Батмағош туғайы


Йылайыр буйында йәйләүҙә хәлле генә бер ҡарт йәшәгән. Уның Фатима исемле бер генә ҡыҙы булған. Фатима матур ҙа, батыр ҙа икән. Улы булмағас, атаһы уны һыбай йөрөргә лә, уҡ-һаҙаҡтан атырға ла өйрәткән.

Ҡарттың берҙән-бер көн өйөр айғыры һәм тиҫтәгә яҡын бейәһе юғала. Ҡарт эштең нимәлә икәнен һиҙенә. Тик юғалған мал артынан сығырға дәрт итә алмай. Атаһының хәлен аңлаған Фатима аттар артынан үҙе китергә була. Ҡарт эстән шомланһа ла, ризалаша, ҡыҙына кәңәш бирә: «Ҡараҡтар барыбер бындай эҫе көндә күп юл үтә алмаҫ, берәй ерҙә һыу буйына туҡтарҙар. Атыңды арытма, барыбер ҡыуып етерһең. Барып тапҡас, атыңды урман эсендәрәк ҡалдыр ҙа, тәүҙә күҙәт. Ҡараҡтар йоҡоға киткәс, ипләп кенә барып, бәйҙәрен ҡырҡып сыҡ та айғырға атланып сап. Ә йылҡы малы эйәһен белә ул»,— ти. Фатима көн төнгә ауышып, ҡараңғы төшкәс, үҙәк буйлап аттарға яҡынлаша. Ҡалғанын атаһы өйрәткәнсә эшләй.

Уны атаһы дүрт күҙ менән көтөп торған. Ат тояғы тауышы ишетелгәс кенә, күңеле тынысланған. Ул ҡыҙының йылғырлығына ҡыуанып: «Һай, Фатима, ҡошһоң да инде»,— тигән.

Шунан бирле был туғайҙы Батмағош (Фатимағош) туғайы тип атағандар.

 

Поделись с друзьями:

 

 

    Card2you - дисконтно бонусная система магазинов. Единая скидочная карта. гомеопат отзывы