Бай ҡыҙы менән ялсы


Элгәре заманда булған, ти, бер бай. Булған, ти, уның ике ялсыһы: береһе — башҡорт, икенсеһе — мишәр икән. Мишәре төҫкә матур, башҡорто ямаҡ булған, ти.

Бер ваҡыт башҡорт кәртә тота, ә мишәр ишек алдында ултыра икән. Байҙың ҡыҙы мишәр эргәһенә килгән дә:

— Мин һиңә кейәүгә барам, алаһыңмы? — тигән.

— Алам, алмаған ҡайҙа ул! — тигән мишәр.

— Алһаң, бөгөн төндә атайымдың ике атын парлап ек тә минең тәҙрәмә сирт. Шунан ҡасып китербеҙ, — тигән ҡыҙ.

Башҡорт быларҙың һөйләшкәнен ишетеп торған.

Мишәр шатлығынан ләх булып эскән дә ятып йоҡлаған. Төн еткәс, башҡорт байҙың бына тигән ике атын еккән дә ҡыҙҙың тәҙрәһенә сирткән. Ҡыҙ шунда уҡ югереп килеп сыҡҡан. Шунан былар,ҡушарлап ултырып, баш һуҡҡан яҡҡа сығып та киткәндәр.

Байтаҡ ер киткәс, бай ҡыҙы:

— Ниңә бер һүҙ ҙә өндәшмәй бараһың? — тигән.

Ялсы һаман да өндәшмәгән. Ҡыҙ абайлабыраҡ ҡараһа, мишәр тигәне —башҡорт икән! Ҡыҙ аптырап ҡалған. Инде ни эшләмәк кәрәк? «Ярай, булған эш булған инде, хәйерлегә булһын», — тигән дә алға киткәндәр.

Эй киткәндәр былар, эй киткәндәр, бара торғас, бер күпергә килеп еткәндәр. Күперҙең теге яғында ауыл, ти. Тик унда үтеп кенә булмай икән, күпер бик насар, емерелергә генә тора, ти.

Бай ҡыҙы башҡортто шул ауылға фатир һорарға ебәргән. Әммә был күпме йөрөһә лә, фатир таба алмаған. Ошо ауылда бер хан йәшәй икән. Аптырағас, шуға барып, фатир һораған. Хан уға:— Бына буш торған алты мөйөшлө бер ойөм бар. Оҡшаһа, !һатып ал шуны, — тигән.

Башҡорт шул өйҙө йөҙ тәңкәгә һатып алған. Күпер төбөндә ҡалған бай ҡыҙын килтереп, шунда ирле-ҡатыплы булып тора башлағандар былар.

Шулай икәүләп былар тороп яталар, ти. Ә хан: «Был кеше үҙе бик ямаҡ булһа ла, бисәһе бик матур икән. Былай ярамаҫ, ҡатынын тартып алырға кәрәк бының», — тигән уйға килгән. Шунан ул, вәзирҙәрен саҡырып, ошо хаҡта кәңәш итешкән. Бер вәзир:

— Фәлән ерҙә бер ауыл бар. Шул ауылда бер хан тора, ә ул хандың бик матур бер ҡыҙы бар. Тегеңә һин ана шул хандың ҡыҙын алып килергә ҡуш. Алып килә алмаһа, үҙенең ҡатынын тартып алырһың, — тигән.

Хан башҡортҡа шул бойороҡто биргән. Теге бик ҡайғырып, башын түбән эйег, ҡатыны янына ҡайтҡан. Хандың бойороғон һөйләп биргән. Ҡатыны уға:

— Юҡҡа ҡайғырма, хәҙер мин һиңә бер яҙыу яҙып бирәм,— тигән. — Ул ҡыҙ ике ҡатлы йорттоң тәҙрәһенән ҡарап торор, һин уға ошо яҙыуҙы бирерһең, — тип ҡулына ҡағыҙ тотторған.

Алып киткән башҡорт был яҙыуҙы. Теге ханды эҙләп тапҡан да ике ҡатлы йорт тәҙрәһенән ҡарап торған ҡыҙына алып барып биргән. Ҡыҙ, яҙыуҙы уҡығас:

— Бына һиңә асҡыс, шуның менән һарайҙы асып ин. Унда бер повозка менән ике ат булыр. Шул аттарҙы еккәс, асҡысты бында индерерһең, мин уны урынына һалып ҡуйырмын, — тигән.

Башҡорт ҡыҙ әйткәнсә эшләгән. Шунан икәүләп повозкаға ҡушарлап ултырғандар ҙа китеп тә барғандар.

Теге бай ҡыҙы менән ошо хан ҡыҙы элек икеһе бер мәктәптә уҡыған икән. Уҡыған саҡта улар, ҡайһыбыҙ элек кейәүгә барһа, икенсебеҙ ҙә шул уҡ кейәүгә барыр, тип һүҙ ҡуйышҡандар икән. Ул кейәү яҡшы булһа ла, насар булһа ла, бергә торорға булғандар.

Өйгә ҡайтҡас, башҡорттоң бисәһе быға аҡыл өйрәтә:

— Бар, ханға барып әйт, теге хандың ҡыҙын алып ҡайттым, тиген. Иллә-мәгәр ул һиңә бармай, ә алып килгән кешегә генә барам тип әйтә, тиген.

Ире шулай барып әйткән. Хан:

— Килмәһә, килмәһен. Ул килмәй тип, әллә ни эшләп булмаҫ инде! — тигән.

Хан, йәнә вәзирҙәрен йыйып, кәңәш ҡорган. Бер вәзир:

— Фәлән ерҙә, төгән йылға аръяғында алтын башлы алты ҡуян бар икән. Алтыһы ла бик уҫал икән. Башҡортҡа бына шул ҡуяндарҙы алып килергә ҡуш. Ә улар уның башына етерҙәр,— тигән.Хан башҡортто саҡыртып алған да шул бойороҡто биргән. Теге, бик ҡайғырып, башын түбән эйеп, ҡатыны янына ҡайтҡан.

— Хан нимә бойорҙо? — тип һораған ҡатыны.

Ире ауыҙын асып һүҙ ҙә әйтә алмай, илай ҙа илай икән. Шунан ҡатыны:

— Әҙерәк ял итеп ал, шунан әйтерһең, — тигән.

Ире йоҡлап алған. Торғас, ҡатынына хандың нимә бойорғанын һөйләп биргән. Шунан ҡатыны:

— Юҡҡа ҡайғырма, хәҙер мин һиңә бер яҙыу яҙып бирәм, шунан ап-аҡ бер кейеҙ бирермен, — тигән. — Йылғаны аша сыҡҡанда, ошо яҙыуҙы сарыҡ табанына ҡыҫтырырһың, юғиһә һыуға батырһың. Ә йылға аръяғына сыҡҡас, аҡ кейеҙҙе ергә йәйеп ҡуй, үҙең йәшенеп ят. Бер аҙҙан һуң тороп ҡарарһың, — тигән.

Ире шулай иткән. Йылғаның теге яғына сыҡҡас, кейеҙен йәйгән, үҙе ни булырын көтөп, бер аҙ ятып торған. Тороп ҡараһа, кейеҙ өҫтөндә алтын башлы алты ҡуян ултыра, ти. Шунан ҡуяндарҙы тотоп алып, ҡайтып киткән был. Йылғаны сыҡҡас, алты ҡуяндың алтыһын да юлға баҫтырған икән, ҡуяндар үҙҙәре үк тәпәйләп, уйнай-уйнай бара башланылар, ти.

Башҡорт ҡуяндарҙы өйөнә алып ҡайтып ҡуйған да, ханға инеп:

— Алтын башлы алты ҡуянды тотоп алып ҡайтым, иллә-мәгәр улар ханға бармайбыҙ, бында беҙҙе кем алып килгән булһа, шул кеше янында ҡалабыҙ, тиҙәр, — тигән.

— Ҡалһалар, ҡала бирһендәр. Улар миңә килмәй тип, әллә ни эшләп булмаҫ инде! — тигән хан.

Хан, йәнә вәзирҙәрен йыйып, кәңәш итешкән. Башҡорттоң бисәһен тартып алыр өсөн былар төрлө хәйлә эҙләгәндәр. Вәзирҙәрҙең береһе:

— Фәлән диңгеҙ буйында бер аждаһа бар икән. һин уға ана шул аждаһаны алып килергә ҡуш, — тигән.

Хан, башҡортто саҡырып: «Фәлән диңгеҙ буйындағы аждаһаны алып кил!» —тип бойорған. Теге бик ҡайғырып, башын түбән эйеп, ҡатыны янына ҡайтҡан.

— Хан нимә бойорҙо? — тип һораған ҡатыны.

Ире ауыҙын асып һүҙ ҙә әйтә алмаған, илай ҙа илай икән. Шунан ҡатыны:

— Әҙерәк ял итеп ал, шунан әйтерһең, — тигән.

Ире йоҡлап алған. Торғас, хандың нимә бойорғанын ҡатынына һөйләп биргән. Шунан ҡатыны:

— Юҡҡа ҡайғырма, хәҙер мин һиңә бер яҙыу яҙып бирәм, шунан ҡулыңа сөймән алырһың. Аждаһаға барғанда ошо ҡа-ғыҙҙы ҡулыңда тотоп барырһың. Барып еткәс, аждаһаны сөймәнең менән сәнсерһең дә, өҫтөнә атланып ултырып, уңлы-һуллы ҡамсыларһың. Шунан ул яйға килер, — тигән.

Башҡорт тап ҡатыны ҡушҡанса эшләгән.

Бына бер заман ул, аждаһаға атланып, туп-тура хандың һарайына ҡайтып ингән. Аждаһа ғәләмәт ҙур икән — ул килгәндә ярты ауыл емерелеп бөткән. Хан һарайына ингәс, башҡорт:

— Эй, хан, аждаһаңды сығып ал! — тип ҡысҡырған. Хан:

— Миңә аждаһа кәрәкмәй, кире ебәр үҙен! — тип көскә-көскә генә әйтә алған. Ә теге:

— Миңә башҡа бер йомош ҡушмам тип ант итһәң генә ебәрәм! — тигән.

Хан ант иткән. Башҡорт аждаһаны үҙ юҫығына сығарып ебәргән дә ҡатыны янына инеп киткән. Ә хан, антын боҙоп, йәнә вәзирҙәре менән кәңәшләшеп, ҡырҡ таяҡ тәрәнлегендә бер баҙ ҡаҙытҡан, шунда утын тултыртҡан, иреткән ыҫмала ҡойҙортҡан. Шунан башҡортто саҡыртып:

— Теге донъяла минең атайым йәшәй. Шуның янына барып, хәлен белеп ҡайт, — тигән.

— Ярар, — тигән башҡорт.

Хандың был бойороғон ҡатынына ҡайтып һөйләгән. Ҡатыны:

— Бына һиңә тимер кәрәк, шуны ал да хан ҡаҙытҡан баҙға төшөп, уның бер яғына үҙең һыйырлыҡ бер ҡултыҡ яһа. Баҙға төшкәс, шунда инеп ятырһың. Үҙең менән бына ошо алтын туҫтаҡты ал, сыҡҡас, атайың ебәрҙе, тип ханға бирерһең. Йәнә» бынау көмөш туҫтаҡты ал. Быныһын, әсәйең бүләге, тип бирерһең. Атайың да, әсәйең дә, улыбыҙ хәлебеҙҙе белергә килмәй, тип бик рәнйейҙәр, тип әйтерһең, — тигән.

Башҡорт ҡатыны ҡушҡанды эшләгән. Хан уны баҙға төртөп төшөргән дә кәрәсинле утынға ут төрткән. Баҙ эсе янған. Ике аҙна үткәс, хан, башҡорттоң ҡатыны янына килеп:

— Миңә йәш бисә булып кил, ирең янып үлде бит инде,— тигән.

— Ниңә үлһен? — тигән тегенең ҡатыны. — һин уны теге донъяға атаң менән әсәңдең хәлен белеп ҡайтырға ебәрҙең дәбаһа. Мин уның ҡайтҡанын көтәм, — тигән.

— Көтһәң, көт әйҙә! — тип хан сығып киткән.

Өс аҙна үткәс, хан, теге башҡорттоң ҡатыны янына инеп:

— Күпме ваҡыт үтте, ирең һаман юҡ та юҡ. Иҫән булһа, ҡайтыр ине инде. Әйҙә, миңә йәш бисәлеккә кил, — тигән.

Ҡатын йәнә:

— Иремде көтәм әле мин, — тигән.

Егерме етенсе көндө хан йәнә ингән. Йәнә йәш бисәлеккә-һораған. Теге ҡатын:

— Тағы өс көн көтәм әле — бер ай тулһын, шунан һиңә барырмын, — тигән.Бер ай тулды тигән көндө ире әйләнеп ҡайтҡан. Шунан ул хан һарайына ингән дә:

— Бына был туҫтаҡты атайың бүл-әк итеп ебәрҙе, быныһын әсәйең ебәрҙе, — тигән. — Үҙеңде бик ныҡ әрләнеләр: ниңә беҙҙең хәлебеҙҙе белергә үҙе килмәйенсә, кеше ебәргән, тиҙәр. Бик рәнйейҙәр, — тигән.

Шунан хан:

— Ысынлап та, ниңә мин үҙем барманым һуң әле? Барып, хәлдәрен белеп ҡайтайым әле, нисек торалар икән, — тигән.

Башҡорт ҡырҡ таяҡ тәрәнлеге баҙ ҡаҙытҡан, әйләнәһе йөҙ таяҡ утын әҙерләткән, әллә нисә мискә иреткән ыҫмала кил-терткән. Шунан ханға:

— Бөтәһе лә әҙер, атаң-әсәң янына барырға була хәҙер, — тигән.

Хан баҙға төшөп киткән. Уның артынса уҡ башҡорт өйөлөп торған утынды ташлап бөтөргән, өҫтөнә мискә-мискә ыҫмала түккән дә ут төртөп ебәргән, хан шунда уҡ янып бөткән.

Ханды яндырғандан һуң, ялсы башҡорт уның урынына үҙе хан булып ултырған, ти.

 

Поделись с друзьями: