Яҡтыкүл


Борон Яҡтыкүлгә ҡараған тау биттәре тас ҡарағай урман булған.

Башҡорттар рус дәүләтенә ҡушылғас, бер ваҡыт күлдең ситенә генә рус баярҙары йорт һалдыра башлаған. Рөх-сәтһеҙ-ниһеҙ ҡыланыуҙарына был тирәлә йәшәгән башҡорттарҙың асыуы килгән.

Берҙән-бер көндө башҡорттар: «Былай эстән генә янып йөрөүҙән ни файҙа, ер китә бит»,— тип йыйылышып кәңәшләшкәндәр ҙә тегеләрҙе фиран туҙҙырғандар. Ҡасҡаны ҡасып ҡотолған. Ҡасып өлгөрә алмағандарын үлтереп бөтәләр ҙә өйҙәренә ут төртәләр. Янғын бик көслө була. Тау буйындағы ҡарағастар ҙа янып бөтәләр. Тауҙың түше ҡап-ҡара булып ҡала.

Аҙаҡтан күлдә балыҡсылап йөрөүселәр яр ситендә бер мунсаның ғына имен ҡалыуын күрәләр. Урыҫтарҙан күрмәксе, уны баня тип йөрөткәндәр. Күлдең исеме лә Банное озеро булып киткән.

Күлдең иҫке исеме лә бар. Уны элек Мауыҙлы күле тип йөрөткәндәр. Ни өсөн шулай аталған, берәү ҙә әйтә алмаған, Яҡтыкүл исеме һуңғы осорҙа ғына бирелгән.

 

Поделись с друзьями: