Йылҡысыҡҡан күл


Борон бер аусы башҡорттоң бик шәп һунар эте булған. Күктүш исемле. Уның тотмаған йәнлеге, ауламаған ҡошо булмаған.

Бер саҡ һунарҙа йөрөгәндә, урманда быларға бер егет осраған. Ул ошо Күктүшкә бик ҡыҙыҡҡан. Этте уға биреүен үтенгән, әжеренә күлдән йылҡы сығарырға вәғәҙә иткән. Бик быуынына теткәс, аусы башҡорт күнгән, Күктүгшен серле егеткә биргән. Егет эт менән күлгә төшөп киткән дә бер бейә алып сыҡҡан. Аусыны бейәгә атландырып былай тиген: «Һин алға ҡарай китә бир, бейә артынан күлдән йылҡы малы сыгыр, тик артыңа әйләнеп ҡарама». Шулай тигән дә егет Күктүш менән әллә ҡайҙа ғәйеп тә булған.

Аусы бейәһенә атланып киткән. Бер аҙ барғас, ул артында ат кешнәгән тауыш, тояҡ тупылдауы, бейәләр сеңрәүө ишеткән. Күпмелер барғас, түҙмәгән, артына әйләнеп ҡараған. Ҡараһа, күлдән көтөү булып сығып килгән йылҡыларҙың яртыһы күлгә кире сумған. Ярға аяҡ баҫҡандары ғына тороп ҡалған.

Күлдән сыҡҡан был йылҡы үҙе сысҡан буй һыртлы ала төҫтәге тоҡом икән. Ала төҫ йылҡы тоҡомо ана шунан ҡалған. Был күлде аҙаҡ Йылҡысыҡҡан күл тип атағандар.
Күл үҙе хәҙер ҙә ҡараһыу төҫтә бер серле һыу булып ята. Ул йәй ҙә, яҙ ҙа, ҡыш та бер кимәлдә — артмай ҙа, кәмемәй ҙә. Күлдә балыҡ-фәлән дә юҡ.

Был күл йәнәшәһендә — Ығышмакүл. Уның уртаһында элек бер ҡайын үҫеп ултыра ине күтерле утрауында. Ул утрау шул ҡайын менән бер яҡтан икенсе яҡҡа ығышыр, күсеп йөрөр ине. Шуға уны Ығышмакүл тиҙәр. Ҡайын хәҙер-күтерле утрауы менән бер башта нығынып, тамырланып киткән. Был күлдең кимәле лә Йылҡысыҡҡан менән бер. тигеҙ — артмай ҙа, кәмемәй ҙә. Уларҙың һыуы аҫтан тоташҡан.

 

Поделись с друзьями: