Ырғыҙ


(Вариант)

 

Борон-борон замандарҙа Иҙел һыуы менән Яйыҡ һыуы араһында ҡалмыҡ ырыуы күсенеп йөрөгән. Был ырыуҙың башында хан торған. Бер саҡ ул шулай күсенеп йөрөй торғас, башҡорт йәйләүҙәре ятҡан Урал типһенендәге Урта һырт тәңгәленә хәтле килеп еткән.

Хандың Айстан тигән бик һылыу ҡыҙы була. Улдары булмай. Айстан бала сағынан уҡ төрлө ҡыйынлыҡтарға сыҙам, яу-сапҡындарға күнеккән бала булып үҫә. Бөтә кешене таң ҡалдырып, егеттәрҙең йөрәген яндырып, буйға үҫеп еткәс, атаһы уны кейәүгә бирергә була. Тик көтөлмәгән бәлә килеп сыға: кем генә һоратмаһын, ул бер кемгә лә ризалыҡ бирмәй, береһен дә ишһенмәй.

Хан быға бик ҡайғыра башлай. Айстан унан дүрт тарафҡа ла сапҡындар ебәртеп, бөтә батырҙарҙы саҡыртып, ҙур йыйын үткәреүен һорай.

— Кем дә кем мине еңә ала, шуныҡы булырмын,—ти.

Күп тә үтмәй, тирә-яҡтарҙан йыйынға йыйылалар. Ҡалмыҡ батырҙары ла, башҡорт батырҙары ла, нуғай батырҙары ла килә.Кәрәлек йылғаһының Ырғыҙға ҡойған ерендә, бейек ҡаштаҡ башында, бай тирмәләр, иркен көймәләр, ебәк сатырҙар теҙелеп китә. Икһеҙ-сикһеҙ халыҡ йыйыла.

Ҡыҙ көҫәгән егеттәр югеректәрен сабыштыралар, аттан яҫҡышалар, уҡ атышалар, көрәшәләр. Нисек тә ҡыҙҙың күңелен яулап алырға тырышалар. Ә ҡыҙ уларға ҡарап та бирмәй, үҙ тирмәһендәге келәм өҫтөндә, муйынсаларын бөтөр-голәп, бойоғоп тик ултыра икән.

Ә тирә-яҡ шау-гөр килә. Дала киңлегендә Ырғыҙ, Кәрәлек һыуҙары баш алған боронғо Урта һырт тауҙары суҡайып тора. Ә Айстан һаман моңайып тик ултыра. Тау итәгендәге тирмәһенән дә сыҡмай...

Ваҡыт шулай үтә тора. Ҡыҙ көҫәгән егеттәр бер-береһенән еңелеп, майҙандан сыға бара. Ахырҙа майҙан уртаһында өс батыр ғына тороп ҡала: береһе — ҡалмыҡ батыры, икенсеһе — башҡорт батыры, өсөнсөһө — нуғай батыры. Бәйгене ҡалмыҡ батыры башлап ебәрергә була.

Хандың югән дә теймәгән бер өйөр ҡырағай аттарын ҡыуып килтерәләр ҙә:

— Йәнегеҙ теләгәнен һайлап менегеҙ,— тиҙәр.

Ҡалмыҡ батыры менән Айстан өйөрҙән берәр югерек ҡороҡлап алалар ҙа, нуҡталап-эйәрләп, аттарына һикерешеп менәләр. Икеһенең дә аттары баҫҡан ерҙәрендә сыҙап та тора алмай, әле сапсынып, әле үрә ҡарғып, ажарҙарын сәсеп тора, ти. Һырттарындағы әлеге батырҙарҙы эйәрҙәренән алып ташламаҡсы булып, өйөрмә һымаҡ, тыбырсынып-ажғырып йөрөйҙәр. Аты үрәпсеп һикереүенә ҡалмыҡ батыры түҙә алмай, атының башы аша ҡылғанлыҡҡа ҡаҙалып барып төшә. Ә Айстандың аты тыбырсынып йөрөй-йөрөй ҙә ҡапыл, уҡтай атылып, елеп сығып китә.

Икенсе көндө майҙанға башҡорт батыры сыға. Ул көндө бәйге шарты шулай була: кем дә кем сабып барған ыңғайға атҡан уғын мәрәйгә тейҙерә, шул еңеүсе һаналасаҡ. Башҡорт батыры дүрт уғын мәрәйҙең тап уртаһына тейҙерә, бишенсеһе саҡ ҡына яҙлығып, мәрәйҙән аша китә. Айстан биш уғының бишеһен дә сәпкә тейҙереп, тағы еңеүсе булып сыға.

Өсөнсө көн етә. Нуғай батыры, хур булырынан ҡурҡып, ҡамыш араһына боҫоп ҡала. Эҙләйҙәр-эҙләйҙәр — тапмайҙар тегене.

Бөтә кеше шау-гөр килеп байрам итә. һаман Айстанды еңеүсе табылмай. Ҡыҙ көҫәп килгән егеттәр Айстанға асыу тотоп, үс алмаҡсы булалар.

Ә Айстан ай яҡтыһында һыу төшөргә ярата икән. Шул төндө лә ул, ғәҙәте буйынса, Ырғыҙға килә. Ҡамыш араһында боҫоп ятҡан нуғай батыры төндә уның һыу төшкәнен күреп ҡалған була. Айстан аҡҡош һымаҡ йөҙөп-сумып, һыу сәсрә-теп туйғас, күкрәгенән һыуҙа килеш, айга ҡарап, йылмайып тора икән. Шул мәлде бер юлы өс урындан зыңлай атылған өс ук ҡыҙҙың күкрәгенә килеп ҡаҙала. Айстан ҡысҡырып ебәрә лә, уҡтарҙы һурып алып, ярға ырғыта. Яраларынан ҡан аға, ҡыҙ һуштан яҙып йығыла.

Иртән, уҡтарынан танып, ҡан ҡойоусыларҙы тотоп килтерәләр ҙә, тәрән бер соҡорға ырғыталар. Бөтә ырыу аҡһаҡалдары йыйылып, кәңәш-төңәш итешәләр ҙә быларҙы Бохар иленә ҡоллоҡҡа һатып ебәрергә булалар. Был йәне ҡаралар шулай, нәҫел-ырыуҙарынан яҙып, сит илдә дөмөгөп бөтәләр. Ә хандың  ир-ҡыҙы Айстанды бөтә өс ырыу кешеләре бергәләп бик ҙурлап, ҡәҙер-хөрмәт итеп ерләйҙәр. Ҡыҙҙы затлы кейемдәрен кейендереп, алтын беләҙектәре, ынйы муйынсалары, көмөш ҡылысы, баҡыр сүлмәк һауыттары менән күмеп, ҡәбере өҫтөнә бейек таш ҡурған өйәләр. Ә икенсе ҡәбергә көмөш югәне, алтын эйәре менән бергә уның яратып менгән атын ерләп, был ҡәбер өҫтөнә лә олоубер таш ҡуялар.

Ҡайғыһынан ҡылған һымаҡ сәстәре ағарған хан, ҡыҙының ҡәбере менән һуңғы ҡабат хушлаша ла үҙ ырыуын был яҡтарҙан алыҫҡа, Иҙел менән Яйыҡ һыуы барып ҡойған диңгеҙ буйына, алып китә. Ә хан ҡыҙы һәләк булған йылғаны шул замандарҙан бирле батыр Айстан хөрмәтенә Ир-ҡыҙ (Ырғыҙ) йылғаһы тип атап йөрөтәләр.

 

Поделись с друзьями: