Ҡарасйылға


Яу ҡайтарып йөрөгән бер башҡорт батырының ҡатыны имсәк балаһы менән дошман ҡулына эләккән. Дошмандар уны уртаға ултыртып, түңәрәк булып йоҡларға ятҡандар. Улар йоҡоға талғас, ҡатын сабыйын ала ла ҡаса. Быны һиҙеп, арттарынан ҡыуа төшәләр. Ҡатын ауылға етә алмай хәлдән тайғас, балаһын йылға буйына ҡалдыра ла үҙе Тә-хей тауына ҡарай юл тота. Бер ваҡыт ат кешнәгән һәм эйәр шыңғырҙаған тауыш ишетелә. Теге ҡатын: «Ирем менгән ат кешнәүе түгелме һуң? Ни булһа ла булыр»,— ти ҙә һыбайлыға тауыш бирә. һыбайлы уның ире булып сыға.

— Ҡайҙа Ҡарасәс? — тип һорай ире.

— Уны йылға буйында ҡалдырып киттем.

Барып ҡараһалар, бала урынында булмай. Имгәкләй ҙә белмәгән бала үҙ аяғы менән ер буйы ер киткән, ти. Шатлыҡтың сиге булмай.

Шунан был йылғаны Ҡарасәс йылғаһын ҡыҫҡартып Ҡарасйылға тип йөрөтәләр.

 

Поделись с друзьями: