Әлембикә йылғаһы


banner 13

Элгәре Искужа халҡы Ирәнеш буйына ла йәйләүгә сыға ине. Шул йәйләүгә сығыусылар араһында бер ҡарттың Әлембикә тигән ҡыҙы булған. Ҡыҙҙы йәштән үк йәрәшеп тә ҡуйғандар, ти. Ә Әлембикә үҙе үр яҡтан, Ирәнеш менән Йылайырҙың башланғыс яғынан, бер егет менән һөйләшә, осраша башлаған.

Бер көндө Әлембикә юҡ була. Халыҡ эҙләй, таба алмай. Ҡыҙ һыуға батҡан кеүек юҡ. Йөрөй торғас, үргә киткән бер ат эҫенә төшәләр. Эҙҙе ҡыуыусылар ҡаршы килгән бер әҙәмдән ҡыҙ тураһында һорашалар. Теге кеше уларға: «Күрҙем. Береһе бер өҙәңгегә, икенсеһе икенсе өҙәңгегә баҫып тотоношоп баралар, ә үҙҙәре урман яңғыратып көләләр», — тигән.

Эҙәрләүселәр аттарынан төшөп кәңәшләшкәндәр ҙә бер-береһен яратҡан был икәүҙе айырыуҙы кәрәк тип тапмағандар. «Әйҙә, йәшәй бирһендәр, ризалыҡ алырҙар әле»,— тигәндәр.

Шул ваҡыттан алып йәйләү ултырған урындағы бәләкәй шишмәне Әлембикә йылғаһы, ә ҡаршылағы тауҙы Әлембикә тауы тип атағандар.

 

Поделись с друзьями: