Шайтан себендәре


Бер саҡ иблестең бөтә ярандары тамуҡ төпкөлөнә йыйылғандар ҙа, хужабыҙ ни ҡушыр икән тип, өнһөҙ-тынһыҙ ҡалып, дер ҡалтырап торалар, ти. Ә иблес үҙе, ҡара уйҙарын уйлап, оҙон тырнаҡтарын сәйнәп, йылан һымаҡ ҡойроғо менән танауын ыҫ-ҡоромдан таҙартып ултыра икән. Гонаһлы бәндәләр тамуҡта янған мәлдә гел генә ыҫ-төтөн борҡолоп торғанлыҡтан, быларҙың танау тишектәренә ыҫ-ҡором ултыра икән. Иблес үҙе лә, шайтандары ла быға күнегеп бөткән, ти. Уларға был тамуҡ еҫе хатта төрлө хуш еҫтәрҙән дә татлыраҡ икән.

Тамуҡ төпкөлөпдәге был тынлыҡ әгәр ҙә мәгәр кешеләр йәшәгән ерҙә булһа, себен осҡан тауыш та ишетелмәй, тиергә булыр ине. Ә себендәр тамуҡҡа инә алмай, башҡа төрлө бөжәк кенә көн итә ала тамуҡта. Улары ла тамуҡтағы гүр һиллеген боҙорға ҡыймайынса ҡурҡышып, өнһөҙ-тынһыҙ ғына. ултыралар икән.

Шул сак тышта осоп йөрөгән бөр себен тамуҡ көмбәҙендәге ярыҡты күреп ҡала ла, бының аҫтында ниҙәр бар икән, тип шул ярыҡтың әсенә кереп китә. Тамуҡтың эсе бик эҫе булғанлыҡтан түҙалмай безелдәп әйләнә лә был туп-тура иблестең танау осона килеп ҡуна. Иблес шунда ырғып тора ла — шап был мәхлүккә! Шунан, ни, үлгән себенде әйләндереп-әйләндереп ҡарарға тотона.

Бөтә шайтандар ҙа шунда иркен һулап ҡуялар. Ә иблес үҙенең бьщ бисара ҡорбанын оҙаҡ ҡына тикшереп ултыра торғас, ҡыҙығып киткән:

— Бик ҡотһоҙ нәмә икән дәһә был. Үҙе әрһеҙ ҙә булһа кәрәк. Миңә тап бына ошондай йән эйәһе кәрәк ине, хәҙер үҙем тыуҙырам мин уны: килтерегеҙ кәрәк-яраҡты.

Бөтә нәмә һә тигәнсе әҙер була: ҡоромо ла, көлө лә, күмере лә — бөтәһен дә уның алдына килтереп өйөп ҡуялар. Иблес шунда уҡ эшкә керешә. Шул тиклем килештереп эшләй был, хатта үҙ маһирлегенә үҙе хайран ҡалып тора. Се-бендәрҙең йәне генә юҡ, ти. Шунан был үҙенең күректән боғаҙҙағы менән бер өрөп ебәрһә, ни күҙе менән күрһен — әлеге үҙе яһаған себендәр үҙен һырып алып тешләргә тотоналар. Иблес, түҙә алмайынса, асыу менән үкереп ебәрә:

— Китегеҙ! Юғалығыҙ!

Тамуҡта ығы-зығы ҡуба: шайтандар ҙа, шайтан балалары ла ҡый-сый килешеп, ошо яңы яратылған себендәрҙе тамуҡтан ҡыуып сығарырға тотоналар.
Бына шунан бирле себендәр бөтә донъяға таралып, үрсегән һайын үрсеп, ер йөҙөн ҡаплап алғандар.

 

Поделись с друзьями: