Уҡлы ҡая


banner 13

Бынан Бүгәсәү ғәскәрҙәре үткән. Башҡорттар Бүгәсәү яҡлы булған. Әбей батша һалдаттары ҡыҫырыҡлап килә башлағас, башҡорттар Еҙем һыуы буйындағы бер ҡаяның, мәмерйәһендә йыйылышып, туп яһағандар. Тупты имән ҡыуышынан яһағандар ҙа хәҙерге Мағаш тауынан Табын баярҙарына ҡарай атҡандар. Иң тәүҙә сиркәүҙәренең башын осорғандар. Табындағылар бирешмәгән. Еңелгәс, башҡорттар әлеге мәмерйә ҡаяға ҡайтып, оҙаҡ ҡына донъя көткәндәр.

Шул ҡаяны Уҡлы ҡая тип йөрөтәләр. Әле лә кешеләр ул мәмерйәнән уҡтар тапҡылайҙар.

 

Поделись с друзьями: