Кинйәбулат


banner 13

Борон-борон заманда, урман-тау араһында, бер бәләкәй генә яланда йәшәгән, ти, бер бабай мепән әбей. Улар күп йылдар тигеҙ, матур ғына ғүмер иткән, ти. Ҡартая төшкәс, донъя көтөүҙәре ауырлашҡас, бабай ҙа, әбей ҙә ауырыша башлаған. Оҙаҡ та тормай, бер-бер артлы үлеп тә киткәндәр.

Уларҙың булған, ти, өс улы. Оло улы менән уртансыһын бабай менән әбей иҫән саҡта уҡ башлы-күҙле итеп ҡалдырғандар, ә өсөнсө улдары Кинйәбулатты өйләндерергә өлгөрмәгәндәр. Ата-бабанан ҡалған ғөрөф-ғәҙәт буйынса, улар оло улына өйҙәрен ҡалдырғандар, уртансыһына үлмәҫ борон уҡ үҙҙәренең мунсаларын юнәтеп биргәндәр, ә ҡалған мал-тыуар, ҡаралтыларын өс улы араһында бүлеп ҡалдырғандар, ти.

Торор ере булмағас, Кинйәбулат ике арала йөрөргә мәжбүр булған. Кинйәбулатты еңгәләре бер ҙә яратмаған, көн күрһәтмәгән, ағаларына яман күрһәтергә тырышҡандар. Улар өйҙә юҡ ваҡыттарҙа өйҙән ҡыуып сығара торған булғандар. Көн д» яланда ас-яланғас йөрөгәнлектән, Кинйәбулат ябыҡҡан, ҡайҙандыр таҙ ҙа йоҡторған, ти. Ағалары атаһынан ҡалған ергә йыл да тары менән борсаҡ сәсә торған булғандар. Был урындың ике яғында өҫтә сәтләүекле ваҡ имән ағастары менән ҡапланған тау, бер осонда муйыл, тал ағастары менән ҡапланған ҙур ғына бер соҡор булған. Был матур тәбиғәт күренеше һандуғастар, кәкүктәр һайрауы менән тағы ла матурлана төшә икән. Еңгәләре ҡыуып сығарған ваҡытта Кинйәбулат соҡорға килеп, һандуғастарҙың моңлоларҙың моңон баҫа, моңһоҙҙарҙың күҙен аса торған һайрашыуҙарын тыңлап, күңелен йыуата, һуңынан йырлай-йырлай, сәсеүлектәрҙәге сүптәрҙе сүпләй торған булған, ти.

Көндәрҙең береһендә Кинйәбулаттың ағалары, сәсеүлекте таҙартырға ваҡыт тип, һүҙ ҡуҙғаталар. Мейес башында борсаҡ ашап ултырған Кинйәбулат, был һүҙҙе ишетеп:

— Унда барып йөрөмәгеҙ. Мин уны таҙарттым инде, — ти икән. Ағалары ута ышанһалар ҙа, иртәгеһен барып ҡарап ҡайтырға булалар. Иртән тороп, ат егә башлайҙар. Кинйәбулатты яман күрһәтеү өсөн еңгәләре ирҙәрен сәсеүлеккә ебәрмәҫкә хәйлә ҡоралар:

— Сәсеүлеккә беҙ барып ҡайтырбыҙ: ә һеҙ утынға барып ҡайтыр инегеҙ, — тиҙәр.

Тегене-быны уйлап тормайынса, ирҙәре риза булалар, утынға китәләр, ә бисәләр, шатланышып, сәсеүлеккә китәләр. Килгәс, ни күҙҙәре менән күрһендәр, сәсеүлектә бер генә сүп тә юҡ, ә иген тулҡынланып үҫеп ултыра, ти. Кис барыһы ла өйгә ҡайтҡас, еңгәләре:

— Кинйәбулат тип әйтәһегеҙ, уға бушҡа күмәс ашатаһығыҙ, ул бит беҙҙе алдаған. Бына һеҙ ҙә беҙҙең менән барһағыҙ икән, сәсеүлекте шул хәтлем сүп баҫҡан, урынын да таба алмаҫ инегеҙ. Ышанмаһағыҙ, беҙҙең өйгән сүптәрҙе барып ҡарағыҙ, — тиҙәр икән. Асыуҙары килгән ағалары, Кинйәбулатты мейес башынан һөйрәп төшөрөп, туҡмап сығарғандар. Шулай ҙа оло ағаһының башына:

— Бисәләр һүҙенә ҡарап, уны юҡҡа рәнйетмәнекме икән? — тигән уй килә.

Улар сәсеүлекте ҡарап ҡайтырға булалар. Быны һиҙеп ҡалған Кинйәбулат еңгәләренән үс алырға була. Ағалары килгәнсе, сәсеүлектә таралып ятҡан бөтә сүптәрҙе йыйып, ситкә сығарып һала. Ағалары сәсеүлеккә килһә, ни күҙҙәре менән күрһендәр, өйөп ҡуйылған сүп әҫәре юҡ, иген таҙа, күкрәп үҫеп ултыра икән. Асыуланған ағайҙар, өйгә ҡайтып, бисәләрен сыбыртҡы менән генә һыҙыралар икән. Ирҙәре бер аҙ баҫылғас, бисәләр:

— Күҙегеҙ сыҡҡан икән, өйөм-өйөм сүпте лә күрмәйенсә. Күрмәһәгеҙ, үҙебеҙ күрһәтербеҙ, иртәгә сәсеүлеккә барабыҙ,— тип әйттеләр, ти. Кинйәбулат был һүҙҙәрҙе тыштан тәҙрә аша ишетеп ҡала ла ағаларынан үс алыр өсөн, ситкә сығарып һалған сүптәрҙе сәсеүлеккә тарата, ти. Иртәгеһен ағалары менән еңгәләре сәсеүлеккә китергә йыйынғанда, Кинйәбулат:

— Мине лә алып барығыҙ әле. Талашҡанығыҙҙы ҡарап торормон, — тип әйтә, ти. Ағалары уға асыуланалар ҙа үҙҙәре генә сәсеүлеккә китәләр. Килһәләр, ысынлап та, унда ла, бында ла сүптәр өйөлөп ята. Ағайҙар аптырап ҡалалар. Бисәләре ирҙәрен тетеп кенә һалдылар, ти. Өйгә ҡайтҡас, асыуы килгән ағалары Кинйәбулаттан:

— һин беҙҙең талашыбыҙҙы ҡайҙан белдең? — тип һорайҙар икән. Ул:

— Мин кисә төшөмдә күргәйнем, — тигәс, ағалары:

— һин таҙ ғына түгел, алйотһоң да икән, — тигәндәр. Шул көндән башлап, бөтә тирә-яҡ Кинйәбулатты «Алйот

таҙ» тип атай башлаған. Кинйәбулат береһе менән һөйләшергә лә баҙнат итмәй башлай.Кинйәбулат егет булып үҫеп етә, үҙенә бисәлеккә бер ҡыҙ? ҙа күҙләп ҡуя. Ләкин ҡыҙы, мин алйот таҙға бармайым типг баш тарта. Кинйәбулат ни эшләргә белмәйенсә, күңелһеҙләнеп, ҡайғырып йөрөй, ахыры атаһының ҡәбере өҫтөнә барып ята ла үкһеп-үкһеп илай. Быны күргән кешеләр Кинйәбулатты, ысынлап та, алйотҡа иҫәпләй башлайҙар.

— Алйот булмаһа, ҡәберҙә төндәр буйы ултырыр инеме ни? — тиҙәр.

Кинйәбулат ҡәбер өҫтөндә көн дә былай тип илай икән: «Атай, ниңә мин өйләнмәҫ борон үлеп киттең? Хәҙер мин ғүмер буйына әйләнә алмам инде. Мин бит һинең иң яратҡан, иң аҡыллы, эшсән, матур улың инем. Минең хәҙер барыр ерем дә» юҡ. Мин таҙ ҙа булдым, алйот та булдым, еңгәләр арҡаһында ағайҙар ҙа, бөтә кеше лә минән биҙеп бөттөләр», — тип, аҡы-рып-аҡырып илай икән.

Көндәрҙең бер көнөндә Кинйәбулат ҡәбер өҫтөндә йоҡлап киткән дә төш күргән, ти. Төшөндә атаһы менән Һөйләшеп, атаһы икенсе көн төнөн үҙенең янына оло улын саҡырырға ҡушҡан, ти. Уянып, Кинйәбулат шатлығынан был турала оло ағаһына әйтергә югергән, ТЕ. Ҡайтып инеү менән оло ағаһына:

— һине бөгөн төнгә атайым үҙенең ҡәберенә саҡырҙы,— тигән. Ағаһы:

— Эй алйот, алйот таҙ. Алйот булмаһаң, шул һүҙҙе әйтмәҫ инең. Үле кеше һинең менән нисек һөйләшһен. Ярай, улай булһа, алйот икәнһең, минең өсөн үҙең бар инде. Шуның өсөн мин һиңә ошо иҫке күлдәгемде бирермен, — тигән. Кинйәбулат ағаһының һүҙен тотоп, икенсе көн атаһының ҡәберенә барып ултырған, ти. Бер ваҡыт ҡәберҙән:

— Кем бар унда? Оло улым, һинме? — тигән тауыш ишетелде, ти.

— Түгел, кесе улың, — тигән Кинйәбулат. Шунан һуң атаһы Кинйәбулат эргәһенә сығып ултырған да бер аҙ һөйләшкәндән һуң:

— Бына, улым, минең әйткәнде лә тыңланың, ағайың әйткәнде лә кире ҡаҡманың, шуның өсөн һиңә ошо ҡара ҡылды бирәм. Был ҡылды кәрәк саҡта, яланға сығып бармағыңа ура, бер һыҙғыр ҙа осонан тарт. Шунда һинең әҫтәңә менерҙәй булып ҡара ат килер. Ҡурҡма. Үҙең кейенгән, ҡоралланған көйө> ат өҫтөндә булырһың, һинән дә матур, һинән дә көслө кеше булмаҫ. Әгәр аттан төшәйем тиһәң, уң ҡолағына һуҡ, атты ебәреп, өйгә ҡайтайым тиһәң, һул ҡолағына һуҡ. Был ҡылды бер кемгә лә күрһәтмә, минең менән һөйләшеү тураһында бер кемгә лә әйтмә. Иртәгә төнөн икенсе ағайың килһен, — тигән дә юҡ булған, ти.

Кинйәбулат, ҡайтҡас, атаһының кесе ағаһын саҡырыуын әйткән. Был ағаһы ла:

— һин бит алйот, алйот булғас, бул инде. Минең сиратҡа ла барып ҡайт. Таҙыңды ҡаплар өсөн таҡыя бирермен,— тигән.

Кинйәбулат риза булмай ни эшләһен, атаһының ҡәберенә тағы барып ултырған. Тиҙҙән:

— Кем бар унда? Уртансы улым, һинме? — тигән тауыш ишетелгән. Кинйәбулат:

— Юҡ, кесе улың, — тип яуап биргән, ти.

— Шулай инде, ысынлап та саф күңелле, таҙа фекерле, тыңлаусан улым һин икәнһең, — тип, Кинйәбулат менән бер аҙ һөйләшкәс, атаһы уға ерән ҡыл биргән дә: — Был ҡыл менән дә шулай уҡ эшләрһең. Иртәгә үҙең кил, — тип, Кинйәбулатты ҡайтарып ебәргән, ти.

Ҡайтыуға, ағалары Кинйәбулаттан көләләр икән. Өсөнсө көн Кинйәбулат төндө түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Тән булғас, атаһының ҡәбере янына бара.

— Кем бар унда? Кесе улым, һинме? — тигән тауышҡа:

— Эйе, мин, атай, кесе улың, — тип яуап биргән. Атаһы Кинйәбулатҡа шуны һөйләгән:

— Оҙаҡ та үтмәҫ, фәлән-фәлән батшалыҡта туй булыр. Был туй өс ярыштан, өс һыйҙан һуң ғына үтәлер. Ошо туйға «бөтә батшалыҡтар, бөтә халыҡ әҙерләнер. Туй батшаның кинйә ҡыҙына була. Ул ҡыҙҙың һөйгән егете юҡ. Кем дә кем батша һарайының икенсе ҡатынан тығып ултырған ҡулдың бармағынан ҡыҙҙың балдағын ала, шул кеше уның кейәүе була. Баймы, ярлымы, һуҡырмы, таҙмы — ул кеше батыр кеше булыр, батша ҡыҙына тиң булыр. Ошо туйҙа еңгән кеше, һис шикһеҙ, батша булырға тейеш, ярлыларға ярҙам итергә тейеш, бөтә халыҡ, ир-ҡатын бер хоҡуҡта булырға тейеш. Бына һиңә аҡ ҡыл. Уның менән дә тегеләре кеүек эшләрһең. Был ат тегеләр-ҙән дә етеҙерәк, көслөрәк, күркәмерәк, — тигән дә юҡ булған, ти.

Кинйәбулат өйгә ҡайтҡан да мейес башында борсаҡ ашай башлаған.

Берҙән-бер көн ағаларының һөйләшеп ултырыуынан Кинйәбулат батшаның кинйә ҡыҙына туй булаһын ишетеп ҡала. Туйға ағалары ла барырға уйлайҙар икән. Әҙме-күпме ваҡыт үткәндән һуң туйға йыйыу тураһында батшаның иғланы була. Ағайҙар туйға барырға йыйыналар, ти. Кинйәбулат та ағаларына:

— Мине лә бергә алығыҙ. Батша ҡыҙы, бәлки, мине яратыр. Батша кейәүе булып алһам, үҙегеҙҙе вәзир итеп алырмын, — тигән була, ти. Ағалары унан бот сабып көлгәндәр.

Берҙән-бер көн ағайҙар юлға сыға, еңгәләр өйҙә ҡала. Кинйәбулат еңгәләренән бер-ике көнгә сығып йөрөп килергә һорай, ти. Аулаҡ ҡалғанға шатланып, еңгәләр риза булалар. Кинйәбулат өйҙән сығып китә. Яланға сыҡҡас, түштәге ҡапламаның кеҫәһенән ҡара ҡылды ала ла бармағына урай. Бер һыҙғырып,ҡылдың осонан тартып ебәреүе була, өҫтөнә ырғыйым тиш, ат килә. Ул матур итеп кейенгән, ҡылыс таҡҡан, бөҙрә сәсле егет булып, ат өҫтөндә ултыра. Өс көн буйы барған ағаларын шунда уҡ, һаҙлыҡта бата-бата барғанда, ҡыуып етә лә уңлы-һуллы икеһен дә өсәр тапҡыр ҡамсы менән тарттырғандан һуң күҙҙән юғала.

Кинйәбулат батша һарайына килгәндә, һарай тирәһендә ярышыуҙы көтөп йөрөгән халыҡтың иге-сиге юҡ икән, ти. Кинйәбулат һарайға яҡын килмәй, бер яҡ ситтәрәк ат уйнатып йөрөй. Берҙән-бер ваҡыт батшаның иғланы буйынса ярыш башланған икән, бер кем дә ҡыҙҙың балдағына яҡын да килә алмай, ти. Оҙаҡламай ярышыусылар бөтә. Ҡыҙ үҙенә кейәү сыҡмағанға күңелһеҙ генә тирә-яҡҡа ҡаранып ултырғанда, яланда ҡара ат уйнатып йөрөгән егетте күреп, яулыҡ болғап саҡырырға ҡуша. Шуны ғына көтөп йөрөгән Кинйәбулат, сабып килеп атын һикертһә, саҡ-саҡ ҡына балдаҡҡа етмәй ҡалған. Шул көйгә сабып сығып та киткән, ти. Бер кешегә ике һикертергә ярамаһа ла, батша ҡыҙы тағы ла һикертергә әйтәйем тиһә, егет күҙҙән дә юғала.

Ағалары ҡайтҡас, Кинйәбулат белмәмешкә һалышып:

— Йә, батша ҡыҙын күрҙегеҙме? Әллә үҙегеҙҙе юлда ҡамсы менән һүттеләрме? — тип һораған була. Ағалары бер-береһенә ҡарашалар ҙа Кинйәбулатҡа бик ныҡ асыуланалар.

Икенсе көндө ағайҙары тағы шунда китә. Кинйәбулат был юлы ла, еңгәләренән рөхсәт һорап, сығып китә лә, яланға сыҡҡас, ерән ҡылды алып бармағына урай. Бер һыҙғырып, осонан тартып, өҫтөнә ырғыйым тигән атҡа ороп ебәреүе була, иҫ киткес егет булып, ат өҫтөндә лә ултыра. Өс көн алдан киткән ағаларын ҡыуып етеп, ҡылыс менән урманлыҡты ағаларының юлына ауҙарып, алға саба. Ағалары, юл таба алмайынса, интегеп, арып-талып ярыш бөтөр алдынан ғына килеп етәләр, ти.

Бөтә ир-егет, ат һикертеп, балдаҡты ала алмағас, ҡыҙ, яланда ерән ат уйнатып йөрөгән егетте күреп, уны яулыҡ болғап саҡырырға ҡуша. Шуны ғына көткән Кинйәбулат ерән аты менән сабып килеп һикерһә, ҡулы балдаҡҡа тейеп ҡала, әммә һурып алырға өлгөрмәй. Шул ыңғайҙан сабып сығып та китә. Ҡыҙ егетте яңынан саҡыртам тиһә, ул күҙҙән дә юғала.

Өйгә ҡайтып, Кинйәбулат тағы ла мейес башында борсаҡ ашарға керешә. Ағалары ҡайтҡас, Кинйәбулат бер ни ҙә юҡ кеүек:

— Батша ҡыҙын бирәме һуң, әллә барып етә алмайынса, урманда аҙаштығыҙмы? — тигән була. Унһыҙ ҙа асыулы ағайҙар Кинйәбулатты саҡ-саҡ туҡмамай ҡалалар, ти.

Оҙаҡ та үтмәй, батша халыҡты туйға өсөнсө тапҡыр саҡыра. Кинйәбулаттың ағалары, өмөттәрен өҙөп, был юлы бармаҫҡа булалар, ә Кинйәбулат хәйлә менән өйҙән сығып китә. Яланға сыҡҡас, аҡ ҡылды алып бармағына урай ҙа, бер һыҙғырып, осо-нан тартып ебәрә, ел-дауыл сығарып, сабып килгән аҡ ат өҫтөнә ырғыйым тигәндә, Кинйәбулат юғалып ҡалмай, төштә лә күрмәҫлек егет булып ат өҫтөндә ултыра.

Ярыш барғанын Кинйәбулат ситтә генә ҡарап, ат уйнатып йөрөй. Бер кем дә балдаҡты ала алмағас, батша ҡыҙы тороп китәйем генә тигәндә, бер яҡ ситтәрәк аҡ ат уйнатып йөрөгән Кинйәбулатты күреп ҡала, яулыҡ болғап саҡырырға ҡуша. Шуны ғына көткән Кинйәбулат, аҡ атын иркенә ҡуйып, ел-дауыл сығарып сабып китә. Аттың еленән майҙандағы бөтә халыҡ аяҡтан йығыла, күҙҙәрен йомалар. Ҡыҙ тураһына еткәс, атын һикертә, ат икенсе ҡатҡа етеп, ҡыҙ алдында туҡтап тора, ә Кинйәбулат ошо ваҡытта яйлап ҡына балдаҡты һалдыра ла, ҡыҙҙы һурып үбеп, сабып сығып та китә. Ҡыҙ иҫепә лә килергә өлгөрмәй, Кинйәбулат күҙҙән юғала.

Кинйәбулат, атып ебәреп, өйгә ҡайта ла мейес башында оорсаҡ ашарға керешә. Хәҙер батша балдаҡты табыр өсөн бөтә донъялағы ир-егетте һыйға саҡырырға, һый ваҡытында балдаҡты таоырға уйлай, фәләнсә ваҡытҡа ир затынан булған барса кешегә йыйылырға ҡуша. Батша бойороғо буйынса, күрһәтелгән ваҡытҡа бөтә ир заты һыйға бара. Кинйәбулаттың ағалары ла китә, ә Кинйәбулат балдаҡлы бармағын ҡалын сепрәккә урап мейес башында борсаҡ ашап ятып ҡала. һыйҙа балдаҡ табылмағас, батша икенсе тапҡыр, бер кемде лә ҡалдырмайынса, һыйға алып килергә ҡуша. Икенсе тапҡыр һыйға икһеҙ-сикһеҙ ир заты йыйыла, һуҡыры ла, сатаны ла, сулағы ла, таҙы ла ҡалмаған, ти. Был юлы ла Кинйәбулатты ағалары үҙҙәре менән алмай, һыйҙа балдаҡ табылмағас, батша өсөнсө тапҡыр язалау ҡурҡынысы менән ир затын саҡырырға бойора. Аптырағас, ағалары был юлы Кинйәбулатты ла алып барырға булғандар. Уны яҡшылап йыуындырып, кейендереп алып барабыҙ тиһәләр, Кинйәбулат:

— Мин бармайым, мин таҙҙы, алйотто, улар ни эшләтһендәр, — тигән була икән. Батшаның язаһынан ҡурҡып, ағалары Кинйәбулатты, ай-вайына ҡарамайынса, һыйға алып киткәндәр, һыйға бөтә ир заты йыйылған, һый башланған, ти. Сеүәтәне һәр кем ике ҡуллап алырға тейеш булған. Бер ваҡыт сират Кинйәбулат менән ағаларына еткән. Ағалары сеүәтәне ике ҡуллап алалар, ә Кинйәбулат бер ҡулын ғына һуҙа икән. Батша ҡыҙы уға ике ҡуллап алырға бойора, Кинйәбулат ике ҡул менән алырға мәжбүр була. Сепрәк менән бәйләнгән ҡулды күреп, батша ҡыҙы сепрәген сисергә бойора. Кинйәбулат тартҡылашҡан була. Ҡыҙ, үҙе килеп, Кинйәбулаттың ҡулынан сепрәкте сисә. Сисһәләр, ни күҙҙәре менән күрһендәр, бармағында ҡыҙҙың балдағы кире һалдырмаҫлыҡ булып кереп ултырған, ти.

Ҡыҙ, өлөшөмә төшкән көмөшөм тип, Кинйәбулатты батша һарайынаса етәкләп алып киткән. Кинйәбулатты күреп, батша ҡыҙына асыуланһа ла, ҡыҙының вәғәҙәһен боҙорға ҡыйыулыҡитмәй, өҫтән-өҫтән генә булһа ла туйын үткәрә. Туйҙан һуң, ҡыҙы менән Кинйәбулатты һарайынан ҡыуып сығарып, үҙенең ҡара мунсаһына урынлаштыра.

Берҙән-бер ваҡыт батшаға ҡаршы яу килә икән. Батша үҙенең оло кейәүҙәрен һуғышҡа әҙерләй, ғәскәр йыя ла һуғышҡа оҙата. Кинйәбулаттың үҙен саҡырырға ғәрләнеп, ҡыҙы арҡыры уға ла һуғышҡа барырға ҡуша. Иртәгеһен Кинйәбулат, бисәһе менән хушлашып, ҡорсаңғы атҡа атлана ла китә. Яланға сыҡҡас, ҡорсаңғы атын үлтерә лә, түшендәге ҡапламанан ҡара ҡылды алып, ҡара атын саҡыра, уны менеп, һуғыш майҙанына китә. һуғышта батша кейәүҙәренең еңелеүен күреп, Кинйәбулат:

— Әгәр һәр берегеҙ бәләкәй бармағығыҙҙан берәр быуын ҡырҡып бирһәгеҙ, дошман яуын хәҙер үк тураҡлап бөтәм,— ти. Кейәүҙәрҙән бармаҡ алып, Кинйәбулат дошманды ҡырырға тотона. Ул бер һелтәгәндә, унарлағаны йығыла, ти. Бик эҙҙары ғына ҡасып ҡотола, ти. Кинйәбулат үлтереп ташлап киткән аты янына килә лә ҡарға-һайыҫҡандарҙы атып ята. Батша кейәүҙәре, ҡайтып килешләй быға тап булып:

— Йә, кейәү кеше, кем менән һуғышаһың, еңеп буламы? — тип көләләр, ти. Кинйәбулат уларға:

— Мин дошмандың үҙенә атмайым, бәләкәй бармаҡтарын ғына өҙҙөрөп торам, — тигәс, кейәүҙәр бер-береһенә ҡарашып алғандар, ти. Ҡайтып, батшаға һөйләп, еңеүҙәре менән маҡтандылар, ти. Кинйәбулаттың ҡарға-һайыҫҡан менән атышып ятыуын да көлөп һөйләнеләр, ти.

Батшаның кесе ҡыҙы быға бик ғәрләнгән:

— Был әллә ысынлап та алйотмо икән? — тип, Кинйәбулатты һынамаҡ булды, ти.

Батшаға икенсе тапҡыр яу менән киләләр. Ул кейәүҙәрен яңынан һуғышҡа ебәрә, Кинйәбулат та һуғышҡа тип сығып китә. Яланға сыҡҡас, ерән ат ҡылын алып, атын саҡыра ла, менеп, һуғыш майҙанына китә. Бисәһе, Кинйәбулат киткәс, уның артынан күҙәтергә сыға, һайыҫҡан-ҡарғалар янына бара, ире унда булмай.

Кинйәбулат һуғыш майҙанына килһә, майҙан үлектәр менән, һауа ҡан еҫе менән тулған, ә батша кейәүҙәре еңелеп баралар, ти. Батша кейәүҙәренә килеп, Кинйәбулат:

— Әгәр арҡағыҙҙан бармаҡ иңе тирегеҙҙе һыҙырып бирһәгеҙ, дошмандарығыҙҙың барыһын да ҡырам, — тигән. Кейәүҙәр, риза булып, һыҙырып биргәс, киткән, ти. Кинйәбулаттың ҡылысы бер һелтәгәндә йөҙәрләгән дошманды юҡ итә, ти. Дошмандарҙы еңгән дә юҡ булған. Ҡарға-һайыҫҡандар янына килеп, уларҙы атып ятҡан кеше була, ти. Бер яҡ ситтә ултырған бисәһе, Кинйәбулатты күреп, йәшенгән, ти. Батша кейәүҙәре Кинйәбулатҡа:

— Йә, һуғышып буламы? — тип әйтеүгә, Кинйәбулат:— Була, мин дошмандарҙы уҡытам, уларҙы бер ҙә үлтермәйем, арҡа тиреләрен генә һыҙыртам, — ти. Кинйәбулаттың былай тип яуап биреүенән бисәһе нимәлер һиҙенгән, әммә был турала бер кемгә лә әйтмәҫкә булған. Кейәүҙәр яуапҡа ғәжәпләнмәгәндәр, асыуланырға ла, асыуланмаҫҡа ла белмәгәндәр. Ҡайтҡас, ғәҙәттәгесә, маҡтанғандан һуң, Кинйәбулатты һөйләп көлгәндәр, ти. Батша ла хәҙер оло кейәүҙәрен маҡтап бөтә алмай, ти.

Көндәрҙең бер көнөндә батшаға тағы ла яу менән киләләр. Оло кейәүҙәр менән бергә Кинйәбулат та һуғышҡа китә. Был юлы, батшаның ҡушыуы буйынса, һәр бер кейәү үҙенең бисәһен алып барырға тейеш була. Кинйәбулат та ҡатынын алған. Ҡарға-һайыҫҡандар янына килеп еткәс, бисәһен оло кейәүҙәр менән ебәргән дә, үҙе шунда ҡалған, ти. Бисәһендә тағы ла шик тыуған, шулай ҙа һиҙҙермәгән, еҙнәләре менән киткән, ти.

Бер ваҡыт ҡаты һуғыш башланған. Үлектәрҙең иге-сиге юҡ, ҡан йылға булып аға, ти. Кинйәбулат батша кейәүҙәре еңелеп бөтөп барғанда ғына аҡ атына атланып килеп сыға ла уларға:

— Бына һеҙ еңелеп бараһығыҙ, былай һуғышһағыҙ, еңеләһегеҙ ҙә. Әгәр ҙә һеҙ билегеҙҙәге ҡайыштарығыҙҙы һалып бирһәгеҙ, мин дошманды үҙем генә лә еңер инем, — тигән. Был ҡайыштар донъяла бер генә булып, батша ҡыҙҙарының ирҙәренә биргән бүләге булған икән. Ҡурҡыуҙан ҡоттары оеҡан батша ҡыҙҙары кейәүҙәренә бирергә ҡушҡандар. Кинйәбулаттың бисәһе аҡ атты күргәс, һиҫкәнеп үк ҡуйған, ти. Шикләнһә лә, бер нәмә лә әйтмәгән, ти. Кейәүҙәр ҡайыштарын һалып биргәс, Кинйәбулат дошманды ҡыра башлаған. Ҡылысы менән бер һелтәһә, меңәрләгән дошман юҡ була икән. Ләкин аңғармаҫтан ул ҡулын яралай. Быны күргән бисәһе, үҙенең иң яратып ябынған яулығын һалып, яраһын бәйләй. Дошманды ҡырып бөткәс, Кинйәбулат яңынан юҡ булған. Батшаның теге кейәүҙәре бисәләре менән һуғыштан ҡайтып килгәндә, ул тағы ла ҡарға-һайыҫҡандар атып ята икән.

— Йә, һуғышып буламы? — тип һорайҙар икән тегеләр.

— Һуғышып була, тик мин ҡарғаларҙың билдәренән ҡайыштарын ғына һалдырам, һайыҫҡандың маҡтанып ябынып йөрөгән яулығын ғына алам, — тип яуап биргән, ти, Кинйәбулат.

Кинйәбулаттың бисәһе ниңә бындай яуап биргәнен аңлап алды, ти. Үҙе бик ышанып та бөтмәй, бер кемгә лә бер нәмә лә әйтмәй.

Быға кейәүҙәрҙең генә бер ҙә иҫе китмәй, ти. Улар, көлөп:

— Һуғышсы остазыбыҙ күп ҡарғаларҙы еңгән өсөн ҡайтайыҡ инде, — тип, Кинйәбулаттың ҡулынан килеп тотһалар, ҡулы яралы икәнен күреп ҡалалар. Был ваҡыт ул яраһын икенсе сепрәк менән бәйләгән була. Алдан яуабы ла әҙерләп ҡуйылған, ти. Кинйәбулаттың бисәһе хәҙер бөтөнләй тиерлек сергә төшөнөп ала. Кейәүҙәр, ҡыҙҙар өйгә ҡайтҡас, батша барыһын да саҡырын алған да, былай тигән, ти:

— Бына минең оло кейәүҙәрем кейәү булып сыҡтылар. Дошмандарҙы еңеп, үҙҙәренә дан, миңә тыныслыҡ яулап алдылар. Ә кесе кейәү минең битемә ҡара ғына яға, уны үлтереүҙән уңайы юҡ.

Кейәүҙәр уның һүҙен хуплағандар. Кинйәбулат та, бисәһе лә бер юлы аяҡҡа баҫып, һөйләргә иткәндә, батша ҡыҙына ултырырға бойорған, Кинйәбулатҡа һөйләргә ҡушҡан, ти.

— Мин һиңә, батша, бер нисә һорау бирәм, — тигән Кинйәбулат. — Шул һорауҙарға ҡыйынһынмай ғына яуап бир әле. Беренсе һорауым шул булыр: һинең кейәүҙәреңдең барыһының да һул ҡулының сыңғарсаҡ бармаҡтары юҡмы әллә? Икенсе һорау: һинең бөтә кейәүҙәреңдең дә арҡа буйҙарында бармаҡ иңе тиреләре юҡмы әллә? Өсөнсө һорау: ҡыҙҙарың биргән бүләк бил ҡайыштарын кейәүҙәрең ҡайҙа иткән икән? Барыһын да кейәүҙәрең табып бирһен. Кем һуғышта еңгән булһа, уларҙы шул кеше табыр. Аҙаҡҡы һорауым: кесе ҡыҙыңдың иң яратып бөркәнгән яулығы ҡайҙа икән? — тигән дә урынына ултырған, ти.

Оло кейәүҙәр һәр һорауҙан һуң, тертләшеп, сыҙаша алмай торғандар, ти. Батшаның һорауына улар йә өҙөлдө, йә уҡ алып китте, йә ҡылыс ялманынан башҡа яуап бирә алмағандар, ти. Батша, кинйә ҡыҙы эргәһенә килеп:

— Йә, иң һөйөклө ҡыҙым, яулығың ҡайҙа һинең? — тип һораған, ти.

— Мин уның менән аҙаҡҡы һуғышта еңгән батырҙың яраланған ҡулын бәйләнем. Ул беҙҙе үлемдән ҡотҡарҙы, — тине, ти, ҡыҙы. Быны ишеткән Кинйәбулат былай тигән:

— Бына шулай, батша, һинең оло кейәүҙәрең еңеүсе түгел, ә алдаҡсы буш ҡыуыҡтар улар. Әгәр еңеүсенең кем икәнен белергә теләһәгеҙ, бына ул — мин. Еңеүсе исеме өсөн улар үҙҙәренең бармаҡтарын да, арҡа тиреләрен дә, бүләк ҡайыштарын да йәлләмәнеләр. Бына улар. Бармаҡтар, арҡа тиреләре уларға кире үҫмәҫтәр, был бүләктәр киренән бирелмәҫ. Мәңгегә улар юҡ булһын, — ти ҙә дөрләп янған ут әсенә ырғыта.

Ә бына был яулыҡты минең бисәм яраға ысын күңел менән бәйләне, яра шунда уҡ тиерлек төҙәлде. Кесе ҡыҙың, кейәүең иң тоғро булырҙар, улар бер ваҡытта ла кешене алдамаҫ, үҙ иле өсөн йәнен аямай хеҙмәт итерҙәр, — ти. Бына шунан Һуң батшалыҡ Кинйәбулатҡа күсә. Өлкән кейәүҙәрҙе ни эшләтеү мәсьәләһе лә уға тапшырыла. Батша булып алғас, Кинйәбулат: — Кем дә кем тоғро эшләп ашар, ул кеше генә минең илдә йәшәр; кем кешене рәнйетә, кеше көсөнән файҙалана, ул минең илдә йәшәй алмаҫ, — тип халыҡҡа өндәште, ти.

Әле һаман да ошо батшалыҡта шул тиклем ғәҙеллек, тигеҙлек, ти. Бөтә халыҡ ирекле, бер кеше кеүек, рәхәт, татыу йәшәйҙәр, ти.

 

Поделись с друзьями: