Әбйәлил


Борон-борон заманда бер ауылда бер әбей менән бабай йәшәгән, ти. Уларҙың Әбйәлил исемле берҙән-бер улдары булған. Былар бик ауырлыҡ менән, интегеп көн үткәргәндәр. Мал-тыуарҙары ла, ҡош-ҡорттары ла булмаған уларҙың. Берҙән-бер көндө әбей менән бабай үлеп киткән. Бәләкәс Әбйәлил үкһеҙ етем тороп ҡалған. Атаһынан уға бер ҡосаҡ һалабаш ҡабығынан башҡа бер нәмә лә ҡалмаған, ти.

Бер көндө Әбйәлил, ана шул ҡабыҡтарҙы күтәреп, ҙур бер күл янына барған. Ҡабыҡты һыуға һалып шешендергән дә унан һалабаш һуйған, шунан оҙон итеп арҡан ишергә тотонған. Шул саҡта һыуҙан күл эйәһе килеп сыҡҡан да, унан:

— Егет, һин нимә эшләйһең? — тип һораған. Әбйәлил, иҫе китмәй генә:

— Бына ошо арҡанды ишеп бөтәм дә күлде күккә аҫып ҡуям, — тигән.

Быны ишеткәс, күл эйәһен бөтөнләй ҡурҡыу алған. Ул ялынып-ялбарып:

— Ҡалдырһана, егет! Күлгә теймә инде, йәнең нимә теләһә, шуны бирермен, — тигән.

«Был шөкәтһеҙ мәхлүктән нимә һорарға икән һуң?» — тип, Әбйәлил уйға ҡалған. Уның менеп йөрөргә берәй яҡшы атың булһын ине тигән күптәнге теләге бар икән. Әбйәлил күл эйәһенән шундай бик шәп бер ат һорамаҡсы булған.— һин миңә иң яҡшы бер һайлам ат бир. Шул сағында кулде урынында ҡалдырырмын, — тигән ул.

— Юҡ, егет, мин һиңә ат бирә алмайым. Атым киттеме — даным да бөтә минең, — ти икән күл эйәһе.

— Ихтыяр үҙеңдә, мин көсләшеп тормайым, ә күлде мин бында ҡалдыра алмайым, — тигән дә Әбйәлил арҡанын ишә биргән.

Күл эйәһе уйға ҡалған. Бер аҙ уйлап торғас, Әбйәлилгә ҡарап:

— Һин күл саҡлы күлде күтәреп китерлек шундай бер бәһлеүәнһең икән, минең менән кемуҙарҙан югерешеп ҡара улай булғас. Күлде тирәләп югерешәйек. Мине уҙалһаң, ат һинеке булыр, — тигән.

— Була ул, — тигән Әбйәлил. — Тик шундай шарт менән: минең сәңгелдәктә ятҡан бер кесе ҡустым бар, шуны югереп уҙа алһаң, инәү ярышырбыҙ. Уны уҙа алмаһаң, мин һинең ише менән югерешеп тә тормайым.

— Ул ҡустың ҡайҙа һуң һинең? — тип һораған күл эйәһе.

— Анау ҡыуаҡ төбөндә ята, — тигән Әбйәлил. Хәҙер шунда бар ҙа ҡойроғоң менән ҡыуаҡҡа һуғып ал, ул шунда уҡ югереп китер.

Күл эйәһе ҡыуаҡлыҡҡа барып, теге әйткәнде эшләгән икән, шунда уҡ ҡыуаҡ төбөнән бер ҡуян сығып та югергән, ти. Күл эйәһе ҡурҡаҡ ҡуян артынан төшкән, ләкин ҡыуып етә алмаған.

Шунан инде ул, Әбйәлил янына кире килеп:

— Йә, егет, былай булғас, өҫкә тиклем ярышайыҡ. Хәҙер көрәшеп ҡарайбыҙ, — тигән.

Әбйәлил быға ла риза булған.

— Минең һикһән йәшлек олатайым бар,— тигән ул,— әгәр һин шуны көрәшеп йыға алһаң, күл һинеке булып ҡалыр. Олатайым анау тал агаһында ята. Бар ҙа таяҡ менән ҡаты итеп һуғып ал. Шунан ул һинең менән көрәшә башлар.

Күл эйәһе талыҡҡа барып, йоҡлап ятҡан айыуға таяҡ менән берҙе ҡундырып алған, ти. Айыу һәйбәтләп кенә урынынан торған да, алғы аяҡтары менән күл эйәһен бөрә тотоп алып, шунда уҡ ергә йығып һалған.

Күл эйәһе айыуҙан көскә ысҡынып, ҡайтанан егет янына килгән.

— Һәләк көслө икән дәһә олатайың! Былай булғас, һипең үҙең менән көрәшеп тормайым инде, — тигән. Шунан һуң ул:—Минең алтмыш ҡолас ала бейәм бар. Әйҙә, шуны күтәреп, күлде берәр ҡат әйләнеп сығайыҡ, — тигән.

— Тәүҙә һин үҙең әйләнеп сыҡ, ә унан мин ҡарап ҡарармын, — тигән Әбйәлил.Күл эйәһе үҙенең алтмыш ҡолас ала бейәһен иңбашына күтәреп алған да күлде әйләнен сыҡҡан. Шунан һуң, Әбйәлилгә ҡарап:

— Йә, егет, хәҙер һин әйләнеп кил инде, — тигән. Әбйәлил арҡан ишеүен ташлап, алтмыш ҡолас ала бейә-

янына килгән дә, күл эйәһенә ҡарап:

— Самалауымса, һин ул тиклем көслөләрҙән түгел икәнһең, һин атты иңбашыңа күтәреп йөрөттөң, ә бына мин уны аяҡтарым араһына ҡыҫтырып ҡына ла йөрөтә алам! — тигән.

Шул ерҙә Әбйәлил, атты йәһәт кенә менеп алған да күлде-тирәләп сабып та сыҡҡан.

Күл эйәһе хәҙер инде вәғәҙәһен үтәмәй булдыра алмаған. Ул үҙенең йылҡы өйөрөнән иң яҡшы бер атты һайлап, Әбйәлилгә килтереп биргән, ә аты — алтынға алыштырғыһыҙ булған: ҡаты тояҡлы, шырт текә яллы, бөркөт күкрәкле, суртан һыртлы, шеш ҡолаҡлы, еҙ күҙле, яңаҡтары тар ғына, эйәге ослайып барып бөткән һылыуҙарҙан һылыу салт саптар бер арғымаҡ икән, ти.

Әбйәлил көтмәгәндә килгән был бәхеткә ҡыуанып, саптар-арғымаҡҡа атланған да өйөнә сабып ҡайтып киткән, ти.

Шул көндән алып Әбйәлилдә яҡшы аттар үрсетәләр икән, ә-егеттәренең зирәклек, ҡыйыулыҡ менән тирә-яҡҡа дандары таралған, ти.

 

Поделись с друзьями: