп илаһалар ҙа, ни эшләтә алһындар, батша әмеренә ҡаршыларын булмай.

Ҡатын, ике балаһын күтәреп, бик күп ерҙәр йөрөй. Еләк менән туйына. Арып-талып малайҙарын имеҙеп ятҡанда, йоҡлап китә. Баланың әсе тауышына уянып китһә, ни күҙе менән күрһен, ниндәйҙер арыҫлан бер малайҙы алып ҡасып бара. Ҡатын, яңғыҙ ҡалған балаһын күтәреп, байтаҡ ер үткәс, бер ҡалаға килеп керә. Тамаҡ туйҙырып сығыу ниәте менән ситтә генә ултырған өйгә инә. Өйҙә яңғыҙ ғына бер ҡарт була. Ул быларҙың хәлен аңлап, үҙендә ҡалдыра. Кис менән ай яҡтыһында ҡатын, ире биргән йөҙөккә ҡарап, буҫлығып-буҫлығып илай икән. Ҡарт сәбәбен һорап ҡараһа ла, ҡатын дөрөҫөн һөйләмәй, ҡунаҡҡа барғанда аҙаштым, ти, икән. Байтаҡ ғүмер уҙа, малай ҙа ҙурайып килә, ти.

Был ваҡытта әлеге батшаға икенсе бер батша һуғыш асҡан, ти. Батша илгә шундай яҙыу тарата: «Кем дә кем миңә килеп ярҙам итә, ул кеше минән хөрмәт күрәсәк, минең иң яҡын дуҫым буласаҡ».

Был ваҡытта малай, ун биш-ун алты йәшкә етеп, яҡын-тирәлә ал бирмәгән батыр булып танылған, ти. Егет, батша саҡырыуын ишетеп, яуға китергә теләүен әйткәс, инәһе ҡайғырып илай ҙа:

— Бына, улым, аманат йән һаҡлар тигәндәр, — тип улына йөҙөгөн һалып бирә лә оҙатып ҡала.

Бер заман батша хеҙмәтселәре һунарҙа йөрөгәндә яланаяҡ-лы эҙ күреп ҡалалар. Эҙҙе юллап барып ҡараһалар, бер ағас төбөндә үҫмер малай менән арыҫлан ятҡанын күрәләр, һунарсылар малайҙы саҡырып алалар ҙа, уға кейем кейҙереп, үҙҙәре менән алып китә башлайҙар. Шул ваҡыт арыҫлан илай-илай. малай артынан эйәргән, ти.

Өйгә ҡайтып еткәс, хеҙмәтселәре батшаға арыҫлан менән бер егет алып ҡайтҡанлыҡтарын хәбәр иткәндәр. Батша егетте алып килергә ҡушҡан. Егетте күргәс, аптырап киткән, уны ҡайҙалыр күргән кешеһенә оҡшатып, ҡарай ҙа ҡарай икән.

Яу сыҡҡас, батша егетте һуғышҡа ебәрә. Дошмандарға ел-дауыл булып ташлана, ти, был егет. Икенсе яҡтан, теге егет дошманды тар-мар итә, ти. Яуҙы түңкәреп, дошман ғәскәрегг ҡырып бөтөп, был егеттәр батшаға килгәндәр. Сапҡынсылар алдан батшаға ике бәһлеүәндең дошманды ҡыйратыуҙары тураһында хәбәр иттеләр, ти.

Батша быларҙы өс көн байрам иттергән, ти. Бөтә халыҡ та өс көн, өс төн һыйланған. Арыҫлан менән бергә килгән егеткә-күрһәтеп, халыҡ:

— Был егет — беҙҙең ҡотҡарыусыбыҙ! Ул ни тип әйтһә, батша уны тыңларға тейеш! — ти икән.

Шул ваҡыт арыҫлан менән килгән егет, икенсе егеткә күрһәтеп:

— Был егет булмаһа, мин бер үҙем генә еңә алмаҫ инем,— тип әйтте, ти. Батша был ике егеттең бер-береһенә ике тамсы һыу кеүек оҡшағанлыҡтарын күреп иҫе китте, ти. Шул ваҡыт егет, инәһенең йөҙөгөн алып, батшаға күрһәтте, ти. Батша ни тип әйтергә белмәй, бер ағарынды, бер буҙарҙы, ти. Тора биргәс кенә, батша:

— Эй балам, — тип әйтә алды, ти.

Батша егетте инәһен алырға ебәрҙе, ти. Инәһе, улын һағынып, ғазап эсендә янған, ти. Улы инәһенә бөтәһен дә һөйләп бирҙе, ти. Егетте тәрбиәләп үҫтереп кеше иткән өсөн, ҡартҡа күп итеп мал биреп китте, ти, был ҡатын. Батша һарайына килеп ингәс, арыҫлан эргәһендәге егетте күреп, аптырап ҡалды, ти. Батша:

— Арыҫлан тәрбиәләп үҫтергән улың ошо инде, — тип әйткәс, ҡатын хатта иҫен юғалтты, ти. Иҫенә килгәс, ҡатын барыһын да һөйләп биргән. Шатлыҡтарынан ни эшләргә белмәгәндәр былар. Батша теге яуыз ҡарсыҡты урман төпкөлөнә алып барып ташларға әмер биргән, һалдаттар уны илтеп ташланылар ҙа еңел тын алып ҡуйҙылар, ти.

Батша ике улының ярҙамында әле лә яҡшы батшалыҡ итә, имеш.

 

Поделись с друзьями: