Һарт Әптерәш


Бохарала ике һарт (үзбәк) егете булған. Был егеттәрҙең береһе Мондоших, икенсеһе Толоших исемле булған. Улар: «Бохара динде дөрөҫ алып бармай»,— тип хан менән ниҙгә-ләшкән. Бер заман былар, ғәскәр туплап, ханға ҡаршы яу асҡандар. Хан Бессарабияға ҡасҡан. Ул унда ғәскәр йыйып, күпмелер ваҡыт үткәс, Бохараға ҡайтҡан да ике егеттең яуын баҫтырған. Был ике егет Ҡаҙағстанға барып, Алатай хан йортонда һыйыныр урын тапҡандар. Егеттәр бик уҡымышлы булған.

Бер саҡ Бохаранан Алатай ханлығына ғәскәр килгән. Алатай хан ике егетте мал биреп һатып алған да үҙ иректәренә сығарып ебәргән. Тегеләр Уралға килгәндәр. Мондоших менән Толоших, әйләнеп, шунда йәшәй башлағандар. Толошихтән бала булмаған, ә Мондошихтән зат таралған. Мондошихтең Мостай исемле улы булған. Ауылға Мостай тип исем бирелгән. Мостай ауылы Магнитогорскиҙән алты километр алыҫлыҡта ята. Ошо Мостай ауылынан Әптерәш ауылына килгәндәр. Һарт нәҫелдәре булғанға, ауылды Һарт Әптерәш тип алып киткәндәр.

 

Поделись с друзьями: