Аҡын (Аҡҡашҡа) тауы


Был хәл бик борон булған. Ҡайҙандыр башҡорт еренә сит яу килгән. Күп ҡан ҡойолған. Башҡорттар, баш һалмай, сая һуғышҡандар. Яу менән һуғыш Мәҡсүт ауылы эргәһендә лә ҡаты булған. Башҡорттар араһынан Аҡын тигән ғәйрәтле батыр сыҡҡан. Ул дошманды аяуһыҙ ҡырған. Мәҡсүт ауылы ерендә Аҡҡашҡа менән һиңгергиҙә исемле ике тау бар. Башҡорттар Аҡҡашҡа тауынан, ә дошмандар һиңгергиҙә тауынан ҡара-ҡаршы уҡ менән атҡандар. Ошо атыш ваҡытында башҡорт батыры Аҡын һәләк булған. Башҡорттар дошманды тар-мар итеп, үҙ ерҙәренән ҡыуып ебәргәндәр. Аҡын батырҙы шул тау башына хөрмәтләп күмгәндәр. Шунан бирле ул тауҙы Аҡын тауы тип тә, Аҡҡашҡа (Изге батыр) тауы тип тә йөрөтәләр.


 

Поделись с друзьями: