Батыр менән айыу таштары


Борон замандарҙа Уралда ҡурҡыу белмәҫ бер батыр йәшәгән.

— Минең беләктәрҙә бөйөк ғәйрәт бар, шуға мин үҙем теләгән бөтә нәмәне лә ынләй алам,— тип маҡтанған бер саҡ батыр.

— Тау эйәһе ишетеп ҡалһа, үҙеңдең көрәгеңде бирер әле,—тигәндәр уға ҡарттар.

— Юҡ, бер кемдән дә, бер нәмәнән дә ҡурҡмайым мин,— тип ысҡындырған батыр тағы.

Шул саҡ ер аҫтында геүләү тауыштары ишетелгән. Бер аҙ ваҡыт үткәс, батырға бик ҙур айыу тап булған. Былар көрәшә башлағандар. Көрәшә торғас, икеһе лә ергә батҡан. Айыуҙың ҡолаҡтары ғына күренеп тора, ти, ә батыр биленә тиклем батҡан, ти. Шул ерҙә былар икеһе лә ташҡа өйләнгәндәр. Был таштар әле булһа шунда торалар.

 

Поделись с друзьями: