Аҡҡош һөтө


banner 13

Борон-борон заманда бер һунарсы урманға һунарға киткән икән, бер убыр ҡарсыҡ быны ут менән ялмап алып ҡурҡытҡан:

— Һинең улың бар икән, шул улыңды сал да, үпкәһен сәйнәп, тирә-яғыңа ҡан төкөрөп ултыр. Шулай эшләмәһәң, һинең һунар эшең бер ваҡытта ла уң була алмаҫ, — тигән.

Һунарсы, бик баш ватып, уйға тарыған.

Шул ваҡыт һунарсының арғымағы, сабып ҡайтып, арт аяғы менән ишекте яра типкән, һунарсының улы:

— Бәй, малҡай, һинең был ни эшең? — тип һораған. Арғымаҡ, телгә килеп:

— Атайың һунарҙан ҡайтҡас, һине салырға уйлай. Ҡайтып кереу менән атайыңдан, мине менеп, анау күлде әйләнеп сығырға рөхсәт һора, ул рөхсәт иткәс, ҡасырбыҙ, — тигән.

һунарсы ҡайтҡан. Егет арғымаҡ әйткәнсә эшләгән, атаһы рөхсәт иткән. Арғымаҡ алдына ҡояш төшөрөп, һыртына томан төшөрөп сыға ла китә.

Бик оҙаҡ ваҡыттар йөрөй егет донъя гиҙеп. Йөрөй торғас, бер батшаның өс ҡыҙына кейәү һайлауы тураһында ишетә. Ул батша йәйләгән ергә китә. Килеп еткәс, арғымағынан төшөп, уның өс ҡылын өҙөп ала. Батша йәйләүенә ҡарап йәйәү китә. Ҡараһа, бер ағас төбөндә ҡот осҡос бер үгеҙ бәйле тора. Шул үгеҙҙең артынан ҡамыш менән өргән икән, үгеҙҙең тиреһе һыҙырыла ла төшә. Егет үгеҙ тиреһен кейеп ала ла йыйын урынына килә. Шунда ғәскәр кеүек йыйылып торған халыҡ, эркелешеп, үгеҙ торған ерҙән ситкәрәк һыйына, ти.

Бер ваҡыт батшаның вәзире сығып, йыйын шартын халыҡҡа аңлата. Батшаның иң оло ҡыҙы ҡулындағы ҡарсығаһын сөйөп ебәргән икән, ҡарсыға бер хандың ҡулбашына барып ҡунған. Халыҡ:

— Бик шәп, бик шәп! — тип гөр килгән.

Батшаның икенсе ҡыҙы ҡулындағы бөркөтөн сөйөп ебәрһә, бөркөт бер бай егеттең ҡулбашына барып ҡуна. Халыҡ тағы ла:

— Бик хуп, бик хуп! — тип гөрләшә башлаған.Өсөнсө, кесе ҡыҙы сөйөп ебәрһә, тегенең шоңҡары ситтә ер тырнап торған үгеҙҙең мөгөҙөнә барып ҡунған. Халыҡ та, батшаның яҡындары ла:

— Дөрөҫ түгел, дөрөҫ түгел! — тип ҡысҡыра икән. Ҡыҙ өс тапҡыр сөйһә лә, шоңҡар үгеҙ мөгөҙө тирәһенән бер ҙә китмәй,. ти. Шунан батша:

— Ярар инде, яҙмышы шулдыр, — тип ризалыҡ биреп, кесе-ҡыҙына ҡул һелтәп ҡуйған, ти. Үгеҙ кейәүе менән кесе ҡыҙына мал аҙбарынан урын биргән, ти.

Бер ваҡыт батша бик ныҡ ауырып киткән. Табип табып килтергәндәр. Ул:

— Батша, һин аҡҡош һөтөн эсһәң, терелерһең, — тигән. Ике оло кейәү шунда уҡ аҡҡош һөтө артынан китмәк булған. Уларҙы, бик яҡшы итеп әҙерләп, юлға оҙатып ҡалғандар. Үгеҙ; егет тә, ҡатыны менән хушлашып, йәйәүләп кенә сығып киткән. Бара биргәс тә ул, ҡылдарын яндырып, арғымағын саҡырып килтереп, шуға атланып алған. Бара торғас, урманда бер бүре ояһына тап булған. Бүре балалары илашып-шыңшып яталар, ти: йомшаҡ аяҡтарына сүп кергән икән. Егет бүре балаларының аяҡтарын таҙартып ебәргән. Тегеләр:

— Һин, ағай, китмә, инәйем менән атайым ҡайтҡансы; тор! — тигәндәр. Егет быларҙың һүҙен йыҡмаған. Шул арала ирле-бисәле ике бүре ҡайтып та инә. Өйҙәрендә торған кешене күреп, инде ташланайыҡ тигәндә генә, балалары:

— Атаҡайым, инәкәйем, теймәгеҙ, беҙҙе шул әҙәм ҡотҡарҙы. Ул аяҡтарыбыҙҙан сүптәрҙе алмаһа, беҙ үлер инек, — тигән.

Шупан бүреләр егеткә ике һауыт дарыу бирәләр. Береһендә ыу, икенсеһендә аҡҡош һөтө була. Егет ҡайтып барғанда, оло кейәүҙәрҙең, хәлдән тайып, аҡҡош һөтө эҙләп йөрөгәндәрен күрә.

— Егет, зинһар, табыш инде, — тиҙәр икән тегеләр. Егет уларға ыу тигәнен бирә.

Оло кейәүҙәр, аҡҡош һөтө тип, батшаға ыу эсерәләр. Батшаның хәле бынан һуң оторо насарайып киткән, ти. Шунан үгеҙ егеттең ҡатыны кереп:

— Атай, бына бәләкәй кейәүең алып ҡайтҡан дарыуҙы эсеп ҡараһаңсы, — тигән. Батша:

— Һи, юҡты һөйләйһең! Әле Ханбатыр менән Байбатыр кейәүҙәрем тапҡан дарыу шифа булмағанда, хайуан тапҡан нәмәнән ниндәй шифа булһын! — тигән. Шулай ҙа батша, эше бик мөшкөлләнгәс, әсеп ҡараған, шунда уҡ хәл кереп, тороп ултырған, ти.

Шул көндән башлап батшаның бәләкәй кейәүенә ҡарашы бөтөнләй үҙгәреп китте. ти.

 

Поделись с друзьями: