Йылан ҡыҙ менән Вәнүшкә


Әүәл заманда бер шәһәрҙә бер бай йәшәгән. Уның ун һигеҙ йәшлек улы булған. Бер ваҡыт күршеһе ингән дә:

— Кәбәнеңә һыу үткән, янып ята бит! — тигән. Атаһы улына кәбәнде барып ҡарарға ҡушҡан.

— Ярар, иртәгә барып таратырмын, — тигән улы. Икенсе көндө егет һәнәк алған да бесәнде ҡарап ҡайтырға киткән. Бер һәнәк кенә алып ырғытҡан икән: «Вәнүшкә, һаҡла мине», — тигән тауыш ишетелгән.

Тирә-яҡҡа ҡарай — берәү ҙә юҡ. Шунан кәбәнде тотошлайы менән туҙҙырып ташлай. Инде эш бөттө тигәндә генә, бер йылан килеп сыға ла бының муйынына урала ла ҡуя. Егет ҡулы менән алып ташларға итә, ташларһың, көс етерлек түгел. Шунан Вәнүшкә муйынын яулыҡ менән бәйләй ҙә ҡайта ла ята.

Әсәһе быны ашарға саҡыра:

— Вәнүшкә, тор, ашарға ултырттым! — ти. Был сыҡмай.

— Инәй, кер әле! — ти.

Әсәһе керһә, Вәнүшкә йыланды күрһәтә. Ап-аҡ йылан ҡап-ҡара күҙе менән ҡарап тора. Хәҙер врач саҡыралар. Ике врач килә. Төрлөсә итеп ҡарайҙар — юҡ, бер нисек тә алып ташлай алмайҙар йыланды. Шунан төрлө дарыу еҫкәтәләр — дарыуға ла иҫермәй был. Аптырағас, врачтар ҡайтып китә. Егет тышҡа сыҡҡайны, йылан телгә килә:

— Вәнүшкә, мине үҙемдең илемә илтеп ташла, шунан ҡотолорһоң. Яҡшы ат һайлап ал, — ти.

— Беҙҙең үҙебеҙҙең дә ат бар ул.

— Юҡ, шәһәрҙәге иң яҡшы атты һайлап ал.

Кереп атаһына һөйләп бирә. Атаһы яҡшы ат һатып ала> Йылан:— Юлда һыуыҡ булыр, яҡшы кейен, — ти.

Ике ҡат салбар, быйма, шарф, ҡыҫҡа тун, толоп, бейәләй — барыһын да әҙерләнеләр ҙә юлға сыҡтылар. Теге йылан һаман муйында инде! Бер нисә тәүлек барғас, һыуыҡ була башланы. Ҡыҫҡа тунды кейҙе хәҙер, бейәләй ҙә кейҙе. Бара-бара быймаһын, толобон да кейҙе.

Йылан әйтә:

— Вәнүшкә, күпме өшөһәң дә, йылынырға саҡырған ергә төшмә, һәләк булаһың. Мин дә һәләк булам, — ти.

Бара торғас, юлда берәм-һәрәм өйҙәр осрай. Матур ғына ҡыҙҙар югерешеп сығалар ҙа быны саҡыралар:

— Вәнүшкә, өшөгәнһең бит, кереп йылынып кит, — тиҙәр. Был уға ҡарамай китеп ултыра. Үлер сиккә етте был хәҙер,

өшөнө, ҡалтырап тора.

— Барыбер үлергә, керәйем, булмаһа, берәйһенә, — тип, атынан төшкәйне, йылан:

— һин дә үләһең, мин дә. Мен атыңа кире! — ти.

Тағы китте был. Теше тешкә теймәй ҡалтырап бара ине, бына бер саҡ йылындыра башланы.

— һыуыҡты үттек, хәҙер эҫене үтәбеҙ, — ти. — Алда һыу һатыусы булыр, туҡталма, — ти йылан.

Китеп бара, китеп бара был, һис түҙерлек түгел, эҫе. Ауыҙы кибеп бөттө, төкөрөк тә йота алмай. Ағас араларынан матур ҡыҙҙар сығалар ҙа быны тағы саҡыралар:

— Вәнүшкә, күләгәлә ултырып, ял итеп кит, — тиҙәр.

, Быныһына ла түҙҙе егет, үтеп киттеләр. Аҡланға еттеләр. Барып етһәләр — һауаға олғашып торған көмөш шикелле ҙур йорт.

— Вәнүшкә, атыңды шунда табан ҡыу, — ти йылан. Егет атын шунда борҙо. Бәй, иҫләһә, муйынында йылан юҡ.

Туҡтаны. Ни эшләргә? Шулай торғанда, йорттан ике ҡыҙ килеп сыға. Киләләр ҙә былар Вәнүшкәне алып керәләр, һәйбәтләп йыуындыралар. Өс көн торғас, Йылан ҡыҙ үҙе килә: —. Йә, нисек, Вәнүшкә?

— Яҡшы.

— Ашаталармы?

— Ашаталар.

Йылан ҡыҙ теге ике ҡыҙға Вәнүшкәне баҡсала йөрөтөргә ҡуша. Шәп аттарға ултырып сығып киттеләр. Баҡсала, һиңә әйтәйем, нимә генә юҡ — донъяла булған бөтә емеш бар!

Йылан ҡыҙ һауалағы йондоҙҙар батшаһы икән. Вәнүшкә йөрөп ҡайтыуға, ул килә:

— Вәнүшкә, минең өс ағайым бар, шуларҙы ҡунаҡҡа саҡырайым әле, — ти. Егеттән рөхсәт һорай инде, бик әҙәпле ҡылана. Шунан күгәрсенгә әйләнә лә осоп сыға ла китә. Күп тә үтмәй, был, өс ағаһын эйәртеп, ҡайтып та төшә. Ашарға ултырғайнылар, ҡыҙ һөйләп бирә:— Ағайҙар, — ти, — бына ошо егет мине бәләнән ҡотҡарҙы, — ти. — Мине дейеү пәрейҙәре алып киткәйне, һауала көрәшә торғас, имгәнеп, йығылып төшөп ҡалдым. Әлдә кәбәнгә-тура килдем. Мипе ошо Вәнүшкә соҡоп сығарҙы, — ти.

Ағалары:

— Яҡшы булған, — тиҙәр, маҡтайҙар егетте.

Шунан Йылан ҡыҙ Вәнүшкәне тағы йыуынырға кертеп ебәрә. Әҙәпле инде, таҙалыҡты ярата. Егет йыуынып сыҡҡас:

— Вәнүшкә, бына һиңә бер күлдәк, уны һин бер ваҡытта ла һалма, — ти.

Вәнүшкә шул һоро күлдәкте кейҙе. Хәҙер Вәнүшяәнең ҡайтҡыһы килә башланы. Сыҡты, аты янына килде. Атын менәйем тип, арҡаһына ҡулын һалғайны, атының биле һығылып, эсе ергә тейҙе лә ҡуйҙы.

Быны Йылан ҡыҙ күреп торған икән:

— Вәнүшкә, атыңды менмә, ул һине күтәрә алмай хәҙер,— ти. — Йәйәү генә бар. Бер көн барғас, оло ағайым йәшәгән ергә етерһең. Ул һиңә үҙенең атын бирер, — ти.

Вәнүшкә атын етәкләне лә китте. Барып етте тегенең ағаһына; Вәнүшкәне бик шәп ҡунаҡ иттеләр. Китергә булғас, тегенең ағаһы һорай:

— Вәнүшкә, һеңлем һиңә бүләк бирҙеме?

— Бирҙе, бер күлдәк бирҙе. Шунан был һарайына кереп китә лә:

— Мә, Вәнүшкә, был минең бүләгем,— тип, егеткә йылҡылдап торған бер ҡара айғыр сығарып тоттора.

Ярай, шәп булды был. Ҡара айғырға атланды ла сығып китте тағы Вәнүшкә. Китте, китте был, күпме киткәнде лә белгән юҡ, ат шәп, кискә табан уртансы ағаһына барып етте. Быныһы ла ҡаршы сығып алды, ҡунаҡ итте.

— Вәнүшкә, һиңә минең бүләк ошо булыр, — тип, ҡара айғырҙың арҡаһына ун ике ботлоҡ эйәр килтереп һалды.

Хәҙер Вәнүшкә Йылан ҡыҙҙың кесе ағаһына барып етте. Ҡунаҡ булды. Кесе ағаһы быға ете ботлоҡ ҡылыс, дүрт ботлоҡ ҡамсы бирҙе. Инде, һиңә әйтәйем, Вәнүшкә хәҙер торғаны бер батыр инде: билендә ҡылыс, ҡулында ҡамсы, менгән аты — теге ҡара айғыр!

Китте был хәҙер, ана шулай кейенеп-яһанып. Барып керҙе бер шәһәргә, иң остағы бер лапаҡ ҡына өйҙән фатир һораны. Бер генә әбей икән, фатир бирҙе. Вәнүшкә йыуынайым тиһә, һыу юҡ.

— Бәй, әбей, ни эшләп былай?

Бағананы көйәнтә итеп, ике ҙур мискә элде лә һыуға китте, һыу алды ла ҡайтып килә ине, юлдағы халыҡ һыуын һорап алды ла бөттө, үҙенә әҙ генә ҡалды, һыуға үҙҙәре барырға ҡурҡа икән. һыуҙы аждаһа бирмәй, ә Вәнүшкә алғанда теймәгән.Бер көн шулай иртән тороуға, шәһәр ҡара флагтар менән тулған.

— Әбей, был ни ғәләмәт?

— Шәһәрҙә ун һигеҙ йәшлек ҡыҙҙарҙы аждаһа ашап бөттө, бөгөн батша ҡыҙын шунда илтәләр.

Вәнүшкә ҡылысын алды ла, атына атланып, шунда китте. Барҙы, барһа, теге ҡыҙ (батша ҡыҙы инде!) ултыра.

— Эй, егет, кит тиҙерәк, һәләк булаһың! — ти был, егеткә әйтә.

— Мин һине аждаһанан ашатмайым, ҡотҡарам, — ти егет. һөйләшеп ултыралар ине, бына бер ваҡыт диңгеҙ ярылып

китте лә аждаһа килеп сыҡты:

— Аһа, батша бөгөн ҡайһылай йомартланып киткән: бер түгел өс йән ебәргән, — ти, атты ла йоторға итә.

Вәнүшкә һикереп тора ла:

— Аттың эйәре менән бынау ҡылыс тамағыңа тороп ҡуймаҫмы икән һуң?! — ти.

— Әллә һин минең менән көрәшмәксе булаһыңмы?

— Көрәшергә лә була, алышырға ла, — ти Вәнүшкә. Аждаһа, артҡа сигенеп, диңгеҙгә ҡарап өргәйне, өс саҡрым

оҙонлоғонда ялтыр күпер яһалды. Аждаһа шул күперҙең теге башына барҙы ла, шунан осоп килеп, Вәнүшкәгә ташланды — Вәнүшкә ҡыймылдаманы ла. Шунан Вәнүшкә өрөп ебәргәйне, өс саҡрым оҙонлоғондағы суйын күпер хасил булды. Вәнүшкә атын менә һалды ла эй-й-й килә хәҙер шул күперҙән, эй-й-й килә. Елеп килде лә, ҡылысы менән һелтәгәйне, тегенең бер башын өҙә сапты ла ҡуйҙы. Шул ерҙә аждаһа инәлә башланы:

— Вәнүшкә, һин миңә теймә инде, хәҙер мин баҡа ғына ашап йөрөрмөн, — ти.

Вәнүшкә аждаһаның өҙөлгән башын оло таш аҫтына ҡыҫтырып ҡуйҙы ла, үҙен теге ҡамсы менән туҡмап-туҡмап, әбей-ҙең аҙбарына килтереп бикләне. Шул ерҙә батшаның ҡыҙы Вәнүшкәгә балдағын һалып бирҙе, ти.

Был хәлде батшаның бер һалдаты ҡарап торған икән. Вәнүшкә китте лә барҙы, һалдат ҡыҙ янына килде:

— Аждаһаны мин үлтерҙе тип әйтмәһәң, ҡылыс менән сабам үҙеңде, — ти. Бына бит ул нисек: донъяла ана шулай әҙергә хәҙер кешеләр ҙә бар шул! Ә ҡыҙ, ни эшләһен инде, риза булды.

Аждаһа менән Вәнүшкәнең һуғышҡанын батша үҙе лә вәзирҙәре менән бергә йыраҡтан бинокль аша ҡарап торған икән. һуғыш бөткәс, батша бында вәзирҙәрен ебәргән. Тегеләр килгәндәр, килһәләр, һалдат тора.

— Кем үлтерҙе аждаһаны?

— Мин үлтерҙем, — ти һалдат, күҙен дә йоммай.

Ярай, алып ҡайталар быны. Туй хәҙер! Шәһәрҙәге бөтә халыҡты саҡыралар. Әбейе менән Вәнүшкә лә килә. Араҡыәсәләр. Барыһына ла араҡыны ҡыҙ тарата. Араҡы таратҡанда, Вәнүшкәнең бармагында үҙенең балдағын күрә. Күрә лә ҡысҡырып та ебәрә:

— Бына мине ошо кеше ҡотҡарҙы! — ти. Һалдат асыулана, бәхәс китә. Вәнүшкә тыныс ҡына килеп баҫа ла:

— Әйҙә, улай булғас, теге ергә барайыҡ, — ти.

Баралар. Вәнүшкә һалдатҡа ҡая таш аҫтында ятҡан аждаһа башын алырға ҡуша. Ҡайҙа ул, ҡуҙғата ла алмай һалдат. Ә Вәнүшкә бер ҡулы менән генә ташты күтәрҙе лә икенсеһе менән башты килтереп сығарҙы.

— Бына ул аждаһа башы, белгең килһә! — ти. Шунан батша әйтә:

— Егет, һин һалдатҡа үҙ язаңды бир, алдашмаҫҡа кәрәк ине, — ти.

Батша үҙе ҡушҡас ни, Вәнүшкә ҡылыс төйҙәһе менән һуҡҡан икән, теге һалдаттың башы он-талҡан булған да ҡуйған. Хәҙер ҡайтып, туйҙы дауам итәләр инде. Батша Вәнүшкәгә ҡыҙын биреп, ғәскәренә башлыҡ итеп ҡуйған.

Батша:

— Вәнүшкә, һин бер ҙә ғәскәри эште белмәйһең, барып өс ай уҡып ҡайт, — ти. Вәнүшкә ҡорал складтарын ҡатынына тапшыра. Ун бер склад тапшырҙы, ун икенсеһен асмаҫҡа ҡушты. Ун ике асҡыс бирҙе. Ике ай ваҡыт үтеп китте. Ҡатыны түҙмәне, теге подвалды асып ҡарарға булды. Бәй, асып ҡараһа, бер әфисәр ултыра.

— Ни эшләп ултыраһың бында?

— Һиңә тип килгәйнек, атайың япты ла ҡуйҙы, — ти әфисәр.

Ҡыҙ аптыраны. (Вәнүшкә бында теге аждаһаны килтереп бикләгән булған икән. Шул аждаһа хәҙер юхаға әйләнеп, әфисәр һүрәтенә кергән, ти.) Ҡыҙға бик оҡшаны был. Вәнүшкә ҡайтырға бер ай бар әле. Былар эйәләшеп киттеләр, икеһе йәшәй башланылар. Шулай йәшәп яталар ине, бер көндө әфисәр әйтә:

— Вәнүшкәне үлтерергә кәрәк, — ти.

— Нисек?

— Уның өҫтөндә бер күлдәк бар, шул күлдәген һалдырып алырға кәрәк.

Ярай, һөйләштеләр былар, һүҙ төйнәп ҡуйҙылар. Вәнүшкә ҡайтып төштө. Хәҙер тегене йыуынырға кертеп ебәрҙе.

Ай-һай, бынау күлдәгең ҡайһылай керләнеп, һаҫып бөткән, ҡана, йыуып бирәйем, — ти.

тйтьгаы әйткәс ни, Вәнүшкә систе лә бирҙе. Был хәлде йорт? эшендә йөрөүсе Нина күреп торған икән.

— Их, Вәнүшкә, ҡатының һиңә хыянат итте бит, — ти..

— Шулаймы ни?— Шулай шул!

Вәнүшкә торҙо ла ҡасты бынан. Йылан ҡыҙҙың кесе ағаһына барҙы. Уның менән икәүләп — уртансы ағаһына, шунан, өсәүләп, оло ағаһына килделәр. Шунан барыһы ла йыйылып, Йылан ҡыҙға киттеләр. Килделәр, Вәнүшкәнең хәлен, ниндәй бәләгә төшкәнен һөйләп бирҙеләр.

— Эй-й Вәнүшкә, Вәнүшкә, әйттем бит мин һиңә күлдәгеңде бер ваҡытта ла сисмә тип, — ти ҡыҙ.

Оло ағаһы аҡыллы икән:

— Вәнүшкәгә ярҙам итергә кәрәк, — ти. Йылан ҡыҙ Вәнүшкәгә бер тараҡ бирә.

— Ошо тараҡ менән өс мәртәбә башыңды тараһаң, нимәгә әйләнергә теләһәң, шул булырһың, — ти.

Хәҙер Вәнүшкә теге шәһәргә ҡабат китте. Әбейгә килде, ҡайғыһын һөйләне. Әбейгә әйтә:

— Әбей, батшаның кейәүе нимә алырға теләй икән, шуны белеп кил әле, — ти.

Әбей барып белеп килә. Батшаның кейәүенә ҡара айғыр кәрәк икән.

Вәнүшкә әбейгә:

— Әбей, мин ҡара айғырға әйләнәм, һин мине батша кейәүенә алып барып һат, тик югәнде биреп ебәрмә, — ти.

Вәнүшкә башын өс мәртәбә тараған икән, ялтырап торған ҡара айғырға әйләнгән. Әбей етәкләп алып киткән быны. Теге юха әфисәр тәҙрәнән күреп ҡала:

— Әбей, айғырҙы ҡайҙа алып бараһың?

— һатырға.

— һат миңә, күпме һорайһың?

— Өс мең.

Өс меңде бирҙе. Ғүмерендә ул тиклем аҡса күрмәгән әбей ни югән тураһында бөтөнләй онотҡан, ҡайтты ла китте. Хәҙер әфисәр бисәһенә:

— Әйҙә, айғыр күрһәтәм, — ти. Сығалар, бәй, сыҡһалар, ҡатын:

— Был Вәнүшкә бит! — ти.

— Ҡайҙан беләһең?

— Югәненән.

Ярар, өйгә керҙеләр, икеһе тағы һөйләшә:

— Беҙ быны һуяйыҡ.

Быларҙың һөйләшкәнен Нина тыңлап тора ла, сығып Вәнүшкәгә әйтә. Вәнүшкә:

— Мине һуйған саҡта, борсаҡтай ғына ҡан сәсрәп китер, шуны тәҙрә төбөнә генә күмеп ҡуй, — ти.

Ҡара айғырҙы алып сығып, ботарлап ташлаһалар, борсаҡ ҙурлығы ғына ҡан сәсрәп китте. Нина, кеше күрмәгәндә генәаяғы менән баҫа ла, Вәнүшкә өйрәткәнсә, тәҙрә төбөнә алып барып, тупраҡҡа күмә.

Иртәнсәк торһалар, алма ағасы үҫкән, күкрәп ултыра. Теге ҡатын белде бит, иренә әйтә:

— Алмағас түгел, Вәнүшкә был, — ти. — Сапер саҡыртып, төбөнән аҡтартып ташларға кәрәк, — ти.

Нина тагы тыңлап тора. Тыңлап тора ла, сығып, Вәнүшкәгә әйтә. Вәнүшкә:

— Улар ҡырҡҡан саҡта, бер тап осоп китер, һин шуны күлгә илтеп ташла, — ти.

Саперҙар килделәр, ҡырҡа ғына башлағайнылар, ысынлап та тап осоп китте. Нина алды ла күлгә илтеп ташланы. Баҡсаны тамыры менән көлөн күккә осорҙолар.

Әфисәр күлгә һыу керергә китә. Барһа, бер өйрәк йөҙөп йөрөй. Әфисәр сисенде лә өйрәкте баҫтыра башланы. Вәнүшкә ярға сығып, тиҙ генә күлдәкте эләктерҙе лә (теге Йылан ҡыҙ биргән күлдәк инде), шунда уҡ кешегә әйләнде. Был турала батшаға һөйләнеләр. Ҡыҙының теге әфисәр менән сыуалғанын батша үҙе белмәгән икән. Батша әйтә:

— Һин, кейәү, был фәхиштәргә язаһын үҙең бир, — ти. Вәнүшкә күп уйлап тормай, икеһен дә сапҡылай ҙа ташлай.

Нинаны кәләш итеп ала. Әле лә бик татыу йәшәйҙәр, ти. Кисә барып, бөгөн ҡайттым.

 

Поделись с друзьями: