Хәлил ҡәберлеге


banner 13

Элек башҡорттар араһында ер-һыу өсөн ырыу-ара һуғыштар бик йыш булған. Бигерәк тә Бөрйән менән Ҡыпсаҡтар араһында бәрелеш күп булған. Ыҙғыштан халыҡ ыҙа сиккән, ни эшләргә белмәй аптырап бөткән. Шул саҡ Хәлил исемле бер ҡарт әмәлен тапҡан: Хәлил ҡарт Бөрйән менән Ҡарағай-Ҡыпсак араһына килеп ултырған. Оло кешене мәшәҡәтләргә ике яҡтан да баҙнат итмәгәндәр. Үлер алдынан Хәлил ҡарт әйткән: «Мине зыяратҡа ҡуймағыҙ, Бөрйән менән Ҡарағай-Ҡыпсаҡ араһындағы сиккә ҡуйығыҙ. Ике ырыу араһында сикте тотоп килдем, үлгәс тә тотоп ятырмын»,— тип халыҡҡа васыят әйтеп ҡалдырған.

Хәлил ҡарттың васыятын халыҡ үтәй. Шунан һуң ике ырыу араһындағы һуғыштар ҙа туҡтай, ырыуҙар дуҫ булып йәшәй башлай.

Хәлил ҡәберлеге ана шунан ҡалған ул.

 

Поделись с друзьями: