Максим төбө


Максим төбө — Мораҙымх ауылының түбәнендә Ағиҙелдең һул яғындағы һыуҙан сығып торған таш исеме. Ул шунан тороп ҡалған: элек Белорет, Әүжән, Үҙән заводтарынан баржаларға тейәп һәр төрлө мал ағыҙғандар. Баржаны оҫта ҡуллы кешеләр йөрөткән. Максим тигән берәүһе үҙе менән бергә башҡорт егеттәрен дә алып йөрөр булған. Берҙән-бер көндө Максим егеттәргә әйтә: «Урыҫтың түрәһен тыңламағыҙ, мине тыңлағыҙ. Юлығыҙ уңыр, йортоғоҙға мал ҡуныр»,— ти.

Мораҙым ауылын үткәс, һыуҙан сығып торған ташты күреп, баржа хужаһы әйтә икән: «Бейте направо!» — ти икән. Шул саҡ Максим башҡорттарға ҡарап: «Урыҫ байының на-правоһы бөтмәҫ, һулға һуғығыҙ»,— тип әйткән, ти. Егеттәрҙең һулға һуғыуы булған — баржа таш өҫтөнә менеп селпәрәмә килеп ватылған, ти. Максим тиҙ генә баржа хужаһын һыуға осора ла егеттәргә әйтә: «Алығыҙ! Бөтә байлыҡ беҙҙеке!»


Шул ваҡыттан һуң әлеге баржа һуғылып онталған ташты Максим төбө тип йөрөтөр булғандар. Ул Максим бик уҫал да, тәүәккәл дә кеше булған тип һөйләйҙәр.

 

Поделись с друзьями: