Мәмбәт ауылы тарихы


Борон замандарҙа башҡорт менән ҡаҙаҡ, башҡорттарҙың үҙ ырыуҙары араһында барымта-ҡарымта сапҡындары була торған булған. Шундай бәрелештәрҙең береһендә башҡорт ырыуҙары ҙур бәләгә юлығалар. Бик күп мал-мөлкәттәрен юғалталар. Шунан килеп башҡорт ырыуы Йәнтүрә батыр етәкселегендә ҡаҙаҡ ырыуына ҡарымтаға бара. Был юлы ҡаҙаҡ ырыуы еңелә, башҡорттар ырыуы бик күп мал-тыуар ҡыуып, байлыҡтарын алып ҡайталар. Мал менән бергә бер бәләкәс ҡаҙаҡ малайын да алып киләләр. Малайҙы Йәнтүрә батыр үҙенә ала. Йәнтүрәнең Һабыр исемле кешегә бурысы бар икән. Һабыр мал урынына ошо ҡаҙаҡ малайын һораған.

— Мин риза,— тигән Йәнтүрә батыр.

Иртәгеһен Һабыр ҡаҙаҡ малайы Мәмбәтте үҙе менән алып киткән. Шул көндән башлап, Мәмбәт Һабыр бабай ҡулында тәрбиәләнгән, егет булып үҫкән. Бер саҡ ауыл балалары те-генән: «Һин килмешәк»,— тип көлгәндәр. Мәмбәт ҡайтып Һабыр ҡартҡа һорау биргән:

— Мине ҡайҙан алдығыҙ?

Һабыр ҡарт дөрөҫөн әйтмәй булдыра алмаған.

— Һин ҡаҙаҡ балаһы, тыуған ерең — ҡаҙаҡ далаһы.

— Миңә эйәрләгән ат бир. Мин үҙ тыуған йортомдо ҡайтып күрәйем,— тип үтенгән Мәмбәт.

Бер нисә көндән һуң Мәмбәт үҙенең тыуған ерендә булған. Ҡаҙаҡтар уны йылы ҡаршы алғандар, һый-хөрмәт күрһәткәндәр, үҙ кешеһе итергә тырышҡандар. Шулай ҙа Мәмбәт үҙенең тыуған еренә ерһенмәгән. Ул тиҙерәк үҫкән еренә ҡайтырға тырышҡан, тик ҡаҙаҡтар уны ебәрергә теләмәгәндәр. Ат-эйәрен йәшереп ҡуйғандар, һәр аҙымын күҙәткәндәр.

Шулай зарығып йөрөгән мәлендә уға бер еңгә тап килгән. Егеткә аҡыл өйрәткән.

— Беҙҙең тирмә янында эйәрле өс ат тора. һин шуларҙың өсөһөн дә ыскындыр, береһенә атланып сап, ҡалғандары үҙҙәре эйәрерҙәр, алмашлап атланып сабырһың,— тигән.

Мәмбәт теге аттарҙың береһенә атланып сапҡан. Йәйләүҙә саң-томан күтәрелгән. Ҡаҙаҡтар быны белеп ҡалып, ҡасҡын артынан төшкәндәр. Өс көн, өс төн Мәмбәт аттан-атҡа атланып, үҫкән еренә, башҡорттар араһына, сапҡан. Ҡаҙаҡтар уның артынан етә алмағас, кире боролғандар. Мәмбәт иҫән-һау Һабыр бабай янына килеп ингән. «Рәхмәт рөхсәтеңә»,— тигән ул, түбәнселек менән баш эйеп.

Мәмбәттең бөтөнләй үҙ янында ҡаласағын белгәс, Һабыр бабай уны өйләндерергә булған, мал-тыуар, ер бирергә булған. Икәүләп, ҡулайлы урын эҙләп киткәндәр. Эҙләй торғас, хәҙерге Мәмбәт ауылы тирәһенә килеп сыҡҡандар. Ошо ерҙәр уларҙың күңелен уятҡан. «Беҙҙең ырыу был ерҙә тиҙ үрсер, йылғаһы бар, урманы бар, малға бесәне бар»,— тигәндәр. Мәмбәт шунда оя ҡорған.

Мәмбәттең өс улы булған. Уларҙан нәҫел-ырыу таралып киткән.

Мәмбәт ауылынан ике утар бүленеп сыға. Хәҙерге көндә улар ҙур ауыл (Сәғит, Таңатар ауылдары).

 

Поделись с друзьями: