Дөйөмбәт тауы


Борон заманда башҡорттар менән ҡалмыҡтар араһында ҡаты бәрелештәр булғылап торған. Бына шул замандарҙа башҡорттарҙың башлығы Дөйөмбәт Сабаҡ тирәһендәге көслө бәрелеш ваҡытында бик ҡаты яраланған. Башҡорттар артыҡ ауыр хәлдә ятҡан иптәшен ташламай, бик оҙаҡ күтәреп килгәндәр. Башҡа сара ҡалмағас, ахыр сиктә бер йылҡыны һуйып, уның тиреһенә төрөп, һаҡлыҡ менән генә бер тау башына менеп алып, ҡалмыҡтарҙы шунан күҙәтеп, яу ҡайтарған булғандар. Шунан һуң ул тауҙы Дөйөмбәт тауы тип йөрөтөп алып киткәндәр, ти.

 

Поделись с друзьями: