Ҡош Юлы


Бик борон булған был хәл. Ул саҡта әле йондоҙҙар ҙа, Ҡош Юлы ла булмаған. Ҡайҙандыр алыҫтан, көньяҡтан, Уралға, Һаҡмар, Ағиҙел буйҙарына торналар килеп йәйләр булған. Элек уларҙы Һиндостан тигән ерҙән килә тип һөйләй торғайнылар.

Бер йылды торналар теҙелешеп йылы яҡҡа осҡан мәлдә ел-дауыл ҡупҡан. Бала торналар аҙаша башлаған, ҡайһы берҙәре, арып, ергә төшөп ҡала барған. Шул саҡ оло торналар ҡалғандарына юл күрһәтеү өсөн ҡауырһындарын сәсеп киткәндәр. Был ҡауырһындар йондоҙға әйләнгән. Торналар осҡан юлда ана шулай йондоҙҙар хасил булған. Тороп ҡалған торналар ошо йондоҙҙарға ҡарап ҡайтыр булғандар. Ҡош Юлы тигәндәре ана шунан ҡалған ул.

 

Поделись с друзьями: