Ишәле менән Һоябикә


Был йылғаны ниңә Һоя тип атағандар ҙа, был ауылды ниңә Ишәле тип атағандар? Был тирәлә халыҡ ҡайҙан килеп сыҡҡан?.. Былай булған ул.

Борон замандарҙа бер ҡарт булған. Бик яҡшы ғына йәшәп ятҡанда, бының бисәһе үлеп киткән. Бисәһенән Һоябикә исемле бик матур бер ҡыҙ ҡалған. Ҡарт икенсе бисә алып ебәргән. Үгәй әсә бик уҫал булып сыҡҡан. Ҡыҙ үҫә башлағас, йәш әсәһе ҡартҡа әйтеп, Һоябикәне олаҡтырырға булған. Ҡарт та йәш бисәһенең һүҙен йыҡмаған, ҡыҙҙы урманға алып киткән. Ҡара урман эсенә килтереп, бер ҡыуышҡа кертеп ҡуйған да әйткән:

 

Ҡыҙым, шунда ҡалып тор,

Кискә ашты һалып тор;

Мин урманда булырмын,

һинең янда ҡунырмын;

Таҡ-тоҡ утын киҫермен,

Киҫеп бөткәс, килермен.

 

Шунан ҡарт, ситкәрәк барып ағас башына туҡмаҡ аҫып ҡуйып, үҙе ҡайтып киткән. Туҡмаҡ, ағасҡа бәрелеп, туҡылдап тора икән. Ҡыҙ, атайым урманда утын киҫә, тип уйлаған. Апг бешерергә булһа, ярмаһы ла юҡ, тоҙо ла. Шунан ҡыуыш эсендәге ер иҙәнде һеперергә тотонған, һепергәндә бер бөртөк ярма табып алған, ти. Шуны ватып, сүлмәккә һалып, ҡайнатҡан .да ҡайнатҡан, ҡайнатҡан да ҡайнатҡан. Ә ярма бүрткән дә бүрткән, бүрткән дә бүрткән, ти, ярма бүрткәс, сүлмәк тулып киткән.

Шунан был атаһын бутҡа ашарға саҡырып барһа, туҡылдап торған туҡмаҡтан башҡа бер нәмәкәй ҙә юҡ, ти. Ҡайтып, бутҡаны үҙе генә ашарға ултырған. Шул саҡ бер сысҡан килеп сыҡҡан да, телгә килеп, әйткән:

 

Апаҡайым, асыҡтым,

Апаҡайым, ябыҡтым,

Берәй ҡалаҡ бирһәнә,

Хәлдәремә керһәнә!

 

Һоябикә уға ике ҡалаҡ бутҡа биргән. Тамағы туйғас, сыскан ҡыҙға ҙур рәхмәт әйткән:

 

Апаҡайым бай булһын,

Ауыҙы тулы май булһын,

Мал-тыуары мул булһын,

Ни теләһә, шул булһын! —

 

тип, көйләп-көйләп, ер аҫтына төшөп киткән, ти.

Ҡыҙ, инде ни ашармын, тип уйлап йөҙәгәндә, шунда ултырған ватыҡ сүлмәк телгә килгән:

 

Апаҡайым, ишек ас,

Үҙең бер яҡ ситкә ҡас!

 

Ҡыҙ ишекте асты ла бер мөйөштәге ушаға барып ултырҙы, ти. Сүлмәк сығып китте, ти.

Шунан йыраҡ түгел бер ауылда бер байҙың малы күп икән, ҡуйыр урыны юҡ икән. Ул бай келәт һалырға уйлап йөрөй икән. Сүлмәк шуның ихатаһына барып, келәт булып ултырҙы, ти. Иртәнсәк йоҡоһонан торған бай, келәтте күреп, бик һөйөндө, ти. Ботлап-ботлап иген, ярма, ит, май, тоҙ тултырҙы, ти. Төн булғас, сүлмәк, эсендәге бар булған байлыҡты алып, урманға шылды, ти. Ҡайтып, ҡыҙға әйтте, ти:

 

Апаҡайым, ишек ас,

Үҙең юлдан ситкә ҡас.

Бер мөйөштә итем бар,

Бер мөйөштә һөтөм бар,

Бер батманда ярмам бар,

Бер батманда һалмам бар,

Бер көбөмдә майым бар,

Бер көбөмдә балым бар.

 

Ҡыҙ, ишекте асып, сүлмәкте индерә. Сүлмәк алып килгән байлыҡты ашап, тамаҡ туйҙырып ала. Ҡыҙҙың кейем-һалымы таушалып, лыҫтырап бөткән икән. Шуға ҡыҙ донъяға сыға алмай тора. Сүлмәк тағы телгә килеп әйтте, ти:

 

Апаҡайым, ишек ас,

Үҙең бер яҡ ситкә ҡас!

 

Ҡыҙ ишекте асып, тагы тегене сығарып ебәрә.

Шунан йыраҡ түгел бер хан икенсе ханға ҡыҙын кейәүгә бирә икән. Әлеге сүлмәк килен төшә торған йортҡа аҡ келәт булып барын ултырҙы, ти. Килен төшкәс, уның бөтә алтын-көмөшлө һандыҡтарын, ебәк күлдәктәрен, уҡалы камзулдарын, сафъян ситектәрен, талир тәңкә ҡашмауҙарын — барын да аҡ келәткә тултырҙылар, ти. Шунан, төн булғас, әлеге аҡ келәт-сүлмәк урманға, ҡыҙ янына тайҙы, ти, ҡайтып, ишек ҡаҡты, ти:

 

Апаҡайым, ишек ас,

Үҙең бер яҡ ситкә ҡас!

Алтынын да килтерәм,

Көмөшөн дә килтерәм,

Ҡайылғаны бер һандыҡ,

Сигелгәне бер һандыҡ!

Яратҡаның алырһың,

Тәңкә, ҡашмау тағырһың.

Ебәк күлдәк кейерһең,

Хан ҡыҙылай йөрөрһөң!

 

Һоябикә шунда күңеленә оҡшаған иң матур кейемдәрҙе-кейеп ала. Үҙенә үлсәп теккән кеүек таман ғына булып тора, ти.

Хәҙер инде ҡыҙҙың тамаҡ та туҡ, өҫ тө бөтөн, тик күңеле генә китек. Ауыл яғын һағына, ти, бахырың.

Шулай бер саҡ Һоябикә, кейенеп-яһанып, йөрөргә киткән. Урман эсенән китеп барһа, бер йылғаға барып сыҡҡан был. Килеп һыуға ҡараһа, үҙен күргән. Ҡыҙ хәҙер шундай матур булып киткән, ти. Үҙемме икән, түгелме икән тип, ышанмай тора, ти.

Шунан был китә лә тағы һыуға килеп ҡарай. Ҡараһа: һыуҙа тағы үҙе күренә. Шундай матурланған, шундай һылыу булып киткән, ҡыҙ тамам аптырап ҡалған; йөрөп килеп, тағы ҡараған ти, ул... Ана шулай, Һоябикәнең һүрәте һыуҙа торған да ҡалған. Әле лә күренә, ти, ул. Әгәр ҙә ҡыҙҙар кейенеп-яһанып килеп ҡараһалар, Һоябикәнең һүрәте күренеп ҡала икән, ти.

Шунан Һоябикә был йылғаға көн дә килә башлаған. Бер саҡ шулай килһә — ағас башында бер егет ултыра, Һоябикә башта ҡурҡып китә. Егет уға әйтә:

— Ҡурҡма, Һоябикә, ҡурҡма.

Шунан Һоябикә унан һорай:

— Һин кем? Ҡайҙан килдең?

— Минең исемем Ишәле, — ти егет. — Бына уҡ аттым да шуны эҙләп киттем. Уғым ошо ағасҡа килеп тейгән.

Һоябикә уға әйтте, ти:

 

Ай Ишәле, Ишәле

Минең янға төш әле.

 

Егет төшә, Һоябикә уны үҙенең ҡыуышына алып ҡайта. Ашата, эсерә. Былар бергә тора башлайҙар. Ишәле һунарға йөрөй, урман ҡырҡа, өй һалып ебәрә, Һоябикә һыу ташый, кер йыуа, аш бешерә, мал ҡарай.

Шулай итеп, былар теге йылға буйында донъя көтөп киткәндәр, ти.

Быларҙың береһенән-береһе батыр улдары, береһенән-береһе матур ҡыҙҙары тыуып ҡына торған. Балалары, балаларының балалары, ишәйеп китеп, бара-бара бер ауыл булған. Теге йылғаны Һоябикә хөрмәтенә Һоя тип, ә ауылды уның ҡарты хөрмәтенә Ишәле тип атағандар, ти. Күрше-тирәләге ауылдар ҙа шул Ишәленән таралып ултырған, ти.

 

Поделись с друзьями: