Аҡсатүбә


Элегерәк Айбағыш тигән бер батыр йәшәгән. Ул тирә-яҡта дан тотҡан мәргән һунарсы булған. Бер саҡ шулай йәйләүҙә ятҡанда быға хәбәр килтерәләр:

— Бөтә йылҡы малын барымталап ҡыуып алып киттеләр.

Айбағыш тиҙ генә үҙ егеттәрен йыя һалып, баҫҡынсылар артынан барып етә лә бөтәһен дә һә тигәнсе ҡырып һала. Аҡса исемле батырҙары ғына тороп ҡала. Аҡсабатыр Айбағыш-тың ҡаршыһына килә лә:

— Донъяла миңә ҡаршы торорҙай башҡа батыр юҡ әле,— тип ҡупырая.

Айбағыш быға ҡаршы әйтә:

— Йә йылҡы малын ҡайтараһың, йә йәнеңде бирәһең!

Шул саҡ Аҡсабатыр, һаҙағынан уғын һурып, Айбағышҡа атып та ебәрә. Ә Айбағыш үҙенә табан осҡан уҡты яҫҡып ала ла, алтыға ярып, алтыһын да кире ата. Атылғаны бере Аҡсабатырҙың кендегенә барып ҡаҙала. Был шунда уҡ йән биреп, ергә ауа.

Айбағыш дошманы Аҡсабатырҙы Үрге Яйыҡ менән Истам-ғол ауылдары араһындағы түбәләскә мендереп ерләй ҙә йылҡыларын кире әйҙәп ҡайтып китә. Ана шул замандан бирле был тау Аҡсатүбә тип йөрөтөлә.

 

Поделись с друзьями: