Митрошка ташы


Элек һыу ташҡан саҡтарҙа Ағиҙел буйлап Әүжәндән алып Өфөгәсә ҡайыҡ-баркалар менән суйын ташый торған булғандар, һәр ҡайыҡҡа алтмышар-етмешәр тонна суйын тейәгәндәр. Ҡайыҡтарҙың оҙонлоғо егерме биш-утыҙ сажингә еткән. Ҡайыҡтар ағын тау йылғаһы буйлап тыныс аҡһын өсөн, уларҙың ҡойроғона туҡһан-йөҙ егерме ботлоҡ суйын батырғыстар (лоттар) аҫып ҡуйыр булғандар. Юҡһа улар ҡая таштарға ҡаҡлығып, ҡыйралып бөтөр ине. Был батырғыстарҙан тыш, һәр ҡайыҡҡа һикһәнешәр ботлоҡ саталы ырғаҡ-якорь ҙә эленгән, һәр ҡайыҡты утыҙлап кешенән торған эшселәр командаһы оҙата барған. Ҡайыҡтар каруаны менән бергә Ағиҙел буйлап аҙыҡ тейәлгән йөк кәмәләре лә ағып барған.

Боронораҡ Ағиҙел буйында был ҡайыҡтарҙы имен-аман йөрөтөүсе бик оҫта ҡойроҡсолар — лоцмандар ҙа күп булған. Улар араһында бигерәк тә Митрошка исемле лоцман дан ҡаҙанған, тиҙәр. Шуға күрә Әүжән заводының хужаһы Демидов уға бер нисә мәртәбә ҡиммәтле бүләктәр ҙә биргеләгән.

Бер саҡ шулай Митрошка, бик маҡтанып китеп, Ағиҙел буйлап теләһә ниндәй барканы ла төшөрә алам, тип бәхәс тотҡан икән. Заводсыға килгән дә:

— Миңә суйын тейәлгән ҡырҡ сажинле барка бирегеҙ, еренә илтеп еткерәсәкмен,— тигән был.

Шулай итеп, Әүжән-Петровск заводында ҡырҡ сажинлек ҙур ҡайыҡ эшләйҙәр. Митрошка менән килешеү төҙөшөп, хужа үҙенең ошондай шартын ҡуя.

— Әгәр ҙә еренә илтеп еткерә алһаң, ҙур бүләк алырһың, ә инде ҡулыңдан килмәһә, язаһын алырһың,— ти.

 Суйын тейәлгән бындай ҙур барканы иҫән-һау илтеп еткерә алырмы-юкмы, тип башҡа лоцмандар ҙа бәхәскә инә.

Тәүәккәлләй ҙә китә Митрошка. Яман Шаршы тигән иң хәтәр һуңғы ҡаяға хәтле ҡайығы имен генә барып етә.

«Бына бит, һуңғы ҡая ла артта ҡалып бара, тиҙҙән инде иркен дала китәсәк»,— тип шатлығы эсенә һыймай Митрош-каның. Шунда ул, скрипкаһын алып, яратҡан көйөн һыҙҙырып ебәрә. Бөтәһе лә йылмайып уға ҡарай. Ҡапыл шул саҡ ҡойроҡ юнәлешен юғалтып, ҡаты ағым ҡайыҡты ситкә ҡайыра. Митрошка уны зырлап ятҡан өйөрмәнән сығарырға өлгөрмәй ҡала — ҡайыҡ, бар көсөнә ташҡа һуғылып, селпәрәмә килә. Шулай ҙа Митрошканың үҙе менән кешеләрен ҡотҡарып алып ҡалалар.

Тик асыуы сығырынан сыҡҡан хужа ярҙамсыһы менән завод приказчиктәре Митрошканы тотоп алып, ошо ҡая башына мендерәләр ҙә туҡмап үлтерәләр. Ә ҡая башында ҡәбер ҡаҙырлыҡ та ер булмай. Митрошканың ҡанға батҡан кәүҙәһен таш менән уратып күмәләр.
Был таш өйөмө хәҙер һыу өҫтөнән ун биш-егерме метр бейеклеккә күтәрелеп, сурайып сығып тора. Шунан бирле был Яман Шаршы ташын Митрошка ташы тип йөрөтәләр.

Ағиҙел буйлап һуңғы ҡайыҡ каруаны Әүжәндән түбәнгә 1923 йылда оҙатыла. Уларҙың алтыһы Муйнаҡташ эргәһендә һәбеп ҡалып, ҡыш буйынса шунда ултыра. 1924 йылғы ҙур яҙғы ташҡында, уларҙы күтәреп, Сыртлан ауылына саҡлым ағыҙалар. Унда еткәс, суйынын бушатып, артабан ат менән ташыйҙар.

Революциянан һуң юлға кәртә булып ятҡан Митрошка ташын шартлаталар. Унан тик Яман Шаршыға уң яҡ ярҙан тоташып ятҡан ҡая менән ошо хикәйәт кенә тороп ҡала.

 

Поделись с друзьями: