Брагин ташы


Бынан ике йөҙ йылдан да элек был яҡҡа Ырымбурҙан Брагин исемле бер кенәз килгән. Брагин Әмин ауылы эргәһендәге тауҙа таш аҡтартҡан. Әминде шунан һуң «Таш ауылы» тип йөрөтөр булғандар.

Ул сакта ауылдар ниндәй ҙә булһа батыр исеме менән аталып йөрөтөлгән: Темәс батыр исеменә — Темәс, Таһир батыр исеменә — ауылдың яртыһын — Таһир, яртыһын — Нурғәле тип йөрөткәндәр. Батырҙар үҙҙәренең исемен биреү өсөн һәнүз тартышып торғандар. Бүтән ауылдарҙа ла шулай булған элек.

Беҙҙең ауылдың батыры Әмин булған. Әмин бик тә ҡеүәтле, бик тә зиһенле, бик тә мәргән атыусы булған, даны тирә-яҡҡа таралған уның.

Брагин был тирәлә ҡораллы утыҙ һалдаты менән йөрөгән. Яҡындағы тауҙан таш сығартҡан, кирбес һуҡтыртҡан. Тимерлек ҡороп балта эшләткән, һәр эшләнгән балтаны ташҡа саптырып ҡарата икән. Әгәр балта йәнселһә, тимерсенең башын киҫә икән. Әмин батырға нәүбәт килеп еткән. Ул балтаһын ҡойған да, килеп ҙур-ҙур ташты ярып ташлаған. Тауҙа Әмин сығарған ҙур бер аҡ таш та бар. Уны әҙәм түгел, машинаң да күтәргеһеҙ. Күтәргән дә аҫтына икенсе бер ташты ҡыҫтырып, күтәртеп ҡуйған.

Бөтә ауыл халҡы Брагиндең ҡанһыҙлығынан, ҡатылығынан ҡан илаған. Брагиндең рөхсәтенән башҡа егет кеше кәләш әйттерә алмаған, ҡыҙ кеше кейәүгә сыға алмаған. Әгәр ҙә берәй егет кәләш йәрәшһә, Брагин ҡыҙҙы тартып ала ла, тәүге өс төндө үҙе ҡыҙ менән үткәрә. Кем дә кем ҡаршылашып, бер ауыҙ һүҙ әйтә икән, аҫтыра ла киҫтерә. Брагин Әмин батырҙың кәләшен дә шулай мыҫҡылларға ниәт итә. Әмингә ул үс һаҡлап йөрөгән була. Ни өсөн тигәндә, Әмин үҙенең халҡын һәр саҡ яҡлап, аралап килер булған.

Әмин батыр үҙе лә халҡының был хәленә бик намыҫланған. Инде түҙер әмәл ҡалмағас, үс алыу өсөн уңайлы ваҡытты һайлап йөрөгән.

Брагин яҙғыһын Талҡаҫ күленә һунарға йөрөй торған була. Әмин үҙенең дуҫ-иштәре менән Брагиндең һунарға килеүен аңдып, Талҡаҫ ситендәге ҡамыш араһында ята. Брагин килеп, кәмәгә ултырып, камил Талҡаҫтың уртаһына еттем тигәндә, Әмин ҡамыштар араһынан яр ситенә атылып сыға ла йәйәһенең ҡаты керешен зыңҡытып тартып ебәрә. Уғы һыҙғырып барып, туп-тура Брагиндең күкрәген тишеп сығып, кәмәһен аҡтарып ебәрә. Брагин ҡолап китә. Бата башлағас та бармағындағы балдағын һурып алып, һыуға ташлай был. Брагиндең балдағы уға әбей батша тарафынан бүләк ителгән алтын балдаҡ була. Исеме лә яҙылған икән. Шул исемле алтын балдаҡ Ирәндек аръяғындағы Яугүлдә йылымға эләккән бер суртан эсенән килеп сыҡҡан: Талҡаҫ менән Яугүл Ирәндек аҫтынан тоташып ята, тиҙәр. Был тирәнең халҡын Әмин батыр шулайтып ҡазанан ҡотҡара. Үҙенең йәндәй һөйгән кәләшен дә һаҡлап ҡала. Аҙаҡтан ул кәләше менән ҡасып сығып китә, шул китеүенән китә, ҡайтмай, ғәйеп була.

Халыҡ Брагиндең өйөн яндыра, ғәскәрен туҙҙыра. Ул ултырған урынды һөрөп ташлайҙар. Аҙаҡ батшанан килеп һорашып йөрөһәләр ҙә, бер кем бер ауыҙ һүҙ ҙә әйтмәгән.

Әмин сығарған аҡ таштар хәҙер ҙә кәбәндәй булып ята. Ата-бабаның күргәне һаман онотолмай. Хәҙер Әминдән һуң алты быуын киткән: Әмин — бер, Мөхәммәт — ике, Назар — өс, Үтәмеш — дүрт, Фатих — биш, Ниғмәт — алты. Ниғмәттән тыуған Әшрәф. Әшрәфтең үҙ ауыҙынан ишеттем мин быны. Ә Ниғмәт йөҙгә етеп үлгән. Был хәлдәргә кәм тигәндә лә шул ике йөҙ йылдан артыҡ ваҡыт үткән.

Ни белгәм, ни ишеткәм, шуны ишеттерҙем үҙегеҙгә. Белмәгәнде һөйләр хәл юҡ. Ҡырын ултыр, тура һөйлә тигәндәр бит.

 

Поделись с друзьями:

 

 

  В собственноличной организации путешествия из Украины к западным соседям действительно тешат цены на самая дешевая поездка в европу нежели при приобретении в туристическом агентстве, читайте отзывы