Дүнәнһуйған тау


banner 13

Ҡасандыр Власов тигән бер землемер Белорет заводына Дүнәнһуйған тау итәктәренән урман межалап алырға килгән.

Был шулай, ҡамсыһын һелтәп, һыбай йөрөй икән. Ҡамсыһын ҡайҙа һелтәһә, шунан межа ярып сығалар бының кешеләре. Бергә эйәреп йөрөгән башҡорттар, бының ҡамсыһының бик күп һелтәнгәнен күреп: «һаман былай һелтәнеп йөрөһә, беҙ үҙебеҙ урманһыҙ, тауһыҙ ҡалабыҙ ҙаһа!» — тип баштарын сайҡаша башлағандар. «Инде был ҡамсыға нисек итеп ял бирергә»,— тип уйлағандар.

Шул саҡ Мулкамал тигән бер ҡарт дүрт ҡышлар айғырын һуйып, землемерҙе ғарҡ иткәнсе һыйларға булған. «Ашап өйрәнмәгән йылҡы итенән эсе китеп ятһа, бик һелтәнеп йөрөй алмаҫ»,— тигәндәрҙер инде. Шулай итеп, теге Власов, ысынлап та, тауҙың төшлөк яғы менән көнбайыш яғын межалай алмайынса, ҡайтып киткән. Аҫаба башҡорттарҙың урман-көтөүлектәре үҙҙәренә тороп ҡалған.

Бына шуға күрә лә хәҙер был тауҙы Дүнәнһуйған тау тип йөрөтәләр.

 

Поделись с друзьями: