Антон ҡаяһы


Бынан бик күп йылдар элек ошо яҡтарға Антон тигән бер илгиҙәр килеп сыҡҡан. Берҙән-бер көн Ырғыҙлы ауылынан алыҫ түгел тәрән упҡын соҡор эргәһенән үтеп барғанда бының фуражкаһы төшөп китә. Фуражкаһы артынан тәрән соҡорға төшөп китә лә был кире сыға алмай. Ер аҫтынан юл бар икән, шул юл менән бара ла бара. Бара торғас, Ағиҙел буйындағы ҡаяның таш ҡыуышына килеп сыға. Ҡыуышты Антон бик оҡшата, шунда тороп ҡала.

Был бейек ҡаяны халыҡ уның исеме менән Антон ҡаяһы тип йөрөтә башлаған. Антон үҙе Ҡотан ауылы кешеләренә ут, аҙыҡ өсөн килеп йөрөгән. Үтеп барыусы һалсыларға ҡая тишегенән икмәк, сабата үреп ташлар булған. Яҡын-тирә ауыл башҡорттары менән ул дуҫ йәшәгән. Берәү ҙә уны рәнйетмәгән. Антондың ҡая ҡыуышына инә торған бер нисә юлы булған, тик уны әлегә тиклем бер кем дә белгәне юҡ. Кәрәк-яраҡты ул мәмерйәгә, арҡан ишеп, тәгәрмәс сығыр менән күтәртеп мендергән. Антон ҡаяһына ҡаршы һарығосҡан ҡаяһында уның аҙыҡ һаҡлай торған мәмерйәһе булған. Мәмерйәлә тоҙланған, ҡаҡланған ите, балығы, оно-моно һаҡланған. Антон үҙе ҡая ҡыуышында байтаҡ йәшәгәндән һуң ҡайҙалыр китеп юғалған.

 

Поделись с друзьями: