Толпарбаҫҡан таш


banner 13

Ҡужай ауылы янында Уй йылғаһы буйындағы бер ташта ҡәҙимге бер даға эҙе бар.

Тәкәғашҡа тигән батыр булған элек. Ул шул тиклем көслө, ғәйрәтле була: уҡ-йәйәһен күтәрергә башҡаларҙың көсө етмәгән.

Бер заман ҡаҙаҡтар менән алыш-һуғыш ваҡытында, Тәкәғашҡа ҡамауҙа ҡала. Бының толпары була. Тәкәғашҡа шул толпарына менә лә саба, артынан саң-туҙан ғына тороп ҡала. Ҡаҙаҡтар быны ҡыуа төшәләр. Тәкәғашҡа, Уй йылғаһына килеп еткәс, толпарына һуғып ебәрә. Шул саҡ толпар һикереп йылғаның икенсе яғындағы ташҡа килеп төшә. Ташта толпарҙың тояҡ урыны уйылып тороп ҡала. Был таш һаман да Толпарбаҫҡан таш тип йөрөтөлә.

 

Поделись с друзьями: