Йөрәктау


Бынан бик күп йылдар элек ошо тауға яҡын ғына ауылдарҙың береһендә Айһылыу исемле бик сибәр бер ҡыҙ менән батырлығы яғынан тирә-яҡта тиңе булмаған Ханбулат исемле бер егет йәшәгән, ти. Бала саҡтан уҡ бергә уйнап, бергә үҫкәндәр, бер-береһен яратышҡандар. Ҡыҙ үҫеп буйға еткәс, уны һоратып, бик күп яусылар килгән. Ә ҡыҙ иһә ныҡ торған, береһенә лә сығырға ризалыҡ бирмәгән. Ауылдың иң һаран, иң ҡанһыҙ, иң уҫал, иң ғәрсел байы Типте-ғол яусы ебәргәс, ҡыҙҙың атаһы Айһылыуҙың ҡаршылығын еңгән, уны Типтеғол байға бишенсе бисәлеккә бирергә риза булған.

Иртәгә туй тигән көндө ҡыҙҙы Ханбулат урлап ҡасҡан.

Типтеғол бай шашынып әйткән:

— Миңә, ара-тирәне ҡулымда бейетеп тотҡан Типтеғол бай һынлы байға, ҡаршы сығырға йөрөгән егет донъяға тыумаған әле. Был мөртәтте донъяла йәшәтһәм, исемем Типтеғол булмаҫ. Йөрәген һурып алам мин ул өтөктөң, һурып алам да эткә ашатам. Әйттем — бөттө. Минең һүҙем бер булыр!

Ҡыҙ менән егет йәй буйы тау-таш араһында, урманда ҡасып йәшәгән. Ҡаты һыуыҡтар башланғас, улар, йәшеренеп, төндә генә ауылға ҡайтҡандар. Быны һиҙеп ҡалғас, Типтеғол кешеләр яллаған. Ҡараңғы бер төндө байҙың ҡуштандары Ханбулатты тотоп, ошо тауға алып килтергәндәр. Типтеғол бай, мал һуя торған ҙур үткер бысаҡ сығарып, аяғы-ҡулы бәйләнгән Ханбулаттың йөрәген үҙе соҡоп алған. Уны эттәргә ташлауы булған, көтмәгәндә бөркөт килеп сығып, йөрәкте үҙенең төйәгенә — бейектәге тауҙар ҡуйынына күтәреп алып киткән.

Был енәйәтте бай тәрән сер итеп һаҡларға тырышҡан. Тик Айһылыуҙың йөрәген алдата алмаған. Айһылыу Ханбула-тын эҙләп тапҡан. Уның өҫтөнә ятып, өс көн, өс төн илаған да:

— Һөйгән йәрем тере булмағас, йөрәгем ниңә кәрәк миңә? Был йөрәкте һиңә бирәйем, Ханбулатым: минең осөн дә үс алырһың,— тип, йөрәген һурып алып, Ханбулаттың күкрәгенә һалған. Үҙе шунда уҡ үлгән. Ханбулат терелгән, һөйгәненең үле кәүҙәһен күреп, бөтәһен дә аңлаған. Ә йөрәк, ҡыҙҙың йөрәге, үҙҙәрен йәберләүселәргә ҡарата нәфрәт уты менән дөрләп янған. Шул көндән һуң Ханбулат икеһе өсөн дә үс ала башлаған. Байҙар утарының көлөн күккә осорған ул, ә үҙҙәрен тотоп, үҙе йәшәгән ошо тауҙың иң бейек урынынан упҡынға ташлай барған.

Бына шуға күрә Йөрәктау тип исем биргән халыҡ был тауға.

 

Поделись с друзьями: