Йөгәмәш тауы


Борон заманда Йөгәмәш тауы бейек булған. Бер кем дә уның башына менеп етә алмаған.

Ә тау башындағы күлдә инә өйрәк менән ата өйрәк — күгәл ҡиәфәтендә тауҙың эйәләре йәшәгән. Иртә менән осоп китеп, кисен генә ҡайтып төшәләр ҙә төнө буйы тымыҡ күл өҫтөндә йөҙөп йөрөй икән былар. Мәргән һунарсылар уларҙы осоп барған саҡта атып ҡараһалар ҙа, береһе бер уғын тейҙерә алмаған, ти.

Көндәрҙән бер көндө Ризуан исемле бик сая егет, үҙенең батырлығын күрһәтергә теләп, таңдан тороп тауға китә. Тик тауға күтәрелеүе үтә ҡыйын була: аяҡ аҫтында үләа сырмалып ята, үтеп сыҡҡыһыҙ ҡыуаҡ юлды ҡаплап тора, өҫтәүенә, күҙ асҡыһыҙ ҡаршы ел иҫә икән.

Шулай ҙа егет егетлеген итә: кискә табан ғына тау түбәһенә менеп етә. Ҡараһа — тау башында иҫ киткес зәп-зәңгәр күл йәйрәп ята. Хайран ҡала был. Шул арала ата-лы-инәле ике өйрәк ҡайтып төшә. Былар ҡыуаҡ араһында боҫоп торған кешене шәйләмәйҙәр. Егет шунда уғын инә өйрәккә атып ебәрә. Ә күгәле күккә осоп китә лә баш осонда билендәп йөрөй башлай. Был шулай оҙаҡ өйөрөлә торғас, зарығыуҙан, асырғанып, ҡая ташҡа ташлана. Егет, атып алған табышын артмаҡлап, ҡайтырға сыға.

Ҡапыл шунда ҡара ҡойон ҡубып китә. Тау һелкенә башлай. Егеттең йөрәге шыу итеп ҡала. Артына әйләнеп ҡараһа, күл юҡҡа сыҡҡан. Нисек етте шулай өйрәкте өйөнә алып ҡайтып еткерә был. Йолҡоп ҡаҙанға һалһалар, өйрәк бешмәй ҙә ҡуя икән. Өс көн, өс тән буйы ҡайнаталар, ти, һаман бешмәй, ти таш булып ҡата ла ҡуя, ти. Ахырҙа был ташты яланға сығарып ырғыталар.

Шулай итеп, тау эйәһеҙ тороп ҡала. Шунан бирле Йөгәмәш тауы сүккәндән сүгә барып, ер аҫтына бүҫелеп төшә.

 

Поделись с друзьями: