Тимербулат


Борон-борон заманда булған, ти, бер бабай менән бер әбей. Оҙаҡ йәшәгәндәр, ти, улар, көн курештәре лә хәлле генә булған, ти. Тик бына бер бөртөк тә балалары булмауы ғына эстәрен ҡырып торған, ти, уларҙың.

Ары һуғылғандар, бире һуғылғандар былар бала юҡлыҡтан. Ахыр килеп, бағыусыға барғандар. Бағыусы уларға бер күкәй тотторған да:

— Ошо күкәйҙе йыл буйына ҡулығыҙҙан төшөрмәгеҙ, әле берегеҙ, әле икенсегеҙ усығыҙҙа тотоғоҙ, — тигән.

Бер йыл үткән. Әбей менән бабай, теге күкәйҙе тотоп, йәнә бағыусыға барғандар. Бағыусы был күкәйҙе хәҙер ашарға ҡушҡан. Әбей менән бабай ашағандар. Ә туғыҙ айҙан һуң уларҙың бер ир балалары булған, уға Тимербулат тип исем ҡушҡандар. Ҡарт менән ҡарсыҡ быға шатланып бөтә алмаған.

Тимербулат көнләп түгел, сәғәтләп үҫкән, ти. Ун алты йәш тулғас, ул донъя күреп йөрөргә сығып китмәк булған. Ата-әсәһе ҡаршы килмәгән.

Эй киткән, ти, Тимербулат, эй киткән, ти. Бара торғас, бер ҙур урманға барып еткән, ти. Урманда ул бер ҙур ташҡа барып төртөлгән. Тимербулат, ни әсендер, был ундай-бындай гына таш түгелдер, уның аҫтында берәй нәмә барҙыр, тип уйлаған. Ташты күтәрмәк булған — бик ауыр икән. Көскә-көскә генә ҡуҙғатып, ситкәрәк тайшалдырған. Ҡараһа, таш аҫтында ҙур гына тишек барлығын күргән.

Тимербулат оҙаҡ уйлап тормаған, тотҡан да шул тишектән аҫҡа тешәп киткән. Оҙаҡ төшкән. Төшөп еткәс, ҡараһа: ҡаршыһында бер ишек күргән. Шуны асһа, эсе ер өҫтөндәге һымаҡ яп-яҡты, ти. Был бер ҙур ҡала икән. Ә үҙендә йән әҫәре юҡ, ти. Йөрөй торғас, Тимербулат бер өйгә барып ингән. Тәүҙә унда бер кем дә булмаған, бер аҙҙан һуң бер ҡарт килеп сыҡҡан.

— Һин бында ҡайҙан килеп сыҡтың? — тип һорашн был ҡарт.

Тимербулат бәйнә-бәйнә һөйләп биргән. Ҡарт башын байҡап ҡуйған. Шунан:

— Ә көсөң бармы һуң? — тигән.

— Бар, — тигән Тимербулат.

Шунан ҡарт кеҫәһенән ҡулъяулығын алып, иҙәнгә ташлаған да:

— Алып бир әле миңә шул яулыҡты, — тигән.

Тимербулат, күпме генә тырышһа ла, яулыҡты иҙәндән күтәреп ала алмаған. Шунан ҡарт кеҫәһенән бер ҡыуыҡ сығарған, уның эсендә ниндәйҙер һыу булған. Ҡарт Тимербулатҡа шул һыуҙы эсергә ҡушҡан. Тимербулат эскән. Эсеү менән, ғәләмәт көслө бәһлеүән булған да киткән был.

— Йә, хәҙер алып ҡара инде шул яулыҡты, — тигән ҡарт. Тимербулат яулыҡты шунда уҡ иҙәндән алған. Ҡарт уға:

— Кеҫәңә һалып ҡуй, ауыр хәлгә осрай ҡалһаң, һелкеп-һелкеп алырһың, — тигән дә юҡ та булған, ти.

Тимербулат был ер аҫты ҡалаһында бер йыл торған, ти. Бер заман ул әллә ниндәй ҡурҡыныс тауыш ишеткән. Тәҙрәнән ҡараһа, ике башлы йылан өйөрөнөң ябырылып килгәнен күргән. Тимербулат шөрләп ҡуйған. Шул ерҙә теге ҡартты иҫенә төшөрөп, ул биргән яулыҡты һелккеләп алған. Шул минутта уның ҡаршыһына теге ҡарт үҙе үк килеп баҫҡан. Ҡарт Тимербулатҡа бер ҡылыс тоттороп, йыландарға ҡаршы сығырға ҡушҡан. Сығыу менән, уны йыландар ҡамап алған. Шул ваҡыт Тимербулат уларҙы, уңлы-һуллы сапҡылап, тураҡлай башла-ған. Тиҙҙән бөтә йылан өйөрөн ҡыйратып бөтөргән, тик бер генә йылан, ҡасып ҡотолоп, бында булған хәлде үҙҙәренең батшаларына ҡайтып һөйләгән, ти. Йылан батшаһы, быны ишеткәс, ҡотороноп асыуланған, быға ҡаршы берәй нәмә эшләргә кәрәк тип, үҙенең яҡындарын кәңәшкә йыйған. Арала ер йөҙөндә өс йөҙ йылдан да ашыу йәшәгән бер йылан бар икән, ул кешеләрҙе, уларҙың йомшаҡ яҡтарын яҡшы белә икән. Ана шул йылан. Тимербулатты алып килеүҙе үҙ өҫтөнә алған, тик бында уны тотоуҙы ғына ышандыра алмайым, тигән.

Бер ваҡыт, ҡалала йөрөгәндә, Тимербулат бик матур бер.. ҡыҙ күргән. Йәһәт кенә был ҡыҙ янына барып, уның кем ҡыҙы икәнен, бында ҡайҙан килеп сыҡҡанын һораған. Теге ҡыҙ, мине бында ел ташланы, тигән. Тимербулат уға ғашиҡ булып та өлгөргән; оҙаҡ уйлап тормай, уны бисә итеп алып, бергә тора ла башлаған.

Бер аҙ ваҡыт үткәс, был һылыу ҡатын иренә, икәүләп ер аҫты донъяһын ҡыҙырып йөрөп ҡайтайыҡсы, тигән. Тимербулат риза булған. Сығып та киткәндәр. Бара торғас, бер ҡалаға килеп ингәндәр былар. Бисәһе алдан, Тимербулат уның артынан барған. Әллә ниндәй бер һарайға килеп еткәндәр. Шул һарайҙың эсенә инеү менән, һылыу бисә ҡот осҡос йыланға әйләнгән дә ҡуйған. Тимербулатты иҫәпһеҙ күп йылан уратып алған. Уның ҡаршыһына йылан батшаһы үҙе лә килеп баҫҡан. Йыландар үҙ-ара:

— Быны тере көйө ҡурырға ине, — тип һөйләнә башлағандар. Бына шулай, үлем ҡурҡынысы алдында торғанда, Тимербулат ҡапыл ҡулъяулығын болғап ебәргән, ҡаршыһына йәнә теге ҡарт килеп баҫҡан. Ҡартты күреү менән, йыландарҙың шатлыгы тағы ла арйнп киткән: «Бер кеше урынына икәүҙе ашайһыбыҙ бар икән», — тип ҡыуаналар икән. Бына ҡарт ҡапыл үҙенең серле таяғын болғап ҡуйған, шунда уҡ бөтә йыландарҙы ут диңгеҙе ҡамап алған. Шул ваҡыт йыландар, ялынып-ялбарып, уйган ҡотҡарыуҙы һорай башлағандар. Теге ҡарт уларға:

— Батшағыҙ Тимербулатҡа үҙенең кесе ҡыҙын бирһә генә, уттан ҡртҡарам, — тигән.

Ни хәл итәһең бит, риза булырға тура килгән: йылан батшаһы үҙенең кесе ҡыҙын Тимербулатҡа кейәүгә биргән, бер йыл буйы егет торған ҡаланы ла уның үҙенә бүләк иткән, ти.

 

Поделись с друзьями: