Ырғыҙ


Хәсән ауылында Яҡуп исемле кешенең бер генә ҡыҙы булған. Атаһы уны яратҡан, ҡыҙының малайҙар кеүек батыр йөрәкле булып үҫеүен теләгән.

Яҡуп үҙе бик яҡшы һунарсы, мәргән атыусы була. Ҡыҙын да ул үҙе кеүек ҡоралландыра, һунарға алып йөрөй, бәйгеләргә ат сабышына ебәрә.

Ул заманда күрше ҡәбиләләр араһында урман, мал йөрөтөү урыны, һыу өсөн ыҙғыш-талаш, һуғыштар булып торған. Был тирә башҡорттары күбеһенсә көтөүлек өсөн һуғышҡандар.

Ошондай һуғыштарҙың береһендә былар ҙа аталы-ҡыҙлы икәү ауылдаштары менән бергә яуға сыға. Ҡыҙ был яуҙа күп батырлыҡтар күрһәткән. Йән аямай һуғышып йөрөгәнендә, уның арҡаһына дошман уғы килеп ҡаҙала. Ҡыҙ һаман алға саба, һаман һуғыша, тамам хәле бөтә бының, күҙ алды ҡараңғыланып китә. Әйләнеп ҡараһа, тирә-яғында бер кеше ҡалмаған. Батыр ҡыҙ эйәренә йығыла, ә һөйгән аты уны иленә алып ҡайта. Ҡыҙ үлә, аты хәлдән тая. Туктай. Ҡыҙ ҡолап төшә. Тоғро аты уны ташлап китмәй, шул тирәләге һаҙ үләндәрен ҡырып ашай-ашай ҙа, хужаһын торорға өндәп, уның янында ерҙе соҡой, сапсына икән. Шул саҡ тояҡ әҙенән һыу килеп сыҡҡан. Ат тояғы урынынан сыҡҡан һыу һалҡын шишмә булып, түбәнгә табан ер ярып ағып киткән.

Ҡыҙҙы сикһеҙ хөрмәтләп, шул урында ерләгәндәр. Уны: «Ир-ҡыҙ ине был!» — тип маҡтағандар. «Ир-ҡыҙ» ҡушаматы шунан ҡалған. Тора-бара шишмәне «лә «Ир-ҡыҙ» һыуы тип йөрөтә башлағандар.

Йылдар үткән, Ир-ҡыҙ тураһында иҫтәлек онотолмаған. Ир-ҡыҙ йылғаһы ла, исемен әҙерәк кенә үҙгәртеп, Ырғыҙға әүерелгән.

Халыҡ үҙенең батыр Ир-ҡыҙын да, тулы һыулы матур Ырғыҙын да күңелендә һаҡлай.

 

Поделись с друзьями:

 

 

    Card2you предлагает пути увеличения продаж компании . Стать партнером просто и быстро.