Йәүһәр ҡыуағы


Элек ҡатын-ҡыҙҙар биттәрен ҡаплап йөрөр булғандар. Ауылда бер урта хәлле кешенең улы бик матур ҡатын алған. Йәй көнө бер үҙәк буйына күмәкләшеп бесән саба барғандар. Башҡалар һыу буйына ашарға төшкәндә, Йәүһәр килен һуңға ҡалып бара икән. Быны бер ҡәйнеше һиҙеп ҡалып, теге киленде күҙәтеп ятҡан. Килен, кешеләр китеү менән битендәге пәрҙәһен асып тороп, күкрәксәһенән ҡумыҙ алып уйнап ебәрмәһенме! Егет килендең матурлығына ла, ошолай ҡыланышына ла шаҡ ҡатҡан. Йәүһәр үҙе ҡумыҙ тартып, үҙе бейей икән. Килен көн дә шулай ҡалып бейер булған, ҡәйнеше көн дә йәшенеп күҙәтеп ятҡан.

Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, ҡәйнеше еңгәһенең ошо ҡылығын кешеләргә һөйләгән. Шунан һуң ул ҡыуаҡты Йәүһәр ҡыуағы тип атағандар.

 

Поделись с друзьями: