Кейеҙбай менән батша ҡыҙҙары


Булған, ти, бер кешенең өс улы. Өлкәне — Йылҡыбай, уртансыһы — Кейекбай, кинйәһе — Кейеҙбай. Бер көндө аталары улдарын саҡырып алған да:

— Фәлән һаҙ буйында ат башы саҡлы таш тоҙ бар, ана шул тоҙҙо яларға өс ат йөрөй. Көн дә таң алдынан әле береһе, әле икенсеһе, әле өсөнсөһө килә. "Кайһығыҙ ана шул аттарҙы тотоп эйәләштерә ала, шул бәхетле була. Ҡайһығыҙ тота алмай, шуның барлы-юҡлы бәхеткенәһе лә ана шул аттар ялаған тоҙ кеүек иреп бөтөр, — тигән.

Беренсе көндө һаҙ буйыңа өлкән улы Йылҡыбай киткән. Ул тоҙҙо ҡарауыллап тән буйы ята ла таң алдынан, йоҡоһон еңә алмай, йоҡлап китә. Ул йоҡлағас, бер һары ат килеп, тоҙҙо ялай-ялай ҙа китә лә бара. Йылҡыбай һары атты белмәй ҙә,, күрмәй ҙә ҡайтты, ти. Атаһы унан:

— Йә, Йылҡыбай улым, нимә күрҙең? — тип һораны, ти. Йылҡыбай:

— Бер нәмә лә күрмәнем. Иллә-мәгәр иртән тороуыма таш тоҙ бәләкәйләнә төшкәйне, — тип әйтте, ти.

Икенсе көндө һаҙ буйына уртансы улы Кейекбай бара. Ул да тоҙҙо тән буйы һаҡлап ята. Тик таң алдынан, йоҡоһона баш була алмай, иҙерәп йоҡлап китә; бер ҡола ат, тоҙҙо туйғансы ялап, китә лә бара. Кейекбай ҡола атты белмәй ҙә, күрмәй ҙә ҡайтты, ти. Атаһы унан:

— Йә, Кейекбай улым, нимә күрҙең? — тип һораны, ти. Кейекбай:

— Бер пәмә лә күрмәнем. Иллә-мәгәр иртән, тороуыма таш тоҙ бәләкәйләнә төшкәйне, — тип әйтте, ти.

Өсөнсө көндө һаҙ буйына кинйә улы Кейеҙбай китте, ти. Ул, тоҙ эргәһендә боҫоп ҡына ятып, аттың килеүеи керпек тә ҡаҡмай көттө, йоҡо бик ныҡ баҫҡанда ауыҙына тоҙ киҫәге ҡабып имде, ти. Бер заман, таң алдынан, бер тимер күк ат килеп,.тоҙҙо тәмләп тороп ялай ғына башлағайны, Кейеҙбай, талпан һымаҡ, уға йәбеште лә алды, ти. Шул ваҡыт тимер күк ат, телгә килеп:

— Егет, Һин уң яҡҡа ятҡан ялымдан өс бөртөк ҡылымды ал да мине ебәр. Бик кәрәк булған сағымда ана шул өс бөртөк ҡылымды тигеҙләп ҡарарһың да, ҡайһыһы ҡыҫҡа булһа, Шуныһын дүңгәләк итеп, эсенән һыҙғырырһың, мин һинең янға тып итеп килеп тә баҫырмын, — ти. Кейеҙбай тимер күк аттың уң яҡҡа ятҡан ялынан өс ҡылын тартып алды, ат шунда уҡ юҡ булды, ти.

Иртәгеһен Кейеҙбай өйгә ҡайтҡас, атаһы унан:

— Йә, Кейеҙбай улым, нимә күрҙең? — тип һораны, ти. Кейеҙбай:

— Таң алдынан бер тимер күк ат килеп, тоҙҙо ялап китте; бына өс бөртөк ҡылын йолҡоп алып ҡалдым, — тип әйтте, ти. Ағалары унан:

— Ат һинән ҡойроғон тотторған икән! — тип, быуындары ҡатып көлдөләр, ти. Аталары уларға:

— Ауыҙығыҙҙы йырып көлмәгеҙ төптө юҡҡа, ҡылы булһа, аты үҙе килер! — тип, кинйә улының арҡаһынан ҡаҡты, ти.

Йылҡыбай менән Кейекбай икенсе тапҡыр барыуҙарында ла таш тоҙ эргәһендә йоҡлап ҡалып, бер нәмә лә күрә алмай ҡайттылар, ти. Аталарының һорауына:

— ...Иллә-мәгәр иртән тороуыма таш тоҙ бәләкәйләнә төшкәйне, — тигән һүҙҙән башҡа яуап бирә алманылар, ти.

һаҙ буйына икенсе тапҡыр барыуында Кейеҙбай һары атты, өсөнсө барыуында ҡола атты тотто, ти. һары ат, телгә килеп:

— Егет, һин һул яҡҡа ятҡан ялымдан өс бөртөк ҡылымды ал да мине ебәр. Бик кәрәк буяған сағымда ана шул өс ҡылымдың оҙонорағын сәйнәп әҙәрһең, мин һинең янға тып итеп килеп тә баҫырмын, — тип әйтте, ти. Ҡола ат, өс бөртөк кикел сәсен алып, кәрәк саҡта, шуның береһен өтөргә ҡушты, ти.

һары ат та, ҡола ат та өсәр бөртөк ҡылдарын алыу менән юҡ булдылар, ти.

Берҙән-бер көндө, яланда һарыҡ көтөп йөрөгәндә, Кейеҙбай юлдан бер туҡтауһыҙ кешеләр ағылғанын күрә. Кейеҙбай уларҙан:

— Ҡайҙа бараһығыҙ былай күмәкләшеп? — тип һорай.

– Батша өлкән ҡыҙып кейәүгә бирә икән. Бар халыҡты саҡырта. Шунда барабыҙ, — тиҙәр уға.

Кейеҙбай ҙа шунда бармаҡ була. Һарыҡтарын һаҡлап йөрөтөүҙе үҙенең Аҡбайына тапшыра ла кеҫәһенән тимер күк аттың өс ҡылын сығарып, иң ҡыҫҡаһы тигәнен дүңгәләк һымаҡ итеп, шуның эсенән һыҙғыра. Алдына тимер күк толпар килеп баҫа, Кейеҙбай атланайым тигәндә генә, толпар уны аяғынан тешләп тартып төшөрә, шунан ул, телгә килеп:— Минең аҫтыма уң яҡтан инеп, һул яҡтан сыҡ, — ти. Кейеҙбай аттың ҡорһаҡ аҫтынан үтеп, уң яҡтан һул яҡҡа сыҡһа, ни күҙе менән күрһен — үҙен кеше танырлыҡ та түгел: өҫтөндә яҡшы ғәскәр сәкмәне, башында бына тигән ҡамсат бүрек, аяҡтарында ялтырап торған итек, билендә көмөш һаплы ҡылыс, ти.

Кейеҙбай тимер күк толпарға атланып ала ла ҡалаға, батша һарайы алдындағы майҙанға ҡарай елдереп китә. Юлда ул үҙенең ағаларын уҙып китә. Улар янынан атын юрттырып ҡына үтә, үҙе:

— Иҫәнме, Йылҡыбай менән Кейекбай! — тип ҡысҡыра. Ағалары:

— Ҡара әле, беҙҙе белеүсе кешеләр ҙә бар икән дәбаһа! — тип аптырашып ҡалалар.

Кейеҙбай килгәндә, майҙанға бик күп халыҡ йыйылған була. Бөтә тирә-яҡ ығы-зығы, шау-шыу килеп тора. Батша, сарҙағына сыға ла, халыҡҡа ҡарап:

— Мин ҡыҙымды өс шартымды еренә еткереп үтәүсе кешегә бирәм. Беренсе шарт — минең кейәүем булыр кеше егерме биш саҡрым ерҙән беренсе булып югереп килеп, бына ошонда ырғып менеп, ҡыҙымдың бармағынан алтын йөҙөгөи алырға ла, ергә һикереп төшөп, йәнә өс саҡрым араны беренсе булып югереп үтергә тейеш. Икенсе шартты үтәүҙе иртәгә, ә өсөнсөһөн — иртәнән һуңға тәғәйенләйем, — ти.

Йөҙләгән кеше кемуҙарҙан югерешергә китәләр. Бер урманды үткәндә, Кейеҙбай айырылып ҡала ла ҡыл дүңгәләктән һыҙғырып, тимер күк атты килтертә, унан:

— Ни эшләргә? — тип кәңәш һорай. Тимер күк:

— Үҙеңдәге ике ҡылымдың оҙонон әсеңә бәйлә, — тының бөтмәҫ, ҡыҫҡар ағын аяғыңа бәйлә – шәп югерерһең, — ти ҙә юҡ та була.

Кейеҙбай ҡылдың оҙонон эсенә, ҡыҫҡаһын аяғына бәйләп югереп ҡарағайны, һә тигәнсе тегеләр артынан барып та етте, ти. Батша һарайынан тап егерме биш саҡрым араны үткәс, югеректәр боролдолар ҙа килгән юлдары менән югереп киттеләр, ти. Кейеҙбай башта, ярты юлды үткәнсе, артта ҡалыбыраҡ барҙы, шунан бөтәһен дә осҡан ҡоштай уҙып китеп, майҙанға беренсе булып килеп инде; ике таяҡ бейеклектәге балконға ырғып менеп, батша ҡыҙының бармағынан алтын йөҙөгөн һалдырып алды, үҙен һурып үпте лә һикереп төшөп, йәнә югереп китте, ти.

Икенсе, өсөнсө булып килгән югеректәр майҙанға аяҡ баҫҡанда, Кейеҙбай әллә ҡасан инде үҙ яланына ҡайтып, һарыҡтарын көтөп йөрөй ине, ти.

Югереүҙә беренсе булып килеүсенең кем булыуын батша ла, ҡыҙы ла, башҡа берәү ҙә белмәй ҡалды, ти.Икенсе көндө лә Кейеҙбай һарыҡ көтөп ҡала, ағалары ҡалаға, батша һарайы алдындағы майҙанға китәләр. Китер кеше китеп бөтөн, юл саңы баҫылғас, Кейеҙбай һарыҡтарын һаҡлап йөрөтөүҙе узенең Аҡбайына тапшыра ла кеҫәһенән һары аттың өс ҡылын сығарып, иң оҙонон сәйнәп өҙә. Алдына һары толпар килеп баҫа. Кейеҙбай атланайым тигәндә генә, һары толпар уны аяғынан тешләп тартып төшөрә, шунан,- телгә-килеп:

— Минең аҫтыма һул яҡтан инеп, уң яҡтан сыҡ, — ти. Кейеҙбай аттың ҡорһаҡ аҫтынан үтеп, һул яҡтан уң яҡҡа сыҡһа, ни күҙе менән күрһен — үҙен кеше танырлыҡ та түгел: өҫ-башына шул тиклем аҫыл кейемдәр кейгән егеткә әйләнгән, ти.

Кейеҙбай һары толпарға атланып ала ла ҡалаға, батша һарайы алдындағы майҙанға ҡарай сығып китә. Юлда ул йәнә үҙенең ағаларын уҙып китә. Улар янынан атын юрттырып ҡына үтә, үҙе:

— Иҫәнме, Йылҡыбай менән Кейекбай! — тип ҡысҡыра. Ағалары:

— Ҡара әле, беҙҙе белеүсе кешеләр ҙә бар икән дәбаһа! — тип ауыҙҙарын асып тороп ҡалалар.

Кейеҙбай килгәндә, майҙанға бик күп халыҡ йыйылған була. Бөтә тирә-яҡ ығы-зығы, шау-шыу килеп тора. Батша, сарҙағына сыға ла, халыҡҡа ҡарап:

— Минең кейәүем булырға теләгән кеше көрәштә еңеп сығырға тейеш. Икенсе шартым шул, — ти батша.

Көрәш башлана. Кейеҙбай майҙан ситенә сығып, ҡыл өтөп, һары толпарын килтерә лә:

— Ни эшләйбеҙ? — ти.

— Атлан миңә, — ти толпар.

Бары ат Кейеҙбайҙы бер күл буйына алып бара ла:

— Ошо күлгә төшөп, өс тапҡыр сумып сыҡ. Шунан һинән дә көслө кеше булмаҫ! — ти.

Кейеҙбай, күлдә өс тапҡыр сумып сыға ла һары толпарына атлапын, майҙанға килә. Бында инде көрәшер кеше көрәшеп бөткән була. Майҙан уртаһында бөтә батырҙарҙы ла еңгән бер бәһлеүән көрәшсе баҫып тора. Батшаның өлкән вәзире:

— Был бәһлеүән менән көрәшергә теләгән башҡа берәй кеше юҡмы? — ти.

— Бар! — тип, Кейеҙбай теге бәһлеүән эргәһенә килә. Бәһлеүән, Кейеҙбайҙы күргәс тә, был малай аҡылдан яҙғандыр тип, шарҡылдап көлә башлай. Шунан ул:

— Ярай, иллегә бер кеше тулмай ине, һине йығып тултырырмын әйҙә. Иллә-мәгәр, ғүмерлек ғәрип булып ҡалһаң, үпкәләштән булмаһып! — ти.

Шунан былар алыша башлайҙар. Бер заман Кейеҙбай бәһлеүәнде күтәреп алып, һауаға сөйөп ебәрә, теге ергә килеп төшөп, ботә һөйәге онталды инде тигәндә генә йәнә тотоп алып, арҡа-һы менән ергә һалып ҡуя. Бәһлеүән байтаҡ ваҡыт иҫе китеп ята. Халыҡ:

— Күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән батыр икән был! — тип хайран ҡала.

Кейеҙбайға, шундай ғәләмәт батырҙы еңгән өсөн, батша ҡыҙының исеме яҙылған яулыҡты килтереп бирәләр. Ул яулыҡты ала ла, һары толпарға атланып, юҡ та була. Үҙ яланына ҡайтып, һарыҡтарын көтә башлай.

Был юлы ла көрәшсе батырҙың кем икәнлеген батша ла, ҡыҙы ла, башҡа берәү ҙә белмәй ҡалды, ти.

Кейеҙбай батша һарайы алдындағы майҙанға өсөнсө көндө лә бармаҡ булып, кеҫәһенән ҡола аттың өс бөртөк кикел сәсен сығара, шуларҙың береһен өтөүгә, ҡола толпар үҙе килеп тә баҫа. Атланайым ғына тигәндә, толпар, Кейеҙбайҙы аяғынан тешләп, тартып төшөрә лә, телгә килеп:

— Алғы аяҡтарым араһынан инеп, артҡы аяҡтарым араһынан үтеп сыҡ, — ти. Кейеҙбай быны эшләһә, үҙен-үҙе танымай тора: өҫ-башына аҫыл кейгән матур бер егет булған да ҡуйған!

Кейеҙбай ҡола толпарына атланып, ҡалаға, батша һарайы алдындағы майҙанға ҡарай сығып китә. Юлда ул ағаларына йәнә:

— Иҫәнме, Йылҡыбай менән Кейекбай! — тип ҡысҡырып үтә. Ағалары:

— Ҡара әле! Беҙҙе белгән кешеләр ҙә бар икән дәбаһа! — тип иҫтәре китеп тороп ҡалалар.

Кейеҙбай килгәндә, майҙанға бик күп халыҡ йыйылған була. Бөтә тирә-яҡ ығы-зығы, шау-шыу килеп тора. Батша, сарҙаҡҡа сыға ла, халыҡҡа ҡарап:

— Хәҙергә өсөнсө шартымды әйтмәй торам. Югереүҙә беренсе булып килеп, ҡыҙымдың алтын йөҙөгөн алған кеше, көрәштә еңеп сығып, ҡыҙымдың исеме яҙылған ҡулъяулыҡты алған батыр һаман миңә килеп күренгәне юҡ әле. Ул һеҙҙең арала йәшеренеп тора. Бөтәгеҙ ҙә ике ҡулығыҙҙы ла күтәрегеҙ! — ти.

Бөтә халыҡ ике ҡулын күтәргәндә, Кейеҙбай бармағындағы йөҙөктө күрһәтмәҫ өсөн, бер генә ҡулын күтәрә. Быны күреп торған батша уға:

— Ьин, егет, ниңә бер ҡулыңды ғына күтәрҙең? — ти.

— Минең бер ҡулым ҡаймыҡҡайны, күтәрелмәй, — ти Кейеҙбай.

— Шул ҡулы ҡаймыҡҡан кешене тотоп килтерегеҙ әле бында! — тип әмер бирә батша.

Кейеҙбайҙы тотоп килтерәләр. Ҡараһалар, бармағында батша ҡыҙының алтын йөҙөгө, кеҫәһендә — исемле яулыҡ. Батшаның уртансы ҡыҙы Кейеҙбайҙы күреү менән үк уға ғашиҡ була. Батша Кейеҙбайҙан:— Югереүҙә лә, көрәштә лә өҫтөн сыҡҡан һинме? — тип һорай.

— Юҡ, мин түгел, ул кеше минең ағайым Йылҡыбай була, — тип яуап бирә Кейеҙбай. Батша халыҡ араһынан Йылҡы-байҙы таптырып килтертә. Кейеҙбай, башҡаларга һиҙҙермәй генә ағаһының бөйөрөнә төртөп, аяғына баҫып ала ла:

— Бына һинең йөҙөгөң, бына яулығың! — тип, йөҙөк менән яулыҡты тоттора. — Бына кейемдәрең! — тип өҫтөнән яҡшы кейемдәрен һалып бирә. — Мин быларҙы ағайымдан талап алғайным, ғәйеп миндә, — ти.

Шунан батша Йылҡыбайҙан:

— Был ысынлап та һинме? — ти.

— Ысынлап та мин, — ти Йылҡыбай.

— һин булһаң, — ти батша, — ҡыҙымды һиңә бирәм. Шуның менән туй тамам. Өсөнсө шартты ҡуймайым. Был йолҡошто хәҙер ук зинданға ябығыҙ! — ти.

Шулай итеп, Йылҡыбай уйламаған ерҙән батшаның кейәүе булып китә, Кейеҙбайҙы таш зинданға ябып ҡуялар. :. Батшаның өлкән ҡыҙы Йылҡыбайға кейәүгә бирелгән көндән алып, уртансы ҡыҙы ябыға-кибә башлай, сиргә һабыша. Батша уртансы ҡыҙын күрәҙәгә күрһәтә. Күрәҙә уга:

— Ҡыҙыңдың хәле мөшкөл, шулай ҙа һауыҡтырыу өсөн бер сара бар. Ҡыҙың баҡсағыҙҙа күкрәп үҫкән алма ағасының көн дә иртән үҙенә оҡшаған бер алмаһын өҙөп ашаһын. Иллә-мәгәр ул ана шул үҙенә оҡшаған алманы кистән үк билгеләп ҡуйырға тейеш, — тигән.

Батшаның уртансы ҡыҙы көн дә кис баҡсаға сығып, үҙенә оҡшаған алманы билгеләп ҡуйған, ләкин ул алманы иртән иртүк бер ҡош урлап алып китеп торған. Ҡыҙ үҙе һайлаған бер генә алманы ла ашай алмаған. Шунда батша йәнә теге күрәҙәне саҡыртҡан. Күрәҙә:

— Ул ҡошто атып үлтерергә кәрәк. Ҡошто ете көн эсендә үлтереп, ҡыҙыңа үҙе һайлаған алманы ашата алмаһаң, ҡыҙың кибеп үләсәк! — тигән.

Батша ат еткән ергә ат ебәреп, хат еткән ергә хат ебәреп, мәргән уҡсыларҙы саҡыртҡан.

— Кем дә кем шул ҡошто атып төшөрә, шуға уртансы ҡыҙымды бирәм, — тигән. Тик бер генә уҡсы ла ҡошҡа атып тейҙерә алмаған. Шунан батша, бөтә вәзирҙәрен саҡырып:

— Минең батшалыҡта тороп ҡалған тағы берәй мәргән юҡмы икән? — тигән.

— Зинданда ятҡан анау йолҡош малай ғына булмаһа, башҡа мәргән ҡалманы, — тигәндәр вәзирҙәр.

Батша вәзирҙәрен зинданға ебәргән. Кейеҙбай уларға:

— Мин уҡсы түгел, минең Кейекбай тигән ағайым бар, бына үл уҡсы, исмаһам. Тик ул, мин ҡарап тормаһам, тоҫҡап атҡан әйберенә тейҙерә алмай, — тигән.Шунан батшаның вәзирҙәре, арғымаҡ аттар менеп, Кейекбайҙы алырға киткәндәр.

— Мин уҡсы түгел, минең ғәйеп булған ҡустым уҡсы ине, ҡалдырығыҙ мине! — тип инәлһә лә, уны ай-вайына ҡарамай батша һарайына елтерәтеп алыгт килгәндәр. Килгәс, вәзирҙәр, Кейеҙбай янына инеп:

— Әйҙә, Кейекбай килде, атҡанын ҡарап торорһоң! — тигәндәр.

Кейеҙбай:

— Мин сыҡмайым, үҙе бында килһен, зиндан тәҙрәһенән атыр, — тигән.

Шунан Кейекбайға уҡ тоттороп, Кейеҙбай янына индергәндәр. Кейекбай үҙенең ҡустыһын күргәс, илап ебәргән. Кейеҙбай:

— Илама, ағай, хәҙер мин алманы өҙөп ятҡан анау ҡараҡ ҡошто атып төшөрәм, һин, мин атып төшөрҙөм, тип әйтерһең,— тигән.

Кейеҙбай атып та ебәргән, алмалағы ҡош лап итеп килеп тә төшкән. Шатлығы эсенә һыймаған батша:

— Атыусы егетте килтерегеҙ бында! — тип ҡысҡырған. Кейекбайҙы килтергәс, батша уға:

— Вәғәҙәм буйынса, уртансы ҡыҙымды һиңә бирәм. Тигеҙ ғүмер итегеҙ! — тигән.

Батшаның уртансы ҡыҙы көн дә иртә менән кистән үҙе һайлап, билгеләп ҡуйған алмаһып ашаған. Етенсе көн тигәндә ул тамам һауығып, таҙарып, тағы ла матурланып киткән.

Берҙән-бер көндө Кейекбай Йылҡыбайға:

— Кейеҙбай ҡустыбыҙ һине лә, мине лә батша кейәүе итте. Зиндандан ҡотҡарайыҡ үҙен, — тигән.

— Мин үҙем дә күптән шуны уйлап йөрөй инем, — тигән Йылҡыбай.

Тик улар Кейеҙбайҙы зиндандан ҡотҡарырға һуңлағандар икән шул: батша уны уҙғынсы өс сауҙагәргә биреп ебәрергә өлгөргән. Сауҙагәрҙәр Кейеҙбайҙы тимер һандыҡҡа һалып алып киткәндәр.

Йылҡыбай менән Кейекбай шул сауҙагәрҙәрҙе баҫтыра китәләр. Өс көн тигәндә улар алты ылаулы был өс сауҙагәрҙе бер ҙур йылға буйына туҡталып, сәй эсеп ултырған ерҙәрендә килеп тоталар.

— Һеҙ кемдәр? — тип һорай Йылҡыбай менән Кейекбай.

— Сауҙагәр булабыҙ.

— Һеҙ үҙегеҙ кем булаһығыҙ һуң?

— Беҙ юлбаҫарҙар! — тигән була Йылҡыбай менән Кейекбай.

Был һүҙҙе ишеткәс, сауҙагәрҙәр бөтөнләй ҡаушап төшәләр. Шунан береһе:— Һеҙгә лә һыуҙы аша сығырға кәрәктер бит? Аждаһаға бирер өсөн кемегеҙ бар һуң? Аждаһаға бер кеше биреп ашатмайынса теге яҡҡа ла, был яҡҡа ла сығып булмағанды белмәйһегеҙме ни? — ти.

Йылҡыбай менән Кейекбай:

— Һеҙҙең ҡайһығыҙ аждаһаға ем булырға уйлай һуң? — тиҙәр.

— Беҙ беребеҙҙе лә аждаһаға бирмәйбеҙ. Беҙ уға тейешле емде үҙебеҙ менән алып йөрөтәбеҙ, бына был һандыҡта ул. Аждаһа бының өсөн беҙҙе генә түгел, һеҙҙе лә бер һүҙһеҙ сығарыр, ни өсөн тиһәң, бында бик мул ем ята, — тиҙәр.

Йылҡыбай менән Кейекбай тимер һандыҡты астырталар. һандыҡ эсенән йоҡлай-йоҡлай күҙҙәре шешенеп бөткән Кейеҙ-бай килеп сыға. Өс туған ҡыуанышып күрешәләр. Өс сауҙагәр аптырашып, пи эшләргә лә белмәй, ҡурҡышып торалар. Бер аҙҙан һуң Кейеҙбай сауҙагәрҙәрҙән:

— Йә, туйғансы ашанығыҙмы? — ти.

— Ашаныҡ, — тиҙәр сауҙагәрҙәр.

— Ашап бик яҡшы иткәнһегеҙ. Аждаһа туҡ кешеләрҙе айырыуса ярата ул! — тип, сауҙагәрҙәрҙе берәм-берәм яр аҫтында ятҡан аждаһаға күтәреп ырғыта, бары тик аттарҙы ҡарап, сауҙагәрҙәрҙе ашатып-эсереп йөрөткән хеҙмәтсене генә иҫән ҡалдыра. Кейеҙбай был хеҙмәтсегә:

— Бына ошо алты ылауҙың береһен үҙеңә ал, береһен минең фәлән ауылда йәшәүсе атайыма илтеп бир, ҡалған дүртәү-һендәге байлыҡты юл буйында осраған берәүгә өләшеп бар. Мин тигәнсә эшләмәһәң, башыңдың өҙөлөрөн көт тә тор! — ти.

Хеҙмәтсе Кейеҙбайға илап-илап рәхмәттәр уҡып, тап һин ҡушҡанса эшләрмен, тип ант итеп, алты ылауҙы ҡуҙғатып алып та китте, ти.

Үҙҙәре генә ҡалғас, Йылҡыбай Кейеҙбайға:

— Һинең арҡала мин дә, Кейекбай ҙа батша ҡыҙҙарын алдыҡ. Бының өсөн һиңә бик ҙур рәхмәт. Һинең үҙеңә лә башлы-күҙле булырға ваҡыт бит инде. Берәй хәйләһен табып, батшаның кесе ҡыҙын алыр инең, — ти. Кейеҙбай:

— Кәңәшеңде кире ҡаҡмайым. Уйлап ҡарармын, һеҙ хәҙер бисәләрегеҙ янына ҡайтығыҙ, мин өс-дүрт көндән һуң, донъяны урап сыҡҡас, һеҙҙең ҡырға барырмын, — тип, кеҫәһендәге ике ҡылдың береһен өтә, шунда уҡ ҡола толпар килеп баҫа. Кейеҙбай толпарҙың алғы аяҡтары араһынан инеп, артҡылары аша үтеп сыға. Ағалары ҡустыларын танымай ҙа торалар: ул шул тиклем ҡушлы кейемдәр кейенгән егеткә әйләнә. Шунан ул ҡола толпарға атлана ла ағаларына:

— Күреп ҡалығыҙ, теге һаҙ буйындағы таш тоҙҙо яларға йөрөгән өс аттың береһе ошо булыр инде! — тип әйтә лә толпары менән күҙҙән дә юғала. Ағалары ауыҙҙарын асып торалар ҙа ҡалалар.те ала, уны ҡыҫҡылап, күкәйен төшөртә, күкәйҙе ватып, эсенән энәһен ала, йөнө йолҡолоп бөткән өйрәктең үҙен осороп ебәрә. Кейеҙбай энәне баяғы әбейгә алып барып бирә, әбейҙән алған күк толпарҙы алтын дуғаһы менән бергә теге бабайға ил-тә. Бабай Кейеҙбайға:

— Күк толпарың өсөн мин һиңә уң күҙе янып торған» ҡошомдо ла, һул күҙе янып торған ҡошомдо ла бирә алмайым. Ни өсөн тиһәң, кисә иртә менән әллә ҡайҙан йөнө йолҡолоп бөткән өйрәк килеп сыҡты ла ҡошомдоң икеһен дә үлтерә суҡып китте. Бына, ышанмаһаң, ҡара, — ти.

Кейеҙбай ҡараһа, аяҡ аҫтында күҙҙәре суҡып ташланған ике үле ҡош ятҡанын күрә. Уң күҙе янып торған ҡош менән һул күҙе янып торған ҡоштоң үлеүенә Кейеҙбай бер ҙә ҡайғырмай, шатлана ғына: «Бынан ары батша баҡсаһындағы алмаларҙы урлаусы булмаҫ, батшаның кесе ҡыҙы алманың үҙе теләгәнен һайлап ашар, уға үлем ҡурҡынысы ла юҡ хәҙер. Инде ҡайтып китһәң дә ярай», — тип уйлай. Шунан ул кеҫәһендәге йөҙ һум .аҡсаһын сығара ла:

— Бына, бабай, ҡоштарыңды үле көйө осратыу шатлығымдан һиңә йөҙ һум аҡса бирәм! — тип, ҡартҡа йөҙ һум аҡсаһын һона.

Ҡарт йөҙ һумды ҡуйынына тыға ла:

— Ҡоштар өсөн мин үҙем дә артыҡ көйөнмәйем: улар ташыйһы алманы ташынылар инде. Иллә-мәгәр мин һине алтын дуғалы толпарың менән йөҙ һумың өсөн буш ҡул менән генә ебәрә алмайым, шуларға торорлоҡ бүләк бирергә тейешмен. Әйҙә, минең артымдан ҡалмай бар, — ти.

Мәмерйә эсенә бер аҙ барғас, ҡарт бер ишекте асып ебәрә. Ишек асылыу менән, Кейеҙбай иҫәпһеҙ күп өйөм-өйөм булып ятҡан алмаларҙы күрә. Ҡарт Кейеҙбайға:

— Егет, үҙеңә оҡшаған алманы һайлап ал шунан, — ти. Кейеҙбай үҙенә оҡшаған бер ҡып-ҡыҙыл алманы һайлап

ала. Шунан былар икенсе ишеккә үтәләр. Ишекте асып эскә инеү менән, Кейеҙбай бер алтын мискә, уның эргәһендә көмөш мискә, көмөш мискә эргәһендә баҡыр мискә, уның эргәһендә ағас мискә күрә. Бабай Кейеҙбай ҡулындағы алманы ағас мискәләге һыуға тығып ала, шунан баҡыр мискәгә һалып тота, шунан көмөш мискәгә тығып ала, ахырҙа Кейеҙбайға биреп алтын мискәгә һалдырта, үҙе мискәне таҡта менән ябып ҡуя ла шул таҡта өҫтөнә Кейеҙбайға ултырырға, ике ҡуллап кәпәсен тотоп торорға ҡуша. Шунан бабай Кейеҙбай аҫтындағы алтын мискәгә өс тапҡыр сиртә, унда һалынған алма ағас мискәнән атылып сығып, Кейеҙбайҙың кәпәсенә килеп төшә.

-тй Бына минең бүләгем шул, — ти . бабай. — Был алманы ашатһаң, бөтөнләй үлеп барған кешене лә терелтеп була! — ти.

Кейеҙбай ҡартҡа рәхмәт әйтеп, мәмерйәнән сыға. Сығыу менән, ҡола толпарҙың үҙендәге өсөнсө кикел сәсен өтә. Ҡолатолпар килеп баҫа, Кейеҙбай уға атланып, ҡайтыр юл менән китә. Ҡайтҡанда бер-береңде ошонда көтөп торорға тип һүҫ. ҡуйышҡан кәкере ҡарамаға етер алдынан, Кейеҙбай аттан төшөп ҡала.

Кейеҙбай кәкере ҡарама төбөндә ашанып ала, ашағас, йоҡо туйҙырып алыуға теге ике егеттең дә береһе килеп етә. Осрашҡас, быларға бик күңелле булып китә. Кейеҙбай был егеттән:

— Йә, батша ҡыҙын үлемдән алып ҡалыу өсөн нимә таптың? — тип һорай.

— Бына йөҙ һум биреп алған ошо көҙгөнән башҡа бер әйбер» ҙә тапманым, — тип, теге егет кеҫәһенән бер көҙгө сығарып күрһәтә.

Кейеҙбай көҙгөгә ҡарау менән бөтөнләй ағарып китә, йөрәген ҡурҡыу ала. Ни өсөн тиһәң, көҙгөлә бик күңелһеҙ күренеш һүрәтләнеп тора: батша һарайы эргәһендәге емеш баҡсаһыҙ бына бер алмаһы ла ҡалмаған теге алма ағасы һерәйеп ултыраг шул алма ағасы төбөнә һике ҡуйылған, шул һикелә батшаның кесе ҡыҙы ята, ул үлем түшәгендә, ҡыҙҙың баш осонда атаһыт ике апаһы, Йылҡыбай менән Кейекбай баштарын эйеп, бөтөнләй бойоғоп торалар.

— Ҡыҙ үлә бит! — тиц ҡысҡырып ебәрә Кейеҙбай.

— Үлә шул, — ти егет.

Кейеҙбай кеҫәһенән алмаһын сығарып:

— Бына был алма — әжәл дарыуы. Ҡыҙға шуны ашатырға кәрәк! — ти.

— Уны ашатыр өсөн ҡыҙ янына бик тиҙ арала ҡайтып етергә кәрәк бит әле, — ти көҙгөлө егет.

Кейеҙбай кеҫәләрен ҡапшай, өйләндереп ҡарай, өс толпарҙан бер ҡыл да ҡалмаған; толпарҙарын ебәргәндә өсәр бөртөк ҡылдарын алып ҡала барырға онотҡан.

— Бына ҡасан кәрәк ул толпарҙар, алйот баш! — тип, Кейеҙбай үҙ башына үҙе һуҡҡылай.

Кейеҙбай ошо көҙгөгә ҡарап, алмаһы урланып бөткән алма ағасын күргәс кенә, мәмерйәләге ҡарттың: «Ҡоштар өсөн мин үҙем дә артыҡ көйөнмәйем: улар ташыйһы алманы ташынылар инде», — тигән һүҙҙәренең төбөнә төшөнә.

Кейеҙбай менән юлдашы ҡыҙ янына нисек ҡайтып өлгөрөргә инде тип баш ватып ултырғанда, әмәлгә ҡаршы тигәндәй, былар янына егеттең өсөнсөһө килеп етә. Егет иҫәнлек-һаулыҡ һорашырға ла өлгөрмәй, Кейеҙбай унан:

— Йә, батша ҡыҙын үлемдән алып ҡалыу өсөн нимә таптың? — тип һорай.

— Йөҙ һум биреп алған бына ошо осҡос балаҫтан башҡа бер әйбер ҙә тапманым, — тип, теге егет ҡулындағы балаҫын ергә йәйеп һала.

Кейеҙбай менән көҙгөлө егет:— Шул ғына кәрәк инде! — тиҙәр, шунан балаҫҡа өсәүләп ултыралар ҙа осоп та китәләр.

Былар балаҫтары менән туп-тура батшаның алма баҡсаһына ҡайтып төшәләр. Ҡыҙҙың баш осона'баҫып, бына үлә, бына үлә тип кенә торалар икән. Кейеҙбай бер нәмәгә ҡарамай, алмаһын киҫкеләй ҙә ҡыҙға ҡаптырып бөтөрә. Бер аҙҙан ҡыҙға хәл керә, күҙен аса, тағы бер аҙҙан тороп ултыра, һөйләшә башлай, шунан инде аяғына баҫып йөрөп тә китә, көлә, шаяра. Ике көн эсендә ҡыҙ тамам һауығып, таҙарып өлгөрә.

Батша егеттәрҙе саҡырып ала ла:

— Ҡыҙымды ҡайһығыҙға бирергә һуң инде? — ти.

— Кем алма ашатып терелткән — шуға, әлбиттә, — ти Кейеҙбай.

— Минең осҡос балаҫым булмаһа, ҡайтып өлгөрә алмай инек, ҡыҙ күптән үлгән булыр ине, һин алмаңды тотоп ҡалыр инең! — тип ҡаршы төшә балаҫлы егет.

— Минең көҙгөгә ҡарап, ҡыҙҙың хәлен белмәһәк, бер ҙә былай ашығып ҡайтмаҫ инек әле, үҙ яйыбыҙ менән генә ҡайтыр инек, ҡыҙ әллә ҡасан үлгән булыр ине! — ти көҙгөлө егет.

Батша быларҙы тыңлап тора ла:

— Өҫөгөҙ ҙә дөрөҫ һөйләйһегеҙ. Тик мин ҡыҙымды өҫөгөҙгә лә бирә алмайым. Ҡайһығыҙға икәнен үҙем дә әйтә алмайым. Мин был эште хөкөмсөләргә тапшырам. Улар ниндәй хөкөм сығарһалар, мин шуға ризг, — ти.

Хөкөмсөләр ете көн, ете тән кәңәшә торғас, шундай хөкөм сығарҙылар, ти:

— Ҡыҙҙы үлемдән алып ҡалыуҙа өс егеттең дә ҡатнашы бар. Иллә-мәгәр алма алып ҡайтҡан егеттең ҡатнашы ҙурыраҡ. Ни өсөн тиһәң, батшаның ҡыҙы көҙгөгә ҡарап та, балаҫ менән осоп та түгел, алманы ашап ҡына терелгән. Беренсе егет үҙенең йөҙ һумға алдан көҙгөһөн йөҙ һумға һата ала. Көҙгөнөң ауырыу ҡыҙҙы күрһәтеүҙән бер ере лә кителмәгән, шулай булғас, көҙгө эйәһе зарар күрмәгән. Икенсе егет тә үҙенең йөҙ һумға алған осҡос балаҫын үҙ хаҡына һата ала. Ни өсөн тиһәң, ауырыу ҡыҙҙың эргәһенә осоп килеп төшөүҙән балаҫтың бер ере лә таушалмаған, балаҫтың эйәһе бер ниндәй ҙә зыян күрмәгән.

Кейеҙбай атлы өсөнсө егеттең йөҙ һумға һатып алған алмаһы хәҙер бөтөнләй юҡ, уны батшаның ауырыу ҡыҙы ашаған. Тимәк, ҡыҙ егеткә алманың хаҡын түләргә тейеш. Егеттең алма урынына йөҙ һум аҡса түгел, ҡыҙҙың үҙен һорарға хаҡы бар. Ни өсөн тиһәң, егеттәр оҙон юлға сығып китер алдынан батша хәҙрәттәренең: «һеҙҙең ҡайһығыҙ ҡыҙымды үлемдән алып ҡалыу сараһын таба, шуны үҙемдең кейәүем итәм», — тигән һүҙе бар. Бына шулай булғас, батшаның кесе ҡыҙы Кейеҙ-байҙыҡы булырға тейеш.Шундай гәҙел хөкөмдән һуң, ат етер ергә ат ебәреп, хат етер ергә хат ебәреп, бик күп халыҡ саҡырып, Кейеҙбай менән батшаның кесе ҡыҙына бик ҙур туй яһанылар, ти. Иң тәү, батша менән бер ҡатарҙан, Кейеҙбайҙың атаһы ла ултырҙы, ти. Ул, бер өлкән улына, бер уртансы улына, бер кинйә улына ҡарап, эстән генә: «Иллә был Кейеҙбай улым башлы ла булып сыҡты һуң! Былай булһа, тағы бер-ике йылдан батша булып та ҡуйыр әле!» — тип, кесе улына маһайып ултырҙы, тп.

 

Поделись с друзьями:

 

 

    Альби Флора предлагает роза кустовая купить недорого. Гибкая система скидок.