Кесе ул


Элгәре бер заманда йәшәгән, ти, бер батша. Ул батшаның өс ҡатыны бар икән. Береһе бик йәш, ти. Әммә бер ҡатынынан да балалары юҡ, ти.

Берҙән-бер көндө батшаға бер алма һатыусы ҡарт килә лә:

— Бына ҡатындарыңдың өсөһөнә өс алма биреп ҡалдырам. Шуны ашаһындар, өсөһө лә ул табыр. Тик шундай шарт бар: кесе улыңды, тыуғас та, мин алып китәсәкмен, шуға риза бул,— ти.

Ни эшләмәк кәрәк, батша риза була. Алмаларҙы ҡатындарына ашата.

Ваҡыт үтә тора. Бына бер саҡ өс ҡатыны ла берәр ул таба. Йәш ҡатындың улы бигерәк шәп үҫә. Көн эсендә йыл үҫкән тиклем үҫә. Ун көн үтеүгә, теге алма Һатыусы бабай килеп тә етә.

— Вәғәҙәңде үтә! — ти.

Батша киреләнә алмаған. Йәш ҡатындың, улын йәлләп, һуштан яҙып илап ятҡанын барыһы ла күреп торған. Ҡарт шулай итеп кесе улды үҙенә алып ҡайтып киткән.

Эй баралар, эй баралар, ти, былар. Бер урман араһына барып еткәс, теге бабай:

— Улым, ана аҡланда бер ҡаҙан бар, һин уның аҫтына ут-тоҡандыр, мин хәҙер утын йыйып алып барырмын, — тигән.

Егет аҡланға барһа, тегендә бер ҙур ҡаҙан, ҡаҙан әсе тас май икән. Ҡаҙан тирәләп бик күп кешеләрҙең һөйәге ята, ти. Егет барған да бер баш һөйәген тотоп ҡараған. Шул саҡ баш телгә килгән:

— Эй егет, харап булаһың бит. Бында ниңә килдең инде?— тигән. Егет һөйләп биргән. Баш:

— Ул хәҙер, аҫтына ут яғып, ошо ҡаҙанды ҡайнатыр, һине шул ҡаҙан тирәләй әйләнеп сығырға ҡушыр, һин: «Бабай, мин белмәйем бит әле, үҙең әйләнеп күрһәт», — тип әйт. Шунан уны ҡаҙанға этеп төшөрөрһөң дә ҡуйырһың, — тигән. — Шул саҡ бер бесәй килер, муйыны тулы асҡыс булыр, асҡыстарҙы алырһың да анау тау мәмерйәһендәге келәттәрҙе асырһың. Өсөнсө келәттә бер йәшел һандыҡ булыр, шуны ас та, эсендәге-ҡошто ҡанын сығармай ғына һығып үлтер. Был ҡарттың йәне-шул булыр. Шунан һуңғы келәт эсендәге кейәмдәрҙе кейенеп, атты менеп, теләгән яҡҡа китерһең, — тигән.

Ҡарт утын күтәреп килеп еткән. Ҡаҙан аҫтына һалып, егет ут төртөп ебәргән. Ҡаҙандың һыуы ҡайнай башлағас, бабай егеткә ҡаҙанды әйләнеп сығырға ҡушҡан. Егет:

— Мин әйләнә белмәйем, тәүҙә үҙең өйрәтеп бир, — тигән.

— Эй-й, шуны ла белмәҫкә, — тип әҙәм ашар ҡарт ҡаҙан тирәләй лап-лап әйләнә генә башлаған икән, егет, ҡарттың артынан ҡарап барған кеше булып, уны ҡаҙанға күтәреп бәргән дә ҡуйған!

Бер аҙҙан, муйыны тулы асҡыс һөйрәп, бер бесәй килеп сыҡҡан. Егет, асҡысын сисеп алып, үҙен ҡаҙанға ташлаған. Шунан теге мәмерйәгә барып, ике келәтте асһа, береһенән-береһе сибәр йәш кенә ҡыҙҙар, һөлөк кеүек егеттәр килеп сыҡҡан, ти. Үҙҙәре, егеткә ҡурҡышып ҡарап, бер-береһенә төртөшәләр икән.

— Бынау һимеҙ, мин арыҡ, бынау көр, мин ябыҡ, мине алма, быны ал, — тиешәләр икән. Егет уларҙы ҡотҡарыуын әйткәс, бөтәһе лә уға рәхмәттәр әйтеп, теләгән яҡҡа таралышҡан, ти. Шунан егет өсөнсө келәттәге һандыҡ эсенән теге баш әйткән ҡошто алған да ҡанын сығармайынса ғына быуып үлтергән. Шул мәл ҡаҙандағы теге ҡарт менән бесәй йән биргән.

Егет, һуңғы келәттәге атты менеп, кейемдәрҙе кейенеп алһа, тағы ла һылыуыраҡ булған. Биленә ҡылысын, уҡ-һаҙағын таҡҡан да сабып сығып киткән.

Эй китте, ти, егет, эй китте, ти, тышау буйы ер китте, ти. Бара торғас, бер батшаның йылҡы көтөүсеһенә тан булды, ти..Көтөүсе менән һөйләшеп киткәндәр. Егет, көтөүсегә кейемен биреп, үҙе уның алама кейемен кейеп китте, ти, батшаның ҡалаһына йәйәүләп. Барып, бер ашханаға эшкә кергән. Бер аҙ эшләгәс, бер аш бешереүсе килгән дә:

— Абау бынау, ҡайһылай һаҫып йөрөйһөң, бар йыуынып кил, — тигән.

Егет бер быуаға һыу керергә барһа, быуа уртаһында бер ҡыҙ йөҙөп йөрөй икән. Егет, сисенә һалып, уның янына йөҙөп киткән. Барып күрһә, ҡыҙ шул тиклем сибәр, ти, егет бер ҡарауҙан ғашиҡ булған да ҡуйған. Егетте күреп һылыу ҡыҙ ҙа ғашиҡ булған. Был батша ҡыҙы икән. Улар ярға сығып ултырып һөйләшкәндәр ҙә бер-береһенә йәр булып йәшәргә һүҙ бирешкәндәр.

Әмәлгә ҡаршы, иртәгеһенә батша үҙенең ҡыҙҙарына кейәү һайлай башлаған. Өс ҡыҙын да батша уртаға ултыртҡан да ҡулдарына алма тотторған. Тирә-яҡтан ҡарап торған бөтә батшалыҡтың халҡына ҡарап, алманы һәр ҡыҙ үҙе ырғыта икән. Тәүге ике ҡыҙҙың алмаһы ике бай кешенең ҡулына барып төштө, ти. Ә бәләкәй ҡыҙ бәрмәй ҙә бәрмәй икән. Шул саҡ батша:

— Батшалығымда тағы берәй кеше ҡалдымы әллә? — тип ҡысҡырған. Уға ашханала бер алама ғына хеҙмәтсенең ҡалыуын әйткәндәр. Батша уны ла ҡалдырмай алып килергә бойорған.

Егетте алып килеүҙәре булған, кесе ҡыҙ алмаһын уның ҡулына төшөрөрлөк итеп бәреүе булған. Быға батшаның бик асыуы килгән. Ике бай кейәүгә ике ҙур, матур өй һалып биргән, ә кесе кейәүе менән кесе ҡыҙын ат һарайы янындағы ҡамыт келәтенә индергән.

Тормош шулай үтә торған, кейәүҙәрҙең һәр ҡайһыһы һунарға сығып йөрөр булған. Тик бай кейәүҙәр бер ҙә ырата алмайҙар икән. Йәш кейәүҙең көн дә төрлө ҡош-ҡорт алып ҡай-тыуына былар бик ныҡ көнләшә, ти. Бер көндө бай кейәүҙер икәүләп һунарға килгәндәр. Барһалар, яурынына көс еткеһеҙ итеп ҡош аҫып алған бер ҡартты күрәләр ҙә:

— Бабай, һат һин беҙгә был һунарыңды, йөҙ тәңкә бирәбеҙ, — тиҙәр.

Ҡарт:

— Миңә илле тәңкәһе еткән. Ҡалғай илле тәңкәһе өсөн янбашына мисәт һуғам, ризаһығыҙмы? — ти.

— Ризабыҙ, — тиешкәндәр кейәүҙәр. Ҡарт, тегеләрҙең икеһенең дә янбашына мисәт баҫып, илле тәңкә аҡсаларын алып ҡала. Баҡтиһәң, кесе кейәү ҡарт булып кейенеп кенә йөрөгән икән. Хәҙер был бай кейәүҙәрҙе ҡыҙыҡ итмәксе була.

Теге ике кейәү ҡайталар ҙа ит бешерәләр. Шунан батшаның оло ҡыҙҙары әйтә:

— Ниңә былай ғына ултырабыҙ, әйҙә атайым янына барып, бергәләп ашайыҡ, һый күп бит, — тиҙәр. Батшаға һыйҙарынтотоп барып, күмәкләп ашарға ултыралар. Шул ваҡытта кесе кейәү, көтөүсегә ҡалдырып йөрөгән атын менеп, икенсе бер батша булып быларҙың ишек алдына килеп туҡтай. Батша ҡунаҡты ҡаршы ала, өйгә саҡыра.

— Юҡ, инеп тормайым, йомош менән генә килдем, — ти кесе кейәү. — Мипең батшалығымдан ике һалдатым ҡасып киткән, уларҙы һиндә икән тип ишеттем. Билдәләре бар, икеһенең дә янбашына мисәт һуғылған, — ти.

Шунан батшалыҡтағы бөтә кешенең янбашын ҡарап бөтәләр, һалдаттар табылмай.

— Тағы ҡайҙа кемең бар? — ти батшаға кесе кейәү.

— Өйҙә ике кейәүем генә ҡалды.

— Алып сыҡ әле, улар түгелме икән?

Кесе кейәү береһенең, ыштанын төшөрөп, янбашын ҡарау менән ҡысҡырып ебәрә:

— Береһе табылды! — ти.

Икенсеһен ҡараһалар, уныһына ла мисәт һуғылған.

Хәҙер кесе кейәү һалдаттарын алып ҡайтмаҡсы була. Батшаның ғәйепләнеп ҡалғыһы килмәй. Ҡунаҡты батша өйөнә көсләй. Кергәс, өҫкә кейемен сисеп ташлай. Ҡараһалар — кесе-кейәү. Батша аптырап, шаҡ ҡатҡан, ти. Кесе кейәү батшара бөтәһен дә баштан-аяҡ һөйләп биргән. Шунан батша кесе ҡыҙына бик һәйбәтләп туй үткәргән, ә теге ике бай кейәүҙе таш зинданға ташлатҡан, кесе кейәүҙе үҙенең баш вәзире иткән, ти.

Шулай итеп, бик һәйбәтләп донъя көтөп, нәҫел үрсетеп яталар, ти, әле лә.

 

Поделись с друзьями: