Етегән йондоҙ - ете ҡыҙ


Элек берәүҙең ете ҡыҙы булған. Етеһе лә матур, етеһе лә батыр икән. Ҡырға сыҡһалар, гел бергә йерейҙәр икән. һоҡланмаған әҙәм заты ҡалмай, ти, быларға, ҡыҙыҡмаған йән эйәһе ҡалмай, ти.

Бер саҡ был ҡыҙҙар тауға сыҡҡандар. Дейеү батшаһы быларҙы күреп ҡалған да арттарынан төшкән. Былар етәкләшеп тау башына менеп киткәндәр. Дейеү баҫтыртып улар артынан килгән. Инде тотам, инде эләктерәм тигәндә, ҡыҙҙар берәм-берәм һикереп күккә ашҡандар. Етеһе ете урынға боҫҡандар. Айырылмаҫ өсөн бер-беренә яҡын торорға тырышҡандар. Шул ете ҡыҙ ете йондоҙ булып ялтырай башлаған. Аҙаҡ уларҙы Етегән йондоҙ тип атағандар.

 

Поделись с друзьями: