Олтан-Солтан


Борон-борон заманда бер батша йәшәгән. Уның Олтан-Солтан атлы өлкән вәзире булған. Был вәзир батшаға күп йылдар буйы тоғро хеҙмәт иткән. Ҡатыны ғына булмаған уның.

Берҙән-бер көндө ул батшаға:

— Бадишам, бик күп хеҙмәт иттем, килешмәгән ерем булһа, кисерерһең, йәшем үтеп бара, рөхсәт итһәң, мин өйләнер инем, — ти.

Батша риза була. Юллыҡ аҙығын алып, һәйбәт толпарға атланып, вәзир сығып китте, ти, бер заман кәләш эҙләп. Күпмелер юл киткәс, аты, телгә килеп:

— Хәҙер беҙ бер ҡалаға барып етербеҙ. Рөхсәт алып, батша һарайына керербеҙ. Ҡурҡма, ҡыйыу бул. һиңә өс күгәрсен күрһәтерҙәр. Шуларҙың иң насарын ал, һин эҙләгән кәләш шул булыр, — ти.

Был вәзир үҙе лә төҫкә бик матур ир-егет була. Батша уны ҡунаҡ итеп, алтын-көмөштән биҙәлгән бүлмәгә алып инә. Унда өс күгәрсен өҫтәл өҫтөндә уйнап йөрөй, ти. Батша шуларҙың береһен һайлап алырға ҡуша.— Миңә ошоһо ла ярар, — тип Олтан-Солтан күгәрсендәрдең иң өтөгөн һайлап ала. Алыу менән күгәрсен һылыу ҡыҙға әйләнә. Батшаның ул иң кесе ҡыҙы икән.

Никахлап, ат еткән ерҙән ат менән, хат еткән ерҙән хат менән ҡунаҡтар саҡырып, туй үткәрәләр. Кейеү менән кәләштең ҡайтыр көндәре етә. Ҡайтырға әҙерләнгәндә ҡыҙ атаһына:

— Миңә әсәнемдән ҡалған баҡыр ҡомғандан башҡа бер ни ҙә кәрәкмәй, — ти. Батпга риза була. Баҡыр ҡомғанды биреп, ҡыҙҙы кейәүе менән оҙатып ҡалалар.

Ҡайтып етер алдынан кәләше:

— Мин әсәнемдән ҡалған ошо ҡомған менән бынау йылғала ҡойонайымсы, — ти. Ире риза була.

Был ҡойоноп сыҡҡайны, төштә күрһәң, ҡурҡып ҡотоң осор-лоҡ, шул тиклем шөкәтһеҙ ҡатынға әйләнә. Быны күреп, вәзир атынан тәгәрәй яҙа. Ә ҡайтҡас инде быларҙы батша һарайына индермәйҙәр. Ни өсөн тиһәң, батша «Вәзир күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән йәмһеҙ ҡатыны менән аяҡ баҫмаһын, ҡала осондағы берәй мунсаға керһен» тигән фарман биргән.

Шулай итеп, вәзир менән ҡатыны бер мунсала донъя көтә башлайҙар. Байтаҡ көндәр үтә. Ҡатын, баҡыр ҡомғаны менән ҡойоноп, элекке сибәр төҫөнә ҡайта.

Батша бер ваҡыт, белмәксе булып, вәзире өйөнә килә. Килһә, батша күрә, Олтан-Солтандың ҡатыны иҫ китмәле сибәр, үҙе аҡыллы, ти. Батша хайран ҡала, вәзир ҡатынына бөтөнләй ғашиҡ була. Асҡан ишеген ябырлыҡ хәле лә ҡалмай, шулай ҡайтып китә. Ҡайтҡас, ярандарын йыйып кәңәш итә.

— Хөрмәтле вәзирҙәрем, Олтан-Солтандың ҡатынын күреп ғашиҡ булдым. Үҙен үлтереп, ҡатынын алайым, — ти.

Шунда күпте күргән бер яран:

— Үҙебеҙ йәшәгән изге ергә үҙ кешебеҙ ҡанын ағыҙмайыҡ. Фәлән-фәлән ерҙә өс арыҫлан бар икән. Олтан-Солтанға шул арыҫландарҙы һарайың янына тотоп килтерергә бойор. Шул юлда һәләк булыр ул, — ти.

Батша, ошо кәңәште хуп күреп, Олтан-Солтанды саҡыртып ала ла арыҫландарҙы тотоп килтерергә ҡуша. Олтан-Солтан, ҡайғырып, ҡатыны янына ҡайта. Ҡатыйы:

— Юҡҡа хәсрәтләнмә. Иртәгә юлға сығырһың, үҙең менән ошо уҡлауҙы алырһың. Урман шаулатып өс арыҫлан килер. Шул саҡ ошо уҡлау менән имән олонона өс тапҡыр һуғырһың, имән дүрткә ярылып, бер йәш егет сығыр. Ҡалғанын шул егет эшләр, — ти

Олтан-Солтан урманға киткәс, ҡатыны янына батша килә. Батшаның килеүен күреп, ҡатын, еҙ ҡомғандан ҡойоноп, әҙәм ҡурҡырлыҡ ҡиәфәткә кереп ултыра. Батша ҡатынды күргәс тә, төкөрөнөп сығып китә. Шул дейеү пәрейе өсөн вәзиремде әрәм иттем, буғай, тип үкенгәндәй була.

Ә был саҡ Олтан-Солтан, ҡара урманға етеп, бер ҡарт имәнтөбөндә ултырған була. Бына теге өс арыҫлан имәнгә ҡарай килә. Олтан-Солтандың уҡлау менән имән олонона өс тапҡыр һуғыуы була, бер батыр егет килеп сыға ла шунда уҡ арыҫландарҙы тотоп ала. Тотоп ала ла, морондарына сынйыр тағып, Олтан-Солтанға килтереп тоттора.

Олтан-Солтан арыҫландарҙы алып ҡайтҡас, шунда уҡ батшаға хәбәр итәләр. Батша:

— Әйҙә, йәшәй бирһендәр, — тип уларҙы борсомаҫҡа ҡуша.

Бер саҡ батша тағы ла вәзире өйөнә килә. Олтан-Солтандың ҡатыны тап тәү күргәнендәгесә һылыу, ти. Сибәр бисәне күреп тирҙәре сыға, тубыҡтары ҡалтырай, үлерҙәй ғашиҡ булып, асҡан ишеген дә яба алмай, ҡайтып, китә. Ярандарын йыйып, тағы ла ғашиҡ булыуын әйтә.

— Олтан-Солтанды үлтерәйек! —ти. Баяғы яраны:

— Олтан-Солтан яҡшы хеҙмәт итте, нисек беҙ уның үҙебеҙ баҫҡан ергә ҡанын ҡояйыҡ, ти! Фәлән батшалыҡта, ете тау тишегендә, ете һаҡсы һаҡлап, ете йоҙаҡ менән бикләнгән бер йортта бар икән үҙенән-үҙе уйнар бер моңло музыка ҡоралы. Шул музыка уйнаһа, кешеләр бөтөнләй хайран булып, ә ҡоштар һайрауынан туҡтап тыңлай икән. Шул музыка ҡоралын алып ҡайтырға ҡушайыҡ, — ти. — Ул шунда һәләк . булыр. Шунан һуң уның ҡатынын алырһығыҙ, — ти.

Батша шул кәңәште хуп күрә. Олтан-Солтанды саҡыртып, уға шул музыка ҡоралын алып ҡайтырға бойора. Ҡатыны Олтан-Солтанға йәнә ни эшләргә кәрәген өйрәтә.

— Бына һиңә бер йәймә, бер таяҡ, бына һиңә бер ус он,— ти. — Был ондо тау тишегенә барып еткәс һиберһең, шунан һаҡсылар йоҡлар. Таяғың менән йоҙаҡтарға һуҡһаң, ауыр ишектәр асыла барыр. Иң аҙаҡҡы бүлмәлә, алтын өҫтәл өҫтөндә шул үҙе уйнар музыка ҡоралы булыр. Ҡапҡасы асыҡ булыр, уны яп та, йәймәңде йәйеп, өҫтөнә үҙе уйнар музыканы ултырт, тирә-яғыңа ҡарамай, үҙең музыка өҫтөнә ултыр. Ултырғас, күҙеңде йом; асҡанда, үҙебеҙҙең мунсала булырһың,— ти.

Олтан-Солтан, ҡатыны менән хушлашып, сығып китә. Ҡатыны, тағы ла әлеге ҡомғандан ҡойоноп, шөкәтһеҙ ҡиәфәткә керә.

Вәзир киткәс, батша йәнә уның ҡатыны янына килә, был юлы ул ҡара мунсала ултыра, ти. Батша, ҡатынды күреү менән, асҡан ишеген дә япмай, боролоп ҡайтып китә. Вәзиремде юҡҡа харап иттем, буғай, тип уйлана.

Ә был ваҡыт Олтан-Солтан, ете тау аръяғына сығып, ете тау тишегенә барып етә. Барып еткәс, бер ус онон һибә — ете һаҡсы йоҡлап китә. Таяғы менән төртә бара, ишектәр асыла бара. Етенсе бүлмәлә, алтын өҫтәл өҫтөндә үҙе уйнар музыка ҡоралы тора, уның ҡапҡасын ябып, йәймә өҫтөнә һала. Шунан үҙе ултырып күҙен йомоуы була, йәймә осоп та китә. Олтан-Солтан күҙен асһа, үҙенең мунсаһына ҡайтып та төшкән. Ә ҡатыны элеккесә матур төҫө менән уны көтөп ултыра, ти.

Иртәгеһен таң алдынан, һандуғастар һайраған ваҡытта, шишмәләр сылтырап аҡҡанда, ҡатын музыка ҡоралын уйнатып ебәрә. Был моңдан һандуғастар һайрауҙан туҡтай, иҫкән елдәр ҙә тына; ишеткән бер кеше, тамам хайран ҡалып, донъяһын онота. Шундай йөрәккә ята торған моңло көй уйнай, ти, был күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән ҡорал, әйтеп тә, көйләп тә аңлатырлыҡ түгел, ти.

Моңло музыка тауышын батша үҙе лә ишетә. Ул Олтан-Солтанды саҡырырға ҡуша. Олтан-Солтан музыка ҡоралын да алып бара. Быны тыңлап, батша ултырған урынында иреп киткәндәй була, бөгөлөп төшә. Олтан-Солтан музыкаһын алып ҡайтып китә.

Байтаҡ ваҡыт үтә, батшаның тағы теге ҡатынды күргеһе килә. Вәзирҙең хәлен белеү һылтауы менән уларға бара. Сибәр ҡатынын күреп, бөтөнләй һушһыҙ була, элекке ғишҡы шашынып китә. Ҡайта ла, ярандарын йыйып, кәңәш ҡора.

— Хөрмәтле ярандарым, ирен үлтерегеҙ, ҡатынын килтерегеҙ, — ти. Күпте күргән, күпте белгән теге яраны:

— Нисек беҙ батшаға тоғро хеҙмәт иткән кешенең ҡанын үҙебеҙ йәшәгән ергә ҡояйыҡ? Күрше батшалыҡта бер кескәй тимер ҡумта бар, тиҙәр. Шырпы ҡабы ҙурлығы ғына. Шуны алып ҡайтырға ҡушығыҙ. Алып ҡайта алмаҫ, һәләк булыр.

Батша был кәңәшкә лә риза була. Вәзирҙе саҡырталар. Батша уға:

— Хөрмәтле вәзирем, хеҙмәт иттең, хөрмәт иттең, аҙаҡҡы үтенесем бар. Күрше батшалыҡта бар икән кескәй генә бер тимер ҡумта. Серле ҡумта. Шуны алып ҡайт, — ти. Вәзир, ни эшләһен, риза булып, өйөнә ҡайтып китә. Тамам ҡайғыға то-шә был. Ҡатыны:

— Ҡайғырма ул тиклем, кеше үтәй алмаҫ эш буламы ни! Ят та йоҡла, таң менән юлға сығырһың, — ти.

Иртәгеһен юлға сығыр алдынан ҡатыны Олтан-Солтанға:

— Фәлән ергә еткәс, ҡара урман эсендә бер бәләкәй генә ой күрерһең. Шул өйгә яҡынлашҡан һайын арттан ел осортҡан, алдан арҡан менән тартҡан кеүек, алға ынтылырһың. Бына ошо һөңгөнө алға тоҫҡап бар. Ҡайҙа йыуынһаң да, ошо таҫтамалға ғына һөртөн, — ти.

Олтан-Солтан сәфәр сығып китә. Бара торғас, ҡара урманға барып етә. Урманға ингәс, бер һуҡмаҡҡа төшә. Бер аҙ барғас, алыҫта бер ут күренә. Утҡа яҡынайған һайын, арттан ел ҡыуған, алдан арҡан менән тартҡан кеүек, алға атлыға, ти. Ҡатыны биргән һөңгөнө алға тоҫҡап бара. Бер әбей тыны менән тартып ултырған икән. һөңгө әбейҙең күкрәгенә барып төртөлә, әммә ҡаҙалмай. Бына шунан һуң инде әбей ОлтанСолтанды асыҡ сырай менән ҡаршы ала. Ашата, эсерә, йоҡ-ларға һала. Таң атҡас, ҡомған биреп, йыуынырға сығара. Йыуынып кереүенә таҫтамал тотоп тора, ти. Әммә Олтан-Солтан үҙ таҫтамалына һөртөнә. Әбей ул саҡ, таҫтамалды танып, ят ҡунаҡты бөтөнләй ҡосаҡлап ала.

— Эй, балаҡайым, ниндәй яҙмыш менән бында килеп сыҡтың? — ти. — Минең фәлән батшалыҡта бер туған апайым бар ине. Уның ҡыҙына мин ошо таҫтамалды бүләк итеп биргәйнем, һин уның кеме булаһың? — тип һорай. Таҫтамал эйәһе ҡыҙҙың кейәүе булыуын әйтә. Уға ҡайһылай әйләнеүен, бында ниндәй йомош менән килеүен һөйләп бирә. Әбей уға ярҙам итергә тырышып ҡарай.

Был әбей ел батшаһы икән. Олтан-Солтанды, ел осортоп алып китмәһен тип, биленән ишек тотҡаһына бәйләп ҡуя ла, бөгөлә-һығыла тышҡа сығып, алтын йөҙөгө үтә һыҙғырып, елдәрҙе саҡыра. Бөтә урманды дер һелкетеп-тетрәтеп елдәре килә. Әбей уларға былай ти:

 

Эй елдәрем, елдәрем,

Бөгөлөр-һығылыр билдәрем!

Кейәүем Олтан-Солтаным

Эҙләй серле ҡумтаны.

Белмәйһегеҙме шуны?

 

Елдәр:

— Аныҡ ҡына белмәйбеҙ шул. Белһә, уны ҡош-ҡорт батшаһы белер, — тиҙәр.

Ел батшаһы, өйөнә инеп, Олтан-Солтанды ишек тотҡаһынан ысҡындыра ла, уға үҙенең апаһы булған ҡош-ҡорт батшаһына барыр юлды өйрәтә, һөңгөһөн ҡалдырмаҫҡа ҡуша. Ни өсөн тиһәң, һөңгө менән төртмәй тороп, ҡош-ҡорт батша-шаһы иҫенә килмәй, кеше менән һөйләшер хәлдә булмай икән.

Олтан-Солтан, хушлашып, үҙ юлына китә.

Ай барҙымы, йыл барҙымы, барып етә был бер ҡара урманға. Бер һуҡмаҡҡа барып төшә. Барған һайын шәберәк атлай, ти, был. Барып керә бер өйгә. һөңгө шунда иҙерәп ултырған әбейҙең тамағына килеп ҡаҙала, шунан әбей иҫенә килә, ти. Ул Олтан-Солтанды яҡшылап ҡаршы ала, ҡомған биреп йыуынырға сығара; кергәс, таҫтамал бирә. Олтан-Солтан үҙ таҫтамалына һөртөнә башлай. Шул саҡ әбей уны ҡосаҡлап ала.

— Кейәүем, ни йомош менән бында килеп сыҡтың? — ти. Олтан-Солтан йомошон һөйләп бирә. Әбей алтын йөҙөгө аша һыҙғыртып, ҡош-ҡорттарын йыйып ала ла:

 

Эй ҡоштарым, ҡоштарым,

Минең тогро дуҫтарым!

Ҡайһығыҙ күрҙе серле ҡумтаны?

Шуны эҙләп килгән кейәүем,

Һеңлем ире — Олтан-Солтаны,--

 

ти. Ҡоштар:

— Белмәйбеҙ шул. Белһә, бынау сатан баҡа белә торғандыр. Ул кисә генә сит ерҙәрҙән ғәрипләнеп ҡайтты, — тиҙәр.

— Баҡ-баҡ, баҡ-тым, бат-тым, — ти баҡа. — Был серле ҡумта ер аҫты батшалығында, таш мунса эсендә, эләүкә аҫтында, алтмыш батыр күтәреп һалған таш аҫтында. Уны алыр өсөн бер шешә әҙәм һөтө кәрәк. Ул мунсаны алтмыш баһадир һаҡлай. Улар көндөҙ булмайҙар. Улар юҡ ваҡытта бер шешә һөттө мунса эсенә һибергә кәрәк. Алтмыш баһадир ҡайтҡас, бер-береһенә, «һин әҙәм ашағанһың», тип, һуғышып, үлеп бөтәсәк. Иң аҙаҡҡа ҡалған берәүһен мунса ташы менән бәреп үлтерергә кәрәк. Шул аҙаҡҡа ҡалғандың кеҫәһендә бер шешә һыу булыр, уны эсһәң, алтмыш баһадир көсө керә. Шунан һуң алтмыш баһадир күтәреп һалған ташты күтәреп, аҫтынан шырпы ҡабы ҙурлыҡ тимер ҡумтаны алырһың, — ти. — Шуныһын да әйтәйем, йылан күҙе хәтле төймәһенә баҫһаң, тимер һандыҡ асылып китер.

Олтан-Солтан хушлашып, ҡош-ҡорт батшаһы менән сатан баҡаға рәхмәт әйтеп, үҙ юлына китә. Ер аҫты батшалығына төшә. Бара-бара, барып сыға, ти, бер мунсаға. Мунсаға әҙәм һөтө һибеп сыға.

Ете тән уртаһында алтмыш баһадир ҡайтып инә. Бер-береһен әҙәм ашауҙа ғәйепләп, һуғышып үлеп бөтәләр. Тик берәүһе генә иҫән ҡала. Уныһын Олтан-Солтан таш менән бәреп үлтерә, кеҫәһенән бер шешә һыуын алып эсә. Шунан уға алтмыш баһадир көсө кереп, ташты күтәреп, шырпы ҡабы ҙурлыҡ тимер ҡумтаны ала.

Олтан-Солтан ер өҫтөнә сыға алмай йонсоп йөрөй торғас, йөҙ йәшәр имән эргәһенә килә. Ошо ваҡытта күк күкрәп, йәшен йәшнәп, ҡойма ямғыр яуа башлай. Имән башындағы сәмреғош балаларын Олтан-Солтан яуындан һаҡлап алып ҡала. Бына, ашығып, сәмреғош үҙе лә ҡайта. Балалары:

— Беҙҙе әҙәм балаһы ҡотҡарып алып ҡалды, — тиҙәр. Был саҡта Олтан-Солтан имән төбөндә йоҡлап ятҡан була.

Сәмреғош уны һелкетеп уята.

— Мин һиңә рәхмәт уҡырға төштөм, — ти. Олтан-Солтан:

— Ьин миңә рәхмәт әйтмә, ә яҡты донъяға сығар, — ти. Сәмреғош:

— Миңә ун ике мискә турғай итә, ун ике мискә һыу әҙерлә, — ти. Олтан-Солтан ун ике мискә турғай ите, ун ике мискә һыу әҙерләй. Ошоларҙы сәмреғош өҫтөнә һалып, үҙе ултырып, күтәрелә башлай. Сәмреғош уң яҡҡа ҡарағанда ит, һул яҡҡа ҡарағанда һыу бирә бара. Бер заман яҡты донъя күренә башлай. Шул саҡ ит тә бөтә, һыу ҙа бөтә, сәмреғош хәлһеҙләнә башлай. Ни эшләһен, Олтан-Солтан үҙенең бурбай итен ҡырҡып, сәмреғошҡа ҡаптыра. Ер өҫтөнә сығалар. Сәмреғош:— Иң аҙаҡтан бик тәмле ит ҡаптырҙың, — ти. Олтан-Солтан:

— Ул минең бурбай итем ине, — ти. Сәмреғош, ашаған итен кире ҡоҫоп, урынына ябып ҡуя. Шунан башлап бурбай ите йөйлө булып ҡалған, ти. Ҡайһы яҡҡа этһәң дә, шул яҡҡа шыуып йөрөй, ти.

Олтан-Солтанды ҡатыны шатланып ҡаршы ала. Тимер ҡумтаны батшаға алып баралар. Батша әйләндергеләп ҡарай ҙа, быны нисек асырға, тип һорай. Олтан-Солтан йылан күҙе Һымаҡ төймәһенә баҫа. Ҡумта асыла. Эсенән утҡа янмаҫ, һыуға батмаҫ ғәскәр туҡтауһыҙ сыға ла сыға, ти.

— Ни бойораһығыҙ? — тиҙәр сығып теҙелгән һалдаттар.

— Күрше батшаның илең баҫып алығыҙ! — тип бойора батша.

Әммә ғәскәр батша бойороғон тыңламай. Шәм һымаҡ ҡатып тик тора һалдаттар. Шул ваҡыт Олтан-Солтандың ҡатыны:

— Улар баш вәзир бойороғон ғына тыңлап өйрәнгән. Олтан-Солтан бойороҡ бирһен, — ти.

— Бойор, — ти батша Олтан-Солтанға.

— Мине ситтә йөрөтөп, башымды һәләк итергә, ҡатынымды үҙенә алырға уйлаған бынау мәкерле батшаның башын ҡырҡығыҙ! — тип бойора Олтан-Солтан.

Шул мәлдә үк батшаның башын ҡырҡып, бүреләр ашаһын өсөн, урманға илтеп ташлайҙар. Олтан-Солтан ғәскәргә кире тимер ҡумта эсенә инергә бойора. Береһе лә ҡалмай инеп бөткәс, ҡумтаны шап иттереп ябып бикләй ҙә кеҫәһенә һала, шунан үҙе аҡыллы, үҙе тоғро бисәкәйен ҡултыҡлап, өйөнә ҡайтып китә.

 

Поделись с друзьями: